СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Посвящение в первоклассники. Беренсе класҡа бағышлау.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Тантаналы иртәлек. "Беренсе класҡа бағышлау".

Просмотр содержимого документа
«Посвящение в первоклассники. Беренсе класҡа бағышлау.»

Башkортостан республикаhы Белорет районы муниципаль районы

Абҙаk ауылыныӊ урта дөйөм белем биреʏ мәктәбе

муниципаль бюджет дөйөм белем биреʏ учреждениеhы
















Тантаналы иртәлек

Беренсе класҡа бағышлау”






Үткәрҙе: Баймөхәмәтова

Рәйлә Ринат ҡыҙы

Ι категориялы башланғыс

класс уҡытыусыһы







Абҙаҡ-2022


Беренсе класка бағышлау


Маҡсат: уҡыусыларға дуҫлыҡ һәм берҙәмлек, яҡшы уҡырға ынтылыш тәрбиәләү.

Йыһазлау: "Һау бул, башланғыс мәктәп!" плакаты, фотоһүрәттәрҙән торған стенд, һәр фәндән өлгөлө дәфтәрҙәр, ҡул эштәре, иҫтәлекле ваҡиғаларға арналған йыйылма, йыртма календарь формаһындағы эш планы.

Байрам барышы

- Хәйерле көн, ата-әсәләр, ҡунаҡтар! Бөгөн беҙҙең тантаналы байрам- уҡыусыларҙы беренсе класҡа бағышлау байрамына йыйылдыҡ. Беҙ беренселәрҙе серле Белем иленә оҙатабыҙ. Улар был илде төплө белем алырҙар, үҙҙәренә дуҫ-иштәр табырҙар, күп нимәләрҙең асылына тәшөнөрҙәр.

Хөрмәтле уҙыусылар! Әле генә һеҙ ҡулдарығыҙға сәскәләр тотоп, матур портфелдәр күтәреп беренсе класҡа уҡырға тип килгән инегеҙ. Бына хәҙер ике ай күҙ асып йомған арала үтеп тә китте. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә күп нимәләргә өйрәндеһегеҙ. Әйҙәгеә хәҙер үҙебеҙҙең һәләттәрҙе, белемдәрҙе ата- әсәләргә, ҡунаҡтарға күрһәтеп алайыҡ.

  1. Шиғырҙар ятлау

  1. Сәхнә түрен биләп алды

Беренселәр, беренселәр.

Бар йөрәктән беҙҙән һеҙгә

Ҡайнар сәләм, ҡайнар сәләм!

  1. Мин - уҡыусың,

Һаумы, мәктәп!

Йыр йырлайым

Һине маҡтап!

  1. Һаумы, һаумы,

Уҡытыусым!

Һин- ҡәҙерле

Өлкән дуҫым!

  1. Һаумыһығыҙ,

Класташтар!

Иң-иң тоғро

Яҡын дуҫтар!

  1. Портфелемә

«Бишле» тулһын!

Һаумы, мәктәп!

Мин- уҡыусың!

  1. Ниндәй тиңһеҙ шатлыҡ та ул

Белмәгәндәрҙе белеү.

Парта артында көйөнсә

Донъяны гиҙеп йөрөү.

  1. Артта ҡалды уйындар,

Балалар баҡсалары.

Хәҙер беҙҙең көндәлеккә

Ҡуялар баһаларҙы.

  1. Уйындар артта ҡалды,

Беҙ хәҙер уҡыусылар.

Киләсәктә—ололарға

Булырбыҙ алмашсылар.

  1. Ҡалын- ҡалын китаптарҙы

Уҡырмын рәхәтләнеп.

Ололар белгән серҙәрҙе

Мин дә алырмын белеп.

  1. Башланып китте дәрес

Беҙ матур ултырабыҙ.

Дүртле, бишле билдәләрен

Көн һайын арттырабыҙ.

  1. Ниңә инде хәрефтәр

Баҫырға теләмәйҙәр

Минең тырышыуымды

һис кенә аңламайҙар.

12) булырбыҙ уҡыуҙа,

Тырышты һөйә белем.

Атаң шатланһын үҙеңә,

Ҡыуанһын Тыуған илең.

