Башҡортостан республикаһы мәғариф министрлығы
Ҡырмыҫҡалы районы Һәүәләй ауылының муниципаль
урта дөйөм белем биреү мәктәбе
“ М.Өмөтбаев – мәғрифәтсе һәм шағир ”
темаһына ғилми-тикшеренеү эше.
Башҡарыусыһы: башҡорт теле һәм
әҙәбиәте уҡытыусыһы Байморатов
Альберт Мәхмүт улы.
Һәүәләй – 2015
Йөкмәткеһе.
1. Инеш. 3 – 7
2.Төп өлөш. 8 - 18
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев публицистикаһында жанрҙар.
3.Йомғаҡлау. 19 -20
4. Ҡулланылған әҙәбиәт. 21
5.Ҡушымта.
ИНЕШ.
Һаумыһығыҙ хөрмәтле ҡунаҡтар, ҡәҙерле уҡытыусылар ! Һеҙҙең менән осрашыуға беҙ бик шатбыҙ. Яҡташыбыҙ күренекле ғалим, мәғрифәтсе һәм телсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың күп яҡлы ижадын беҙ бик теләп, яратып өйрәнәбеҙ. Мин һеҙҙе “М.Өмөтбаев ижадында публицистик жанрҙар” исемле ғилми – тикшеренеү эшемдең йөкмәткеһе менән таныштырып китмәксемен.
Күренекле шағир, ғалим һәм мәғрифәтсе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев башҡорт культураһы һәм әҙәбиәте тарихында мәңге юйылмаҫ эҙ ҡалдырған шәхестәрҙең береһе. Башҡортостанда X1X быуаттың икенсе яртыһында ул үҙенең күп яҡлы ижадын башҡорт халҡының фәнен, мәҙәниәтен үҫтереүгә арнаны һәм туған халҡының тормошон еңеләйтеү өсөн сикһеҙ өлөш индерҙе. Колониаль иҙеүгә патриархаль-феодал ҡалдыҡтарға ҡаршы күтәрелештең иң юғары осоронда халыҡ бөйөклөгөн кәүҙәләндереүсе батыр ҙа , үткер ҡәләмле публицист булып та күҙ алдына баҫа.
М.Өмөтбаев тәрән халыҡсан рухлы , бай йөкмәткеле һәм күп яҡлы ғилми йәдкәр ҡалдырҙы. Шиғырҙарын йәки публицистик сығыштарын , тәржемәләрен йәки тарихи – этнографик яҙмаларын , ҡайһыһын алып ҡараһаң да , уларҙың һәр береһендә мәғрифәтселек идеялары ярылып ята. Филология фәндәре кандидаты Ғиниәт Ҡунафин “Мәғрифәтсе һәм әҙип М.Өмөтбаев” (ӨФӨ – 1991) тигән китабында ла шуны раҫлай :” Башҡорт милли культураһы тарихында М.Өмөтбаев үҙ халҡының тарихи үткәнен , рухи һәм материаль культураһын , телен фәнни нигеҙҙә өйрәнгән , уны төрлө фәндәр менән таныштырған ғалим ғына түгел, оригиналь әҫәрҙәр ижад иткән шағир , публицист һәм тәржемәсе булараҡ та тәрән эҙ ҡалдырҙы” .
-1-
Ғалим Ғайса Хөсәйенов М.Өмөтбаевты тел белгесе булараҡ баһалай: “Тел белгесе булараҡ , М.Өмөтбаев лингвист , грамматик , лексиколог, лексиграф , топонимист ,онемаст , диалектолог , этимолог , йәғни киң профилле ғалим булып күҙ алдына баҫа .”
М.Өмөтбаев ижадына башҡорт халҡының көндәлек ихтияждарынан сығып эш итеү , милли традицияларға һәм этнографик күренештәргә таяныу һыҙаттары хас. Шулай уҡ тыуған ергә һәм халыҡҡа тәрән мөхәббәт хистәре лә ситтә ҡалмай. Был темалар уның һәр бер әҫәрендә үҙенсәлекле урын алған, тип уйлайым.
