СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Магия цветов. Исследовательская работа.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Исследовательская работа.

Просмотр содержимого документа
«Магия цветов. Исследовательская работа.»

Межрегиональная научно-практическая конференция

“Гариповские чтения”



Секция языкознания.


Магия цвета

( Төҫтәрҙең сихри донъяһы)


(Исследовательская работа.)



Башҡарыусы:

муниципаль район Дүртөйлө районы

урта дөйөм белем биреү учреждениеһы

Мәскәү урта дөйөм белем биреү мәктәбенең

7 класс уҡыусыһы Араптанова Юлиә .

Автор:

Араптанова Юлия Ильдаровна,

ученица 7 класса, МБОУ СОШ с. Москово,

МР Дюртюлинский район, РБ.

Етәксеһе:

муниципаль район Дүртөйлө районы

урта дөйөм белем биреү учреждениеһы

Мәскәү урта дөйөм белем биреү мәктәбенең

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Ғәдиева Илүсә Әсғәт ҡыҙы

Руководитель:

Гадиева Ильуся Асгатовна

учитель башкирского языка и литературы, МБОУ СОШ с. Москово,

МР Дюртюлинский район, РБ.



Өфө-2020



Йөкмәткеһе



I. Инеш 3 -4 II. Төп өлөш 5-10

1. Төҫтәр менән бәйле концепттар 5

2. Төҫтәр- мәғлүмәт сығанағы 5

3. Төҫтәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәренең халыҡтарҙа ҡулланылышы 6-7

4. “Урал батыр” эпосында төҫтәр бирелеше 7

5. Төҫтәрҙең көндәлек телмәрҙә ҡулланылышы 7

6. Төҫтәрҙең дәүләт символдарында ҡулланылышы 8

7. Ҡайһы бер төҫтәргә ҡылыҡһырлама 8

8. Төҫтәрҙең кеше менән идара итеүе 8-9

9. Ҡыҙыл төҫтөң ҡулланылышы 9-14

10. Тикшеренеү һөҙөмтәләре 14-16

III. Йомғаҡлау 17

IV.Ҡулланылған әҙәбиәт 18

V.Ҡушымта 19













Инеш.

XXI быуат лингвистикаһы һүҙҙе тел берәмеге итеп кенә түгел, ә мәҙәниәт берәмеге, концепт булараҡ ҡарай. Шуға күрә лә башҡорт телен өйрәнгәндә яңы концепция нигеҙендә тел һәм мәҙәниәт бәйләнеше урын ала. Мәҙәниәт - күп яҡлы, үҙенсәлекле күренеш. Тел мәҙәниәттә булған әйберҙәрҙе атап, сағылдырып ҡына ҡалмай, ә ошо мәҙәниәт эсендә үҫә. Тимәк, тел мәҙәниәттең барлыҡҡа килеү ҡоралы, үҫеүе, һаҡланыуы һәм уның төҙөлөшө булып та тора. Ошо идея нигеҙендә яңы фән — лингвокультурология барлыҡҡа килә. Лингвокультурология, тел һәм мәҙәниәттең бәйләнешен өйрәнеп, тел шәхесе һәм донъя тел картинаһының төҙөлөшөн сағылдыра.

Тел берәмектәре (бигерәк тә лексик берәмектәр) аша донъя тел картинаһы барлыҡҡа килә. Донъя тел картинаһының төп төшөнсәләренең береһе булып концепт һанала. Концепт - тел менән мәҙәниәтте бәйләп өйрәнеүсе лингвоменталь берәмек. Концепт аша кешелә туған тел образы һәм уның концептосфераһы барлыҡҡа килә. Туған тел аша милли мәҙәниәтте өйрәнеү кешенең аңы формалашыуында ғына түгел, ә уларҙың мәҙәниәткә берегеүендә лә мөһим роль уйнай. Башҡорт телен аралашыу ҡоралы булараҡ, донъяны танып белергә, үҙеңде был тормошта табырға өйрәтә. Туған тел - тәрбиәләү сараһы ла, сөнки ул халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәре менән таныштыра, икенсе милләт вәкилдәренә ҡарата толерантлы булырға өйрәтә, әхлаҡи-патриотик тойғоларҙы булдырыуҙа мөһим роль уйнай.

Эшебеҙҙең актуаллеге.

Кеше донъяны төҫлө итеп күрә. Тирә-яҡты төҫһөҙ итеп күҙ алдына килтереп тә булмай. Төҫтәр кешегә тәьҫир итә. Шуға ла һәр кешенең яратҡан төҫө бар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙ уға бик иғтибар итеп бармайбыҙ.

Борон –борондан кешеләр төҫтәрҙең сихри көсөнә ышанған. Ғалимдар ҙа был өлкәлә бик ҙур эш башҡарған. Мин дә төҫтәр менән мауығып киттем һәм асыштарымды эҙләнеү эшемдә сағылдырҙым. Төҫтәр кешенең күңел торошона, уйҙарына, сәләмәтлегенә, хистәренә тәьҫир иткәнен асыҡланым.

Эҙләнеү эшемдең маҡсаты: төҫтәрҙең кеше тормошондағы урынын асыҡлау, башҡорт халҡында төҫтәр бирелешен бөйөк “Урал батыр” эпосы аша, башҡа халыҡтарҙағы төҫтәр ҡулланыуы нигеҙендә асыҡлау; сәләмәтлек өсөн төҫтәрҙең ниндәй роль уйнауын белеү; башҡорт милли кейемдәре менән ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Бурыстарым:

1)төҫтәрҙең кешегә тәьҫир итеүе менән бәйле әҙәби сығанаҡтар менән танышыу;

2) алған мәғлүмәтте ҡулланып, тикшеренеү, күҙәтеүҙәр үткәреү;

3) һығымталар яһау.

Эҙләнеү эшенең алымдары:

1. Фәнни әҙәбиәтте өйрәнеү.

2. Интернет селтәре аша мәғлүмәттәр туплау.

3. Аңлатмалы, фразеологик һәм топонимик һүҙлектәр менән эшләү.

