Просмотр содержимого документа
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уйын технологияһын ҡулланыу.»
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уйын технологияһын ҡулланыу
Оҫталыҡ дәресе
Башҡорт теле дәрестәрендә уйындарҙы ҡулланыу түбәндәге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота:
Уҡыусыларҙың аң-белем даирәһен киңәйтеү, белем, оҫталыҡ, күнекмәләрҙе практикала ҡулланыу;
дөйөм уҡыу оҫталығы һәм күнекмәләрен үҫтереү;
хеҙмәт күнекмәләрен арттырыу.
Тәрбиәүи маҡсаттар : уҙаллылыҡ, ихтыяр көсөн, хеҙмәттәшлек, коллектив тойғоһо, аралашыусанлыҡ тәрбиәләү.
Үҫтереүсе маҡсаттар : иғтибарҙы, хәтерҙе, телмәрҙе, фекерләүҙе, фантазияны, ижади һәләтте үҫтереү.
Уйындарҙың классификацияһы:
Уҡыу уйындары (фонетик, лексик, грамматик уйындар)
Комбинаторлы уйындар (кроссворд, чайнворд, ребус һ.б.)
Аналитик уйындар . (факт һәм законлыҡтарҙы табыу)
Контекслы уйындар (төшөп ҡалған һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр табыу,текст төҙөү)
Ижади уйындар (төрлө шарттарҙа бәйләнешле һәм йор һүҙле текст төҙөү).
Уйындарға ҡуйылған төп талаптарҙы түбәндәгесә билдәләргә мөмкин:
*Уйындар бөтөһе өсөн дә аңлайышлы, ҡыҙыҡ булырға һәм балаларҙа ыңғай хистәр тыуҙырырға тейеш.
*Уйында ҡатнашыусыларҙың күберәк, ҡарап ултырыусыларҙың мөмкин тиклем әҙерәк булыуы һәйбәт.
*Уйынға ярыш характерын биреп, уҡыусыларҙың дәртләндереп ебәреү кәрәк.
*Уҡыусыларҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн матур аксессуарҙар, предмет-ҡулланмалар булдырыу мөһим.
*Уйын һуңында уның һөҙөмтәләрен тикшереп, уҡыусыларҙың уңыштарын билдәләп үтеү мотлаҡ.
Уйындар
Мәҡәлдәрҙе дауам ит
Егет кешегә етмеш …
Тырышҡан - ташҡа …
Ялҡаулыҡ - хурлыҡ, …
Ҡалған эшкә …
Яҡшы һүҙ- …
Ололарға кесе бул, …
Бер рәхмәт мең бәләнән …
Батыр бер үлер, …
Мин нидәй өн уйланым?
• Әсәй, сәскә, Әлфиә, әтәс, мәктәп.
• Ағай, юйғыс, йылға, ҡарға.
БАШҠОРТ ХАЛЫҠ УЙЫНДАРЫ
- Уҙаманлашыу.
- Әйтеш уйыны
- Убыр әбей
- Сыҙма туп
- Мөйөш
- Боҙоҡ телефон
- Еңеү
- Йәшенмәк-затыликом
- Йәшенмеш
- Әбәк-төбәк
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!