СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Исем һәм сифат буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау өсөн тест

Нажмите, чтобы узнать подробности

 Тест составлен по пройденным темам " Исем", " Сифат"  ( 6 кл.) для оценки результатов обучения

Просмотр содержимого документа
«Исем һәм сифат буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау өсөн тест»

Исем һәм сифат буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау өсөн төҙөлгән тест ( 5-6 кл)

  1. Исем нимә белдерә?

а) Предметтың һанын.

б) Предметтың исемен.

в) Предметтың эшен.

2. Сифат нимә белдерә?

а) Предметтың эшен.

б) Предметтың исемен.

в) Предметтың билдәһен.

3. Баланың һүҙе ниндәй килештә бирелгән?

а) Төп килеш

б) Эйәлек килеш.

в) Төбәү килеш.

4. Китабым,илем, сәскәм һүҙҙәре ниндәй затта һәм һанда торалар

а) I зат, берлектә.

б) IIзат, күплектә.

в) III зат, берлектә.

5. Кем? һорауына яуап биргән һүҙҙәр ҡайһы юлда?

а) Ҡала, йылға, мәктәп.

б) Һыйыр ,балыҡ, ағас.

в) Көтөүсе, бала, башҡорт.

6. Ҡайһы юлда яңғыҙлыҡ исемдәр?

а) Ҡояш, йондоҙ, урман.

б) Өфө, Аҡтырнаҡ, Айнур.

в) Тау, урам, ҡала.

7. Ҡайһы һүҙ төшөм килештә тора?

а) Ауылдан.

б) Ауылға.

в) Ауылды.

8. Ҡайһы юлда һүҙҙәр II зат күплектә бирелгән?

а) Уйҙарым.

б) Эштәрегеҙ.

в) Күҙҙәрең.

9. Ҡайһы юлда һүҙҙәр тик күплек формаһында?

а) Гөлдәр, болоттар

б) Ҡош, сәскә.

в) Ат, кәзәләр.

10. Ҡайһы юлда тик сифаттар ғына бирелгән?

а) Көн, болот, китап.

б) Эшләй, яҙа, уҡый.

в) Матур, йәшел, түңәрәк.

11.Ҡайһы юлда артыҡлыҡ дәрәжәһендәге сифаттар бирелгән?

а) Бик һылыу, ап-аҡ.

б) Эҫерәк, йылыраҡ.

в) Ҡыйын, еңел.

12.Сағыштырыу дәрәжәһендәге сифаттар ҡайһы юлда ?

а) Оҙон, һөйкөмлө.

б) Оҙонораҡ, һөйкөмлөрәк.

в) Ныҡ оҙон, иң һөйкөмлө.

13. Ҡара, йәш, бейек һүҙҙәре ниндәй дәрәрәжәлә тора?

а) Аҙһытыу.

б) Төп.

в) Артыҡлыҡ.

14. Шартлы сифаттар бирелгән юлды табығыҙ.

а) Йылы көн.

б) Ағас өй.

в)Һылыу ҡыҙ.

15. Ҡайһы юлда исем+сифат һүҙбәйләнеше бирелгән?

а) Матур көн.

б) Яҡшы эшләй.

в) Бишенсе өй