Публицистика өлкәһендә М.Өмөтбаев үҙен туған халҡының тормошо һәм яҙмышы өсөн әсенгән , уның хәлен нисек тә еңеләйтеү тураһында уйланған публицист итеп күрһәтә. Был йәһәттән “ Халыҡ байыймы әллә ярлыланамы ? “ , “ Йәмғиәт тәртиптәре “ һәм башҡа мәҡәләләрен атап китергә мөмкин. М.Өмөтбаев үҙенең публицистик яҙмаларында хәбәр жанрына мөрәжәғәт итеүҙе кәрәк тапҡан. Киң билдәле әҫәрҙәренән “Өршәк күпере”, “Әҙәбиәт һәм мәғрифәт хаҡында” ,” Көкөрт һыуы” ,”Аҡ күмер “ һәм башҡалары публицистик оҫталыҡ менән үҙ заманы өсөн көн ҡаҙағына һуҡҡан материалдарҙы сағылдырыуы тураһында һөйләй.
М.Өмөтбаевтың публицистикаһы уның ижады , ғилми һәм йәмәғәт эшмәкәрлегенең ҙур бер өлөшөн тәшкил итә. Улар араһында туған халҡының яҙмышы тураһында уйлап яҙған мәҡәләләре( “ Йәмғиәт тәртиптәре “ ,” Халыҡ мәғарифын юлға һалырға “ һәм башҡалар ,ер шарындағы төрлө хәл-күренештәр менән таныштырыу ниәтенән сығып яҙылған хәбәрҙәре ( “Яңы Зеландия һәм Мадагаскар жәзирәләренең ғәжәйеп ҡоштары “ , “Ғәжәйеп ҙур мәхлүктәр “ , “Ҙур ағастар “ , һ.б.
-2-
колонизаторҙарҙың башҡорт байҙары менән берлектә халыҡты талау-йәберләүҙәрен көслө фельетон уты аҫтына алғаны ( “Россиялағы “Первое товарищество” циркында “ ), туған халҡының милли традициялары хаҡында уйланып яҙылған очерктары ( “ Башҡорттар” ), юльяҙмалары һәм материалдары бар. Әлбиттә , быларҙан тыш М.Өмөтбаевтың ижадында сағылыш тапҡан публицистика алымдары һәм элементтары тәржемәләр, халыҡ ижады өлгөләре, тарихи-этнографик яҙмаларында ла осрай.
М.Өмөтбаевтың бай йөкмәткеле , күп яҡлы ижадын һәм әлеге осраҡта публицистикаһын анализлағанда, уның ижадын ,ул йәшәгән дәүерҙәге мәсьәләләрҙе, ваҡиғаларҙы өйрәнеп, шул күҙлектән сығып эш итергә кәрәк тип һанайым.
М.Өмөтбаевтың ижадын һәм айырыуса публицистикаһын өйрәнеүҙә профессор Т.А.Килмөхәмәтовтың мәҡәләләре бик әһәмиәтле роль уйнай. Автор публицист хеҙмәттәренең асылын, стилен аңларға тырыша, шуға ла мәҡәләләрендә ентекле тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә М.Өмөтбаев әҫәрҙәренең темаларын , жанрҙарын билдәләүгә өлгәшә.
Бөйөк ғалимдың бай әҙәби мираҫын публицистика күҙлегенән сығып өйрәнгәндә, был журналистика фәне өсөн дә, көндәлек практик журналистика өсөн дә актуаль тикшеренеү булыр ине , тип уйлайым.
. М. Өмөтбаев публицистиканың төрлө төрҙәрен ҡулланған: халыҡ, депутаттар алдында сығыш яһаған , мәҡәлә , очерк , юлъяҙмалар , фельетондар яҙған , тәржемәләр эшләгән һәм уларға аңлатмалар биргән. Башҡорт халҡын аң - белемгә саҡырыу , был юлда алдынғы рус культураһы һәм фәненә таянып , батша самодержавиеһының колонизаторлыҡ алымдарын , халыҡтарҙы иҙеү , мыҫҡыл итеү политикаһын фаш итеү – ул сығыштарҙың , очерк , мәҡәлә ,
-3-
фельетондарҙың тәржемә һәм шуларға бирелгән аңлатмаларҙың төп идея мотивтары бына шулай. М. Өмөтбаев публицистикаһының иң тәрән ағымы мәғрифәтселек өлкәһенә ҡарай. Был юлда иһә ул ысын – ысыны менән батырлыҡ күрһәтә. Туған халҡының наҙанлыҡта , ҡараңғылыҡта йәшәүен күреп әсенгән публицист ҡотолоу юлдарын эҙләй, сөнки Өмөтбаев аңлай, халыҡ мәғарифын юлға һалмай тороп, башҡорт культураһын үҫтереп булмаясаҡ. .
