Раҫлайым
дөйөм белем биреү дәүләт бюджет
учреждениеһы В.И. Ленин исемендәге
2-се һанлы Стәрлетамаk лицей–интернаты
директоры
______________И.М.Ҡәйепҡолов
Донъяла иң гүзәл кеше - әсәйем бит бер генә!
( 8 март – Халыҡ - ара ҡатын - ҡыҙҙар көнөнә арналған кисәнең сценарийы)
Маҡсат: уҡыусыларҙа әсәйҙәргә, ҡыҙҙарға ҡарата хөрмәт, яратыу һәм ихтирам хистәре тәрбиәләү, уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү.
1-се алып барыусы.
Оҙайлы ҡыштан һуң, ниһайәт, түҙемһеҙләнеп көткән яҙ етте. Яҙҙың йылы һулышынан бөтә тәбиғәт уянғанда, донъя шулай нурға ҡойонғанда, йөрәктәр ҙә елкенмәй ҡалмай. Яҙ менән бергә наҙ, йәшлек, моң һибелә, ер йәшәрә, тәбиғәт йәмләнә.
2-се алып барыусы.
Яҙ – ҡатын-ҡыҙҙан башлана. Йәнендә һөйөү гөлдәре үҫтергән, наҙлы, иркә һүҙҙәр йөрөткән аҫыл заттан. Сөнки ҡатын-ҡыҙ донъяға кеше бүләк итә, уның һулышынан тормош йәшәрә, ғүмер усағы мәңге һүнмәҫ яна.
1-се алып барыусы.
Һәр нәмәлә бөгөн яңы һулыш,
Яңы һулыш- иҫкән елдәрҙә.
Ярҙарынан ташҡан йылғаларҙа,
Керпек ҡаҡҡан сәскә-гөлдәрҙә.
Яҙ һулышы-һәр бер күҙәнәктә,
Яҙ һулышы һәр бер күңелдә!
2-се алып барыусы.
Хәйерле көн, хөрмәтле уҡытыусылар, тәрбиәселәр, һәм уҡыусылар! Хәйерле көн, ҡәҙерле ҡунаҡтар! Хәйерле көн, ер биҙәге, донъя ҡото булған гүзәл заттар - хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!
1-се алып барыусы.
Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ – изге күңелле уҡытыусылар, тәрбиәселәр, һөйөклө әсәйҙәр, хәстәрлекле апай-һеңлеләр, ярҙамсыл класташ ҡыҙҙар!
Һеҙҙе яҙҙың һоҡланғыс байрамы – 8 март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм байрам кәйефе теләйбеҙ!
Һеҙҙең өсөн Гафарова Айгөл башҡарыуында “ Яратып ҡараһаң” йыры.
1-се алып барыусы.
Һеҙ тормоштоң гүзәл сәскәләре,
Был донъяның таймаҫ терәге.
Ал таңдары, аяҙ күге ерҙең,
Бөтә кешелектең йөрәге.
Һеҙ – һүҙҙәре һәм көйҙәре йырҙың,
Матур һүрәттәре рәссамдың.
2-се алып барыусы.
Ошо яҡты, яҙғы байрам көндө,
Гел йылмайһын һеҙҙең йөҙөгөҙ.
Шатлыҡ-бәхет күреп йәшәгеҙ гел.
Яҙ ҡояшы кеүек көлөгөҙ!
1-се алып барыусы.
Оҙаҡ йылдар балалар хәстәре менән янып йәшәгән, интернаттың йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙ ветерандарыбыҙ оло хөрмәткә лайыҡ: Рафиға Минниисхаҡ ҡыҙы Хәбибуллина, Альмира Ғабдрафиҡ ҡыҙы Туҡтарова, Хәлимә Ғәли ҡыҙы Вәлиуллина.
2-се алып барыусы.
Гөлбикә Нәжметдин ҡыҙы Булатова, Маһира Ғайсар ҡыҙы Ямалетдинова, Зәлиә Сәфетдин ҡыҙы Яҡшыбаева.