4. Сағыштырыу методы. (Рус теле).

5. Һорауҙарға яуап алыу (анкетирование).

6. Күҙәтеү.

7. Эксперимент.

Эҙләнеүҙең гипотезаһы: 

Кеше сағылдырыусы һәр хистең үҙ төҫө бар.

Төҫтәр балаларҙың үҙ үҙен тотоуына тәьҫир итә.

Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте:

Йыйылған һәм күҙәтеү үткәрелгән материалдар артабан милли мәҙәниәтте өйрәнеүҙә, шәжәрә төҙөүҙә, мәктәп музейында файҙаланыла ала. Тикшеренеү һығымталарын төрлө тикшеренеү эштәрен төҙөүҙә ҡулланырға мөмкин.

Төҫтәрзе кеше характерын сағылдырыуын иҫбатлауҙа ҡулланыу.

Уҡыусыларҙың аҡыл эшсәнлеген күтәреү өсөн дизайнда төҫтәрҙе дөрөҫ ҡулланыуҙа дәҡдимдәр.

Структураһы – тикшеренеү эше инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән һәм ҡушымтанан тора.

Төп өлөш

1. Төҫтәр менән бәйле концепттар

Милләтте милләт итеп билдәләүсе иң көслө факторҙарҙың береһе – билдәле халыҡтың милли теле. Телде милләттең милли үҙенсәлектәре тураһында бай мәғлүмәт йөрөтөүсе күренеш кеүек ҡарау бик отошло.

Халыҡ һәр нәмәне төҫ менән бәйләп, донъяны иҫ китмәле сағыу ҡабул иткән. Ниндәйҙер бер предметҡа исем биреү өсөн башҡорт иң беренсе уның төҫөн күрә. Телсе – ғалим Фирдәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинова билдәләүенсә, башҡорттар, башҡа халыҡтарҙан айырмалы рәүештә, бөтә тирә - яҡ мөхитте төҫ аша ҡабул итә.

Кеше тыуғандан башлап төҫтәр араһында йәшәй. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ төҫтәрҙе күпкә нескәрәк тойған.

2.Төҫтәр- мәғлүмәт сығанағы.

Һәр кеше тыуғанда уҡ ниндәйҙер төҫтө тойомлап донъяға килә, шул төҫ уны ғүмере буйы оҙата килә. Шуға күрә лә беҙ нимә оҡшағанын, нимә оҡшамағанын беләбеҙ. Кейемдең төҫө аралашырға ла, башҡаларға тәьҫир итергә лә ярҙам итә тигәнгә ышанаһығыҙмы? Ниндәйҙер төҫлө кейемдә беҙ үҙебеҙҙе иркен тотабыҙ, ниндәйҙер ҙә, киреһенсә, - уңайһыҙланабыҙ. Рекламаның сағыу төҫтәре беҙҙе үҙенә тартып тора. Бөгөнгө көндә лә беҙ төҫтәрҙең сихри көсөнә ышанабыҙ.

Борон заманда һәм бөгөнгө көндә төҫтәрҙең ҡулланышына бер нисә миҫал.

Ҡыҙыл төҫ- лидерҙар төҫө, ҡурҡынысты киҫәтеү төҫө, мөхәббәт төҫө.

Боронго Римда императорҙар төҫө. Бары тик улар ғына ҡыҙыл төҫтәге кейем кейергә хоҡуҡлы булған.

Британдарҙың хәрби-диңгеҙ флотының флагы бөгөнгө көнгә тиклем ҡыҙыл төҫтә. Ул “алышҡа саҡырыу” тигәнде аңлата.

Зәңгәр төҫ- диңгеҙ төҫө, күк төҫө. Бейеклек һәм тәрәнлек билгеһе. Бертөрлөлөк, хаҡлыҡ, тоғролоҡто аңлата.

Бөгөнгө көнгә тиклем осоусыларҙың һәм диңгеҙселәрҙең формалары зәңгәр төҫтә. Һалҡын һыу кәрәк булғанда, икеләнмәйенсә, зәңгәр кранды борабыҙ.

3. Төҫтәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәренең халыҡтарҙа ҡулланылышы.

Аҡ төҫ сафлыҡ, (туй күлдәге) таҙалыҡ, изгелек, шатлыҡ, хаҡлыҡ билдәһе. Ҡайһы бер халыҡтарҙың батшалары аҡ кейем кейгән.

Аҡ төҫтө яратыусылар һәрваҡыт эҙләнеүҙә булалар, үҙҙәрен камиллаштырыуға күп көс һалалар.

Ҡыҙыл төҫ аша башҡорттар тәүге, иң беренсе, иртә, айырылып торған тигән сифаттарҙы ла белдереү өсөн ҡуллана. Ҡыҙыл төҫ башҡорттарҙың иң яратҡан төҫтәренең береһе.Башҡа халыҡтарҙа ҙа ла ҡыҙыл төҫ “матурлыҡты, һөйөүҙе аңлата. Ҡыҙыл төҫ кешегә көс һәм йылылыҡ биреүсе төҫ. Ҡыҙыл байлыҡ, муллыҡ һәм бәхет символы. Ҡыҙыл төҫ ҡанды, утты, көстө, ҡыйыулыҡты күрһәтә. Психологтар әйтеүенсә, ҡыҙыл төҫтө яратҡан кешеләр актив тормош алып баралар, улар власҡа ынтыла, экстремаль спорт төрө менән шөғөлләнә. Ҡытайлыларҙа ҡыҙыл төҫ яман көстәрҙән һаҡлаусы.

Ҡара төҫ аша халыҡ тәрән, боронғо, ауыр, әрһеҙ, ҡайғылы, ябай, наҙан һәм башҡа сифаттарҙы бирә. Мәҫәлән, фронттан үлем хәбәре менән килгән хатты ҡара ҡағыҙ тигәндәр. Йырып сыҡҡыһыҙ урманды ҡара урман тип тә әйтәләр. Уҡымаған кеше –ҡара халыҡ. Ҡара төҫ ҡараңғылыҡ, билдәһеҙлек төҫө. Күп кенә халыҡтарҙа яуызлыҡ, ҡара көстәр төн, ҡараңғы ваҡыт, менән бәйле. Бөгөнгө көндә лә ҡара күҙҙәр ҡурҡыныс, көнсөл булып иҫәпләнәләр.

