СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

М.Кәримдең “Ҡайын япрағы тураһында” шиғыры. Рәүештәрҙең төркөмсәләре.

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

М.Кәримдең “Ҡайын япрағы тураһында” шиғыры. Рәүештәрҙең төркөмсәләре.  

Просмотр содержимого документа
«М.Кәримдең “Ҡайын япрағы тураһында” шиғыры. Рәүештәрҙең төркөмсәләре.»

Тема: М.Кәримдең “Ҡайын япрағы тураһында” шиғыры. Рәүештәрҙең

төркөмсәләре.

Уҡытыусы эшмәкәрлегенең маҡсаты:

шиғырҙың идея-таматик йөкмәткеһен асыу, актуаллеген билдәләү;

уҡыусыларҙың үҙ аллы эҙләнеү күнекмәләрен, һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен үҫтереү; рәүештәрҙең төркөмсәләре тураһында аңлатма биреү.

бөйөк шағирҙың тормошо һәм ижадына ҡыҙыҡһыныу , ғорурлыҡ тойғоһо уятыу;

тыуған илгә, ергә, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;

Дәрес тибы: бәйләнешле телмәр үҫтереү дәресе.

Шәхси үҫеш кимәле:белем алыу өсөн төрлө сығанаҡтар ҡулланыу.

Метапредмет кимәле:төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте ҡуллана белеү, алған белемде системалаштырыу;

башҡаларҙы тыңлау, үҙ фекереңде яҡлай белеү;

үҙ-үҙеңә баһа биреүҙе тормошҡа ашырыуҙы дауам итеү.

Предмет үҙләштереү кимәле: тасуири, шыма,етеҙ уҡырға өлгәшеү;бәйләнешле телмәр үҫтереү; текст,китап менән эш итеү алымдарын өйрәнеүҙе дауам итеү, рәүештәрҙең төркөмсәләрен ҡулланыу үҙенсәлектәрен арттырыу, кәрәкле материал туплау.

Маҡсат: 1.М.Кәримдең ижадын иҫкә төшөрөп, нығытып китеү;

шиғырҙы өйрәнеү, әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен асыҡлау; рәүештәрҙең төркөмсәләре тураһында аңлатма биреү.

2.уҡыусыларҙың һүҙ байлығын, фекерләү ҡеүәһен, телмәрен ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, сәм тойғоларын үҫтереү; рәүештәрҙең төркөмсәләрен ҡулланыу үҙенсәлектәрен арттырыу

3.бөйөк шағирҙың тормошо һәм ижадына ҡыҙыҡһыныу һәм ғорурланыу тойғоһо,тыуған илгә, ергә, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;

Планлаштырылған һөҙөмтә: Әҫәрҙең тулыһынса йөкмәткеһен аңлау, Башҡортостаныбыҙға игелекле , һаҡсыл булырға өйрәтеү , рәүештәрҙең төркөмсәләрен айыра белергә өйрәтеү.

Ресурстар төп-өҫтәлмә эште ойоштороу төрҙәре: Б.Б.Ғафаров, Д.С.Тикеев 7-се класс өсөн дәреслек, компьютер, экран, презентация, Башҡортостан картаһы, таратма материал, фонояҙма

фронталь, индивидуаль, парлап, төркөмдәрҙә эшләү

Дәрес барышы

I. Ойоштороу моменты.

Хөрмәтле телевизор ҡараусылар! Һеҙ БСТ каналының “Хазина” тапшырыуын ҡарайһығыҙ. Бөгөн беҙҙең студияла ҡунаҡта Саҡмағош районынан килгән абруйлы уҡытыусылар Үрнәк урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусылары ҡатнаша. Тапшырыуҙы алып бара – Зәйнетдинова Рәсимә Дамир ҡыҙы.

Психологик комфорт тыуҙырыу :

- Уҡыусылар! Тапшырыуҙы һәм шулай уҡ бөгөнгө матур көндө, тирә-яҡты, бер-беребеҙҙе сәләмләүҙән башлайыҡ.

Хәйерле көн, алһыу таңдарға!

Хәйерле көн, һайрар ҡоштарға!

Хәйерле көн,зәңгәр күктәргә!

Хәйерле көн, яҡын дуҫтарға!

-Ошондай матур шиғырҙы уҡығас, кәйефтәрегеҙ күтәрелеп киткәндер. Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙгә йылмаяйыҡ, уңыштар теләп, тапшырыуыбыҙҙы йылмайыуҙан башлайыҡ.

II.Үтелгәнде ҡабатлау. Өйгә эште тикшереү: - Өйгә эш ниндәй бирелгәйне?

-Башҡортостан темаһына һүрәт эшләргә.

(-уҡыусылыр үҙҙәренең эштәрен телдән аңлатып китәләр.)

-таҡтаға беркеп барыу . Үҙбаһа (Кеше хеҙмәтен баһаларға өйрәтеү).

