СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Дәрестән тыш асыҡ дәрестәр

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Дәрестән тыш асыҡ дәрестәр»

Һис ваҡытта былыҡҡан ир уңа алмаҫ,

Ир уңмаһа, һис ваҡытта ил уңа алмаҫ.

Ошо һүҙҙәрҙе уҡыу менән минең күҙ алдыма Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады иҫкә төшә. Сөнки Аҡмулла – башҡорт халҡының данлыҡлы мәғрифәтсе шағиры, уҡытыусы һәм алдынғы фекер эйәһе, 19 быуат башҡорт әҙәбиәтенең иң күренекле һәм яҡты талантлы эшмәкәрҙәренең береһе. Башҡорт шағиры , Аҡмулла ижады, бөйөк әҙиптәргә хас булғансы, илебеҙҙең төрки телле әҙәбиәттәре донъяһына, шул иҫәптән бигерәк тә ҡаҙаҡ, татар поэзияһы үҫешенә лә билдәле кимәлдә йоғонто яһаған. Күренекле профессор Ә. И. Харисов һүҙҙәре менән әйткәндә, « Салауаттан һуң Аҡмулла үҙенең ижадын ер тормошон күрһәтеүгә, фәнни донъя кешеһенең теләген, тойғоһон, уның аҡыл үҫешен һәм алға ынтылышын сағылдырыуға биргән иң ҙур шағирҙарҙың береһе».

Аң – белемгә һыуһап – сарсап Мифтахетдин йәштән үк фарсы, ғәрәп телдәрен уҡып, Шәреҡтең классик әҙәбиәтен шаҡтай тәрән өйрәнеүгә өлгәшкән яҙыусы. Ул үҙенең тыуған иле, йорто, туған халҡын, теле өсөн бирелеп йәшәгән кеше. Шағир нимә тураһында яҙһа ла, йәшәп килгән йәмғиәт тәртиптәренең кәмселектәре, ярлы – ябағаның ауыр тормошо, байҙарҙың , түрә – чиновниктарҙың рәхимһеҙлектәре, дин әһелдәренең ике йөҙлөлөгө хаҡында, тәбиғәт һәм кеше, йәшәү мәғәнәһе, быуындар бәйләнеше, рухи байлыҡ тураһында ижад итә.

Һәр саҡ бөтәһен дә аң – белем, ғилем – һөнәр, ахлаҡ һәм мәһәниәт мәсьәләләренә килтереп бәйләй.

Мәғрифәтсе кешеләрҙе бәхетле тормошҡа, рухи азатлыҡҡа, мәғәнәүи тигеҙлеккә илтер көсөнә мөкиббән китеп инаныуы, аң – белемгә һәм һөнәргә дан йырлаусы, ғилем, аҡылдың наҙанлыҡ өҫтөнән тантана итеү өсөн ярһып көрәшә.

Мәшһүр шағирҙың йәйғор төҫтәре һымаҡ балҡып, нурланып торған ижад мираҫында ысын мәғәнәһендә шиғри гәүһәрҙәр бик күп. Ул үҙ халҡын мәғрифәткә өндәүсе дәртле бер сәсән- шағир булып йәшәгән. Үҙе йәшәгән осорҙағы йәмғиәт төҙөлөшө, тигеҙһеҙлек, әҙәп – әхлаҡ ҡанундары, наҙанлыҡ борсоған шағирҙы. Әлбиттә, былар барыһы ла уның шиғриәтендә сағылмай ҡалмай.

Шағир халыҡ араһында йәшәгәнгә күрә, тура, ғәҙел һүҙенән байҙар ғына ҡурҡыр булған. Ул ҡомһоҙ байҙарҙы, наҙан муллаларҙы күрә алмау түгел, уларға ҡарата шиғырҙар ижад иткән.

