Башҡорт теле дәресендә информацион-коммуникатив технологиялар ҡулланыу
Бөгөнгө көндә интернет селтәрен ҡулланып эшләмәгән бер уҡытыусы ла юҡтыр ул. Балаларҙа башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү өсөн компьютер хәҙерге шарттарҙа иң кәрәкле техник сара булып китте. Тик компьютерҙы дөрөҫ һәм урынлы файҙалана белергә кәрәк.
Төрлө этаптарҙа – дәрескә әҙерләнгәндә, дәрес барышында,уҡыусыларға өйгә эш биргәндә интернет ресурстарына таянып эш итәбеҙ.
Компьютер ярҙамында башҡорт теле дәрестәрендә бер төркөм дидактик мәсьәләләрҙе хәл итеп була: лексиканы өйрәнеү (комьютер һүҙлектәрен файҙаланыу), дөрөҫ әйтелеш өҫтөндә (башҡорт теле дәреслектәренән, тауыш яҙыу программаларын файҙаланыу), орфографик күнегеүҙәр (орфографик һүҙлекте һәм компьютерҙың орфографияны тикшереү программаһын файҙаланыу), грамматик күренештәрҙе үҙләштереү (тестар ярҙамында), эҙләнеү процесында яңы мәғлүмәт алыу, һөйләү телмәрен үҫтереү. Һөйләмдәр һәм текстар төҙөү, редакторлау һ.б. башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә комьютерҙы ҡулланыу түбәндәге эш төрҙәрен үҙ эсенә ала: яңы материал аңлатҡанда, компьютер ярҙамында күп мәғлүмәт бирергә, төрлө фото, портреттар, күргәҙмә әсбаптар күрһәтергә мөмкин (яҙыусылар, шағирҙар тураһында фоторәсемдәр, видеофильдар, видеороликтар күрһәтеү, әҙиптәр үҙҙәре уҡыған шиғырҙарҙы тыңлау, биографияларына ҡағылышлы видеоматериалдарҙы күрһәтеү, сәнғәтле уҡыу күнекмәләрен булдырыу, әҙәби әҫәр мотивтары буйынса төшөрөлгән спектакль-кинофильмдарҙан өҙөктәр күрһәтеү һ.б.), уҡыған әҫәр буйынса ижади эштәр башҡарыу(компьютер презентациялары әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү, видеофильмдар, һүрәттәр төшөрөргә мөмкин). Дөйөм алғанда, был саралар уҡыусыларҙа башҡорт телен үҙләштереүгә ыңғай мотивация булдырырға, уларҙың белемен һәм культураһын камиллаштырырға ярҙам итә. Компьютер һәм мультимедиа системаларын ҡулланыу уҡытыуҙың интенсив формаларын һәм методтарын тәьмин итә, үҙ аллы уҡыу эшмәкәрлеген әүҙемләштерә, мәғлүмәтте ҡабул итеүҙең эмоционаллеге, тәьҫир көсө артҡанлыҡтан, уҡыуға мотивация үҫешә.
Компьютер ҡулланып уҡытыу традицион уҡытыуға ҡарағанда мәғлүмәтте күберәк һәм нығыраҡ үҙләштерергә мөмкинселек бирә. Комптютер төрлө яҡлап контроль үткәреү өсөн дә уңайлы сара: был осраҡта баһа объектив ҡуйыла, уҡытыусының ваҡыты экономиялана, аҡбур менән яҙыу эше күпкә кәмей, уҡыусыларҙың өлгөрөшө һәм уҡыу сифаты буйынса статистик мәғлүмәттәрҙе туплау мөмкинселеге лә бар.
Айырыуса компьютер уҡыусыларҙың үҙ аллы эшен ойоштороу өсөн ҡулай, сөнки әҙерлеге төрлө булған уҡыусыларға, уларҙың белем кимәленән сығып, артабан үҫешергә мөмкинлек бирә.
