СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Презентация Г.Хусаинов

Категория: Всем учителям

Нажмите, чтобы узнать подробности

Я?ыусыны? биография?ына таянып эшланган презентация 

Просмотр содержимого документа
«презентация Г.Хусаинов»

Иргә ҡанат, солтанға һанат, йәй арымай, ҡыш ҡарышмай.
  • Иргә ҡанат, солтанға һанат, йәй арымай, ҡыш ҡарышмай.
Атың булһа, ил таный. Атһыҙ ир- ҡанатһыҙ ҡош. Ат тышауһыҙ булмаҫ, ир дошманһыҙ булмаҫ. Ат егеттең юлдашы. Аты барҙың - ҡанаты бар. Аты барҙың – дәрте бар.

Атың булһа, ил таный.

Атһыҙ ир- ҡанатһыҙ ҡош.

Ат тышауһыҙ булмаҫ, ир дошманһыҙ булмаҫ.

Ат егеттең юлдашы.

Аты барҙың - ҡанаты бар.

Аты барҙың – дәрте бар.

Туры-ҡараһыу ҡыҙыл төҫлө, ялы ҡойроғо ҡара була. Саптар- ялы, ҡойроғо сал була. Күк- аҡһыл төҫ, аҡ ат тимәйҙәр,күгәт тиҙәр. Ап-аҡ булһа-аҡбуҙ ат,бүртә-аҡ менән туры ҡатнаш төҫ. Күк бүртә-аҡ төҫө күберәк булған ала ат.
  • Туры-ҡараһыу ҡыҙыл төҫлө, ялы ҡойроғо ҡара була.
  • Саптар- ялы, ҡойроғо сал була.
  • Күк- аҡһыл төҫ, аҡ ат тимәйҙәр,күгәт тиҙәр.
  • Ап-аҡ булһа-аҡбуҙ ат,бүртә-аҡ менән туры ҡатнаш төҫ.
  • Күк бүртә-аҡ төҫө күберәк булған ала ат.
Дәрес маҡсаттары Ғ.Хөсәйеновтың тормош юлы, ижады менән танышыу Авторҙың «Һуңғы тарпан» хикәйәтен өйрәнеү Йылҡы малына шәфҡәтлек тәрбиәләү

Дәрес маҡсаттары

  • Ғ.Хөсәйеновтың тормош юлы, ижады менән танышыу
  • Авторҙың «Һуңғы тарпан» хикәйәтен өйрәнеү
  • Йылҡы малына шәфҡәтлек тәрбиәләү
Ғайса Хөсәйеновтың тормош юлы Хөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улы (10.04.1928) — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2008), күренекле әҙәбиәт белгесе, академик, филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1980).

Ғайса Хөсәйеновтың тормош юлы

  • Хөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улы (10.04.1928) — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2008), күренекле әҙәбиәт белгесе, академик, филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1980).
1928 йылдың 10 апрелендә Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Бер йыл Елемҡаран урта мәктәбендә уҡығандан һуң, Өфөгә килеп, 9-сы һанлы мәктәп-интернатта урта белем алып сыға.  1947—1951 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, Гайса Хөсәйеновты СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Мәскәүгә аспирантураға ебәрә. 1954 йылда ул М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институты аспирантураһын уңышлы тамамлай һәм, ошо уҡ йылда диссертация яҡлап, филология фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжә ала.
  • 1928 йылдың 10 апрелендә Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Бер йыл Елемҡаран урта мәктәбендә уҡығандан һуң, Өфөгә килеп, 9-сы һанлы мәктәп-интернатта урта белем алып сыға.