III. Артикуляцион күнегеүҙәр.

Башҡортостан – ҡурай иле,

Башҡортостан – Урал ере,

Башҡортостан – ҡумыҙ теле

Башҡортостан – ҡымыҙ сере.

IIэтап.

Уңыш ситуацияһын ойоштороу

Беҙҙең Республикабыҙ, яратҡан Башҡортостаныбыҙ темаһын бик күп яҙыусылар, шағирҙар үҙҙәренең әҫәрҙәрендә сағылдырған. Бөгөн беҙ танышасаҡ шағирҙың исемен белеү өсөн, биремде үтәргә кәрәк.

Бирем: Экранда һандар яҙылған 17,20,24,26,1,13. 14,40,23,12,17. – ошо һандар менән алфавиттан хәрефтәр ярҙамында, ниндәй һүҙ килеп сығыуын табығыҙ?

-Ниндәй һүҙ барлыҡҡа килде? ( Мостай Кәрим)

-Тимәк беҙ кем тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

-Уның тураһында һеҙ нимә беләһегеҙ?

Был һорауҙарға яуап бирер өсөн түбәндәге схема беҙгә ярҙам итер.

5-се слайд.















( Презентация ярҙамында биографик белешмә биреү).

Башҡорт халыҡ яҙыусыһы.

БДПИ тамамлай

- Б.В.һуғышында ҡатнаша. М.Кәрим –күп яҡлы талант эйәһе.

Уҡытыусы: М.Кәрим-беҙҙең замандың иң популяр, иң күренекле әҙиптәребеҙҙең береһе булды.

Китаптары күрһәтелә.

3 слайд (биография)

4 слайд (китаптары) Наградаларын ҡарап сығыу

5 слайд

Исемен мәңгеләштереүҙе күрһәтеп китеү. ( Папкала)

6 слайд

Эйе, уҡыусылар, бөгөнгө тапшырыуҙа беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың почетлы гражданины, шағирының һеҙҙең дәреслек тә бирелгән Ҡайын япрағы тураһындағы шиғыры менән танышып китәсәкбеҙ.

- Ә хәҙер дәфтәрҙәрегеҙгә бөгөнгө датаны, тапшырыуҙың темаһын яҙып ҡуйығыҙ.

IV. Яңы тема буйынса эш. III этап.

Һүҙлек эше: яңы һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәләрен иҫтә ҡалдырыу, һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен тормош менән бәйләп асыҡлау, аңлатыу.

Йәшен-молния

Милләт-национальность

Ҡиммәтле-дорогой

Ҡан-кровь

Хазина –богатство

Тарих-история

Дәфтәрҙә эш: ошо һүҙҙәрҙе эш дәфтәрҙәренә яҙыу.

Уҡытыусы: Ә хәҙер шиғырҙы шағирҙың үҙ тауышы менән уҡыуын тыңлап үтәйек. ( фонояҙма тыңлау)

-уҡыусылар китаптан тикшереп ҡарап, ошо уҡ моментта тыңлап ултырыуҙары.

IV этап.

Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү. Әҫәрҙе аңлауҙарын тикшереү.

А.Шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһен асыу:

-Шиғыр нимә тураһында? (Башҡортостан тураһында)

- Ни өсөн автор шиғырҙы шулай тип атаған? -уҡыусыларҙың яуаптары

Б.Әҫәрҙең компазицияһы:

-Шиғырҙы нисә өлөшкә бүлергә мөмкин? (3 өлөшкә)

-Һәр бүлектә нимә һүрәтләнә? (Шиғырҙа автор Баш-нды ҡайын япрағы менән сағыштыра һәм уның яҙмышы хаҡында уйланыуҙар аша тарихҡа мөрәжәғәт итә, үткән юлын иҫләй, бөгөнгөһө менән шатлана).

Ысынлап та, бейек ҡайындың бер япрағы – ул Башҡортостан.

Физминутка. (Ҡурай моңон тыңлау)

Беҙҙең Башҡортостанда

Шулай бөгөлә талдар,

Ошондай бейек тауҙар,

Шулай ҡағына ҡаҙҙар,

Шулай бейей балалар,

Шулай ырғып алалар,

Шунан шым ғына ултырып,

Тағы белем алалар.

V этап.

Уҡыу мәсьәләһен этаплап сисеү: дәреслек буйынса эш.

Шиғырҙың тәүге бүлеген уҡыу. Фекер алышыу.

Тәүге бүлектә шағир Башҡортостанды ҡайындың бер япрағы менән сағыштыра. Ә ҡайынды –Рәсәй менән тиңләй.

Төркөмдәрҙә эш.

  1. Һәр төркөмгә эш биреү. (Үҙ аллы эш).

1-се бирем.

