СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Оҫталыҡ дәресе “Нығынған һүҙбәйләнештәр”.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Оҫталыҡ дәресе “Нығынған һүҙбәйләнештәр”.»

Оҫталыҡ дәресе







Тема:

Нығынған һүҙбәйләнештәр”.



















2020 йыл

Маҡсат: Төрлө метод, алым, системаларҙың, информацион технологияларҙың элементтарын ҡулланып, башҡорт теле дәрестәрен методик яҡтан дөрөҫ ойоштороу нигеҙендә уҡыусыларға төплө белем биреү, шәхес булараҡ, төрлө яҡлап үҫтереү, лидерҙар тәрбиәләү.

Төп бурыстар:

  • Һәр метод, алым, системаның, информацион технологияларҙың үҙенсәлеген өйрәнеү;

  • Уларҙы практикала дөрөҫ ҡулланыу.

  • Төрлө информацион технологияларҙың, алымдарҙың, методтарҙың элементтарын ҡулланып, дәрестәрҙе фәһемле үткәреү, уҡыусыларға төплө белем биреү.

  • Һәр дәресте уҡыусыларҙың логик фекерләүен, күҙәтеүсәнлеген, телмәрен үҫтереүгә йүнәлтеү.


Дәрес барышы:


Ойоштороу моменты.

2. Төп өлөш. Ер аяғы ер башынан, алыҫ араларҙы яҡынайтып, ике ҡулдарын ҡанат итеп, йәһәннәм төбөндә ятҡан Ғәлиәкбәргә һә тигәнсе килеп еткән хөрмәтле ҡунаҡтар! Һеҙ үҙегеҙҙе күҙгә төртһәң дә күрмәҫлек ҡап-ҡара урманда япа-яңғыҙ (слайд 2) йәки арыҫлан алдында тороусы ярҙамсыһыҙ малай итеп (слайд 3) күҙ алдына килтерегеҙ – ошо ваҡытта үҙегеҙҙе нисек тойорһоғоҙ?

Әлбиттә, аптырап ҡалырбыҙ, ҡурҡырбыҙ. Хөрмәтле коллегалар, һәр дәрескә әҙерләнгәндә йәки аңлатыр алдынан беҙ ҙә шундайыраҡ тойғолар кисерәбеҙ, уҡыусылар аңлармы, уларҙың хәтерендә ҡалырмы-юҡмы, тип уйланабыҙ. Ләкин һәр ауырлыҡтан сығыу юлдары бар. Бөгөн ошо мәсьәләне (слайд 4) хәл итеп ҡарайыҡ, һыуҙан ҡоро сығайыҡ.

Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, һүҙ бутҡаһы бешермәйек. Ең һыҙғанып, эшкә тотонайыҡ. (слайд 5) – дәрес барышы. (Дәрестең барышы (тик теманы аңлатыу ғына буласаҡ) һәм маҡсаты аңлатыла).

Нимә ул нығынған һүҙбәйләнеш? Төп башына ултыртыу һүҙбәйләнеше алдауҙы белдерә (слайд 6). Был һүҙбәйләнешкә ингән һүҙҙәрҙе айырып алһаҡ, уларҙың һәр береһенең мәғәнәһе бар: төп

– ағасты киҫеп алғандан ҡалған өлөшө, баш – кешенең йәки бер әйберҙең өҫкө өлөшө, ултырыу – берәй ергә урынлашыу. Был һүҙҙәр бер нисек тә алдау мәғәнәһен бирмәй,икенсе һүҙҙәр менән дә алмаштырып булмай. Ә уларҙы бергә әйтһәң, тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙ килеп сыға. Шуға ла нығынған һүҙбәйләнештәр күсмә мәғәнәлә ҡулланыла һәм телмәрҙең тәьҫирен көсәйтә. Мәҫәлән, төп һүҙен ағас һүҙе менән алмаштырып ҡарайыҡ әле, ниндәй мәғәнә сығыр?

Нығынған һүҙбәйләнештәрҙең фәнни термины (слайд 7).

фразеологизмдар. Улар йәнле һөйләү телмәрендә киң ҡулланыла.

Фразеологик берәмектәрҙең яһалыу юлдары түбәндәгесә:

(слайд 8). Ҡул ҡаушырып, ауыҙ йомоп ултырмайыҡ, бөтәбеҙ ҙә әүҙем генә ҡатнашып ултырайыҡ.



  1. Уҡытыусы нығынған һүҙбәйләнеште башлап әйтә, ҡатнашыусылар дауам итә.

