СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Мастер-класс на тему "Лингвокультурология"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың лингвокультурологик (лингвомәҙәни) компетентлыҡтарын формалаштырыу

Просмотр содержимого документа
«Мастер-класс на тему "Лингвокультурология"»

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың лингвокультурологик (лингвомәҙәни) компетентлыҡтарын формалаштырыу

Астанова Баныу Зарим ҡыҙы,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы


Нимә ул һүҙ? (Уҡытыусыларҙың яуабы)

Беҙ һүҙҙе тел берәмеге булараҡ өйрәндек. Ә XXI быуат лингвистикаһы һүҙҙе мәҙәниәт берәмеге, концепт булараҡ ҡарай. Сөнки тел мәҙәниәттә булған әйберҙәрҙе атап, сағылдырып ҡына ҡалмай, ә ошо мәҙәниәт эсендә үҫә. Ошо идея нигеҙендә яңы фән – лингвокультурология барлыҡҡа килә. Лингвокультурология, тел һәм мәҙәниәттең бәйләнешен өйрәнеп, тел шәхесе һәм донъя тел картинаһының төҙөлөшөн сағылдыра. Тел шәхесе тәрбиәләү дүрт төрлө (коммуникатив, лингвистик, тел, лингвокультурологик) компетентлыҡ формалаштырыу аша тормошҡа ашырыла.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа лингвокультурологик компетентлыҡ формалаштырыу бер нисә маҡсатты күҙ уңында тота:

  • Башҡорт халҡының милли мәҙәниәтен өйрәнеү;

  • Халыҡ тормошонда әсә теленең әһәмиәтен аңлау кеүек ҡиммәттәрҙе формалаштырыу;

  • Уҡыусының милли үҙаңын, рухи-әхлаҡи донъяһын үҫтереү.

Лингвокультурологик компетентлыҡтың формалашҡанын белдереүсе күрһәткестәрҙе ҡарап үтәйек:

  • уҡыусылар кәрәкле культурологик мәғлүмәттәргә эйә;

  • дөйөм әҙәби һәм эквивалентһыҙ лексика минимумына эйә;

  • аралашыу телмәрендә мөһим булған тел сараларын беләләр (фонетик, лексик, грамматик);

  • бәйләнешле текст төҙөү, үҫтереү өсөн кәрәкле тел саралары тураһында мәғлүмәтлеләр.

Башҡорт телен уҡытыуҙың лингвокультурологик аспекты үҙ эсенә милли-мәҙәни аспекттағы лексика, телмәр этикеты, реалиялар, фольклор өлгөләре, тел шәхесе, концепт, донъя тел картинаһы, мәҡәл һәм әйтемдәр, фразеологик берәмектәрҙе һ.б. алырға тейеш.

Һүҙҙең лингвистик йөкмәткеһенән сығып, уны текстың берәмеге, мәҙәниәттең концепты булараҡ киңерәк планда күрһәтеү тел өйрәнеү резервтарын күпкә ҙурайта. Уҡыусыларҙың лексиконын байытыу һәм туған тел аша башҡорт мәҙәниәте донъяһына ыңғай ҡараш, ҡыҙыҡһыныу формалаштырыу минең эшемдә мөһим аспекттарҙың береһе булып тора.

Концепт-һүҙҙәр менән эшләүҙең методик моделе түбәндәгенән ғибәрәт:

  1. Концепт-һүҙ тыуҙырған ассоциациялар.

  2. Концепт-һүҙҙең һүҙлектәге портреты.

  3. Концепт-һүҙ – халыҡ ижадында.

  4. Концепт-һүҙҙең текстағы портреты.

  • Миҫал өсөн башҡорт тел картинаһынан бер концептты ҡарап үтәйек. Концепт-һүҙҙе билдәләү өсөн кроссворд сисеп алайыҡ. Һорауҙарға дөрөҫ яуап бирер өсөн үтелгән темаларҙы иҫкә төшөрөргә кәрәк буласаҡ.

