Просмотр содержимого документа
«Маралдар тураһында»
Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы муниципаль районы Иҫке Ҡайпан ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе Темаһы: Маралдар .
Башҡарҙы: 8-се класс уҡыусыһы Ильясов Азат Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нурыева Л.Б
Маҡсаты: боландар ғаиләһенә ҡараған маралдар тураһында мәғлүмәт туплау;
- Тәбиғәткә һөйөү, хәстәрлек тәрбиәләү;
- Актуаллеге: кеше ғүмер-ғүмергә тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнештә йәшәгән, бөгөнгө үҫешкән заманда ла был мөһим. Шул уҡ ваҡытта тәбиғәт яҡлауға мохтаж.
Маралдар
Марал-боландар ғаиләһенә ҡараған ҡуш тояҡлы, һөтимәр ҡырағай хайуан.
Был бик эре мал, үгеҙ малдарының ауырлығы 350 кг етеүе мөмкин, ә ҙурлығы 160 см етә.
Маралдар Ҡыҙыл китапҡа ингән. Уларҙы матур тиреләре, тәмле ите, мөгөҙөнөң файҙаһы өсөн бик күпләп ҡырғандар.
Был төр хайуандар ҡатнаш һәм ылыҫлы урмандарҙа, таулы һәм йылғалы урындарҙа йәшәйҙәр. Үҫемлек менән туҡланалар. Аҙыҡ рационы йыл миҙгеленә ҡарап билгеләнә.
Маралдар һыуҙа бик оҫта йөҙә, үргә еңел үрмәләй.
Марал мөгөҙө башҡа боландарҙың мөгөҙөнән күпкә файҙалы. Шуға уны үҫеп еткәнсе ҡырҡып алалар.
Нәҫел ҡалдырыу үрсеменә маралдар һуңлап етешә. Инә маралдар өс йәштә генә быҙаулай. Үгеҙҙәре тулыһынса биш йәштә генә нәҫел ҡалдырырлыҡ булып өлгөрә.
Киләһе йәй башында ғына быҙау донъяға килә. Бөтә көсөн һәм һиҙгерлеген быҙауын ҡарауға һала. Быҙауын ҡурсалап бүре, һеләүһен кеүек ҙур йыртҡыстарға ла ташалана
Тәбиғәттә маралдар 14 йәшкә тиклем генә йәшәйҙәр. Айырым хужалыҡтарҙа 30 йәшкә тиклем күҙәтелә.
Башҡортостандың Учалы, Борай райондарына айырым шәхси хужалыҡтарға аҫрау өсөн Алтайҙан маралдар ҡайтарылған.
- Алтайҙан килтерелгән боландарҙы хужалыҡ мөгөҙҙәре өсөн аҫырай. Баҡтиһәң, улар һаулыҡ өсөн бик файҙалы икән. Учалы районында маралдарҙы өсөнсө йыл рәттән үрсетәләр. Улар мөгөҙҙәре менән ҡиммәтле. Маралдарҙың ваҡланған мөгөҙөндәге онтаҡтар ярҙамында бик күп ауырыуҙарҙан арынырға мөмкин. Белгәстәр раҫлауынса, марал мөгөҙҙәренең онтағын ҡушып әҙерләнгән ванна быуындар һыҙлауын, псориазды бөтөрә. Ә уның төнәтмәһе йөрәк, ҡан-тамырҙары, аҙ ҡанлылыҡ, баш әйләнеүе, бөйөрҙә таш булғанда ҡулланыла.
- Йәш марал мөгөҙөнән эшләнгән онтаҡта ғына файҙалы һәм туҡлыҡлы матдәләр йыйыла, ти белгестәр. Тармаҡланған мөгөҙлө маралдар матурлыҡ өсөн аҫырала. Был икешәр йәшлек маралдарҙы быҙау саҡтарынан уҡ ҡулға өйрәтеп үҫтергәнлектән, улар эргәһенә яҡын барырға, яратырға, хатта ҡулдан ашатырға ла мөмкин.
Матур һәм файҙалы ҡырағай хайуандарҙы һаҡлайыҡ! Үрсетәйек! Тәбиғәт биргән байлыҡтарҙың ҡәҙерен беләйек!