8-се класта “Мостай Кәримдең “ Үлмәҫбай” поэмаһы” темаһына дәрес планы
Уҡытыусыһы: Учалы ауылы башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәнеева Рәсилә Утарбай ҡыҙы.
Тема: Мостай Кәримдең “ Үлмәҫбай” поэмаһында батырлыҡ темаһы. Лиро-эпик поэмаларҙың үҙенсәлеге тураһында.
Маҡсат: Уҡыусыларҙың поэма буйынса алған белемдәрен нығытыу, системалаштырыу; Бөйөк Ватан һуғышындағы халыҡтың батырлығын күрһәтеү аша уҡыусыларҙа Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү; поэманың үҙенсәлеген асыу менән бергә “лиро-эпик” һүҙенең лексик мәғәнәһен асыу; иншаға әҙерлек эше алып барыу.
Йыһаз: М.Кәримгә арналған китаптар, яҙыусының әҫәрҙәренән, гәзит-журналдарҙан күргәҙмәлелек; “Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәримдең тыуыуына 95 йыл”, “2014 йыл - Мостай Кәримдең тыуыуына - 95 йылы“,слайдтарҙағы портреттар, төҫлө һүрәттәр, “Бойцы на привале“ исемле төҫлө картина (худ.В.Непринцев), Үлмәҫбай образына арнап төҙөлгән Штейнберг таблицаһы, эпиграф, Ғайса Хөсәйеновтың “Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге”.
Эпиграф:
Күпме йонсоу һуғыш юлын үтмәнек,
Тир урынына күпме ҡандар түкмәнек.
Күңелебеҙҙә булды изге антыбыҙ,
Уйыбыҙҙа булды туған халҡыбыҙ.
(М.Кәрим)
Дәрес барышы: Һаумыһығыҙ. Ултырығыҙ.
Дәрестә барыһы ла бармы?
Уҡыусылар, беҙ бөгөнгө дәрестә М.Кәримдең “Үлмәҫбай” поэмаһына анализ яһап, поэманың образдар системаһына, үҙенсәлектәренә байҡау яһап, әҫәрҙең төп тема һәм идеяһын асыҡларға, халыҡтың Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы батырлығын күрһәтә алырға һәм шулай уҡ “лиро-эпик поэма” төшөнсәһенең мәғәнәһен асыҡлап китергә тейешбеҙ. Был дәрес һеҙҙең өсөн инша яҙыуға әҙерлек тә булып торор. Шуның өсөн әүҙем эшләргә, белемегеҙҙе дәфтәрҙәргә теркәп барырға өндәйем.
Һорау: Өйгә эште иҫебеҙгә төшөрөп китәйек әле: быйылғы 2014 йыл М.Кәрим исеме менән нисек бәйле?
Яуап: 2014 йыл – Мостай Кәримдең тыуыуына быйыл 95 йыл туласаҡ.
Һорау: М.Кәрим ҡасан, ҡайҙа тыуған? Бала сағы тураһында һөйләгеҙ.
Яуап: 1919 йылда Шишмә районы Келәш ауылында ишле ғаиләлә тыуа.
Һорау: Мостай Кәрим күп яҡлы талант эйәһе булыуын нимәләрҙән күрҙек?
Яуап: Шағир, драматург, прозаик, публицист.
Һорау: Ниндәй наградалар менән уның хеҙмәте билдәләнгән?
Яуап: Башҡортостандың халыҡ шағиры, С.Юлаев исемендәге, К.С.Станиславский исемендәге РСФСР дәүләт премияһы лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Г.-Х.Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Почетлы дипломға лайыҡ була. – Һеҙҙең алдығыҙҙа уның ижадының бер генә кескәй өлөшө - күргәҙмәлелек менән таныштырыу.
Һорау: Һуғыш темаһы М.Кәрим ижадында осраҡлымы?
Яуап: Юҡ. М.Кәрим – яугир шағир.
Һорау: Һуғыш осоро биографияһын һөйләгеҙ.
Яуап: 1941 йыл. М.Кәрим һуғышҡа китә. Элемтәсе булып хеҙмәт итә. 1942 йылдың авгусында ҡаты яралана. 9 ай госпиталдә ята. Һауыҡҡас, уны тағы фронтҡа ебәрәләр. Бында ул фронт гәзиттәрендә корреспондент булып эшләй.
Украина, Румыния, Болгария, Венгрияны азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеүҙе Вена ҡалаһында ҡаршылай.
Һорау: М.Кәримдең Бөйөк Ватан һуғышы темаһына яҙған ниндәй әҫәрен беләһегеҙ?
Яуап: “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!”, “Башҡорт халҡына яуап хат”, “Декабрь йыры” поэмаһы, “Үлмәҫбай”, “Ҡара һыуҙар” поэмалары “Ярлыҡау”, “Беҙҙең өйҙөң йәме” повестары, һәм бик күп шиғырҙары: “Төрөпкә”, “Тәҙрәңде ас та…”, “Рус ҡыҙы”, “Ҡол ҡыҙ йыры”, “Ике бокал”, “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа…”, “Билдәһеҙ һалдат” һ.б.