Йыр «Первоклашки»

Белем короле инә

- Һаумыһығыҙ, балалар! Һаумыһығыҙ ата- әсәләр, ҡунаҡтар! Бөгөн һеҙҙә байрам икәнен ишетеп ашыҡып килеп еттем. Таныш булығыҙ- мин Белем короле булам. Кем минең короллекте ярата?

Белемһеҙ йәшәгән кешене мин әле осратҡаным юҡ. Ә һеҙ балалар мәктәптә нисек уҡыйһығыҙ? Белем алырға тырышаһығыҙмы?

Балалар

-Эйеее.

Буратино инә.

Буратино

- Эйе, тырышып уҡыйҙар ти. Мин бик яҡшы беләм уларҙы. Бына был Сәлим исемле малай, ана тегендәге Сара тигән ҡыҙыҡай тииик урамда йөрөйҙәр, уҡый ҙа белмәйҙәр.

Король

  • Ғәфү ит, Буратино, һин ниңә улай тиһең әле?

Буратино.

  • Мин үҙемдән сығып әйтәм. Сөнки мин үҙем көнө буйы футбол уйнайым, телевизор ҡарайым, китап- ручканы бер ҙә тотҡо килмәй.

Король.

  • Ююҡ , мин һинең менән бер ҙә килешмәйем. Күрәһеңме, балалар ниндәй йыйнаҡ, матурҙар. Мин уларҙың мәктәпкә әҙер булыуына шигем юҡ, шулаймы балалар?

Балалар.

  • Эйе.

Буратино.

Әйҙәгеҙ һуң улай булғас тикшереп ҡарайыҡ.

Король.

Әйҙә. Мин балаларға өс һынау тәҡдим итәм. Ризаһығыҙмы шуға, балалар?

Балалар.

- Эйе.

Король.

Беренсе һынау- мин һеҙгә йомаҡтар әйтәм. Ә һеҙ йомаҡтарҙы сисегеҙ. Арағыҙҙа кем иң зирәге икән? Ҡулдарҙы күтәреп кенә яуап бирәбеҙ. ҡысҡырырға ярамай.


-Теле юҡ, һүҙе бар,

Күҙе юҡ, күрһәтә,

Бар нәмәне өйрәтә.


-Үҙе уҡый белмәһә лә,

Ғүмер буйы яҙыша.


-Ун ике битле,

Һыҙыҡ ситле,

Ап-аҡ төҫтә,

Тимер епле.


• Эҙ һалып ҡара таҡтаға

Ап-ак ҡуян әйләнә.

Әйләнгеләп йөрөй-йөрөй

Үзе бәләкәйләнә. (аҡбур)


• Бер ояла алты дуҫ,

Алтыһында алты төҫ (төҫлө ҡәләмдәр)


• Бер байлык бар – янмай,

Ҡарак та урлай алмай,

Төшөп тә юғалмай. (белем)


БУРАТИНО ТӨРЛӨСӘ ЯУАП БИРЕП ҠАРАЙ, ДӨРӨҪ БУЛМАЙ


Король.

  • Дөрөҫ балалар. Ә һеҙ тылсымлы һүҙҙәр беләһегеҙме? Ниндәй һүҙҙәр улар?

Балалар.

  • Рәхмәт, зинһар өсөн…һ.б.

Король.

- Дөрөҫ. хәҙер һынау. Мин һеҙгә тылсымлы һүҙ менән өндәшһәм һеҙ минең команданы үтәйһегеҙ, әгәр тылсымлы һүҙ ишетмәһәгеҙ үтәмәйһегеҙ. Башланыҡ.

-Балалар аяҡтарҙы тыпырлатығыҙ.

(балалар тик ултыра)

-Балалар зинһар аяҡтарығыҙҙы тыпырлатығыҙ.

- Балалар ҡул сабығыҙ.

-Балалар, зинһар ҡул сабығыҙ!

Король.

  • Бик яҡшы. Ҡайһылай шәптәр! Хәҙер инде өсөнсө һынау. Балар шиғыр, йыр беләләрме икән шуны тикшерәйек әле.


Король.

  • Афарин, балалар! Һеҙ өс һынауҙы ла үтәнегеҙ. Күрһеңме, Буратино, балалар мәктәпкә нисек тырышалар!

Буратино.

  • Мин дә улар кеүек аҡыллы, иғтибарлы булырға теләйем.

Король.

  • Бының өсөн хәреф танырға, яҡшы итеп уҡырға өйрәнергә кәрәк. Эйеме, балалар?

