СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Поиграем вместе

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Поиграем вместе»

Сценарий “Уйнайыҡ бергәләп”

  1. Дилә:

Сәләмләйбеҙ һауаны

Именлек булһын өсөн,

Сәләмләйбеҙ дуҫтарҙы

Гел дуҫлыҡ булһын өсөн.

Заһир:

Донъяла иң- иң матур ил-

Ул минең Тыуған илем.( бергә)

Донъяла иң – иң матур тел-

Ул минең туған телем!(бергә)


  1. Әмирхан:

Бөгөн беҙҙә ҙур байрам,

Бик күңелле көн беҙҙең!

Эльза:

Иртән үк ҡояш көлә,

Биҙәп зәңгәр күк йөҙөн.

  1. Динара:

Байрам бөгөн, байрам!- тип,

Бар донъя көлөп торһон.

Илгиз:

Беҙҙә байрам икәнен

Бар кеше белеп торһон.

  1. Сахибгареев Тимур:

Байрамыбыҙ гөрлөп үтһен,

Иҫтә ҡалһын ғүмергә,

Кристина:

Шатлыҡтарҙы уртаҡлашып,

Ҡунаҡтар килгән беҙгә!

Йыр “Мин үҙемде яратам”

Трам – там – там , трам – там – там

Мин үҙемде яратам,

Трам – там – там , трам – там – там

Мин һеҙҙе лә яратам.

Яратам мин илемде,

Матур башҡорт телемде,

Уйнап – көлөп үткәрәм

Һәр бер яңы көнөмдө.

Яратам әсәйемде,

Яратам атайымды,

Уйнап – көлөп үткәрәм

Һәр бер яңы көнөмдө.

  1. Ахметова Алина:

Ҡыҙыҡ уйын уйнайбыҙ,

Ниндәй икәнен әйтмәйбеҙ!

  1. Айҙар:

Ҡояш сыға таң менән,

Уйын башлана йыр менән!

Косилка - молотилка


Уйнап алайыҡ әле /лә/,

Йырлап алайыҡ әле,

Уйнайыҡ та, йырлайыҡ та,

Бейеп алайыҡ әле.


Косилка, молотилка,

Сортировка, веялка.

Уйнайбыҙ бергә-бергә /лә/,

Бейейбеҙ бергә-бергә.

Уйнап-көлөп, шау-гөр килеп,

Эшләйбеҙ бергә-бергә.


Косилка, молотилка,

Сортировка, веялка.


Уйнайбыҙ бергә-бергә /лә/,

Бейейбеҙ бергә-бергә.

Уйнап-көлөп, шау-гөр килеп,

Йәшәйбеҙ бергә-бергә.


Косилка, молотилка,

Сортировка, веялка.


Йөҙөк һалыш уйыны

  1. Руслан:

Әйҙәгеҙ, йөҙөк һалыш уйнайыҡ. Көтөүсене һайлайыҡ.

  1. Эльза:

Мин һанайым:

Аладан-баладан,

Бесәй йөрөй йылғанан.

Сәүкә, сыпсыҡ,

Һин ҡал, был сыҡ!

Заһир - көтөүсе.

  1. Ә мин йөҙөк һалам.

(һалып сыға)

Йөҙөк кемдә, йә әйт!

(Көтөүсе әйтә).

  1. Гафурова Алина:

Эй, күңелһеҙ булып китте. Әйҙәгеҙ, көлдөрөшлө уйнайыҡ.

  1. Ильяс:

– Мин көлдөрәм!

Уйын “Беҙ , беҙ, беҙ инек”


Беҙ,беҙ,беҙ инек,

Беҙ ун ике ҡыҙ инек,

Баҙға төштөк, май ашаныҡ,

Аҡ келәттә бал ашаныҡ.

Бер таҡтаға теҙелдек,

Таң атҡансы юҡ булдыҡ.

Әпсен, төпсөн, ҡап та ҡоп!

  • 1- се наказ: шиғыр һөйләргә.

Радмила:

Тыуған ерҙә, һәр бер өйҙә

Именлек кенә булһын.

Атай, әсәй – алтын ҡанат,

Татыу ғаилә булһын.