Күк (зәңгәр) - спектрҙағы сағыу төҫ. Ул зәңгәр күк, диңгеҙ төҫө. Ул һалҡынлыҡ, сафлыҡ (свежесть) төҫө лә. Романтиктар өсөн ул хыял төҫө. Күк төҫ шулай уҡ дуҫлыҡ, вәғдәлелекте, йомартлыҡты, аңлы булыуҙы белдерә. Рустарҙа "Голубая кровь" тигән төшөнсә затлы нәселдән булыуҙы күрһәтә. Америкалылар, француздар был төҫ менән ҡурҡынысты белдерәләр: "синий страх" ( "Синяя борода" әкиәте).

Сағыу төҫтәрҙең береһе булған һары төҫ менән аталған байтаҡ һүҙҙәр һәм нығынған һүҙбәйләнештәр осратырға мөмкин. Бер яҡтан һары төҫ йылылыҡ биреүсе төҫ, ә икенсе яҡтан - тыныслыҡты юғалттыра. Һары алтын, көҙ төҫө.

Монгол ламалары һары төҫтәге кейем кейә –юғары ҡатлам кешеһе билдәһе. Европа илдәрендә һары –кизү, сир-сырхау төҫө.

Йәшел төҫ-үлән, япраҡ төҫө. Күп кенә халыҡтарҙа йәшел – йәшлекте, яҙҙы, ышанысты, өмөттө, күңел асыуҙы, ҡайһы бер саҡта өлгөрөп етмәгәнде белдерә. Ул тынысландыра, әммә ҡайһы бер осраҡта күңелһеҙ уйҙарға ла дусар итә. Мәҫәлән, урыҫтарҙа “тоска зеленая", а сам человек от злости "зеленеет".

4.“Урал батыр”эпосында төҫтәр бирелеше. “Урал батыр”эпосында Урал батырҙың тере йәнде ҡыйыуға саҡырыуына йәнлектәр өндәшмәй,ә шулай ҙа төп фекер ҡыҙыл төҫөнә һалына: Ҡоралайы,боланы, Ҡыҙыл сикә ҡуяны… Эпоста хайуандарҙы,йәнлектәрҙе һүрәтләгәндә 15 тапҡыр ҡыҙыл төҫ ҡулланыла. Башҡорттарҙа аҡ сафлыҡ, изгелек, яҡтылыҡ образы. Эпоста аҡ төҫө хайуандарҙы һүрәтләгәндә - 47 тапҡыр, тәбиғәтте- 3, кешеләрҙе- 8 тапҡыр ҡулланыла.Эпоста аҡ төҫ халыҡ берҙәмлеген,изге хәтерҙе сағылдыра: Һыуһаһағыҙ уйында Ана, аҡ һыу эсегеҙ.[2,7] “Урал батыр “эпосында ҡара төҫ былай тип бирелә: Ҡара көйгән ялҡынды, Күкрәге ут тулҡынды Тотоп алған, ти Урал. “Урал батыр “эпосында йәшел төҫ- тәбиғәт, ғүмер һәм үлемһеҙлекте аңлата. Тау-урмандар йәшәрһен, Мәңге үлмәҫ төҫ алһын!

5. Төҫтәрҙең көндәлек телмәрҙә ҡулланылышы.

Көндәлек телмәребеҙҙә беҙ йыш ҡына төҫ менән бәйле әйтемдәр ҡулланабыҙ. Уларҙы ни өсөн улай әйткәнде, ни өсөн ошо төҫ ҡулланғанын уйлап та тормайбыҙ. Мәҫәлән, рус телендәге «Смотреть сквозь розовые очки» “алһыу күҙлек аша ҡарау”( алһыу- шатлыҡ төҫө), человек «голубых кровей» (зәңгәр-тыныслыҡ, затлылыҡ, ышаныс), “ҡара көндәр”, «календарҙың ҡыҙыл көнө», «аҡ ҡарға» (аҡ-айырылып тора). Был әйтемдәр бик күптән беҙҙең телгә килеп ингән.

6. Төҫтәрҙең дәүләт символдарында ҡулланылышы.

Башҡортостандың Дәүләт флагында зәңгәр, аҡ һәм йәшел төҫтәге горизонталь тигеҙ буйлы һыҙаттар, уртаһында һары түңәрәк эсендә һары төҫтәге ҡурай сәскәһе төшөрөлгән. Зәңгәр төҫ күк йөҙөн, ғәҙеллекте һәм уй-ниәттәренең сафлығын аңлата. Аҡ төҫ — республика халыҡтарының тыныслыҡты һәм татыулыҡты һөйөүен белдерә. Йәшел төҫ — азатлыҡ һәм тормоштоң мәңгелеген билдәләй.

Рәсәй флагындағы төҫтәрҙең берҙәм ҡабул ителгән рәсми мәғәнәһе юҡ. Тарихтан билдәле булыуынса, аҡ төҫ – дәүләттең азатлығына һәм үҙаллылығына ишара, күк төҫ – Рәсәйҙе яҡлаусы Алла Әсәнең (Богоматерь) төҫө, ҡыҙыл төҫ – хакимлыҡ, ҡөҙрәтлек билдәһе. Төҫтәрҙең мәғәнәһе башҡа төрлө лә асыҡлана: аҡ – Ышаныу, күк – Өмөт һәм ҡыҙыл – Мөхәббәт.

7.Ҡайһы бер төҫтәргә ҡылыҡһырлама:

Зәңгәр(күк)-ғәҙел, тыныс, намыҫлы, йомарт, айыҡ аҡыллы.

Йәшел- ҡаты бәғерле, ҡырыҫ, үҙ аллы, тыныс.

Ҡыҙыл— ярҙамсыл, тәүәҡҡәл, көслө, ғәйрәтле, үҙенә ышана, аралашыусан, тиҙ ҡыҙыусан, көслө, эшсән, көсөргәнешле.