Һорау: Учалы ере менән М.Кәримде нимә бәйләй?
Яуап: М.Кәрим, йәрәхәтләнеп һуғыштан ҡайтҡас, тиҙ генә аяҡҡа баҫа алмай. Фрот окоптарында йоҡторған үпкә сиренән дауаланырға Өргөн еренә уны яҡташ яҙыусыбыҙ Мөхәммәт Хәйҙәров саҡыра. М.Кәрим Өргөндә йәшәгәндә “Өс таған” повесын яҙа. Тағы ла, ҡыҙыҡһынып, ике ҡитға тоташҡан күпергә алып барыуҙарын һорай, Урал йылғаһы ярында Европа менән Азия- ике континент тоташҡанын уйлап, әҫәрләнеп уйға ҡала.Ерҙә кескәй генә ҡырмыҫҡаның һалам киҫәген һөйрәткәнен күреп, тулҡынлана. Бына ошо ҡырмыҫҡа образы ла Учалы еренән алынған. Ә ҡайтҡас, тәьҫораттары буйынса “Европа-Азия” шиғырҙар циклын яҙа. Шулай итеп, М.Кәрим Учалы ерендә булып, дауаланып, илһам- дәрт алып, яңы көс менән эш башлай.
Уҡытыусы: Цикл – грексанан Kyklos – түңәрәк тигәнде аңлата. – тема, жанр, герой уртаҡлығы менән бергә тупланған әҫәрҙәр төркөмө.
М: М.Кәримдең “Европа-Азия” шиғырҙар циклы, Фәрит Иҫәнғоловтың “Юлдыбай хикәйәттәре” циклы.
Уҡытыусы: Шулай итеп, М.Кәрим ижадында Бөйөк Ватан һуғышы осраҡлы түгел. Ул үҙе күргәндәрҙе – белгәндәрҙе үҙенең һәләтен ҡушып, оҫта итеп “Үлмәҫбай” поэмаһында һүрәтләй.
Һорау: Поэма ни өсөн “Үлмәҫбай” тип атала?
Яуап: Һүҙ төп герой Үлмәҫбай тураһында бара.
Һорау: Поэма нисә бүлектән тора? Улар нисек бәйле?
Яуап: Өс бүлектән: “Һунарға барыу”, “Үлмәҫбай туйға бара”, “Алмалар бешкән ине”. Өс бүлек өсөн дә уртаҡ уртаҡ герой. 1 - сеһе Үлмәҫбай – тел алып ҡайта, фашист штабының үҙенән; 2 - сеһе – улар староста ҡыҙын кейәүгә биргән өйҙө шартлаталар; 3 – сөһө - 3 фашист һаҡсыһын ҡулға алалар.
Һорау: Үлмәҫбай, Теребай исемдәренең мәғәнәһен аңлатығыҙ
Яуап: Үлмәҫ, мәңге тере кешеләр. Халыҡ батырлығын, үлемһеҙлеген күрһәтеүсе исемдәр.
Һорау: Поэма тексын уҡыуы оҡшанымы? Ни өсөн ?
Яуап: Ритмикаһы йырға тартым. 8 - 7 үлсәме халыҡ йырҙарына тартым.
Һорау: Тағы поэма нимәһе менән оҡшаны?
Яуап: Әкиәт жанрына яҡын. Гипербола, фантастик элементтар сюжетты мауыҡтырғыс итә. Халыҡсан юмор, сатира, уйҙырма, кинәйә менән һуғарылған.
Һорау: Миҫалдар килтерегеҙ.
Яуап: Гипербола: ҡарт – һаҡалы 70 ҡарыш, үҙе 5 ҡарыш ҡарт.
юмор – көлкөлө хәлдәр һөйләүе;
сатира – фашист һалдаттарын тасуирлау;
дейеү кеүек; ҡолаҡтары елпеүес.
Һорау: “Үлмәҫбай” поэмаһының төп геройы. Уның портреты тураһында һөйләгеҙ.
Яуап: 30 йәшлек, ҡыҫыҡ күҙле, һирәк мыйыҡлы башҡорт егете.
(Презентация менән асылған таблицаның өлөштәре интерактив таҡтала күрһәтелә).
Һорау: Телмәренә ҡылыҡһырлама бирегеҙ. Миҫалдар килтерегеҙ.
Яуап: телмәре аңлайышлы, халыҡсан, тапҡыр әйтемдәр, мәҡәлдәр, фразеологизмдар бик күп. (Миҫалдар эҙләтелә, уҡытыла.)
Һорау: Уның шәхси сифаттары ниндәй?