Һәр быуынға төрлө алымдар кәрәк. Хәҙер инновацион алымдар индереү уҡытыуҙы ҡыҙыҡлыраҡ ойошторорға мөмкинлек бирә. Алда күрһәтелгән диаграммаларға ҡарап ҡала башҡорт мәктәбе уҡыусыларының бөтәһелә башҡортса һөйләшә белмәй, төрлө милләттән, йә ҡатыш ғаиләнән булыуы башҡорт теле, туған тел дәрестәрен уҡытыуҙы ҡатмарлаштыра. Беренсе кластан тәүге дәрестән үк, грамотаға өйрәтеү менән бер ҡатарҙан, башҡорт теленең фонетикаһын, орфографияһын, граматикаһын, пунктуацияһының төшөнсәләрен өйрәтергә тейешбеҙ, ә практик эш башҡорт теле дәресендә сит телде өйрәнеүҙә ҡулланған алымдар менән эшләп булмай. Туған тел дәреслегебеҙ бик матур, бай йөкмәткеле, әммә ҙур күләмлелеге менән эш ҡатмарлана, текстарҙың эстәлегенә төшөнгәнсе уҡыу телмәре ситтә ҡала.
Шуның өсөн беренсенән, уҡыусыларҙы башҡорт телендә аралашырға йәлеп итергә, ҡыҙыҡтырырға кәрәк, был йәһәттән заманға ярашлы инновацион техник саралар ҡулланыу мотлаҡ.
Компьютер технологияларының өҫтөнлөгө – күргәҙмәлелек, мәғлүмәттәрҙең график һүрәтләнеш ( текст, төшөрөлгән графика, слайдтар, реалистик һүрәттәр), стереотауыш (музыка, төрлө тауыштар), анимация (хәрәкәтсән һүрәттәр, видео) берлегендә бирелеүе. Технологияның принцыбы – компьютерҙа, Интернет селтәрендә айырым бер программа менән эшләү генә түгел, ә мәғлүмәттәрҙе дөйөмләштереү өсөн бер нисә программа ҡулланыу. Уларға яңы техник саралар ҙа, уҡытыуҙың яңы формалары һәм методтары ла, уҡытыу процесына яңыса ҡараш индерә.
Тел уҡытыуҙың төп маҡсаты уҡыусыларҙың телмәр компетентлығы үҫтереү булғанлыҡтан, телде практик үҙләштереү кәрәк. Ә уның өсөн һәр класта компьютер, проектор, экран, кәрәкле электрон дәреслектәр, видеояҙмалар, дидактик материалдар булыу мөһим.
Хәҙерге заман талабы һәр уҡытыусыға компьютер мөмкинселектәрен өйрәнеп, был техник сараға таянып урынлы һәм дөрөҫ файҙаланып дәрестәр, кластан тыш саралар үткәреү.
Компьютер ярҙамында башҡорт теле дәрестәрендә бер төркөм дидактик мәсьәләләрҙе хәл итеп була: лексиканы өйрәнеү (компьютер һүҙлектәр файҙаланыу), дөрөҫ әйтелеш өҫтөндә эш ( башҡорт теле дәреслектәрен, тауыш яҙыу программаларын файҙаланыу); орфографик күнегеүҙәр (орфографик һүҙлекте һәм компьютерҙың орфографияны тикшереү программаһын файҙаланыу); грамматик күренештәрҙе үҙләштереү (тестар ярҙамында); эҙләнеү процесында яңы мәғлүмәттәр алыу, һөйләү телмәрен үҫтереү, һөйләмдәр һәм текстар төҙөү, редакторлау) һ.б.
Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә компьютерҙы ҡулланыу түбәндәге эш төрҙәрен үҙ эсенә ала: яңы материал аңлатҡанда, компьютер ярҙамында күп мәғлүмәт бирергә, төрлө фото, портреттар, картиналар, һүрәттәр, күргәҙмә әсбаптар,( яҙыусылар, шағирҙар, тураһында фоторәсемдәр, видиофильмдар, видеороликтар күрһәтеү, әҙиптәр үҙе уҡыған шиғырҙарҙы тыңлатыу, биографияларына ҡағылышлы видеоматериалдарҙы күрһәтеү, сәнғәтле уҡыу күнекмәләре булдырыу, әҙәби әҫәр мотивтары буйынса төшөрөлгән спектакль- кинофильмдарҙан өҙөктәр күрһәтеү), уҡылған әҫәр буйынса ижади эштәр башҡарыу компьютер презентациялары әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү, ҙур класта йәнһүрәттәр, видеофильмдар төшөрөргә мөмкин.