  • 1947—1951 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, Гайса Хөсәйеновты СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Мәскәүгә аспирантураға ебәрә. 1954 йылда ул М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институты аспирантураһын уңышлы тамамлай һәм, ошо уҡ йылда диссертация яҡлап, филология фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжә ала.
1954 йылдан бирле ул Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, 40 йыл тирәһе ошо институттың әҙәбиәт бүлеге мөдире була. 1970 йылда докторлыҡ диссертация яҡлай. 1991 йылда Башҡортостан фәндәр академияһының академигы итеп һайлана. 1996—2000 йылдарҙа Ғайса Хөсәйенов «Ватандаш» журналының баш мөхәррире вазифаһын башҡара.
  • 1954 йылдан бирле ул Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, 40 йыл тирәһе ошо институттың әҙәбиәт бүлеге мөдире була. 1970 йылда докторлыҡ диссертация яҡлай. 1991 йылда Башҡортостан фәндәр академияһының академигы итеп һайлана.
  • 1996—2000 йылдарҙа Ғайса Хөсәйенов «Ватандаш» журналының баш мөхәррире вазифаһын башҡара.
Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов — йөҙәрләгән ғилми хеҙмәттәр авторы, киң профилле ғалим. Уның беренсе тәнҡит мәҡәләһе 1949 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫылып сыға. Артабан ғалим С. Ҡудаш, Р. Ниғмәти, Д. Юлтый, М. Кәрим, М. Өмөтбаев ижадтарына арнап китаптар яҙҙы. Ғ. Хөсәйеновтың ғилми етәкселегендә башҡорт әҙәбиәте тарихының алты томлығы сыҡты. Әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Ғ. Хөсәйенов Халыҡтар дуҫлығы ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Ғалим Башҡортостан Республикаһы (1976) һәм Рәсәй Федерацияһының (1989) атҡаҙанған фән эшмәкәре. «Заман. Әҙәбиәт. Әҙип» тигән китабы өсөн уға 1980 йыл республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы бирелде.
  • Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов — йөҙәрләгән ғилми хеҙмәттәр авторы, киң профилле ғалим. Уның беренсе тәнҡит мәҡәләһе 1949 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫылып сыға. Артабан ғалим С. Ҡудаш, Р. Ниғмәти, Д. Юлтый, М. Кәрим, М. Өмөтбаев ижадтарына арнап китаптар яҙҙы. Ғ. Хөсәйеновтың ғилми етәкселегендә башҡорт әҙәбиәте тарихының алты томлығы сыҡты.
  • Әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Ғ. Хөсәйенов Халыҡтар дуҫлығы ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Ғалим Башҡортостан Республикаһы (1976) һәм Рәсәй Федерацияһының (1989) атҡаҙанған фән эшмәкәре. «Заман. Әҙәбиәт. Әҙип» тигән китабы өсөн уға 1980 йыл республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы бирелде.
Ғайса Хөсәйенов мәктәптәр өсөн программалар, дәреслектәр, хрестоматиялар төҙөү, яҙыусыларҙың һайланма әҫәрҙәрен әҙерләү буйынса ла ҙур эшсәнлек күрһәтә. 1956 йылдан бирле СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы булған Ғайса Хөсәйенов әҙәби ижадта ла әүҙем эшләй. Бигерәк тә уның тарихи проза өлкәһендәге ижады емешле. Әҙип «Ҡанлы илле биш» романын, «Алдар батыр Ҡиссаһы», «Пугачев фельдмаршалы» повестарын яҙҙы.
  • Ғайса Хөсәйенов мәктәптәр өсөн программалар, дәреслектәр, хрестоматиялар төҙөү, яҙыусыларҙың һайланма әҫәрҙәрен әҙерләү буйынса ла ҙур эшсәнлек күрһәтә.
  • 1956 йылдан бирле СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы булған Ғайса Хөсәйенов әҙәби ижадта ла әүҙем эшләй. Бигерәк тә уның тарихи проза өлкәһендәге ижады емешле. Әҙип «Ҡанлы илле биш» романын, «Алдар батыр Ҡиссаһы», «Пугачев фельдмаршалы» повестарын яҙҙы.
Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереүҙәге фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Ғайса Батыргәрәй улы башҡа бүләктәрен менән бер рәттән 2006 йылда үҙененең тыуған Ҡырмыҫҡалы районында арҙаҡлы яҡташы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев хөрмәтенә булдырылған премияға ла лайыҡ булды. Ғ. Хөсәйенов йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнаша. Ул — Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы, тәнҡитселәр һәм шағирҙар секцияларының бюро, «Ағиҙел», «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Ватандаш», «Йәдкәр» журналдарының редколлегия, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы комиссияһы ағзаһы.
  • Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереүҙәге фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Ғайса Батыргәрәй улы башҡа бүләктәрен менән бер рәттән 2006 йылда үҙененең тыуған Ҡырмыҫҡалы районында арҙаҡлы яҡташы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев хөрмәтенә булдырылған премияға ла лайыҡ булды.
  • Ғ. Хөсәйенов йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнаша. Ул — Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы, тәнҡитселәр һәм шағирҙар секцияларының бюро, «Ағиҙел», «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Ватандаш», «Йәдкәр» журналдарының редколлегия, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы комиссияһы ағзаһы.
Поляктарҙың кони аты
  • Поляктарҙың кони аты
Инглиздәрҙең пониһы
  • Инглиздәрҙең пониһы