Яуап: ябай аралаша, шаян, күңелсәк, тәүәккәл һәм ныҡышмалы. Ауыр яу шарттарында барған разведчиктар эшен көләмәс итеп кенә һөйләй. Шул уҡ ваҡытта ул ҡыйыу.
Һорау: Халҡына мөнәсәбәте ниндәй?
Яуап: Ул Уралдан булыуына ғорурлана, халҡының яугир традицияһы менән һоҡлана, Тыуған илен һағына. Һуғыштағы һәр батырлығы илен дошмандан ҡотҡарыу өсөн эшләй, тип уйлайым.
Һорау: Дошманға булған мөнәсәбәте нисек сағыла?
Яуап: Үлмәҫбай фашистарҙы күрә алмай. “Ҡуян” кеүек аулай, фашист тылына бара, офицерҙы ҡурҡытып алып сығып китә. Уларҙан әсе көлә, һуңғы бүлектә өс дошман имгәген шәрә йөрөтөүе - Үлмәҫбайҙың фашистарҙан өҫтөн булыуын, тантана итеүен күрһәтә.
Һорау: Гөлбикәгә булған мөнәсәбәте тураһында һөйләгеҙ.
Яуап: Гөлбикәне ярата, һағына, хаттарын ҡат-ҡат уҡый, тиҙерәк яуҙан ҡайтырға тырышыуы ла һөйгәне өсөндөр.
Һорау: Үлмәҫбайҙың дуҫтары кем?
Яуап: Теребай, уны тыңлаған һалдаттар, партизан ҡарт һәм башҡа партизандар.
Уҡытыусы: Шулай итеп, Үлмәҫбай яңғыҙ түгел. Теребай шундай уҡ сифаттарға эйә. Уның дуҫтары, бергә хеҙмәт иткән һалдаттар бик күп. Тимәк, Үлмәҫбай – типик образ. Автор башҡорт халҡының милли характер үҙенсәлектәрен һүрәтләй, үлемһеҙлеген күрһәтә.
Рус әҙәбиәтендә лә ошоға оҡшаш әҙәби герой бар. Александр Твардовскийҙың рядовой Василий Теркины Үлмәҫбайға яҡын тора. Василий Теркинға рус халҡының характерын һала.
“На привале” (В.Непринцев)
иллюстрацияһы күрһәтелә
Уҡытыусы: Был картина М.Кәримдең поэмаһына тура килә. Әҫәрҙең ҡайһы бүлеген аса?
Яуап: 1 – се бүлектә Үлмәҫбай яугирҙәргә мажаралы разведкаһы тураһында һөйләй. Шулай уҡ аҡ халат кейгән разведчиктар торалар. Урталағы кәмит һөйләүсе һалдатҡа барыһы ла көлөп ҡарайҙар, сөнки ул көлкөлө хәбәр һөйләй.
Рефлексия яһатыу: Мостай Кәрим Үлмәҫбай һәм Теребай образдары аша башҡорт ир-егеттәренең фронттағы батырлығын сағылдыра. Әҫәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғалар тормошта ла булған. ФАШИСТАРҘЫ ПЛЕНҒА АЛЫУ, ТИМЕР ЮЛДАР ШАРТЛАТЫУ, фашист штабтарына һөжүм итеү – былар бөтәһе лә совет һалдаттарының тәүәккәллеге, батырлығы, зирәклеге һәм ҡаһарманлығы һөҙөмтәһе.
Уҡытыусы: М.Кәрим әйткәненсә:
Күпме йонсоу һуғыш юлын үтмәнек,
Тир урынына күпме ҡандар түкмәнек.
Күңелебеҙҙә булды изге антыбыҙ,
Уйыбыҙҙа булды туған халҡыбыҙ.
(Эпиграф уҡытыла).
М.Кәримдең поэмаһы бөтә башҡорт әҙәбиәте өсөн күренекле лиро-эпик әҫәр булараҡ өлгө булды.
Поэмала лирик һәм эпик элементтар үҙ-ара бәйләнештә бирелә.
М: лирик элементтар: тәбиғәт күренештәре, Үлмәҫбайҙың һөйгәне, иле тураһында әйткәне, һөйөү хаттары - аҙ булһа ла бар.
Эпик элементтар: разведкаға барыу, “тел” алып ҡайтыу – ҙур урын алған Халыҡ героикаһы күп урын биләй.
Шуға күрә поэма формаһы буйынса лиро-эпик поэма тип атала.
Баһалар ҡуйыла.
Өйгә эш бирелә: “М.Кәримдең “Үлмәҫбай” поэмаһында халыҡтың батырлығын һүрәтләү” темаһына инша яҙырға әҙерләнергә.
Приложение: Презентация “ 2014 йыл М.Кәримдең тыуыуына 95 йыл тула
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1. Ғайса Хөсәйеновтың “Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге”;
2. Александр Твардовский “ Василий Теркин” поэмаһы;
3. В.Непринцевтың “На привале” иллюстрацияһы;