НАЗАР НӘЖМИҘЕҢ ТОРМОШ ЮЛЫ ҺӘМ ИЖАДЫНА АРНАЛҒАН
“НАЗАР НӘЖМИ – ТЫУҒАН ЯҠ ЙЫРСЫҺЫ”
ИСЕМЛЕ ДӘРЕС ӨЛГӨҺӨ
Башҡарҙы: Мишкә районы 2-се Мишкә урта дөйөм белем биреү мәктәбенең
башҡорт теле уҡытыусыһы
Хәсәнова Лилиә Мәүлит ҡыҙы
Тема: Назар Нәжми – тыуған яҡ йырсыһы
Маҡсат: Н. Нәжмиҙең тормош юлы һәм ижады менән танышыу; шағир тураһында күберәк биографик мәғлүмәт биреү;
Бурыстар:
а) уҡытыу : Шағирҙың ижадын өйрәнеү, шиғырҙарына анализ яһау;
б) үҫтереү: уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү; шиғырҙарына ҡарата үҙ фекерҙәрен әйтергә өйрәтеү;
в) тәрбиәүи: шағирҙың ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм хөрмәт тәрбиәләү; уҡыусыларҙа уның ижады аша тыуған илгә, туған телгә, кешеләргә ҡарата һөйөү, игелекле ҡараш тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: Н.Нәжмиҙең портреты, уның китаптарынан күргәҙмә, проектор, таратма материал, “Батырҙар йыры”ның аудиояҙмаһы.
Дәрес барышы
Ойоштороу моменты
Эшмәкәрлеккә әҙерлек. Уңыш ситуацияһын тыуҙырыу.
Уҡыусылар, бөгөнгө дәрестең темаһын белеү өсөн һеҙгә түбәндәге ребусты сисер кәрәк:
18, 1, 11, 1, 23 18, 40, 10, 17, 12 (Назар Нәжми)
Эйе, бөгөн беҙ һеҙҙең менән Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
Белемде актуалләштереү. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.
- Уҡыусылар, кем ул Назар Нәжми? Һеҙ уның ижады менән танышмы? Ул тик шиғырҙар ғына яҙғанмы икән? (уҡыусыларҙың яуабы)
- Тимәк, бөгөнгө дәресебеҙҙең маҡсаты ниндәй уҡыусылар? (Назар Нәжми тураһында мәғлүмәт алыу, уның ижады менән танышыу)
Уҡыу мәсьәләһен сисеү
Уҡыусылар, Назар Нәжми тураһында мәғлүмәт алыу өсөн беҙгә һынауҙар аша үтергә тура киләсәк. Ошо һынауҙарҙы уңышлы үткән осраҡта ғына беҙгә шағир тураһында мәғлүмәт асыҡ булыр.
1-се һынау. Йомаҡтарҙы сис:
Аҡ бабай, аҡ бабай,
Аҡ туныңды ҡаҡ бабай. /ҡыш/
Осоп китә, йөҙөп китә,
Ваҡыт еткәс, иреп бөтә. /ҡар/
Үкерә лә ҡотора,
Бөтә ерҙе тултыра. /буран/
Ишектән керер, түргә уҙыр. /һыуыҡ/
Афарин, уҡыусылар. 1-се һынауҙы уңышлы үттегеҙ. Беҙҙең йомаҡтар ниндәй темаға булды? (Ҡыш). Эйе, дөрөҫ. Ҡыш миҙгеле беҙгә Башҡортостандың халыҡ шағирын, Назар Нәжмиҙе бүләк иткән миҙгел.
Хәбибназар Нәжметдин улы Нәжметдинов 1918 йылдың 5 февралендә хәҙерге Дүртөйлө районы Миңеште ауылында тыуған. Күп балалы ғаиләлә 9 баланың һигеҙенсеһе булып донъяға килә. Бик иртә аталары донъя ҡуя, бар тормош мәшәҡәттәре әсәләре елкәһенә ята. Балалар бар эштә лә әсәләренә ярҙам итергә тырышалар.