  • Кроссворд


2


4








6





5


1


3










































  1. Урыҫса был йылғаның атамаһы – Уфимка (Ҡариҙел)

  2. Был һыуһаҡлағысты Рауил Бикбаев үҙенең поэмаһында “ағыу һаҡлағыс” тип атай. (Иштуған)

  3. Өфө ҡалаһының көньяғында аҡҡан йылға (Дим)

  4. Салауат районында аҡҡан йылға (Йүрүҙән)

  5. Ғафури районы буйлап аҡҡан йылға (Еҙем)

  6. Яйыҡ йылғаһының икенсе атамаһы (Урал)

  • Шулай итеп, бөгөн беҙ һеҙҙең менән “Ағиҙел” концепты тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Дәресебеҙҙең темаһы – “Ағиҙел - илдең яғаһы”. Был һүҙҙәр халыҡ мәҡәленән алынған, уның икенсе өлөшө. Беренсе өлөшө тураһында беҙ аҙағыраҡ һөйләшербеҙ. Нисек аңлайһығыҙ ошо һүҙҙәрҙе? (карта менән эш). Бөгөн дәрестә был концепттың башҡорт тел картинаһында ниндәй урын алып торғанын билдәләрбеҙ, уның тураһында мөмкин тиклем күберәк материал йыйырбыҙ. Ошондай план буйынса эшләйәсәкбеҙ.



Концепт-һүҙ тыуҙырған ассоциациялар

  • Ағиҙел һүҙен ишеткәс тә һеҙҙә ниндәй ассоциациялар тыуҙы? (йылға, журнал, ҡала, ете мөғжизә, тәбиғәт байлығы, Ә.Әминев, һ.б.)

  • Ассоциациялар тыуҙырыу ни өсөн кәрәк һуң? Ассоциатив фекер йөрөтөү уҡыусыларҙың “ағиҙел” концептына бәйле һүҙлек байлығын арттырыу өсөн, милли-мәҙәни аң даирәһен киңәйтеү өсөн уңайлы эш төрө.

  • Ә Ағиҙел һүҙенең лексик мәғәнәһен белер өсөн иң тәүҙә уның ниндәй һүҙ төркөмөнән килеүен белергә кәрәк. (яуаптар)

  • Яңғыҙлыҡмы әллә уртаҡлыҡ исемме? Нисек яһалған?

  • Аҡ + иҙел

  • Ошондай юл менән яһалған исемдәргә миҫалдар килтерегеҙ. ( миҫалдар)

Концепт-һүҙҙең һүҙлектәге портреты

Был өлөштә һүҙ тел берәмеге булараҡ ҡарала. Һүҙҙең лексик мәғәнәһе, антоним, синонимдары, ошо һүҙ менән фразеологик берәмектәр билдәләнә.



  • Эйе, был яңғыҙлыҡ исем, атама, топоним, гидроним. Шуға күрә беҙгә топонимдар һүҙлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. 1-се төркөм топонимдар һүҙлеге менән эшләй, 2-се төркөм аңлатмалы һүҙлектән “иҙел” һүҙенең аңлатмаһын таба.

  • Агидель – река, левый приток Камы, самая большая река Башкортостана. В башкирском фольклоре и в разговорной речи Иҙел. Ә иҙел һүҙе нимә аңлата һуң?

  • Иҙел. 1. Ағып ятҡан ҙур һыу, йылға. 2. Ир-ат исеме.

  • Тимәк “Иҙел” һүҙе бер мәғәнәлеме, әллә күп мәғәнәлеме?

  • Эйе, күп мәғәнәле. Ә хәҙер ни өсөн халыҡ был йылғаға Ағиҙел тип атама биргәнлеге тураһында билдәле фольклор белгесе Ф.Нәҙершинаны тыңлап үтәйек (Радиояҙма)

  • Шулай итеп, ни өсөн аҡ сифаты ҡулланылған? (яуаптар)

  • Шулай уҡ иҙел исеме ниндәй йылға атамаларында осрай?

  • Ҡариҙел, Дим йылғаһының икенсе атамаһы – Күгиҙел, Каманы – борон Сулман Иҙел тип йөрөткәндәр.

  • Ағиҙел йылғаһы ҡайҙан башлана?

  • Ирәмәлдән башлана, шуға күрә беҙҙең тыуған төйәгебеҙ Белоретты халыҡ телендә Иҙел башы тип атайҙар. Ағиҙел йылғаһы Башҡортостанды урап сығып, Кама йылғаһына барып ҡушыла һәм аҙаҡ Каспий диңгеҙенә ҡоя. Йылға буйында Белорет, Мәләүез, Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө, Благовещен, Бөрө, Ағиҙел ҡалалары урынлашҡан.