Шулай уҡ Мифтәхетдин Аҡмулла ҡаҙаҡ далаларында бик күп балалар уҡытҡан кеше. Уларҙы аң – белемгә өгөтләгән. Ул ғүмере буйы халыҡтың ыҙа сигеп йәшәүен күрә. Ул бөтә михнәт-ғазаптарҙың сәбәптәрен тормоштан түгел, ә кешенең үҙенән эҙләй, бөтәһен дә уның наҙанлығына һәм әхлаҡһыҙлығына ҡайтарып ҡалдыра. «Ябай кеше тәрбиәһеҙ булһа – ярты бәлә, әгәрҙә инде ил яҙмышын хәл итеүсе тәрбиәһеҙ булһа – ул инде халыҡ бәләһе»,- ти ул.

«Аҡмулла – яҡтылыҡ йырсыһы» тигән китабында. Ябай халыҡҡына түгел, ә йәмғиәттең йөҙөн билдәләүсе түрәләр, байҙар, муллалар иманлы , әҙәпле, ғәҙел булһалар ғына илдең алға барыуы, халыҡтың бәхетле йәшәүе мөмкин.

Шағирҙың әҫәрҙәренән күренеүенсә, Аҡмулла халыҡ өсөн янып, көйөп йәшәгән, үткер телле, тура һүҙле, ғәҙеллек яҡлаусы шағир булған. Шуға ла уның әҫәрҙәре бөгөн дә уҡыусыларға яҡын. Уның шиғриәте халҡыбыҙҙың рухи байлығына әүерелде.

 



Атаң ҡуйған атың менән аталырһың,

Хеҙмәтеңә ҡарай илеңдән баталырһың.

Наҙан менән күпме юлдаш булһаң да һин,

Ахырында, бер көн килеп, дат алырһың.











