Күсереп яҙ :
Ҡоштар килде.
Мартта беҙгә ҡара ҡарғалар килде. Апрелдә сыйырсыҡтар ҡайтты.
Оҙаҡламай һабан турғайҙары килер. Улар зәңгәр күктә һайрарҙар. Ҡоштар файҙалы.
Эш.
1) Ҡош исемдәрен билдәлә.
2) Башҡорт теленә генә хас булған хәрефтәрҙең аҫтына һыҙ.
Күсереп яҙыу буйынса баһалау критерийҙары:
Күсереп яҙғанда текст һәр уҡыусының алдында булырға тейеш
«5» балл төҙәтеүҙәр, бысратыуҙар булмаған, йә 1 пунктуацион хата булған эшкә;
«4» балл 2 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 4 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 6 пунктуацион хатаһы булған эшкә ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 3 орфографик хаталы эшкә лә «4» балл ҡуйырға мөмкин;
«3» балл 3 орфографик, 4 пунктуацион йә 7 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 2 орфографик, 4 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» балл ҡуйырға мөмкин;
«2» балл 6 орфографик, 8 пунктуацион йә 10 пунктуацион хатаһы булған эшкә ҡуйыла;
Грамматик бирем буйынса түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:
«5» балл бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,
«4»балл эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,
«3» балл яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,
«2»балл бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.