Һары-аралашыусан, асыҡ күңелле, аралашыусан, энергиялы, көсөргәнешле.

Шәмәхә — ихлас түгел, эскерле, эгоист (үҙен ярата), үҙ аллы.

Ҡара - ҡайғы,яңғыҙлыҡ,ҡурҡыу төҫө.

Һоро - арыуҙы,сараһыҙлыҡты белдерә.

Асыҡ йәшел - наҙлылыҡ,еңеллек төҫө.

Ҡара йәшел -хафа,күңел,рух төшөнкөлөгө төҫө.

Сағыу йәшел - баҫалҡылыҡ,өмөт төҫө.

Күк төҫ-тыныслыҡ,һиллек төҫө.

8. Төҫтәрҙең кеше менән идара итеүе.

Ҡыҙыл төҫ тәнде һаҡлау, яҡлау бурысын үтәй. Ул кешегә үҙен ҡорбан итергә юл ҡуймай. Ҡыҙыл энергияһы әүҙем кеше көслө һәм сәләмәт була. Тиҙ ҡыҙып, ярһып барыусандар. Ҡыҙыл үҙ биләмәһен һәм мөлкәтен ышаныслы һаҡлай. Үҙе генә хакимлыҡ иткәндә, көнсөллөк, асыу, нәфрәт, башҡаларҙы юҡ итеү теләге уяна. Кеше бәхете өсөн ҡыҙыл төҫтөң әһәмиәте ҙур – ул маҡсатты ғәмәлгә ашырырға, аяҡта тотороҡло баҫып торорға ярҙам итә. Ҡыҙыл энергиялы үҙен бер ҡасан да йәберләтмәй, яҡындарын да ҡурсалай.
Ҡыҙғылт һары шәхестең абруйын күтәрә, яуап­лылыҡ тойғоһон үҫтерә.
Һары төҫ әүҙем эшмәкәрлек, ҡыуаныс кисереү, күңел асыу төҫө. Һары энергия кешене матурлай – уны хәрәкәтсән, наҙлы, һығылмалы итә. Киләсәккә маҡсат ҡуйыу һәм уға ынтылыу өсөн көс-ҡеүәт өҫтәй. 
Йәшел төҫ хис-тойғолар менән идара итә һәм һоҡланыуға ихтыяж уята. 
Үҙенә ихтирам, маҡтау, һоҡланыу талап итә.

Зәңгәрҙең маҡсаты – башҡалар әйтергә теләгәнде һүҙ менән еткереү. Әгәр һөйләү һәләте үҫешмәгән һәм кешеләр алдында телмәр тотоу һынау кеүек ҡабул ителә икән, тимәк, зәңгәр энергия самалы.

Күк энергия уйлауға, логик фекерләүгә, эске кисерештәр көрәшенә йүнәлтелгән. Был төҫ кешене туҡтау­һыҙ шикләнергә, ҡурҡырға мәжбүр итә. Шуға күк төҫө көсәйгән кеше бар нәмәне күҙәтеү аҫтына алырға тырыша. Йыш ҡына ҡаты бәғерле заттар. Аҡылдарын тәртиптә тотҡанда, донъя серҙәрен үҙләштереү, белем алыу өсөн мөмкинлектәр асыла. 
Шәмәхә төҫө күҙәтсе, ҡарауылсы ролен башҡара. Белем, мәғлүмәт туп­лау һәләтенә эйә. Шәмәхә төҫө бал­ҡыш, йылылыҡ, ҡөҙрәт менән һуғара. Бындай әҙәм Ерҙәге поляр көстәрҙе нескә тоя һәм ошо бәйләнеш аша мәғ­лүмәт йыя. Шуға төҫтәрҙең, бер-береһен тулыландырып, үҙ-ара татыу йәшәүе мотлаҡ. 
9. Ҡыҙыл төҫтөң ҡулланылышы.

Ҡыҙыл төҫ башҡорттарҙың иң яратҡан төҫтәренең береһе. Ҡыҙыл төҫ аша башҡорттар тәүге, иң беренсе, иртә, айырылып торған тигән сифаттарҙы ла белдереү өсөн ҡуллана. Бөгөн дә ҡыҙыл төҫ төрлө мәғәнәлә киң ҡулланыш тапҡан. Мин эҙләнеү барышында, “Ҡыҙыл” һүҙенең энциклопедияһын да төҙөнөм. Ул түбәндәгесә:

Ҡыҙыл төҫтә булған барлыҡ предметтарҙы, күренештәрҙе, хатта бәләкәй генә бер өлөшө ҡыҙыл булған осраҡта ла әйберҙе төҫө менән атау күренештәренә юлыҡтым.Түше ҡыҙыл булған урман турғайы ҡыҙылтүшкә рустар снегирь тигән атама биргән, сөнки ул ҡар бар саҡта ғына күренә. Башҡорттар иһә уның ҡыҙарып торған түшенә иғтибар иткән.

Ҡыҙыл бөрлөгән

Ҡыҙыл балыҡ

Ҡыҙыл. Тимергә ҡыҙыл төшкән. Тут.

Ҡыҙылгүҙ. Ҡыҙылғанат. Карптар ғаиләһенә ҡараған балыҡтар.

Ҡыҙылтүш. Түше ҡыҙыл булған урман турғайы. Рустар был ҡошҡа снегирь тигән атама биргән, сөнки ул ҡар бар саҡта ғына күренә. Башҡорттар иһә уның ҡыҙарып торған түшенә иғтибар иткән.

Ҡыҙылса. Корь. Тәнде ҡыҙыл , тимгел таптар ҡаплап, хәлһеҙләндерә торған ауырыу.

Ҡыҙамыҡ. Аллергия. Шулай уҡ ауырыуҙың төҫөнә ҡарап атама бирелгән.

Ҡыҙыл эремсек. Оҙаҡ ҡайнатҡандан һуң ҡыҙыл төҫкә ингән эремсек.

Ҡыҙылхан. Үҫемлек.