Дөйөм алғанда был саралар уҡыусыларҙың башҡорт телен өйрәнеүгә ыңғай мотивация булдырырға, уларҙың белемен һәм культураһын камиллаштырырға ярҙам итә, уҡыуға һөйөү, теләк арта.
Компьютер төрлө яҡлап контроль үткәреү мөмкинлеге бирә.
Тестар, диагностик эштәр , күсереү, изложение, инша яҙыу эштәре эшләп була.Компьютер уҡыусыларҙың үҙ аллы эшен ойошторорға ҡулай. Шулай ҙа компьютер уҡытыусыны алыштырмай , тик техник сара булып хеҙмәт итә, баланың компетентлы булыуы тәрбиәнән дә тора.
Компьютерҙы дәрестә өс төрлө файҙаланып була:
1) демонстратив планда;
2) индивидуаль рәүештә ҡулланырға (компьютер кабинетында тест эшләү һ.б.);
3) интерактив таҡтаны файҙаланыу ( күнегеүҙәр эшләү).
Бының өсөн бөгөнгө көндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса компьютерға һалынған программалары, әсбаптары бар.
1. Башҡортса өйрәнәйек: электрон дәреслек /Төҙ. Х.А.Толомбаев Дәүләтшина М.С., Сиражетдинов З. Ә.
2. Башҡорт теле: 5- 11 кластар өсөн/ авторҙары УсмановаМ.Ғ., ҒәбитоваЗ.М.
3. Башҡорт теле: 7-8 кластар өсөн компьютер дәреслеге/ проек авторы Сиразетдинов З. Ә.
4. Башҡорт әҙәбиәте : 5-9 сы кластар өсөн электрон ҡулланма.
5. Башҡорт теленән электрон һүҙлектәр.
1) Урыҫса- башҡортса һүҙлек (УраксинЗ.Г. Русско- башкирский китабы буйынса төҙөлгән)
2) Аңлатмалы һүҙлек. УраксинЗ.Ғ.
3) Орфография һүҙлеге. Суфьянов Н.Ф.
4) Дөйөм һүҙлек.
Электрон һүҙлектәр өй эш тикшергәндә, яңы тема аңлатҡанда, үткәне ҡабатлағанда ҡулланырға мөмкин.Компьютерҙа эшләү ваҡыты 15-20 минуттан артмаҫҡа тейеш.
Эш төрҙәре.
1–2-се кластарҙа( урыҫ мәктәптәрендә 1 – 4) авторҙары Толомбаев Х.А.,. Дәүләтшина М.С., Сиразетдинов З. Ә. сығарған “Башҡортса өйрәнәйек” исемле электрон дәреслеге башҡортса һүҙлекте уйындар аша тулыландырырға, ҡабатларға,һүҙҙәрҙең өндәрен дөрөҫ ҡуйып әйтергә өйрәтә. Электрон дәреслектән тыш дәрестәр темаһына ярашлы слайдтарҙа дидактик материалдар, презентациялар (йырҙар, видеояҙма, йәнһүрәттәрҙән өҙөк, һүрәттәр,фотолар һ.б.) ҡулланам.
Мәҫәлән:
Кемтиҙерәк 1-ҙән 25-кә тиклем һандарҙы таба
Ҡапма –ҡаршы һүҙҙәрҙе әйт
иртә- һуң ҡыш- … тиҙ - …
еңел- … киң - …алыҫ - …
килделәр- … өләсәй - …батыр - …
дуҫ - … төн - .. күп - …
Берәр генә хәрефен үҙгәртә барып,
«һөт” һүҙенән “май”,“көн” һүҙенән “йыл” һүҙҙәрен яһарға
Аҙашҡан хәрефтәр
ЛЫҠҘЫ, ҠА,ККҮ ,ОҺРО, ШӘЛЙЕ, ААҠР,ЫҺАР,ЛА,
Ял минуттарында, динамик паузала, физик культура дәрестәрендә башҡорт телендә һамаҡлы, хәрәкәт уйындар уйнатыу мотлаҡ.