Һеҙ тыуҙырған йылы матур хистәр,
Һаҡланалар күпме күңелдә.
Һеҙ башҡарған хеҙмәт ауырлығын,
Үлсәй алыр үлсәү юҡ ерҙә!
1-се алып барыусы.
Ил ҡыуанһын һеҙҙең эшегеҙгә,
Ауырлыҡты дуҫтар бүлешһен!
Хоҙай һеҙгә шатлыҡ-ҡыуаныстар,
Бәхет, һаулыҡ ҡына өләшһен!
Киләһе йырыбыҙ һеҙҙең өсөн яңғырай.
2-се алып барыусы.
Һеҙҙең йәшәйештең үҙ ҡануны,
Кеше хәстәрҙәре иң элек.
Бар булмышың – янып хеҙмәт итеү,
Бар булмышың – ҡылыу изгелек.
1-се алып барыусы.
Бөтөн кешелек донъяһына йәм биреүсе, йылмайыуығыҙ менән беҙҙе иркәләүсе, йылы ҡараштарығыҙ менән наҙлаусы, аҡыллы фекер-ҡараштарығыҙ менән беҙгә аҡ юл күрһәтеүсе ҡәҙерле уҡытыусылар, тәрбиәселәр, ысын күңелдән әйтелгән ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ.
( Ҡыҙҙар башҡарыуында йыр.)
2-се алып барыусы.
Әсәй! Ошо һүҙҙә күпме тәрән мәғәнә ята. Беҙҙең бар яҙмышыбыҙ уға бәйләнгән. Был һүҙ беҙгә ҡояш һүҙе кеүек яҡын.
1-се алып барыусы.
Әсәй... Әсәкәйем... Йөрәк түренән сыҡҡан ошо изге һүҙҙәрҙе ишетеү менән күңелгә рәхәт булып китә. Күҙ алдына тәмле ҡоймаҡтар, йомшаҡ йылы ҡулдар, яҡты йылы өй килеп баҫа.
Сәхнәгә ҡыҙҙар сыға.
1-се ҡыҙ. Әсә күңелен диңгеҙ тиҙәр,
Унда күпме ынйы бар!
Һөйөп, ҡәҙерләп үҫтергән
Бала өсөн саф мөхәббәт
Ынйылары бит улар!
2-се ҡыҙ. Әсә күңелен дала тиҙәр,
Ул тылсымлы, киң дала.
Ошо күңелдән башлана
Һәр кемдең дә ҙур бәхеткә
Аҡ юлдары донъяла.
3-сө ҡыҙ. Әсә күңелен ҡояш тиҙәр,
Унда күпме яҡтылыҡ,
Шул күңелдең яҡтыһынан
Тормош тағы балҡып китә,
Ерҙә арта яҡшылыҡ!
4-се ҡыҙ. Яҙғы ҡояш балҡый күктә,
Үҙе ҡайнар, үҙе яҡты,
Әсәләрҙең ҡарашы ла
Нурлы итә тирә-яҡты.
5-се ҡыҙ. Бөрөләрҙе тирбәлдереп,
Йылы, йомшаҡ елдәр иҫә,
Әсәләрҙең наҙлы Һүҙе
Бәхетле һәм көслө итә.
Ҡыҙҙар башҡарыуында “ Ҡояш ғүмере теләйем әсәйем һиңә” йыры.
1-се алып барыусы.
Өс мөғжизә мине әсир алды –
Ер, йәнә күк,
Йәнә ҡатын кеше.
Өс сер мине уйға, шомға һалды –
Ер, йәнә күк,
Йәнә ҡатын кеше.
2-се алып барыусы.
Ерҙең сере бөтә.
Күк һайыға.
Төбө күренер бына
Асылыр ҙа.
Ҡатын кеше генә
Асылмаҫ сер,
Тылсым булып ҡалыр асылында.
1-се алып барыусы.
Эй, тормоштоң йәме йәп-йәш ҡыҙҙар,
Йөрәктәрҙе утҡа һалалар.
