5 класс. Дәрестең темаһы: "Һөнәрһеҙ ир- ҡанатһыҙ ҡош".
Синонимдар һәм омонимдар.
( "Әминбәк" әкиәте буйынса)
Дәрестең маҡсаттары:
1. Уҡыусыларҙың фекерләү һәм күҙаллау һәләтен үҫтереү.
2. Әкиәт төрҙәрен барлап сығып, сағыштырыу аша "Әминбәк" әкиәтенең төрөн билдәләү.
3. Уҡыусыларға ни тиклем һөнәрең күп булһа, шул тиклем бөгөнгө тормош-көнкүрештә йәшәүе еңелерәк икәне аңлатып, уларҙы белем алыуға әйҙәү.
Башҡорт әкиәттәренә, ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Йыһазландырыу:
скрипка, сатраш, силәк, ашъяулыҡ, компьютер презентацияһы.
Дәрес барышы:
1.Ойоштороу мәле (аптыратыу алымы):
- Һин дәрестән һуң бөгөн ниндәй түңәрәккә бараһың?
- Тағы ла ниндәй түңәрәктәргә йөрөйһөң?
- Ниндәй һөнәрҙәр беләһең?
2. Теманы билдәләү:
- Бөгөн дәрестең темаһы "Һөнәрһеҙ ир – ҡанатһыҙ ҡош” тип атала. Һеҙҙең менән беҙ әкиәт иленә сәйәхәткә сығасаҡбыҙ.Әкиәттең төрҙәрен иҫкә төшөрөрбеҙ
(презентация, 1 слайд).
3. Үткән теманы ҡабатлау.
- Уҡыусылар, иҫкә төшөрөп китәйек, нимә ул әкиәт?
(Ауыҙ-тел ижадының иң боронғо һәм иң киң таралған жанрҙарының береһе. Ысынбарлыҡтағы булмаған уйҙырма, ысынбарлыҡта булмаҫтай хәл-ваҡиғаларҙы һөйләү ҙур урын ала.)
- Әкиәттең төрҙәре бар икәнен һеҙ беләһегеҙ инде. Ниндәй төрҙәр улар?
Уҡыусылар:
- хайуандар тураһындағы әкиәттәр,
- батырҙар тураһындағы әкиәттәр,
- тылсымлы әкиәттәр,
- тормош-көнкүреш әкиәттәре
(слайд ).
Уҡытыусы:
- Хайуандар тураһындағы әкиәттәрҙә төп геройҙар - …?
- Батырҙар тураһындағы әкиәттәрҙә …?
- Тылсымлы әкиәттәрҙә нимә бар? Бындай әкиәттәр нимә менән айырыла?(Яуыз көстәргә ҡаршы тылсым көсөнә эйә булған нәмәләр ярҙамында көрәшәләр. Аждаһа, дейеү, мәскәй, алтын балдаҡ, өс бөртөк ҡыл, көҙгө).
- Тормош-көнкүреш әкиәттәрендә ысынбарлыҡта булған йәки булыуы мөмкин булған ғәҙәти ваҡиғалар һүрәтләнә, ғәҙәти кешеләр тураһында һүҙ бара. Бындай әкиәттәрҙә мөғжизә лә, тылсым көсө лә ғәжәп ҙур көскә эйә булған батырҙар ҙа, хайуандарҙы кешегә хас сифаттар менән һүрәтләү юҡ.
- (Слайд: малай, шашка, ҡаурый ҡәләм, скрипка).
- Был һүрәттәге егет ниндәй әкиәттән?
- Әйҙәгеҙ, хәҙер Әминбәк үткән юл буйлап сәйәхәткә сығайыҡ.
(Слайд).
- Ата-әсәһе Әминбәкте ниндәй һүҙҙәр менән оҙата? ("Һөнәрһеҙ ир – ҡанатһыҙ ҡош").
4. Өҙөк уҡыу.
"Шат кешене тағы ла нығыраҡ шатландырам, ҡайғылының ҡайғыһын таратам, ауырыуҙы түшәктән торғоҙам", - тип Әминбәк ниндәй һөнәргә өйрәнеп ҡайта?
Һүҙлек эше: ҡыл – струна.
(Слайд: малай, скрипка, мелодия яңғырай.)
5. Әңгәмә. Икенсе тапҡыр Әминбәк ниндәй һөнәр үҙләштерә? Текстан шул урынды табып уҡығыҙ.
(Слайд)
Һүҙлек эше. Сатраш – шахматы
Һын – фигура
Сатраш таҡтаһы – шахматная доска.
- Өсөнсө тапҡыр ҡалаға барғанда Әминбәк ниндәй һөнәр эйәһе булып ҡайта?
(Слайд: перо, малай.)
Һүҙлек эше: ҡауырһын – перо.
- Ата-әсәһе алған һөнәрҙәренә нисек ҡарай? Ауылдан күсеп сығып китеүҙәренә нимә сәбәпсе була?
- Әминбәккә һөнәрҙәрҙең тормошта кәрәге сығамы?
- Тормошта булмаған ниндәй геройҙы осраттығыҙ? Һеҙ уны нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?
Һүҙлек эше: дейеү (әкиәттәге мифик герой) - див.
(Слайд).
6. Йомғаҡлау әңгәмәһе.
- Әминбәкте алған һөнәрҙәре нисек бәхетле итә?
Һүҙлек эше: тәхет – престол.
(Сағыштырыу алымы)
- Әминбәк әкиәте беҙ алда ҡарап үткән ниндәй әкиәт төрөнә ҡарай? (Уҡыусыларҙан дәлилдәр килтертеү). Тылсымлы: мифик герой – дейеү, ҡоҙоҡ төбөнә төшөү, осоп йөрөү, 40 силәк алтын. Тормош-көнкүреш: ата-әсә йорто, һөнәр үҙләштереү, байлыҡ-ярлылыҡ, юл мотивы, батша булыу, өйләнеү.
(Слайд: шахмат таҡтаһы).
- Шулай булғас, Әминбәк әкиәте әкиәттең ниндәй төрөнә ҡарай? Әминбәкте һеҙ батша тәхетендә нисек итеп күрәһегеҙ, һүрәтләгеҙ. Уға ҡылыҡһырлама бирегеҙ 7. Бирелгән Әминбәк һүҙе менән уның һыҙаттарын ҡулланып кроссворд төҙөгөҙ.
8. Өйгә эш: "Әминбәк тәхеткә ултырғас"… әкиәтте дауам итегегеҙ.
9. Йомғаҡлау.
- Шулай итеп, был дәрестә беҙ һөнәрле кеше был донъяла юғалып ҡалмай, һәр ваҡыт үҙ урынын таба икәнлеген тағы ла бер тапҡыр аңланыҡ. Һөнәрһеҙ ир – ҡанатһыҙ ҡош, ә һөнәрле кеше – бәхетле кеше.
Һау булығыҙ!