Шунлыҡтан презенация рәүешендә эшләнгән көйлө - йырлы , хәрәкәтле ял минуттарын ойошторам.
Мнемосхемалар төҙөйбөҙ. Был эш уҡыусыларҙың телмәрен үҫтерергә, һүҙлек запасын арттырырға, дөрөҫ итеп һүҙҙәрҙе әйтергә,ҡабатларға йоғонто яһай.
3- 4 кластарҙа
М.Ғ.Усманова, З.М. Ғәбитова. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәр өсөн тип эшләнгән 5 – 11-се кластар өсөн башҡорт теленән электрон дәреслекте һәм “Башҡорт әҙәбиәте” 5-9-сы кластар өсөн электрон ҡулланмаларҙы башҡорт мәктәптәрендә башланғыс синыфта ҡулланып була. Дәреслек бик бай йөкмәткеле. Уны тормош һабағында, туған телдә, башҡорт теленән изложение, инша яҙғанда ҡулланырға мөмкин. Һәм үҙем эшләгән слайдтарҙы, презентация дәрестәрен “Грамматик “ тема ла ҡулланам.
Дәресте үткәрергә ярҙамсы персонаждар миҙгелгә ҡарап һайлана.
Ял минутына анимациялы, көйлө шиғырҙар, бейеү көйлө физкультминуттар, йә йырҙарҙы хәрәкәткә һалып үткәрәм.
Ҡыш ниндәй? һорауына яуап .
Һөйләмдәр төҙөргә.
Яһаусы ялғауҙарҙы табырға
Лексик эштәрҙе балалар үҙҙәре башҡарып алып килә алалар.
Мәҫәлән: ребустар, синоним, йә антонимға кроссвордтар эшләргә мөмкин.
Һүрәткә ҡарап хикәйә төҙөргә, йәки инша яҙырға.
Өйгә текстың абзацтарын бүлеп биреп һүрәттәр эшләтергә һәм дәрестә проекторға ҡуйып тексты һөйләтергә ,
йәки төркөмләп мнемосхемалар эшләп әҫәрҙе ярыштырып һөйләтеү телмәрҙе үҫтерә, публика алдында ҡурҡыуҙы баҫа.
Слайдтағы һүрәттәр буйынса әҫәрҙең эстәлеген төҫмөрләп һөйләү, ә һуңынан уҡыу, сағыштырыу, һүҙлек эштәре эшләү.
Картинаға ҡарап арҙаҡлы шәхестәрҙе һүрәтләтеү. (Был кем ул? Уның холҡо , характеры ниндәй тип уйлайһығыҙ?)
Яҙыусылар, шағирҙар, тураһында фоторәсемдәр күрһәтеп уйланырға мәжбүр итеү.
Лексик - грамматик компьютер уйындар: хикәйәне өлөштәргә бүлергә, асҡыс һүҙҙәр табырға, төп фекерҙе билдәләргә, ижади һөйләү күнекмәләренә эйә булырға, йөкмәткеһен план буйынса ҡыҫҡа хикәйәләр төҙөргә, баланың уй-фекерен, ҡарашын белергә, дөрөҫ грамоталы яҙырға, һөйләмдәр төҙөргә өйрәтә.
Ә әҙәби әҫәр мотивтары буйынса төшөрөлгән спектаклдәр, халыҡ фольклоры (һамаҡлы, бейеүле-таҡмаҡлы, сюжетлы-ролле уйындар) һәм ял минуттары, әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереү телдең нескәлектәренә,дөрөҫ логик баҫым яһарға, тонды, паузаны, темпты аңларға ярҙамлаша. Был иһә әҙәби һөйләү нормаларын: аңлы,дөрөҫ, тасури уҡырға өйрәнергә булышлыҡ итә. Балалар халыҡ фольклорын бик яраталар эҙләнеү проект эштәрен әүҙем башҡаралар.