Өмөтбаев анализ һәм сағыштырыуҙар, логик нигеҙләүҙәр менән оҫта эш итеп, халыҡты үҙ телендә уҡытыу идеяһын күтәрә: татар телендә газеталар, география һәм тарих карталары сығарыуҙы хәл итеүҙе һорай. Ләкин , үкенескә ҡаршы , уның был талаптары замандың рәхимһеҙ закондары аҫтында баҫылып, юғалып ҡалды. Тик ул үҙе генә был эше юғалып ҡалһа ла, бының менән генә сикләнмәне, ризалашманы, ә киреһенсә, үҙенең барлыҡ көсөн халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға, белемен үҫтереүгә бирҙе. Шуның һөҙөмтәһендә, ул “Татар теле грамматикаһы”, “Татар лөғәтенсә балаларға һан күрһәтеү” китаптарын, тарих һәм география китаптарын баҫтырҙы.
М.Өмөтбаевтың публицистик эшмәкәрлеге үҙ халҡы араһында рус культураһын пропагандалау идеяһы менән бергә ҡушылып үҫте . Өмөтбаевтың бөйөк рус шағиры А.С.Пушкиндың “ Баҡсаһарай фонтаны” тәржемәһе үҙе бер асыш кеүек ҡабул ителә.
М.Өмөтбаев башҡорт халҡының аң-белемгә ынтылыу юлын рус культураһынан башҡа күҙ алдына ла килтермәй. Ул тыуған башҡорт халҡын рус халҡының тормошо , көнкүреше ,изге ҡомартҡылары һәм фәнни ҡаҙаныштары менән таныштырыуҙы үҙенең изге бурысы итеп һанай.
-4-
М.Өмөтбаев халыҡты бөлгөнлөктән һәм ярлылыҡтан алып сығыу , ҡотолоу юлдарын эҙләп ,ҡыйыу-ҡыйыу тәҡдимдәр индерә ,ғәҙәтләнгән күсмә тормоштан ултыраҡлыҡҡа сығарыу өсөн иң тәүҙә башҡорттарға эш һөнәрҙәрен өйрәтергә , ерҙе эшкә яраҡлы йән башына бүлергә ,өс сәсеүле система индерергә, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнергә кәрәклекте әйтә .
М.Өмөтбаевтың тағы ла бер төплө, конкрет әҫәрҙәренең береһе - «Башҡорттар» очергы. М.Өмөтбаев башҡорттар хаҡында дөрөҫ фекер йөрөтөр өсөн улар йәшәгән дәүер күҙлегенән ҡарарға кәрәк , тип иҫәпләй. Был һүҙҙәрҙе тик үҙ халҡы өсөн янған, уларҙың тарихы һәм көнкүреше хаҡында уйланған публицист ҡына әйтә алалыр, минеңсә.
“ Боронғо башҡорттар хаҡында тейешле төшөнсә булдырыу өсөн уларҙы хәҙергеләре менән бутарға ярамай. Бының өсөн боронғо башҡорттарҙы ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, кейемдәре, һөйләштәре яғынан тарихтарының тәүге осорона йәғни уларҙың эпостары йәшәгән дәүергә ҡайтарып ҡарарға кәрәк”.
Ниндәй аҡыллы һүҙҙәр, автор халыҡты ул йәшәгән дәүер күҙлегенән сығып анализларға саҡыра һәм был тәңгәлдә мәңге онотолмаҫ эштәр башҡарған, тип уйлайым.
Өмөтбаевтың публицистик мираҫы үҙенең актуаллеге һәм ҡыйыу тематикаһы менән хәҙерге көндә лә уҡыусыларҙы йәлеп итә, тип һанайым.
М.Өмөтбаев , ҡыйыу рәүештә публицистиканың сығыш һәм мәҡәлә , хат һәм хәбәр , фельетон һәм юльяҙма , очерк жанрҙарына мөрәжәғәт итеп , үҙен ысын – ысындан оҫта публицист булараҡ күрһәтте.