Төҫтәрҙең кеше сәләмәтлегенә йоғонтоһо, халыҡ медицинаһында, мифологияла сағылышы, йәшәйеш һәм ҡан төҫө.

Ҡыҙыл төҫ кешегә көс һәм йылылыҡ биреүсе төҫ. Ҡыҙыл төҫ тәнде һаҡлау, яҡлау бурысын үтәй. Ул кешегә үҙен ҡорбан итергә юл ҡуймай. Ҡанда эритроциттар бүленеүе өсөн яуап бирә һәм матдәләр алмашыныуын көйләй. Ҡыҙыл энергияһы әүҙем кеше көслө һәм сәләмәт була. Ҡыҙыл үҙ биләмәһен һәм мөлкәтен ышаныслы һаҡлай, ул үҙен бер ҡасан да йәберләтмәй, яҡындарын да ҡурсалай. Ҡыҙыл төҫ кешегә көс һәм йылылыҡ биреүсе төҫ. «Ҡыҙыл» исемле балалар ғөмүмән асыҡ, әүҙемдәр, тәрбиәгә ауыр биреләләр. Өлкәнәйгәс эшкә һәләтлектәре юғары һәм маҡсатҡа ынтылыусан булалар.

Ҡыҙыл емештәр рак сиренә ҡаршы тороуҙы арттыра.

Ҡыҙыл. Ҡыҙамыҡ, ҡыҙылса булһа, бәләкәй баланы ҡыҙыл сепрәккә төрөп һалаһың да әпсенен әйтәһең.

Ҡыҙыл аҡыҡ. Күҙгә аҡ төшкәндә ҡулланғандар (тағып йөргәндәр). Ҡыҙыл еләк. Ҡыҙылса, ҡыҙамыҡ менән сирләгәндә бөрлөгән кеүек ҡыҙыл еләк ашатҡандар.

Ҡыҙыл шеш (карид.). Рожа, дух рожи.

Ҡыҙылса. Ҡыҙылса ун ике ағзаңдың береһен алам тип килә икән.

Ҡыҙылса атаһы. Ҡыҙылса эйәһе.

Ҡыҙылса име. Ҡыҙылсаға ҡыҙыл әйбер элеп ҡуйғандар.

Ҡыҙылса инәһе. Ҡыҙылса эйәһе.

Ҡыҙылса эйәһе. Ҡыҙылсаға аҙмаһын тип ҡыҙыл әтәс һуялар ине.

Ҡыҙыл еп. Ҡыҙамыҡ булһа, буйыңа ҡыҙыл еп үлсәп алып берәй әбейгә хәйер итеп бирәһең.

Ҡыҙыл име. Ҡолаҡбау (свинка) булһа, ҡыҙыл ҡарағатты, ҡыҙыл көртмәлене, ҡыҙыл баланды имсәк һөтөнә ҡушып эсергәндәр һәм шешкә тамыҙғандар..

Ҡыҙыл мунсаҡ. Ҡыҙыл мунсаҡ таҡһаң, килендәргә тел-теш, күҙ үтмәй.

Ҡыҙыл сепрәк. Шеш биҙе(фурункул) булһа, өшкөртөлгән тоҙ һалып сепрәккә имләгәндәр. – Күҙ теймәһен тип быҙауға, ҡолонға, бәрәскә, һыйыр ҡойроғона ҡыҙыл сепрәк бәйләйҙәр.

Ҡыҙыл эңер. Ҡурҡыныс, ен-шайтандар активлашҡан ваҡыт. Йәш бала булған өйгә ҡыҙыл эңерҙә барырға ярамай. Артыңдан ен-шайтан инер (Ә. Шәмиғолова). Осоҡто ҡыҙыл эңерҙә ташлайҙар.

Ҡыҙыл йылан. Йортҡа ҡыҙыл йылан килһә, янғын сыға .

Ҡыҙыл төҫ кейем-һалымда

Беҙҙең халҡыбыҙ шул тиклем тотанаҡлы, тыйнаҡ, баҫалҡы, әҙәпле. Ошо сифаттар быуаттар буйы уның көнкүрешендә, кейемдәрендә сағылыш тапҡан. Төҫтәр иһә тәбиғәттән алынған. Ҡыҙыл төҫ икән - көңгөрт ҡыҙыл, бешкән сейә төҫөндәгерәген, йәшел төҫ икән - ап-асыҡ, ҡысҡырып торған йәшел түгел, тәбиғәттең үҙе кеүеген, ҡатмарлыраҡ төҫтәрен үҙ иткәндәр. Өҫкә еләндәр, камзулдар йыл әйләнәһенә кейелгән. Уларҙы биҙәүгә ҙур иғтибар бирелгән. Башҡорттарҙың йәш һәм урта быуын вәкилдәре сағыу төҫлө кейем кейгән. Ҡыҙыл төҫ янына йәшелде һәм һарыны, һирәгерәк күк төҫтө ҡулланғандар.

Фразеологизмдарҙа ҡыҙыл төҫ

“Ҡыҙыл юл” («Красная строка») .Борон китаптарҙы ҡулдан күсергәндәр. Текстар тотош яҙылған: һөйләмдәргә, һүҙҙәргә бүленмәгән. Хикәйәләүҙең башын матур итеп биҙәлгән ҡыҙыл хәреф менән башлар булғандар. Ул хәрефте һул яҡтан саҡ ҡына эскә кереп башлар булғандар. “Ҡыҙыл юл” төшөнсәһенең тарихы шунан башлана.

Ҡыҙыл юл. Юл башын уңғараҡ тартып яҙылған юл. Яңы фекерҙе абзацтан, икенсе төрлө әйткәндә, ҡыҙыл юлдан башлап яҙыу мотлаҡ. (“Совет Башҡортостаны”). (Рус телендәге “красная строка” берәмегенән.)

Ҡыҙыл ыштан кейҙереү. Ошаҡ, хөсөт йөрөткән кешегә ҡарата асыу менән әйтелә.