Назар 8 йәшендә уҡырға бара. Ул бик тиҙ уҡырға өйрәнә. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Назар Нәжми Өфөгә килә. Бында ул 3 йыл металлургия рабфағында уҡый, унан педагогия институтына уҡырға инә. Ошо йылдарҙа яҙыша башлай.
2-се һынау:Шиғыр өҫтөндә эш
Эйәрле ат беҙ менгәндәр,
Һay булығыҙ, йән һөйгәндәр,
Ил саҡыра изге яуға,
Ҡылыс — билдәрҙә.
Бәйге түгел яу ҡырҙары,
Мөмкин булмаҫ ҡайтыуҙары бөтәбеҙгә,
Бәлки, кире тыуған илдәргә…
-Уҡыусылар, был шиғыр өҙөгө ниндәй шиғырҙан? Нисек атала? Шиғыр ниндәй теманы аса?
-Эйе дөрөҫ. Был Назар Нәжмиҙең “Батырҙар йыры” шиғыры. Шағир һуғыш, фронт, илһөйәрлек темаһына күп кенә шиғырҙар ижад итә. Тимәк, Назар Нәжми һуғышта ҡатнашҡанмы ни?
- Һуғыш башланғас, Назар Нәжми ҡәләмен мылтыҡка алмаштырып, педагогия институтының З курсынан фронтҡа китә. Бары тик 1946 йылда күкрәгендә II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл йондоҙ ордендары һәм күп миҙалдар балҡытып, тыуған Башҡортостанына әйләнеп ҡайта. Ҡайтыу менән уҡыуын дауам итә. 1947 йылда Башҡорт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт бүлеген тамамлай.
3-сө һынау: Кросвордты сисегеҙ:
| | | М | И | Ң | Е | Ш | Т | Е | | |
| | Н | Ә | Ж | М | И | | | | | |
Ф | Е | В | Р | А | Л | Ь | | | | | |
| | | | Д | Ү | Р | Т | Ө | Й | Л | Ө |
Назар Нәжмиҙең тыуған ауылы. (МИҢЕШТЕ)
Шағирҙың фамилияһы (НӘЖМИ)
Назар Нәжми ниндәй айҙа тыуған? (ФЕВРАЛЬ)
Шағир ҡайһы райондан? (ДҮРТӨЙЛӨ)
-Балалар, тимәк, киләһе мәғлүмәт шағирҙың ижады тураһында булыр.
1950 йылда "Тамсылар" исемле тәүге йыйынтығы донъя күрә.Ошо йылдарҙа уға Башҡорт академия драма театрын етәкләүҙе тапшыралар һәм ул, күп тә үтмәй, драматург булып таныла. "Хуш, Хәйрүш", "Саҡырылмаған ҡунаҡ", "Егет егетлеген итә", "Гармунсы дуҫ", "Ҡыңғыраулы дуға" бөгөнгө көндә лә театр хазинаһының күркәм ынйылары булып тора.
Шағир үҙе әйткәнсә, кеше ғүмере – “Бер күҙ асып – йомған ара ғына”. Ул ошо ғүмер эсендә шиғриәтебеҙҙе ун биштән артыҡ поэмалары менән байытты. Ҡырҡҡа яҡын шиғри йыйынтыҡ сығарып өлгөрҙө, бынамын тигән драмалар ижад итте, башҡорт йыр сәнғәтенә лә үҙ өлөшөн индерҙе.
Ял минуты.
Белемде нығытыу
- Уҡыусылар, дәрес башында мин һеҙгә һорау биргән инем: Назар Нәжми шиғырҙар ғына ижад иткәнме?
-Дөрөҫ, Назар Нәжми шағир ғына түгел, ул драмматург. Уның: «Яҙғы йыр», «Хуш, Хәйрүш», «Саҡырылмаған ҡунаҡ», «Егет егетлеген итә» тигән тәүгә пьесалары менән дә, һуңыраҡ яҙылған «Гармунсы дуҫ», «Күршеләргә ҡунаҡ килгән», «Ҡыңғыраулы дуға», «Әтәмбәй» пьесалары донъя күрә. Назар Нәжми – тәржемәсе. Ул башҡорт уҡыусыһына Александр Пушкин, Михаил Лермонтов, Алишер Навои поэмаларын, Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиев һәм башҡа донъя кимәлендә билдәле шиғырҙарын туған телендә яңғыратты. Ул шулай уҡ – публицист, мемуарсы. Назар Нәжми башҡорт йыр сәнғәтенә тиҫтәләгән йыр бүләк иткән автор.