1 төркөм. Икенсе өлөшөндә һүҙ нимә тураһында бара? (Икенсе өлөшөндә илебеҙҙең быуаттар буйына үҙенең телен, ерен, илен һаҡлап алып ҡалыуы, «ҡорт”тарға бирешмәүе тураһында әйтә).

2 төркөм. Өсөнсө өлөшөндә һүҙ нимә тураһында бара? (Өсөнсө өлөшөндә, автор ирек яулаған илебеҙгә ҡарап һоҡланыуы, хазина байлыҡтары менән ғорурланыуы, ошо илдә бәхет таңы атыуына сикһеҙ шат булыуын яҙа.)

Төркөмдәрҙең сығышы.

-Уҡыусылар , шиғырҙы уҡып, һорауҙарға яуап биреп, йөкмәткеһен аңланыҡ.

-Ә, хәҙер беҙ һеҙҙең менән ошо шиғырға синквейн төҙөп ҡарайыҡ. Нимә ул синквейн? Ул инглиз теленән алынған, йәки «фекрләү юлы” тип атала. Ул 5 этаптан тора.

9 слайд ( синквейн методы сыға)

-шиғыр нимә тураһында? (Башҡортостан тураһында.) Ошо һүҙҙе төп итеп алайыҡ.

10 слайд

1.Башҡортостан.

2. (ике һүҙ сифат) ниндәй? Татыу, бәхетле

3.(3һүҙ ҡылым) көрәшә, йәшәй, шатлана

4.Башҡортостан картала бер япраҡ.

5.Рәсәй.

Уҡытыусы:-Эйе, уҡыусылар шиғырҙың йөкмәткеһе шул тиклем тәрән мәғәнәле, автор үҙ иленә, Башҡортостанына ғашиҡ, уны бөтә йөрәге менән яратҡан, уға тоғро Кеше булыуын күрһәтә.

Башҡортостандың тәбиғәте һис шикһеҙ гүзәл, бай, матур. Ләкин уның менән һоҡланыу ғына етмәй,уны һаҡларға, яҡларға ла кәрәк. 2017 йыл Республикабыҙҙа ниндәй йыл тип иғлан ителде?

- Экология йылы.

Эйе, хөкүмәтебеҙ тарафынан был йылдың иғлан ителеүе бик урынлы.

-Бына һеҙ ҙә тыуған илебеҙгә, тәбиғәтебеҙгә битараф булмаған, Башҡортостаныбыҙға кәрәкле, эшһөйәр улдар һәм ҡыҙҙар булып үҫегеҙ.

2-се бирем. Ә хәҙер грамматика буйынса биремде үтәр өсөн, үтелгәнде иҫкә төшөрәйек. Нимә ул рәүеш? Ниндәй һорауҙарға яуап бирә?

Карточкалар менән эш. ( Рәүеш төркөмсәләре)

Бергәләп ҡағиҙә сығарыу.

VI этап.

Йомғаҡлау

М.Кәримде үҙ халҡының данлы улы тип әйтеп буламы? (уҡыусыларҙың яуаптары) ( Бөгөнгө көндә М.Кәрим шиғырҙарына йырҙар яҙылған, драма әҫәрҙәре театр сәхнәләрендә ҡуйыла )

Уҡытыусы. М.Кәрим үҙенең ғүмерен, ижадын, бар булмышын халҡына бағышлаған.

VII этап.

Рефлексив анализ, баһалау. Бөгөнгө тапшырыуҙың һеҙҙең өсөн әһәмиәте булдымы ?

Булһа ниндәй?

-Мин нимә белдем?

-Нисек белдем?

-Нимә оҡшаны?

-Ниндәй яңылыҡ булды?

VIII этап.

Өйгә эш биреү -Һеҙгә, өйҙә, шиғырҙың бер өлөшөн ятларға.

-Синквейн төҙөп ҡарарға. «Башҡортостан – Тыуған илем» темаһына инша яҙырға әҙерләнергә.

Үҙбаһа.

-Кемдәр был дәрестә “5” гә яуап бирҙем тип уйлай?

-Кем бер аҙ тырышырға кәрәк тип уйлай?

Шулай итеп, Башҡортостандың иң бөйөк шағиры, яҙыусыһы, драматургы М. Кәримдең поэзияһына арналған « Хазина» тапшырыуы тамам. Уңыштар теләп хушлашабыҙ! Киләһе осрашҡанға ҡәҙәр, һау булығыҙ! Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!

Мең ҡат уңдыҡ һинән, әйтә бөгөн

Һәр замандаш ауыҙ тултырып.

Үҙе бер ғүмерҙәй һинең менән,

Бер һөйләшеү бергә ултырып.

Күрҙе донъя йырҙар йыһанында,

Ниндәй бейек башҡорт осҡанын,

Шундай улы тыуып уңды халҡым,

Уңды һинән Башҡортостаным!

Ирек Кинйәбулатов.