  1. Ислам диненә, йолаларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә бәйле.Мәҫ., алла бирһә, аллаға шөкөр…

  2. Фольклор төрөндәге. Мәҫ.,бер бите ай, бер бите көн; үҙе бер ҡарыш, һаҡалы мең ҡарыш…

  3. Кешенең тән өлөштәренә, ҡылыҡтарына бәйле. Мәҫ.,баш ватыу, күҙ төшөү, ауыҙы ҡолағына етеү…

  4. Ҡош-ҡорт, йәнлектәрҙең тышҡы күренештәренә бәйле. Мәҫ.,эт менән бесәй кеүек, мөгөҙөн һындырыу…

  5. Элекке белем биреүгә бәйле. Мәҫ.,туҙға яҙмағанды, һабаҡ биреү, һабаҡҡа йөрөү…

6. Социаль тарихи шарттарға, шәхестәргә бәйле. Мәҫ., хан заманы, Әндрәй ҡаҙнаһы, ир ҡорона инеү…

7. Төрлө һөнәр өлкәһенә ҡараған. Мәҫ., теҙгенде бушатыу,энә күҙенән үткәреү, ауға эләгеү…

8. Рус теленән үҙләштерелгән. Мәҫ.,беренсе ҡарлуғас, уртаҡ тел табыу, һыуҙан ҡоро сығыу, себендән фил яһау…

9. Ерле һөйләштәрҙә ҡулланылған.


Күҙегеҙ асылдымы? Артабан эшебеҙ ҡатмарлана барасаҡ.

  1. (слайд 9) – тарҡатып бирелгән һүҙҙәрҙән фразеологик берәмектәр төҙөргә һәм мәғәнәһен дә әйтеп барығыҙ.


  • Һарыҡ, кеүек, бүренән, көтөүе,өрккән.

Бүренән өрккән һарыҡ көтөүе кеүек.

  • Алғандай, ҡул,һыпырып,менән, булыу.

Ҡул менән һыпырып алғандай булыу.

  • Осонда, тел,ғына, тороу.

Тел осонда ғына тороу.

  • Тормай, һуҡыр,тингә, бер.

Һуҡыр бер тингә тормай.


Башығыҙ эшләй икән! Афарин! Бушты бушҡа ауҙармағанбыҙ.


  1. Фотоларға ҡарап, миҫалдар әйтәсәкбеҙ. Баш менән яуап бирәйек:

Слайд 10 – юрғанына ҡарап аяғыңды һуҙ.

Слайд 11 – алма беш, ауыҙыма төш.

Слайд 13 – итәк аҫтынан һатыу.

Слайд 14 – энә менән ҡойо ҡаҙыу.

Слайд 15 - өс таған.

Слайд 18 – аяҡ салыу.

Слайд 19 – арҡырыны буйға һалмау.

Слайд 20 – ҡул көрәштереү.

Слайд 21 – ҡайынға терәтеү.

Слайд 22 – мөгөҙ һындырыу.

Слайд 23 – ҡамыт кейеү.

Слайд 24 – телеңде йоторлоҡ.

Слайд 25 – ауыҙ менән ҡош тотоу.

Рәхмәт! Башығыҙҙы бутап булмай икән.


  1. (слайд 26) – телдән телгә уйыны.

1-се рәт – күҙ, 2-се рәт – тел һүҙҙәре менән фразеологик берәмек төҙөй. Алмашлап яуап бирәләр.


Күҙ алдында, күҙ алдына баҫыу,күҙ алды томалана,күҙ асып йомғансы, күҙ буяу,күҙгә аҡ ҡара күренмәү, күҙгә күренеп, күҙгә күренмәһен, күҙгә ҡарап тороу, күҙгә салыныу, күҙгә ташланыу, күҙгә томан ебәреү, күҙгә төртһәң күренгеһеҙ, күҙгә төшкән сүп кеүек, күҙгә ут күренеү, күҙ асылды, күҙе дүрт булды, күҙе маңлайына менде, күҙен асыу, күгенә төртөп әйтеү, күҙҙе алмау, күҙҙе йомоп ҡарау, күҙҙе йәшереү, күҙҙең осо менән, күҙҙең сите менән генә,күҙҙән төшөү…


Тел асҡысы, тел бармай, тел болғау, телгә килеү, телде арҡыры тешләп, телде йотоу, телде тешләү, телде тыйыу, телдән ҡалды, теле асылыу, теле көрмәлә, телен дә әйләндерә алмай, телен сисеү, теле ҡысый, телен тешләү, теленән тартып сығарыу, телгә эләгеү, телеңде йоторлоҡ, телеңде тый, телеңде һындырырһың, теле оҙон, теле сарлаған кеүек, теле телгә йоҡмай, теле тешенә теймәй, теле тик тормай, теле тышауһыҙ, тел сарлау, теле әйләнмәй, тел һөйәкһеҙ, тел осонда ғына, тел тотлоҡто…


(слайд 27)

  1. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы уйыны.

