СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Минең тыуған ауылым

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

Минең тыуған ауылым. Инша .10-сы класс уҡыусыһы Ильмираның ижади эше.

                                                 

Просмотр содержимого документа
«Минең тыуған ауылым»

Минең тыуған ауылым

Бигерәк йәмле минең тыуған ауылым,

Урман-тауҙар уны урата

Шаулап сайҡалышҡан ҡайындарҙа

Ҡоштар Һайрап, күңел йыуата.

Ата-бабаларҙан ҡалған данды

Дауам итер беҙҙең быуын да.

Хеҙмэт һөйгән, йырға-монға ғашиҡ

Халыҡ йәшәй минең ауылымда.

Минең тыуған ауылым гүзәл республикабыҙҙың иң матур ерендә урынлашҡан. Ошо гүзәл ауылыбыҙ үҙенең һоҡландырғыс тәбигәте, болоттарға уҡ тоташҡан тауҙары һәм тәнгә сихәт, күңелдәргә рәхәт бирә торған саф һауаһы менән үҙенә тартып тора. Аблай тәбигәте менән генә түгел, ә уҙенең тырыш, рухи донъяһы матур, бай булған бөйөк улдары, ҡыҙҙары менән дан ҡаҙана. Ниндәй генә куренекле шағирҙар, йырсылар тыуып үҫмәгән бында! Улар барыһы ла ғәзиз еребеҙ ғорурлығы.

Тыуған еребеҙ! Сабый саҡтан уҡ уның матурлығы минең куңелемә һеңгән. Йомартлығы йөрәгемә күскән. Аунап- тәгәрәп уйнаһам, һин миңә йәйен хәтфә менән еҫле сәскәләргә төрөнгән болон булдың, күккә ҡараһам – төрлө-төрлө һүрәттәргә кергән аҡ мамыҡтай болоттарың менән мауыҡтырҙың, хыялым ҡанаттарында шул зәңгәр бейеклектәргә күтәрҙең... Мин – тик һинеке. Минең йөрәк тамырҙарым да һинең тупрағыңа тоташҡан. Алтын көмөштәргә ҡарағанда ла һин миңә ҡәҙерле һәм яҡын...

Тыуған яғым, минең Аблайым,

Киң далалар, туғайҙар иле.

Ҡайҙа йөрөһәм, ҡайҙа барһам да мин,

Гел һағынып ҡайтам шул һине.

Үҙенең башҡорт балы, икмәге менән донъя күләмендә билгеле ул минең ерем.

Тыуған ауылым ҡош-ҡортҡа, еләк-емешкә, төрлө йәнлектәргә бик бай.

Йәй көнө урман кешеләрҙе уҙенә тарта. Йәй уртаһында урман аландарында салғы тауыштары ишетелә. Ауылда ҡайын, нарат урмандары шаҡтый. Тик урмандарға кергәс, киҫелгән ағас төптәрен, ташлаған сүптәрҙе күреп йөрәк әрней. Тәбигәтте быҫратыу, уға һаҡһыҙ ҡарау иманлы кешедәрҙә борсылыу уята. Ауыл бөтһә, тәбигәт тә ярлылана. уйҙәгеҙ әле, тәбигәткә ҡарата бер аҙ мәрхәмәтлерәк булайыҡ. Уны һаҡлап ҡалыу өсөн бар көсөбөҙҙө ҡыҙғанмайыҡ. Тәбигәт һәм бөтөн ғәләм киңлеген һаҡлап ҡалыу-беҙҙең бурыс.

Ауылыбыҙҙың кешеләре лә бик уңған, татыу, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙарға әҙер тора.

Башҡортостанда булған ҡайғыларҙы, яуҙарҙы кескәй генә ауылыбыҙ бөтөн башҡорт халҡы менән бергә кисерә.

Тыуған ауыл – бик ҡәҙерле һүҙ ул. Һәр бер кеше үҙенең ауылын, тыуған йортон ярата.

Тыуған ил тыуып-үҫкән ерҙән башлана. Кешегә иң ҡәҙерле ғәзиз әсә, тыуған тупраҡ, иң татлыһы-эскән һыу, иң йылыһы – һине йылытҡан өй, иң күркәме – тыуған өй, тыуған тәбигәт.

Мин тыуған яғым менән сикһеҙ ғорурланам. Уның үткәне , өмөттәр тулы бөгөнгөһө, яҡты киләсәге хаҡында йыш ҡына уйлайым. Үҙ илеңдә, ғәзиз тыуған яғыңда йәшәү үҙе бер бәхет икән.

Башҡортостан Республикаһы Мәғәриф министрлығы Саҡмағош районы муниципаль районының Аблай ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет мәғәриф учреждениеһы











Минең тыуған ауылым

10сы класс уҡыусыһы Мусина

Ильмираның ижади эше























Февраль 2013