Бер шиғырын ул “Кил, егеттәр, ҡолаҡ һал, Аҡмулланан өгөт ал!” тип өндәшеү менән башлаһа, икенсеһен “Иҙел бул да Яйыҡ бул, һис кем менән орошма, юлда һиңә яу етһә, йәнеңде аяп торошма” тип тасуирлабыраҡ аса, өсөнсөһөндә “Ғилем өйрәт, улың булһа, уҡыт һабаҡ, егеткә юлдаш булыр һөнәр, белем” тип кәңәш итә. Иң мөһиме, өгөт-нәсихәт, ғәҙәттә, тапҡыр фекер, ғибрәтле хәл, тасуир аша еткерелә, үтемле һүҙ рәүешен ала. Мәҫәлән: Һауаланма атаңдың байлығына, Ололанма йөҙөңдөң айлығына. Атаңдың байлығы – төшкән ҡырау тик, Йөҙөңдөң айлығы – ялған буяу тик. (“Һауаланма”) Йәки бына тағы бер миҫал: Айғырҙан ябыу һалма, яллы икән тиеп, Яманға, ҡулың һонма, маллы икән тип, Ҡарсығаның балаһы типмәй төшмәҫ, Яҡшы ташлап китәме, ярлы икән тип? (“Моңло егет зарын әйтер...”)16 Башҡорт шиғырының камиллаша барыуына үҙенең ижади өлөшөн ҡушты. Уны милли тематика, милли формалар менән байыҡтырышты. “Аҡыл” шиғырында кешенең аҡылын данлай, уны баһаларға саҡыра, кешенең ниндәй дәрәжәлә булыуға ҡарамаҫтан, аҡылға эйә булыуҙы өҫтөн ҡуя: Мәртәбәне тапҡандар ауға эләгәләр, Нәсихәт ҡылһаң, кңнмәй, ҡарышалар. Агҡа ынтылып йөрөгәндә бәхет тапһа, Тиңмен тигән юлдашын таба алмайҙыр,- тип яҙа. Ул кешеләр бик аҡыллы булһалар ҙа яңғыҙлыҡ кисерәләр, тиңмен тигән тиңдәшен таба алмайҙар ти. Наҙан менән күпме дуҫ булып йәшәһәң дә, тутланырһың, уларға һис ҡасан осрамағыҙ, күберәк хеҙмәт итегеҙ, яҡшы уй менән йәшәгеҙ, шунда атайың ҡушҡан исем менән йәшәрһең, дәрәжәң артыр, яҡшы ниәт һәр саҡ яҡшылыҡҡа тартыр. Бәлә кешенең артыҡ һөйләүенән килә, ти. “Аҡылы бар әҙәмдәр телен тыяр, ун бәләнең туғыҙы телдән тыуар”. “Ауыҙыңдан сығарһаң яман һүҙҙе, аждаһа булып, артыңдан һине ҡыуар”, - тип телде байҡап, аҡыл менән һөйләргә кәңәш бирә. “Дуҫлыҡ” шиғырында шағир ихласлыҡты, дуҫтың ышаныслы булыуын, тышы матур, эсе насар булмаһын, бай булмаһа ла ярай, эстән көнләшеп йөрөй торған булмаһын, тип өйрәтә. Был күренештәр хәҙерге тормошта ла осрай. Яҡшыны ҙурлап һүҙ әйтмәҫ, яманды хурлап һүҙ әйтмәҫ, түрәләргә ялағайланып йөрөүсе, әгәр ауыр хәлгә ҡалһа, уны ташлаусы “кешеләр” мең төрлө һөйләп отолмаҫ, өҫтән ойотоп йөрөгәндәр быуатта ла бөтмәгәндәр. Донъһы тар булһа булһын, күкрәге тар булмаһын, Бар көнөндә дуҫ булып, тарлыҡҡа ташламаһын, Бер ваҡытта хәжәт булып, боҙоҡ, зәғиф булмаһын, - тигән фекерҙе үткәрә. Дуҫың яман яғын эҙләп, ике йөҙлө, әшәке булмаһын, ваҡ- төйәк ғәйебенә күҙ һалмаҫҡа, ғәфү итергә, тышҡы яҡтан башҡа булһа булһын, ләкин күңеле башҡа булмаһын, ти. Ниндәй матур, ниндәй яҡшы, иҫ китмәле шиғырҙар... Әммә “Ихлас дуҫты табыу ҡыйын” шиғырында айырыуса дуҫты табыуҙы ауыр булыуы тағы ла көслөрәк тасуирлана. “Донъяла, был заманда юха теллелек, әшнәлек, шәфҡәтһеҙлек күренештәрен көслөрәк тасуирлап әйтә”. Йылдар үтһә лә был һүҙҙәр бөгөнгө тормошҡа ҡағыла. Баҙар иҡтисады заманында бындай кешеләрҙе күп осратырға тура килә. Бигерәк тә йәштәр, дин әһелдәре араһында ла тел майлап йөрөүселәр юҡ түгел... “Егетлек хәсиәте – мәғрифәттә” шиғырында дәүләт мәнфәғәте менән янып, халыҡты, донъяны мәғрифәткә өндәй, егеттәрҙе әүҙемлеккә, ғафил ятмаҫҡа саҡыра. “Байҡаһаҡ, араһында айырма күп, буламы йоҡо менән уяу берҙәй?”. “Буламы наҙан берҙәй белгән менән?”, “Эҙләһәң, табылалыр эҙләгәнең, белем ал белемгә дуҫлашҡан менән”. “Егеттәр, хәбәрҙәр бул замананан, һыйырҙан артыҡ түгел наҙан әҙәм”, “ниңә беҙ хур булабыҙ башҡа йорттан – беҙ ҙә бит тыуып үҫтек ата-ананан?” тигән һорау ҡуйып, “Замана ҡалай булһа – барыу шулай, сығайыҡ шул тарихтан аҙаштырған”, тип һанай. Башҡа илдәрҙән ҡалышмаҫҡа, аң-белемле булырға әйҙәй. Шуға уның шиғырҙары үҙенән һуң килгән шағир, сәсәндәрҙе лә үҙе менән һоҡландыра

Аҡмулла шағир ғына түгел , үткер телле сәсән булған. Үҙе ҙур поэтик мәктәп барлыҡҡа килтергән . Бик күп яҙыусылар уның ижадын баһалап үткән. Мәҫәлән : Сәйфи Ҡудаш һүҙҙәре менән әйткәндә, үҙ эшмәкәрлектәренән “ Аҡмулла туҡтаған ерҙән алып киттеләр” . Күп кенә яҙыусылар Д. Юлтый, шәйехзада Бабич һ.б яҙыусылар “Аҡмулла шиғырҙары менән аҙыҡланып” поэзиға инеп киттеләр.