Ҡыҙыл әтәс. Пожар. (Уның мөлкәтенә ҡыҙыл әтәс ҡуна, пар тирмәне янып күккә оса.К.Кинйәбулатова.)

Ҡыҙыл ҡоҙа. Яңы власть өсөн өгөтләп йөрөүсе кешеләр.

Ҡыҙыл эңер. Киске сәғәт 6-7 тирәһе. (Ҡыҙыл эңерҙә йоҡларға ярамай, яман заттар йөрөй, елпеү тейә.)Ҡояш байыған саҡта офоҡ сағыу ҡыҙыл төҫкә инә.

Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа,тигән әйтем дә бар халыҡта.Үҙ – ара үтә ныҡ дуҫлашып киткән ҡоҙа- ҡоҙағыйҙарға ҡарата әйтелгән әйтем.

Ҡыҙыл туй. Яңы йолалар менән үткәрелгән туй

Ҡыҙыл ҡар яуғас. Бер ҡасан да үтәлмәй,булмай торған эш-хәл тураһында әйтелә. Өйләнәйем тип Рәхим ауыҙ асҡанды көтһәң, ҡыҙыл ҡар яуыр. (Ш. Янбаев.)

Топонимияла (географияла) “Ҡыҙыл

Революцияга тиклем рәсәйҙә географик атамаларҙа “Ҡыҙыл” (“Красный”) киң ҡулланылған: Ҡыҙыл ауылдар, яландар, биҫтәләр, ҡалҡыулыҡтар, тауҙар, ҡалалар: Красностав, Краснополь, Краснослободск, Красноборск, Красноводск, Красногорск, Красноярск, Красноуфимск …

Революциянан һуң барлыҡҡа килгәндәре: Красная Звезда, Красноармейск, Красногвардейск, Красное Знамя, Краснофлотск, Красный Октябрь, Красный Профинтерн, Красный Маяк.

Ҡыҙыл Юл – Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл.

Ҡыҙыл Бәрйәү — Башҡортостандың Нуриман районындағы ауыл.

Ҡызыл Йондоҙ - Башҡортостандың Ишембай, Благауар, Илеш, Саҡмағош райондарындағы ауылдар.

Ҡыҙыл йылғаһы. Әбйәлил районынан аҡҡан йылға.Төбөндә ҡыҙарып, бик күп йәшмә таштар ята, шуға ла халыҡ йылғаны Ҡыҙыл тип йөрөтә.

Төрки телдәрҙә һөйләшкән өлкәләрҙә Ҡыҙыл-кенд (Ҡыҙыл ҡала), Ҡыҙыл-Аскер (Ҡыҙыл ғәсҡәр), Ҡыҙыл-Кишлак (Ҡыҙыл ауыл), Ҡыҙыл-Аул (Ҡыҙыл ауыл) тигәнде аңлата. Тыва Республикаһының баш ҡалаһы Ҡыҙыл. Ҡыҙыл диңгеҙ, Ҡыҙылҡом - ҡом сүле.

Ҡыҙыл матурлыҡтың символы “Ҡыҙыл Майҙан”. Беҙҙең өсөн иң изге урынМәскәү ҡалаһының үҙәк майҙаны. XVI быуат аҙағында унда таш һатып-алыу урындары төҙөйҙәр. Яҡынса шул ваҡыттан ул майҙан “Ҡыҙыл” тип йөрөтөлә башлай.

Ҡыҙыл мөхәббәт символы: ҡыҙыл йөрәк, ҡыҙыл гөлсәскә (роза)- һөйөү билдәһе.

Ҡыҙыл байлыҡ, муллыҡ һәм бәхет символы: байрамдарҙа ҡыҙыл төҫтәге биҙәү әйберҙәре киң ҡулланыла, ҡыҙыл олау.

Ҡыҙыл көндәлек тормошта:“Календарҙың ҡыҙыл көнө” («красный день календаря») байрамдар, ялдар даталары ҡыҙыл төҫ менән билдәләп ҡуйыла.

Ҡыҙыл таҫма киҫеү. Төрлө төҙөлөштәр һ. б. асҡанда.

Ҡыҙыл ҡурҡынысты киҫәтеү: ҡыҙыл төҫ киҫәтеү, иғтибарҙы йәлеп итеү төҫө. “Ҡыҙыл китап” . Юғалып барыусы йәки һирәк осрай торған йәнлектәр. һәм үҫемлектәр индерелгән китап, тәбиғәтте һаҡларға өндәй. Светофор.

Ҡыҙыл оялсанлыҡ символы: оятынан ҡыҙарынды.

Ҡыҙыл сәйәсәттә: бөтә донъяла иҙеүселәргә ҡаршы көрәште күрһәтә: ҡыҙыл йондоҙ, ҡыҙыл байраҡ, ҡыҙыл флаг.

Ҡыҙыл милли символикала: 1917 йылдың октябренән 1936 йылға тиклем РСФСР флагы- ҡыҙыл йә ал төҫтә, унан һуң 1991 йылдың 21 августына ҡәҙәр гел ҡыҙыл төҫтә.

Ҡыҙыл “ яңғыҙлыҡ исемдәрҙә: “Ҡыҙыл таң” – Башҡортостан Республикаһының татар телендә Өфөлә нәшер ителгән ижтимағи-сәйәси гәзите, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены - награда (орден)

Йомғаҡлау.

Ҡыҙыл төҫ ҡанды, утты, көстө, ҡыйыулыҡты күрһәтә. Психологтар әйтеүенсә, ҡыҙыл төҫтө яратҡан кешеләр актив тормош алып баралар, улар власҡа ынтыла, экстремаль сорт төрө менән шөғөлләнә. Матурлыҡты сағылдырғанда ла ҡыҙыл төҫтө ҡулланалар: алма кеүек бешкән сағым, сейә кеүек ҡыҙыл ирендәр, йөҙө алһыуланып тора, ҡыҙыл сырайлы һ. б.

10. Тикшеренеү һөҙөмтәләре.

Эҙләнеү барышында 3,5,7а,8,9 класс уҡыусылары араһында һорауҙарға яуап алыу эше башҡарҙым.