  • Йылға, ҡала атамаһы булыуҙан тыш Ағиҙел исеме тағы ҡайҙа осрай?

  • “Ағиҙел” тигән әҙәби журнал сыға. Баш мөхәррире – Әмир Әминев.

  • Бындай эш төрҙәре уҡыусыларҙы һүҙлектәрҙең төрҙәре менән таныштыра, улар менән дөрөҫ эшләргә, кәрәкле информация менән ҡулланырға мөмкинселек бирә, Интернет селтәрен урынлы ҡулланырға өйрәтә.

  • Артабан концепт өҫтөндә эште дауам итеп, төркөмдәр менән эш алырға була. Концепт өҫтөндә практик эштәр һүҙҙәрҙе дөрөҫ һәм урынлы ҡулланырға өйрәтәсәк.

  • Ә хәҙер әйҙәгеҙ төркөмләп эшләп алайыҡ. Исем һүҙ төркөмөн ҡабатларбыҙ.

1-се төркөм – Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан ҡала, район исемдәренең дөрөҫ яҙылышын ҡабатлаясаҡ. Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе яҙырға кәрәк.

М...л...үез, Иш...мбай, Б...р..., Д...ртөйлө, Б...рйән, ...афури, К...г...рсен, С...ла...ат, К...мертау, ...ырмы...ҡалы

2-се төркөм – бирелгән схема буйынса һүҙбәйләнештәр төҙөй.

Сифат + исем, исем + ҡылым

Эштәрҙе тикшереү

  • Шулай итеп, атамаларҙың дөрөҫ яҙылышын ҡабатланыҡ һәм Ағиҙел һүҙе менән төрлө һүҙбәйләнештәр төҙөнөк.

  • Концепт өҫтөндә эшләгәндә фразеологизмдарҙы ҡулланыу – отошло алымдарҙың береһе, сөнки фразеологик берәмектәр уҡыусыларҙың телмәрен байыта, биҙәй, образлы фекер йөрөтөүгә булышлыҡ итә. Фразеологик берәмектәр менән эшләгәндә күнегеүҙәрҙе төрләндерергә була. Мәҫәлән, бирелгән һүрәттәргә тап килгән фразеологизмды билдәләү.

Концепт-һүҙ – халыҡ ижадында.

  • Ағиҙел тураһында халыҡ ижадында тапҡыр һүҙҙәр, мәҡәл-әйтемдәр ҙә бар. Хәҙер шул мәҡәлдәрҙе ҡарап үтербеҙ. Һеҙҙең алдығыҙҙа мәҡәлдәр бирелгән, шуларҙың икенсе яртыһын билдәләргә кәрәк буласаҡ.

    Ханға ышанма,

    Иҙел – Яйыҡтың ағаһы,

    Иҙел күрмәй

    Ағиҙел – илдең яғаһы.

    итек сисмә.

    Иҙелгә таянма.

  • Ханға ышанма, Иҙелгә таянма. Нимәне аңлата был мәҡәл?

  • Иҙел – Яйыҡтың ағаһы, Ағиҙел – илдең яғаһы. Был мәҡәлдә Иҙел тип ниндәй йылғаны күҙ уңында тота халыҡ? Эйе, Волганы.

  • Иҙел күрмәй итек сисмә. Был әйтемдең рус телендә аналогы бар. Йәгеҙ әйтеп ҡарағыҙ әле. (Не зная броду, не суйся в воду.)

  • Шулай итеп, мәҡәл-әйтемдәрҙә Ағиҙел нисегерәк һүрәтләнә? (Ҙур, киң, тулы һыулы йылға булып күҙ алдыбыҙға килеп баҫа.)

  • Мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен аңлатып китергә була. Шулай уҡ башҡа халыҡ мәҡәлдәрен, әйтәйек урыҫ халыҡ мәҡәлдәрен ҡарап үтеү ҙә әһәмиәтле буласаҡ.

  • Халыҡ ижадының тағы ниндәй жанрҙарында Ағиҙел атамаһын осратабыҙ?

  • “Ағиҙел менән Яйыҡ” риүәйәте, башҡорт халыҡ йыры “Йәмле Ағиҙел буйҙары”

  • Эйе, беҙ һеҙҙең менән башҡорт халыҡ йыры “Йәмле Ағиҙел буйҙары”н уҡыған инек. Хәҙер ошо йырҙан өҙөк тыңлап алайыҡ.