Мин Асҡын районы Ҡубыяҙ урта мәктәбенең туғыҙынсы класында белем алыусы уҡыусы булараҡ Мифтәхетдин Аҡмулланың тормошон һәм ижадын бәләкәй класстарҙан уҡ ҡыҙыҡһынып уҡыйым. Сөнки уның тормошҡа айыҡ ҡарауы, яуыҙлыҡ менән ғәҙеллекте айырыуы бик оҡшай. Уның «Урыным - зиндан» тигән шиғри хатында автор һәр төрлө кәмләү – хурлауҙарға ҡарамаҫтан, рухы һынмаған, ғәҙеллек өсөн сая көрәшкән шәхес булараҡ күҙ алдына баҫа.

Уның шиғырҙарында күтәрелгән әхлаҡ проблемалары үҙ быуын кешеһенә генә түгел, быуаттар үтеүенәҡарамаҫтан, әле лә бик актуаль яңғырай. Сөнки әхлаҡ, рухи аңһыҙлыҡ кеүек мәсьәләләр бөгөнгө көндә бар. Шуға күрә яҡшылыҡҡа әйҙәүсе Аҡмуллабыҙ ижады онотолмаһын ине, беҙҙе матур киләсәккә әйҙәүсе маяк булып торһон ин

Шағирҙын ижадында әйтелеүенсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы,йәмғиәтебеҙҙә ҙурайырға яраған, уйлап һөйләп, байҡап баҫҡан ир – егеттәр аҙ. Бик тә аяныс хәлдәрҙең береһе булып тора был тормошта. Халыҡ яҙмышы, ил ҡото ир кеше менән бәйле булырға тейештер минең сә.

Уның ижадындағы Тыуған ил, туҡан халыҡ төшөнсәһе, патриотизм, бғары гражданлыҡ тойғоһо героик эпостарҙан килгән Тыуған Уралды һаҡлау. Ил яҙмышы ир яҙмышы, ил ҡотон ир ҡотона бәйләп аңлау тәбиғи күренеш. Сөнки ир – егет – ил терәге, ә булдыҡһыҙ, йүнһеҙ ирҙәр илгә имсәк кенә.

Аҡмулланың тормошон һәм ижадын өйрәнгәндән һуң ,ижади эшемде лә мин уның цитатаһына бәйләргә булдым:

Ир – егет, уйлап һөйләп, байҡап баҫһа

Халыҡтың һөт өҫтөндә ул ҡаймағы...

Һис ваҡытта былыҡҡан ир уңа алмаҫ,

Ир уңмаһа, һис ваҡытта ил уңа алмаҫ.

Бөгөн күбебеҙ зарлана: элекке колхозсылар – колхоздың бөтөүенә, хужалыҡтары ҡалғандар – аҡса түләмәүҙәренә, түбәгә төкөрөп ятыусылар – эш юҡлыҡҡа, етәкселәр – кешенең хеҙмәткә ҡарашы үҙгәреүенә. Ә бит бөгөн, нәҡ бөгөн халыҡтың баҙар шарттарында нисек йәшәүе, йәшәйәсәге хәл ителә. Үҙҙәренең генә түгел, балаларының да, ейән-ейәнсәрҙәренең дә... 

Ысынлап та, беҙҙең тормошта һәм киләсәктә лә халыҡ өсөн, тыуған ил, ер өсөн борсолоп йәшәүсе, Аҡмулла һымаҡ ир – егеттәр булһын ине. Ошондай көслө, тура һүҙле, төрлө проблемаларҙы эш итеүсе кешеләр булһа, беҙҙең тормошобыҙҙа үҙгәрер, киләсәгебеҙҙә яҡты булыр тип ышанам.