Уларға түбәндәге һорауҙар бирелде.

1. Һеҙгә ниндәй төҫ оҡшай?


Төҫтәр араһында өҫтөнлөк зәңгәр (күк), ҡыҙыл, йәшел төҫтәргә бирелә.

Тимәк, байлыҡ, муллыҡ, мөхәббәт һәм бәхет символы булып иҫәпләнгән, ҡанды, утты, көстө, ҡыйыулыҡты күрһәткән, кешегә көс һәм йылылыҡ биреүсе- ҡыҙыл, тынысландыра, сафлыҡ бирә, кешене тирә-яҡ менән бәйли торған-зәңгәр, тәбиғәттә өҫтөнлөк иткән йәшел төҫтө уҡыусылар үҙ итә.

2. Күҙҙәрегеҙ ниндәй төҫлө?

Күҙҙәр араһында һоролары (карий) өҫтөнлөк итә.

3.Кейем һайлағанда ниндәй төҫкә өҫтөнлөк бирәһегеҙ?

Кейемдең ҡаралыһын, зәңгәр төҫлөһөн,өҫкө өлөшкә аҡлыны кейеүҙе хуп күрәләр. Кейемдең өҫкө өлөшөн аҡ итергә теләүселәр күп.

4. Ҡунаҡ (зал) бүлмәгеҙҙең стеналары ниндәй төҫлө?

Стеналарҙа күпселек һары (ағас) өҫтөнлөк итә, ҡыҙғылт һары, аҡ стеналар, йәшелле обойҙар күпселекте тәшҡил итә.

5.Йоҡо бүлмәгеҙҙең стеналары ниндәй төҫлө?

Йоҡо бүлмәләрендәге стеналарҙы һары (ағас) төҫөнә буяуҙы хуп күрәләр.

Шулай уҡ йәшел, зәңгәр (күк) төҫтәргә лә өҫтөнлөк бирелә.

6. Һеҙҙеңсә, шатлыҡ ниндәй төҫтә?

Күптәр өсөн шатлыҡ йәшел, һары төҫтә. Тыныслыҡ, йылылыҡ төҫө. Зәңгәр (сафлыҡ) төҫ тә ҙур урын биләй.

7. Һеҙҙеңсә, бәхет ниндәй төҫтә?

Бәхет һары төҫтә, ҡыҙыл, зәңгәр (күк) төҫтәргә лә тоҫ ҡына урын бирелә.

Бәхет төҫтәре

8. Һеҙҙеңсә, ихтирам ниндәй төҫтә?

Ихтирам балалар күҙлегенән зәңгәр (күк), һары, аҡ, йәшел төҫтәрҙә.

9. Һеҙҙеңсә, эш (хеҙмәт) ниндәй төҫтә?

Эш (хеҙмәт) һоро, ҡара төҫтә.

10. Һеҙҙеңсә, дошманлыҡ(нәфрәт) ниндәй төҫтә?

Дошманлыҡ (нәфрәт) төҫтәре

Дошманлыҡ ҡыҙыл (агрессия), ҡара төҫлө.

11. Өйҙәге тәҙрә пәрҙәләре ниндәй төҫтә?

Ҡунаҡ бүлмәһе (зал) интерьерында аҡ төҫ күпселекте тәшҡил итә. Шулай уҡ һары, йәшел төҫтәрҙе лә хужабикәләр хуп күрә.

12.Кластағы стеналар ниндәй төҫтә?

Мәктәптәге кабинет стеналары зәңгәр, һары, йәшел төҫтәргә буялған.

13. Кластағы тәҙрә пәрҙәләре ниндәй төҫтә?

Кластағы тәҙрә пәрҙәләре араһында зәңгәрҙәргә, йәшелдәргә, һарыларға (һоро) урын бирелә.

14.Ер шарын үҙгәртеп буярға уйлаһағыҙ, ниндәй төҫтәр ҡулланыр инегеҙ?

Ер шарын үҙгәртеп буярға уйлаһағанда йәшел, зәңгәр, аҡ төҫтәрҙе ҡулланырға уйлайҙар.

Һығымта:

Һәр хистең үҙ төҫө бар.

Һайлап алыу мөмкинлеге булғанда балалар зәңгәр, йәшел, һары, ҡыҙыл төҫтәргә өҫтөнлөк бирәләр. Шәмәхә төҫтө ҡулланыусылар аҙ.

1.Эксперимент.Мин  төҫтәрҙең балаларҙың үҙ үҙен тотоуына нисек тәьҫир итеүен асыҡларға булдым. Һәр төҫтөң ниндәйҙер эмоциональ тәьҫир итеү көсө бар. Балаларҙың эшен ойошторғанда быны иҫкә алырға кәрәк. Был эштә миңә етәксем ярҙамлашты.  7а класы уҡыусыларының кабинетында тәҙрә пәрҙәләре ҡыҙыл төҫтә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетында зәңгәр төҫ өҫтөнлөк итә: тәҙрә пәрҙәләре, стена.   Етәксем шуны иҫкә алды: 7а класы уҡыусылары башҡорт теле дәрестәренә килгәндә ныҡ хәрәкәтсән, әүҙем булалар, дәрес башланғас та тиҙ генә тыныслана алмайҙар. Дәрес барышында улар баҫыла төшә. Быны иҫкә алғас, беҙ дәрестә бирер өсөн төрлө төҫтәге смайликтар эшләнек.Уҡыусыларҙың уларҙы гел күҙ алдарында тотоуҙы шарт итеп ҡуйҙыҡ. Был эште бер аҙна буйы күҙәттек. Шуны асыҡланыҡ: ҡыҙыл төҫтәге смайлиҡ алған уҡыусыларҙың дөйөм эшсәнлеге, активлығы күтәрелде; һары төҫ алғандары әүҙемерәк яуап бирә башланылар, тыныс ултырҙылар, фекерләү һәләттәре артты, йәшелде алғандары- үҙҙәрен тыныс тоттолар, яуап биргәндә лә әллә ни әүҙемлек күрһәтмәнеләр.