  • Шулай итеп, беҙ һеҙҙең менән “Ағиҙел” концептының халыҡ ижадында сағылышын ҡарап үттек. Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәтен, менталитетын сағылдырған ауыҙ-тел ижадын төплө өйрәнеү яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Мәҡәл-әйтемдәр, йомаҡтар аша балаларҙа илһөйәрлек, ғәҙеллек, зирәклек кеүек ыңғай сифаттар тәрбиәләнә.

  • Артабан Ағиҙелгә арналған сәнғәт әҫәрҙәрен барларға мөмкин.

  • Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған рәссамы Сергей Борисович Красновтың ижадында Ағиҙел образы ярайһы ғына урын алып тора, сөнки рәссамдың ижадының төп тематикаһы – экология, Башҡортостан тәбиғәте. “Ағиҙел ярҙары буйлап” исемле пейзажын ҡарайыҡ. Был картина эпик стилдә төшөрөлгән. Үҙенсәлеге шунда – ғәҙәти булмаған ракурс ала рәссам. Был тау ҙа түгел, ҡая ла түгел, ә осар ҡош бейеклегенән һүрәтләнгән Ағиҙел.

Концепт-һүҙҙең текстағы портреты.

  • Концепттың текстағы портретын тикшереү ни өсөн кәрәк һуң? Беренсенән, текста һүҙ тел берәмеге булараҡ ҡына түгел, ә мәҙәниәт берәмеге булараҡ та ҡулланыла. Икенсенән, текст өҫтөндә эшләү уҡыусыларҙа дөрөҫ, грамоталы, камил телмәр мәҙәниәте формалаштырасаҡ.







Ағиҙел

Башҡортостан картаһына ҡарағыҙ. Уның бер осонан икенсе осона тиклем бер йылға ағып үтә. Оҙонлоғо 1500 километрға яҡын. Был Ағиҙел. Халҡымдың үткәнен дә, бөгөнгөһөн дә үҙендә кәүҙәләндереүсе Ағиҙел. Башҡортостан тураһында һөйләгәндә, уны иҫкә алмау мөмкин түгел. Сөнки Башҡортостан тиеү менән, Ағиҙелде күҙ алдына килтерәһең, ә Ағиҙел тиһәләр, Башҡортостанды уйлайһың.

Ағиҙел Учалы районы Яңы Хөсәйен һәм Байһаҡал ауылдары янында башлана. Башланған ерендә йылға бала-саға ла атлап сығырлыҡ тар ғына. Ә шул тиклем һыуҙы ҡайҙан ала һуң ул?

Күп йәшәгән, күпте белгән бабай әйтә:

Һеңлеләренән ала уны, - ти. – Бына бер һеңлеһе... Бына тағы... Һеңлеләре бик күп уның. Өс йөҙләп булыр... ә апаһы берәү генә – Иҙел... Ағиҙел шул апаһын эҙләп бара.

(Әнғәм Атнабаевтан)

  1. Текста осраған яңғыҙлыҡ исемдәрен күрһәтегеҙ.

  2. Ниндәй һеңлеләр тураһында һүҙ бара, һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

  3. Картанан Ағиҙелдең “һеңлеләрен” табып, башҡортса яҙып алығыҙ.

  • Беҙ бөгөн һеҙҙең менән Ағиҙел концептын ҡарап үттек. Лексик мәғәнәһен билдәләнек, халыҡ ижадында, сәнғәттә, әҙәбиәттә был атаманың сағылышын тикшерҙек һәм Ағиҙел концептының башҡорт тел картинаһында мөһим урын алып тороуына тағы берҙе инандыҡ.

Өйгә эш. Ағиҙел йылғаһының бөгөнгө торошо тураһында “Мин – Ағиҙел” тигән инша-эссе яҙырға.

  • Шулай итеп, бер дәрес рамкаһында башҡорт тел картинаһына ҡараған “Ағиҙел” концептын төрлө яҡлап тикшерергә була. Концепт был осраҡта үҙәк нөктә булып тора һәм уның тирәләй милли мәҙәниәттең төрлө өлкәләре ойоша. Концепт өҫтөндә эшләү һәр һүҙҙең байлығын, күп ҡырлы булыуын, һүҙҙең мәҙәниәттәге һәм халыҡ аңындағы урынын билдәләргә булышлыҡ итә.



6