Бер һүҙ менән әйтегеҙ.

  • Буш баш – наҙан,белемһеҙ.

  • Күктән йондоҙ эҙләү - хыялланыу.

  • Телдән төшмәҫ – һағыныу, маҡтау.

  • Уҡлау йотоу – ябыҡ.

  • Тырнаҡ менән сиртмәү - теймәү.

  • Йомро баш – белемле.

  • Кәкре ҡайынға терәтеү – алдау.

  • Туң ҡолаҡ – һаңрау.

  • Теле беләк буйы – ғәйбәтсе .

  • Ҡолаҡ тырпайтыу – тыңлау.

  • Билбау аҫты бушау – асығыу.

  • Әүен баҙарына китеү – йоҡлау.

Ауыҙығыҙға бал да май.

Бер урында тапанмайыҡ, ике ҡуян артынан ҡыуып алайыҡ.



  1. Ҡара тырыштар уйыны.

Рус теленә тәржемә итегеҙ.

  • Беҙҙең урамда ла байрам булыр - и в нашей улице будет праздник.

  • Баш ватыу – ломать голову.

  • Ҡул һелтәү – махнуть рукой.

  • Танауҙы күккә сөйөү –задирать нос.

  • Бармаҡҡа бармаҡ һуҡмау – не ударять палец о палец.

  • Табан ялтыратыу – катиться колбасой,только пятки свекают.

  • Һай йөҙөү - мелко плавать.

  • Ҡыҙыл ҡар яуғас – когда на горе рак свистнет.

  • Ләстит һатыу – точить лясы.

  • Дүрт ҡуллап – обеими руками.

  • Тот ҡапсығыңды - держи карман шире.


Төшөп ҡалғандарҙан түгелһегеҙ, һеҙҙең менән йәшәп була!

  1. Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре лә нығынған һүҙбәйләнештәрҙән тора:

  1. И.Абдуллин – “Йөрәк менән (дауам итәләр) шаярмайҙар”.

  2. С.Агиш – “Шартына… килһен”.

  3. Ш.Биҡҡол – “Әле йәшәйбеҙ… икән”.

  4. М.Ғафури – “Ҡара… йөҙҙәр”.

  5. М.Кәрим – “Өс… таған”.

  6. Ғ.Әмири – “Беренсе… аҙымдар”.


  1. Тел сиселде уйыны
    синонимдарын табығыҙ.

  • Ҡапыл - “ә” тигәнсе, күҙ асып йомғансы, керпек ҡаҡҡансы.

  • Ҡурҡыу – ҡойолоп төшөү, йөрәк ҡубыу, ҡот осоу, йән аҡымға килеү, йәнде уста тотоу, төҫ ҡасыу, ҡобара осоу…

  • Ҡарау – Күҙ һалыу, күҙ төшөрөү, күҙ һирпеү, күҙ ташлау, күҙ йүгертеү, күҙҙән кисереү, ҡараш ташлау, тамаша ҡылыу

Афарин! Бер тауыштан яуап бирҙек.


  1. Берҙе биш итәйек уйыны

Антонимдарын табығыҙ

(был эште биш бармағығыҙ кеүек беләһегеҙме?)

  • Ауыҙ йырыу – ҡолаҡ һалмау.

  • Арыҫлан йөрәк – ҡуян йөрәк.

  • Башынан һыйпау – артына тибеү.

  • Билбау аҫты бушау – тамаҡ ялғау.

  • Ауыҙына һыу уртлаған – теле телгә йоҡмай.

  • Ҡолаҡ һалыу – ҡолаҡҡа элмәү.

Шулай итеп, берҙе биш итеп, үҙебеҙҙең бөгөнгө эшебеҙгә лә баһа бирҙек.


  • Экранда нимәләр күрәһегеҙ?

  • Уҡытыусы йылы, Республика йылы эмблемалары.

  • Фразеологик берәмектәр ҡулланып, теләктәрегеҙҙе әйтәйек?

Мәҫәлән,

Алыҫ араларҙы яҡынайтып килгән ҡунаҡтар! Һеҙгә быйылғы Республика йылында ауырлыҡтарға баш эймәйенсә, тәгәрмәскә таяҡ тығыусылар булһа ла, тирә-яҡтағылар менән уртаҡ тел табып, тыныс тормошта йәшәргә яҙһын!


Уҡыусылар, һеҙ нимәләр белдегеҙ? (ололарҙың телмәрен иғтибар менән тыңлап, фәһем алырға кәрәк.)

Һүҙ китапҡа яҡшы тигәндәй, күҙ асып йомғансы сығышымдың осона сыҡтым.

(слайд 32)

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!

Эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын! Хоҙай һеҙҙе ярҙамынан ташламаһын. Хуш булығыҙ!