Һығымта: Төҫтәр кешенең үҙ үҙен тотошона тәьҫир итә.

2. Эксперимент.  Кеше эшсәнлегенә төҫ нисек тәьҫир иткәнен асыҡларға булдым. Һәр төҫ ниндәй ҙә булһа эмоциональ көскә эйә: бары тик дөрөҫ ҡулланырға ғына кәрәк. Шуны тикшереп ҡарау өсөн бер көндө  “Ҡыҙыл” көн итеп иғлан иттек. Был көндө балалар ҡыҙылдан кейенделәр, кабинетта ҡыҙыл төҫлө әйберҙәр элдек, парта өҫтөндә ҡыҙыл папкалар ятты. Уҡыусылар көнө буйы үҙҙәренең “ҡыҙыл” кабинетында булдылар.

Бер яҡтан ҡыҙыл төҫ балаларҙың эшсәнлеген, әүҙемлеген арттырһа, икенсе яҡтан, ҡыҙыл төҫ балаларҙы тулыһынса биләп алды: улар сиктән тыш хәрәкәтсәнгә әйләнделәр, тәбиғәте буйынса тыныс булған уҡыусылар ҙа был көндө тынғылыҡтарын юғалттылар, дәрестә лә әүҙем булдылар. Дәрестәр аҙағына ҡайһы берҙәре баштары ауыртыуға зарландылар, күптәренең бит остары уттай яна башланы, ҡайһыларының күҙҙәре ҡыҙарҙы. Шуныһы ҡыҙыҡлы булды: күптәргә эҫе булып китте. Балалар көн аҙағына ҡыҙыл төҫтөң тиҫкәре тәьҫирен нығыраҡ тойҙолар. Дәрестәр бөтөү менән кабинеттан сығып китеү яғын ҡаранылар.

Тикшеренеүҙәрҙе дауам итеп икенсе көндө “Зәңгәр” көн итеп иғлан иттек. Был көндө балалар зәңгәрҙән кейенделәр, кабинетта зәңгәр төҫлө әйберҙәр элдек, парта өҫтөндә зәңгәр папкалар ятты. Уҡыусылар көндәрен “зәңгәр” башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетында үткәрҙеләр. Был көндө балалар тынысыраҡ булды. Килеп инеүгә кабинетта һауа сафыраҡ булып тойолғанын әйттеләр, үҙҙәрен диңгеҙ буйында итеп хиҫ итеүселәр ҙә булды. Тәнәфескә сыҡҡас, класҡа ингәндә “Бында рәхәт” тигән һүҙҙәр ишетелде. Уҡыусылар “ҡыҙыл” көнгә ҡарағанда “зәңгәр” көн күңелдәренә хуш килгәнен әйттеләр. Класс кабинетының зәңгәр, күк төҫө тынысландыра, сафлыҡ, рәхәтлек тойғоһо бирә. “Зәңгәр” көндә үҙҙәрен саф һаула йөрөгән һымаҡ тойҙолар, әммә бер төрлө генә төҫ ялҡытҡыс булыуын аҫһыҙыҡлап үттеләр. Тимәк, эшсәнлекте арттырыу өсөн һәр төҫтө урынлы ҡулланырға кәрәк. Төҫтәр гармонияһын һаҡларға кәрәк.

Йомғаҡлау.

Төҫ үҙенә тарта, кире ҡаға, шатландыра, тынысландыра, тыныслыҡты юғалттыра.Төҫ кешенең күңел торошо менән идара итә. Һәр төҫ кешенең аңында үҙ урынын алған. Күңелгә яҡын төҫтәр эшләү нәтижәлелеген күтәрә. Кемдең ниндәй төҫ яратыуын белеп, уның характерын билдәләргә була. Төҫтәр кешенең эмоциональ торошон күрһәтә. Төҫ кешенең психикаһына көслө тәьҫир итә. Бөгөнгө заман кешеһе төҫтәрҙең кеше аңына нисек тәьҫир иткәнен аңларға һәм уны үҙ файҙаһына ҡулланырға тейеш.

Һығымта:

Тема өҫтөндә эшләү күп ваҡыт талап итһә лә, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булды. Эҙләнеү эше барышында башҡорт халҡында ҡыҙыл төҫтөң ниндәй урын биләгәнен асыҡланым. Төрлө һүҙлектәр, ҡулланмалар менән эшләргә, кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алырға өйрәндәм.




Ҡулланылған әҙәбиәт

Гринев-Гриневич С. В., Сорокина Э. А., Скопюк Т. Г. Основы антрополингвистики (к лингвистическим основаниям эволюции мышления): Учебное пособие. М., Издательский центр "Академия", 2008. 128 с.

М. И. Баһауетдинова. Башҡортса-русса этнокультурологик лексика һүҙлеге. 2–се баҫма, яңыртылған. Өфө: Китап, 2012. – Һүрәттәре менән 148 бит.

Давлетбаева Р.Г. Лингвокультурологический словарь. Диалог русского и башкирского языков и культур. – Уфа: Китап, 2003. – 160 с.

Кусимова Т., Бикҡолова С. Башҡорт исемдәре. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2000. – 176 б.

Сәмситова Л.Х. һ.б. Башҡорт фольклоры концептосфераһы. Лингвокультурологик һүҙлек. – Өфө: Китап, 2013. – 492 б.

Суфьянова Н.Ф., Сиразитдинов З.Ә. ,Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. Өфө: Китап, 2011. – 336 бит

Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге. –Яңыртылған, 2–се баҫма. Өфө: Китап, 2006. – 344 бит.

Һаҙыева Р.Н. Башҡорт теленең этнолингвистика һүҙлеге / Яуаплы мөх. З.Ғ. Ураҡсин. – Өфө: Китап, 2002. – 176 б.

Сайфутдинова Д.Р. О некоторых различиях цветовосприятия. – Ядкяр, 2004, № 2. – с. 65-68

Урал батыр. Башҡорт халыҡ эпосы. - Уфа :Информреклама, 2005. -120 б.


Ҡушымта.



3 класс

5 класс


6 класс


8а класс







14