СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

"Сифат" темаһына дәрес

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«"Сифат" темаһына дәрес»

Тема. Сифат.

Маҡсаттар:

-сифат тураһында төшөнсә биреү;

-сифаттың билдәләре менән таныштырыу;

-текстан сифаттарҙы табырға өйрәнеү.

Бурыстар:

-уҡыусыларҙы сифаттың төп билдәләре менән таныштырыу;

-сифат һәм исемдәрҙән һүҙбәйләнештәр төҙөргә өйрәнеү;

-уҡыусыларҙың телмәрен, хәтерен,фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;

-иптәштәреңә хөрмәт тәрбиәләү.



Дәрес барышы.



1.Ойоштороу моменты.

Һаумы, ҡояш!

Һаумы, яҡты көн!

Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар!

Мин сәләмәт, мин матур,

Салауат кеүек батыр!

2.Артикуляцион күнегеүҙәр.

Та-та-та – Талип тауыҡ ашата,

Ти-ти-ти – тип саҡыра, ти.

Тә-тә-тә – күршенекен өркөтә,

Ти-ти-ти – йөрөмә бында, кит, ти.

Ты-ты-ты – күрше тауығы ҡурҡты,

Тө-тө-тө – кәртәнән осоп төштө.

Те-те-те – Талип тағы ем һипте,

Тө-тө-тө – Талиптың еме бөттө



- ҙа – ҙа – ҡаҙҙар киткән һуң ҡайҙа?

Ҙы- ҙы- ҙы – ҡаҙҙар йылғаға барҙы.

Ҙә - ҙә - ҙә - рәхәтләнеп эй йөҙә,

Ҙы – ҙы- ҙы – ҡыумағыҙсы ҡаҙҙарҙы!



3.Матур яҙыу минуткаһы.

Ҙҙ хәрефе.

4. Һүҙлек диктанты.

Китап, дәфтәр,уҡыусы, әсәй, төлкө.

Был һүҙҙәр ниндәй һорауға яуап бирәләр? Тимәк, улар ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарайҙар?

5. Яңы материалды үҙләштереү.

А) Йомаҡ сисеү.

Ҡылый күҙ, оҙон ҡолаҡ,

Баҡсаны үтмәй урап,

Һайлап, кишер кимерә,

Бигерәк шәп йүгерә. /ҡуян/

Ниндәй йәнлек тураһында һүҙ бара? Ҡуяндың күҙе ниндәй, ҡолағы ниндәй?

Ҡылый, оҙон һүҙҙәре ниндәй һорауға яуап бирәләр? Улар нимәне белдерәләр? (предметтың билдәһен)

Һығымта: предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр сифат тип атала. Улар ниндәй? ҡайһы? һорауҙарына яуап бирәләр.

Задание.

Хәҙер ошо билдәләргә ҡарап, нимә? йәки кем? тураһында һүҙ барғанын билдәләгеҙ.



Аҡ, йомшаҡ (ҡар)

Һары, хәйләкәр (төлкө)

Ҡыҙыл, һары,аҡ, күк (сәскә)

Һығымта яһау: сифаттар һәр ваҡыт исем алдында тора, предметтың ниндәй икәнен билдәләй.



6.Нығытыу.

а) Һүҙбәйләнештәр төҙөү һәм дәфтәргә яҙыу.

Ҙур йылға

Тәрән сәскә

Ҡыҙыл бесән

Ҡоро туп



Физминутка.

Бер- ҡулдарҙы алға һуҙабыҙ,

Ике-уларҙы беҙ күтәрәбеҙ,

Өс-яҡ-яҡҡа беҙ һуҙабыҙ,

Дүрт-ҡулдарҙы беҙ төшөрәбеҙ,

Бер, ике, өс-беҙҙә дуҫлыҡ, беҙҙә көс.


Ел иҫә, иҫә,

Ағастарҙы һелкетә.

Ел бөтә, бөтә, бөтә,

Ағастар бейек үҫә.


б)“Сифат” темаһы буйынса конструктор-тест эшләү.

https://konstruktortestov.ru/test-70311



в) Интерактив күнегеү эшләү.

https://learningapps.org/display?v=p4ppymrdt25


г)мәҡәлдәрҙән сифаттарҙы табығыҙ

Ысын дуҫлыҡ ауыр ваҡытта беленә.

Күмәк эш-күңелле эш.

Яҡшы һүҙ балдан татлы.

Кешегә иң кәрәге-яғымлы йөҙ, тәмле һүҙ.



7.Баһалау.


8. Өйгә эш биреү.


https://learningapps.org/display?v=pfehw53q525




.