Балалар.

  • Эйе.

Король.

-Тағы ла һәр бер бала китап менән дуҫ булырға, тырышып уҡырға, ялҡауланмаҫҡа тейеш.

Белем батшалығы тик уңғандарҙы ғына ярата. Бөгөн һеҙ мине бик ҡыуандырҙығыҙ. Һеҙ бигерәк зирәк, аҙыллы икәнһегеҙ. Бындай уҡыусыларҙы мин ҡуш ҡуллап Белем батшалығына алам. Белем батшалығына рәхим итегеҙ!

Буратино

- Мине лә алағығыҙ инде. Үтенеп һорайым, зинһар өсөн! Яҡшы уҡырға һүҙ бирәм, башҡаса көнө буйы урамда футбол да уйнамайым. Алығыҙ инде, алығыҙ.

Король.

-Буратиноны үҙебеҙ менән алабыҙмы, балалар?

Балалар.

  • Эйе.

Шул ваҡыт Мальвинаның Буратиноны саҡырған тауышы ишетелә.

Мальвина инә.

Буратино.

- Мин бында, Мальвина. Мин бында.

Мальвина.

- Тағы ла әллә ҡайҙа юғалып йөрөйһөң. Дәрестәрҙе әҙерләргә икәнен онотоңмо әллә?

Буратино.

- Юҡсы. Мин был яғына көн һайын да дәрестәремде әҙерләйәсәкмен, Мальвина. Тырышып уҡыясаҡмын тип әле генә бына ошонда бөтә уҙыусылар алдында һү: бирҙем.

Мальвина:

- Һүҙ бирҙеһең? Бик яҡшы. Улай булғас хәҙер мәсьәләләр сисеп алайыҡ.

Буратино:

- Мәсьәләләр сисергә бик үк яратмаһам да булдыра алырмын мин тип уйлайым. Хәҙер минең дуҫтарым да күбәйҙе. Берҙәмлектә көс тиҙәр.

Мальвина:

- Балалар, Буратино менән бергәләп мәсьәләләр сисәбеҙме?

Балалар:

  • Эйе.

Мальвина: Улай булғас, иғтибар менән тыңлайбыҙ.


Уҡытыусы:

- Без Белем илендә сәйәхәттә булдыҡ. Беренсе һынауҙарҙы уңышлы үттегез. Хәҙер һезҙе ғорурлык мелән 1 класс уҡыусылары тип әйтергә мөмкин. Бөгендән һез уҡыусылар! Ҡотлайым һезҙе! 1 класс уҡыусыларының вәғәҙәләрен бирергә әзерләнегеҙ. Хор менән ҡабатлағыз. “Һүҙ укучыларының бирәм!”


1 класс уҡыусыларының вәғәҙәләре

1. Бөтә кеше алдында сәламәт булырға һәм мәктәпкә теүәл йөрөргә, һүз бирәм! (Һүҙ бирәм!)
2. Яҡшы уҡырға һәм яҙырға. “4” ле һәм “5” генә алырға (Һүҙ бирәм!)
3. Класташтарым менән дуҫ булырға (Һүҙ бирәм!)
4. Мәктәптә йүгермәҫкә, тәртипле уҡучы булырға (Һүҙ бирәм!)
5. Биргән вәғәҙәмде боҙған осраҙта, үҙемдең һөт тешемде бирәм, һәр вакыт дежур торормон, һүҙ бирәм! (Һүҙ бирәм!)
6. Яҡшы уҡусы булырмын, биргән вәғәҙәләремде үтәрмен, һүҙ бирәм! (Һүҙ бирәм!)


Уҡыусыларға танытмалыр тапшырыу
Укытыусы.

- Балаларҙы тәрбиәләү бик ауыр. Бының өсөн бик күп нимә белергә кәрәк. Ата-әсәләргә теләгем шундай: балаларға һәр ваҡыт ярҙам итергә, уларҙы иртән мәктәпкә йыйырға. Һәв ваҡыт кәңәштәр бирергә, төрлө ҡыҙыҙлы китаптар уҡырға, ял көндәрендә балалар менән бергәғ, ауыруларҙан һакланыр өчөн уларҙы сыныҡтырырға. Йыйылыштарҙың һәр береһендә ҡатнашырға. Ә иң әһәмиәтлеһе – мин һезгә түҙемлек теләйем.