СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Тексты диктантов для административных контрольных работ

Нажмите, чтобы узнать подробности

Предлагаются готовые тексты диктантов для проверки знаний учащихся в конце четверти

Просмотр содержимого документа
«Тексты диктантов для административных контрольных работ»

«УТВЕРЖДАЮ»

руководитель ШМО

/______________/

Зиннатуллина А.Р.


«____»__________2019 г.


Ҡоштарҙы ашатығыҙ!

Урмандарҙа, баҡсаларҙа зарарлы бөжәктәрҙе таҙартыусы ҡоштар араһында ҡарабаш турғайҙан да егәрлеһе юҡтыр. Орнитологтарҙың иҫәпләүҙәренә ҡарағанда, бала үҫтергән саҡта ҡарабаш турғайҙарҙың бер ояһы ғына ла көн һайын меңләгән ҡарышлауыҡты юҡ итә.

Ҡыш етеп, көндәр һыуына башлағас, ҡарабаш турғай урмандан кеше йәшәгән тирәгә күсә. Бында аҙыҡ табыуы еңелерәк.

Ҡошсоҡ һалҡынға сыҙамлы. Уны аслыҡ ҡына һәләк итә. Ас булһа, өшөй ҙә, аҙыҡ эҙләргә хәле ҡалмай. Ҡайһы бер райондарҙа яҙ етеүгә уларҙың яртыһы ғына ҡалған була. Ә ҡыш бик һыуыҡ былһа, ундан бере генә ҡышлап сыға.

Балалар, ҡоштарға ярҙам итегеҙ! Улар – беҙҙең ярҙамсыларыбыҙ, дуҫтарыбыҙ. Уларҙы эйәләштерегеҙ, ашатығыҙ!

(И. Заянчковскийҙан)

























«УТВЕРЖДАЮ»

руководитель ШМО

/______________/

Зиннатуллина А.Р.


«____»__________2019 г.










Ҡарабаш турғай

Бөтә турғайҙар араһында иң сос, иң етеҙ ҡош булып ҡарабаш турғай һанала. Уның бер ваҡытта ла тик ултырғанын күрмәҫһең.

Ҡарабаш турғайҙың ояһы ағас башында була. Ул баҡсаларҙы, урмандарҙы ҡоротҡостарҙан таҙарта: балаларын тик бөжәктәр менән генә туҡландыра. Шуға күрә ҡарабаш турғай – ифрат файҙалы ҡош. Тик һалҡын ҡыш көндәрендә ҡарабаш турғайҙар аҙыҡ етешмәүҙән ныҡ яфалана. Шуға күрә уларға ҡыш көндәре ем бирергә кәрәк.

(Э.Ишбирҙиндән)



























«УТВЕРЖДАЮ»

руководитель ШМО

/______________/

Зиннатуллина А.Р.


«____»__________2019 г.







Йәйге иртә.

Һоҡланғыс йәйге иртә. Ҡыҙарып сыҡҡан ҡояш нурҙарында, һарғылт йәшел төҫкә инеп, әкрен генә томан күтәрелде. Күҙ яуын алып, үлән баштарында ысыҡ емелдәй, әйтерһең дә, аяҡ аҫтына һанһыҙ ынйы бөртөктәре һипкәндәр. Тәбиғәт әкренләп йоҡонан уяна. Ҡайҙалыр алыҫта һайыҫҡан шыҡырлағаны ишетелде. Уға яуап ҡайтарғандай, ике тапҡыр кәкүк тә саҡырып ҡуйҙы.

Туғайҙан һандуғас йыры ишетелде. Шуны ғына көткәндәй, таллыҡта турғайҙар сутырлаша башланы. Бар тереклеккә ҡыуаныс һәм өмөт биреп, яңы яҡты көн тыуҙы. (Б. Байымдан).