Сәскә кеүек һылыуҙарға ҡарап,
Һоҡланып та ҡарап ҡалалар.
2-се алып барыусы.
Сәхнәгә сыҡҡан ҡыҙҙар
Гүйә гүзәл аҡҡоштар.
Беҙҙең ҡыҙҙар бейей хәҙер,
Йәлләмәгеҙ алҡыштар.
Һеҙҙең өсөн ҡыҙҙар башҡарыуында “Шәл бәйләнем” бейеүе.
1-се алып барыусы.
Ни булыр ине донъяла
Әгәр ҙә йыр булмаһа?
Кешеләрҙең күңелендә
Гел яңғырап тормаһа!
2-се алып барыусы.
Ишетелһен беҙҙең сәләмебеҙ
Әсә торған йорттарға.
Йыйылдыҡ ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы
Байрам менән ҡотларға.
Ҡыҙҙар һәм малайҙар башҡарыуында “ Һәр ваҡыт булһын ҡояш “ йыры.
1-се алып барыусы.
Хәстәрлекле һәм илаһи, һөйкөмлө һәм матур, тоғро һәм зирәк ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ! Һеҙҙе байрам менән ҡотлайбыҙ!
2-се алып барыусы.
Һеҙҙең иң изге хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын. Йорттарығыҙҙа тыныслыҡ, һөйөү һәм етеш тормош булһын! Ошоноң менән байрам концерты тамам.
Йырҙар.
“ Әсәй менән гөл ултырттыҡ”.
1. Әсәй менән гөл ултырттыҡ,
Гөлдәр хуш еҫ тарата.
Үҫкәнем тип, уңғаным тип,
Әсәй мине ярата.
Гөлдәр хуш еҫ тарата,
Әсәй мине ярата.
2. Һәр көн һайын Һыуҙар һибәм,
Яратам мин гөлөмдө.
Гөлөм кеүек илем матур,
Яратам мин илемде.
Яратам мин гөлөмдө,
Яратам мин илемде.
“ Ҡояш ғүмере теләйем, әсәйем һиңә!”
1. Бер ҡыҙ бала йыр сығарған
Бағышлап әсәһенә.
Икәү бергә йырлайыҡ тип,
Өйрәткән һеңлеһенә.
Ҡушымта:
Ҡояш, ҡояш мәңге балҡый,
Мәңге нур һибә.
Ҡояш ғүмере теләйем
Әсәйем һиңә.
2. Йырҙы шишмәләр ишеткән,
Ҡоштар отоп алғандар.
Һандуғастар һәм турғайҙар
Матур көйгә һалғандар.
Ҡушымта шул уҡ.
“ Эх, һеҙ, матур ҡыҙҙар!”
1. Дуҫ – иштәрем уйнай – көлә,
Ә мин көлмәйем.
Уйындың да йәмен тапмайым,
Ни булды, белмәйем.
Ҡушымта:
Эх, һеҙ, матур ҡыҙҙар,
Ник шаяртаһығыҙ.
Йөрәгемдең яныуҙарын
Аңламайһығыҙ.
2. Мин ауылда гел почетта,
Һәр саҡ маҡтайҙар.
Ҡыҙҙар ғына урап уҙа,
Эх, яратмайҙар.
Ҡушымта шул уҡ.
“ Һәр ваҡыт булһын ҡояш! “
1. Ҡояш көлә, зәңгәр һауа,
Был бер малайҙың һүрәте.
Төшөргән дә ул бер биткә,
Яҙып ҡуйған мөйөшкә:
Ҡушымта:
Һәр ваҡыт булһын ҡояш,
Һәр ваҡыт булһын һауа,
Һәр ваҡыт булһын Әсәй!
Һәр ваҡыт булайым мин.
2. Солнечный круг, небо вокруг,
Это рисунок мальчишки.
Нарисовал он на листке
И подписал в уголке:
Припев:
Пусть всегда будет солнце,
Пусть всегда будет небо,
Пусть всегда будет Мама!
Пусть всегда буду я.