-5-
Ул публицистик әҫәрен ниндәй генә темаға арнап яҙмаһын , һәр ваҡытта ла халыҡтың ихтияждарынан сығып эш иткән , күрһәтелгән факттарҙы ышандырырҙай итеп бирергә тырыша.
Уның бар байлығы – халҡы, уның үткәне , бөгөнгөһө , киләсәге , бына ни өсөн ул йәшәне һәм ғүмерен туған башҡорт халҡының азатлығы , культураһы булһын өсөн бирҙе.Уның күпселек әҫәрҙәре - факттар нигеҙендә тыуған ижад емештәре , сөнки публицист булып үткән ваҡиғаларҙы ҡыҙыу көйөнсә күтәрергә ынтыла, һәр әҫәрен актуаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә арнай. Бынан шундай һығымтаға килергә мөмкин : Өмөтбаев тормоштағы кире күренештәрҙе оҫта тәнҡитләүсе , реаль баһалаусы һәм уларҙы хәл итергә тырышыусы.
М.Өмөтбаевтың публицистик ижады күп яҡлы һәм төрлө темалы. Ул публицистиканың сығыш һәм юльяҙма , мәҡәлә һәм очерк , фельетон һәм хәбәр жанрҙарына мөрәжәғәт итеп , батша хөкүмәтенең колониаль политикаһын , ҡараңғылыҡты һәм томанлыҡты ғәфү ителгеһеҙ тәртиптәрҙе фашланы , туған халҡын мәғрифәткә , төрлө һөнәрҙәргә эйә булырға саҡырҙы һәм ошо юлда ҡыйыу-ҡыйыу тәҡдимдәр индерҙе. Шуға ла һис икеләнмәйенсә , Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевты башҡорт милли публицистикаһына нигеҙ һалыусы , тип әйтә алабыҙ.
Шуға ла мин тулы ышаныс менән ,туған халҡын аң-белемле , ирекле итер өсөн бөтә ғүмерен биргән , Башҡортостан , башҡорт халҡының тарихын өйрәнеүсе оло ғалим , көслө стилгә эйә шағир һәм тәржемәсе, үткер ҡәләмле публицист М.Өмөтбаевтың исеме башҡорт , ғөмүмән, бөтә халыҡтар күңелендә мәңге һүнмәҫ яҡты йондоҙ булып балҡырға хаҡлы , тип әйтә алам.
-6-
Йөкмәткеһе.
1. Инеш. 3 – 7
2.Төп өлөш. 8 - 18
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев публицистикаһында жанрҙар.
3.Йомғаҡлау. 19 -20
4. Ҡулланылған әҙәбиәт. 21
5.Ҡушымта.
Ҡулланылған әҙәбиәт.
Өмөтбаев М. “Йәдкәр.” Өфө .1984.
Килмөхәмәтов Т. “М. Өмөтбаевтың публицистик мираҫы.” “Әҙәбиәт. Фольклор.Әҙәби мираҫ.” Беренсе китап. Өфө.1975.
Килмөхәмәтов Т. “ М.Өмөтбаев – публицист. “ “ Ағиҙел” №8,1991.
Ҡунафин Ғ.” Мәғрифәтсе һәм әҙип М.Өмөтбаев.”Өфө. 1991.
Хөсәйенов Ғ. “ М.Өмөтбаев.” Өфө. 1991.
Ҡунафин Ғ. “ М.Өмөтбаев.” “ Башҡорт әҙәбиәте тарихы.” 2 –се том. Өфө.1990.
Харисов Ә. “Рухи тамырҙар.” Өфө. 1984.
Ҡунафин Ғ. , Вильданов А. “Башкирские просветители – демократы” М. “Наука.” 1981.
Хөсәйенов Ғ. “Х!Х быуаттың икенсе яртыһында Башҡортостанда
ижтимағи һәм эстетик фекер үҫеше тарихынан . “ Өфө.1989.
Башҡорт әҙәбиәте тарихы. Том 5. Өфө.1993.
Ишбирҙин , Ғәләүетдинов И ., Халикова Р. “Башҡорт әҙәби теленең
тарихы.”Өфө.1993.
Күзбәков Ф. “ История башкирской журналистики “. Уфа.1992.
Күзбәков Ф. “ Газета жанрҙары.Публицистика”.Өфө.1990.
Очерки по культуре Башкортостана.( Сборник.)Уфа.1994.