- Уҡыусылар, әйҙәгеҙ беҙ һеҙҙең менән тема буйынса синквейн төҙөп ҡарайыҡ
Назар Нәжми
Оҫта, талантлы
Яҙа, ижад итә, һуғышта ҡатнаша
Башҡортлоҡ – ул милләт кенә түгел...
Халыҡ шағиры
Йәйә эсендәге һүҙҙәрҙе тәржемә итеп дәфтәргә күсереп яҙырға.
1-се төркөм:
Эйәрле (лошадь) беҙ менгәндәр,
(До свидания), йән һөйгәндәр,
(Страна) саҡыра изге яуға,
(меч) — билдәрҙә.
Бәйге түгел (сражение) ҡырҙары,
Мөмкин булмаҫ ҡайтыуҙары бөтәбеҙгә,.
Бәлки, кире тыуған илдәргә,
2-се төркөм:
Алдыҡ (рана), йә үлдек (мы),
(смерть) бар тип белмәнек беҙ,
Үттек илдәр, үттек (дороги)
Изге яуҙарҙа.
Булманы (башкир) ҡайҙарҙа,
Ат эсерҙек (весна)ғы айҙа'
Висла, Одер, Дунай тигән
(далекий) ярҙарҙа!
3-сө төркөм
(Здравствуй), тыуып үҫкән ерҙәр!
Бар икән дә күрер (день)дәр.
Шатлыҡтары (крыло) йәйә
Беҙҙең (песня)ҙарҙың.
Һағындырған тыуған яҡтар,
Тып-тып баҫып (идет) аттар,
(Слава) бөркөлә, саң бөркөлә
(Наш) юлдарҙан!
Һай, юлдарҙан!
Әйҙәгеҙ, уҡып ишеттерегеҙ. Рәхмәт, был Назар Нәжми һүҙҙәренә яҙылған “Батырҙар йыры”. Тыңлап үтәйек. (Йыр тыңлау)
Балалар, хәҙер бергәләп йырлап ҡарайыҡ. (Бергә йырлау)
VII. Йомғаҡлау. Рефлексия.
-Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим Назар Нәжми тураһында бына нимә тигән: “ Назар Нәжми сатың артында ла, уртаһында ла түгел. Ул – башҡорт лириктары сафының бер командиры. Ә командирҙың урыны марш ваҡытында ҡайҙа икәнен һәр кем белә. Ул сафтан саҡ ҡына алдараҡ бара...”. Ысынлап та Назар Нәжми башҡорт әҙәбиәте, сәнғәтенең үҫешенә, байытыуына ҙур өлөш индергән шәхес. Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Октябрь Революцияһы ордены, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрак ордены менән наградлана. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайлана. РСФСР дәүләт премияһы һәм республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1972) лауреаты. 1993 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелде. Назар Нәжми 1999 йылдың 6 сентябрендә Өфөлә вафат була
Уҡыусылар, дәресте тамамлар ваҡыт та етте. Һеҙгә дәрестә ниндәй эш төрө ауыр булды? Ҡайһы эш төрө һеҙгә оҡшаны?
Әгәр дәрес оҡшаһа, аңлаһағыҙ парталағы йылмайған смайликты күрһәтегеҙ, әгәр дәрестә һеҙгә эшләүе ауыр булһа бойоҡ смайликты күрһәтеге.
Өйгә эш
Тема буйынса 2 һөйләм төҙөргә.
Назар Нәжмиҙең берәй шиғырын ятларға.
Назар Нәжмиҙең тормош юлы һәм ижадына арналған проект эше (эҙләнеү эше) эшләргә.