Тимур Салихов:


Тыуған илем, илгенәм,

Тыныс булһын ергенәм!

Иҫән булһын дуҫ – туғандар,

Атай – әсәй – бер генәм!

  • 2 – се наказ: таҡмаҡҡа бейергә.

Сабина бейей

Әпипә

Баҫ, ҡыҙым, әпипә,

Һин баҫмаһаң, мин баҫам.

Һинең баҫҡан эҙҙәреңә

Мин дә килтереп баҫам.


Баҫ, ҡыҙым, әпипә,

Һин баҫмаһаң, мин баҫам.

Әпипәнең ҡаластарын

Ашап ҡалайым исмаһам.

Баҫ, ҡыҙым , әпипә,

Һындыр иҙән таҡтаһын.

Һындырһаң иҙән таҡтаһын,

Мәктәп түләр аҡсаһын.

  • 3- сө наказ: әтәс булып ҡысҡырырға.(Саша)

  • 4 – се наказ: ҡурайҙа уйнарға (Артемьева Юлиана)

  • 5 – се наказ: йырларға.

13.Аделина:

Әйҙәгеҙ, бергәләп йырлайыҡ:

Линара:

Башҡортостан – тыуған ерем,

Бала саҡ гөрләп үтә.

Биккинин Тимур:

Тыуған илем – бәхет иле,

Шундай илгә ни етә?!


Йыр “Ал бәйлә ҡулыңа, гөл бәйлә ҡулыңа”

Ал бәйлә ҡулыңа,

гөл бәйлә ҡулыңа,

йөрөйөк бергә баҫып.

Һайраһын ,һайраһын

һандуғас өҙөп- өҙөп,

беҙҙең дә, беҙҙең дә,

өҙә баҫҡанды күреп.


Ал бәйлә ҡулыңа,

гөл бәйлә ҡулыңа,

йөрөйөк бергә баҫып.

Сыңлаһын сынлаһын

монло ҡурай тауышы.

Яңғыраһын, яңғыраһын

һандуғастар тауышы.


Ал бәйлә ҡулыңа,

гөл бәйлә ҡулыңа,

йөрөйөк бергә баҫып.

Елкенһен елкенһен

бейеүсенең йорәге.

Ҡабул булһын, ҡабул булһын

Уның изге теләге










































Икебеҙ


Атай эштә, әсәй эштә,

Көн буйына икебеҙ.

Самауырҙа — сәй ҡайнаған,

Күптән бешкән итебеҙ.

Гөлдәремә һыу һибелгән,

һеперелгән иҙәндәр.

һай, уңғандар,— тиеп маҡтай

Өйөбөҙгә ингәндәр.

Кескәй Айгөл хужаларса

Телен сыртлатып ҡуя.

Өләсәйем менән,— ти ул,—

Шулай көтәбеҙ донъя.



Иң матур һүҙ


һин яратҡан иң матур һүҙ —

Ниндәй һүҙ, әйт, бәпәйем?

Иң наҙлы һүҙ, иң яҡын һүҙ,

Ул матур һүҙ — Әсәйем!

Бар тағы бер иң матур һүҙ:

Уныһы нимә?

Ул матур һүҙ,

Ул яҡын һүҙ — Атайым!

Балаҡайым, йә әйт инде.

Тағы матур ниндәй һүҙ?

Ул матур һүҙ — Илкәйем!

Унда һин, мин — бөтәбеҙ ҙә,

Унда әсәй-атайым!


  1. Иртән һис уянғы килмәй,

Барғы килмәй дәрескә,

Ниңә инде дәрестәрҙе

Ҡуймайҙар икән кискә?!

Төшкә хәтлем йоҡлар инем,

Уйнап та туйыр инем,

Министр булһам, дәресте

Ун минут ҡуйыр инем.

Ышанып ҡуймағыҙ бер үк –

Шаярттым ғына лаһа,

Яҡшы уҡыйым мәктәптә,

“Дүртле” лә “бишле” алам.

Иртән һис уянғы килмәй,

Торғо килмәй инде ул,

Әммә уҡып, белем алыу

Тик берҙән-бер тоғро юл.