Рәми Ғарипов буйынса йомғаҡлау дәресе
( дәрес-уйын)
Маҡсат. Рәми Ғариповтың тормошо, ижады буйынса йомғаҡлау, уҡыусыларҙың белемдәрен нығытыу; уҡыусыларҙың танып белеү активлығын, логик фекерләүен, хәтерен, иғтибарын һәм телмәрен үҫтереү; шағирға, уның ижадына ҡыҙыҡһыныу, ихтирам тойғоһо тәрбиәләү.
Йыһазландырыу. Шағирҙың портреты, китаптары, плакат, мультимедия проекторы, аудиояҙма.
Дәрес барышы.
1. Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған йыр яңғырай.
2.Тема, маҡсат әйтеү. Уҡыусылар, беҙҙең бөгөнгө дәресебеҙ башҡорт әҙәбиәте тарихында күренекле урын алып тороусы, милләтем, халҡым, телем, тип янып йәшәгән шағир Рәми Ғариповҡа арналыр. Уның тураһында белгәндәребеҙҙе нығытып, йомғаҡлап үтәйек. Дәресебеҙ «Бәхетле осраҡ» уйыны формаһында барыр.
(Төркөмдәргә бүлеү, төркөмдәрҙең бер-береһен сәләмләүе.)
Уҡытыусы. Рәми Ғарипов – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынан һуң шәхес һәм шағир булып өлгөрөп еткән быуын вәкиле. Аслыҡ- яланғаслыҡ, йәтимлектәр күреп йәшәгән шағир иртә донъянан китһә лә, халыҡтың шағирға булған мөхәббәте һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә.
Уның әҫәрҙәре бөгөн дә беҙҙең күңел донъябыҙҙы яҡтыртып, байытып килә. Ил яҙмышы, халыҡ яҙмышы тураһында уйланыу, замандың, тормоштоң иң үткер мәсьәләләрен күтәреү уның ижадында һәр саҡ үҙәктә торҙо. Уның ижады башҡорт әҙәбиәтендә күренекле урын алып тора.
1 - се гейм. «Барыһы ла уның тураһында». (Ҡайһы команда һорауҙарға тиҙерәк яуап бирер? Һәр дөрөҫ яуапҡа-1 мәрәй.)
Һорауҙар:
1) Рәми Ғарипов ҡасан тыуған? (1932 йылдың 12 феврале)
2) Атаһының исеме нисек? ( Йәғәфәр)
3) Өфөлә Рәми Ғарипов белем алған урын ? (9 – сы башҡорт мәктәбе)
4) Рәми Ғарипов ниндәй гәзит - журналдарҙа эшләй? («Совет Башҡортостаны», «Ағиҙел», «Башҡортостан ҡыҙы»)
5) Рәми Ғарипов ниндәй исемгә лайыҡ була? ( Башҡортостандың халыҡ шағиры)
6) Рәми Ғарипов ҡайҙа тыуған? (Салауат районы Арҡауыл ауылы)
7) Башланғыс белемде Рәми Ғарипов ҡайҙа ала? (тыуған ауылы мәктәбендә)
8) Ни өсөн ул Мәскәүгә бара? (А.М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый)
9) Нисәнсе йылдарҙа профессиональ яҙыусы булып китә? (70-се йылдар)
10) Тәүге шиғыр китабының исеме? («Йүрүҙән»)
2 – се гейм. «Баш бутағыстар». ( командирҙар сиратлап номерҙар ала. Шул номерға тап килгән һорауҙар уҡыла. Һәр төркөмгә өсәр һорау. Шуларҙың береһе - «бәхетле осраҡ»-бүләк. Һәр дөрөҫ яуапҡа – 1 мәрәй.)
1) «Ил яҙмышы ирҙә икән,
Ил иртәһен уйлаһын,
Ил иртәһе – ишәккә, тип,
Ҡулын һелтәп ҡуймаһын;
Ҡарҙың башын ҡар ашап,
Туҙҙырмаһын улъяһын!
Рәми Ғариповтың был һүҙҙәре ниндәй әҫәренән алынған? («Уйҙарым» ҡобайыры)
2) Рәми Ғарипов кем ул? (шағир, тәржемәсе, тәнҡитсе, йәмәғәт эшмәкәре)
3) Тәүге шиғырҙар китабы нисәнсе йылда баҫылып сыға? (1954 йылда)
4) «ХХ быуат монологы» тип ҡуйылған әҫәр? («Дон Кихот»)
5) 1755 йылғы башҡорт ихтилаланың башлығы тураһындағы әҫәр? («Батырша» балладаһы)
6) «Бәхетле осраҡ»
( Музыкаль туҡталыш. Рәми Ғарипов шиғырына яҙылған йыр яңғырай)
3 – сө гейм. «Һин-миңә, мин- һиңә». (Һәр төркөм ҡаршы төркөмгә 4 һорау әҙерләп бирә . Һәр дөрөҫ яуапҡа- 1 мәрәй.)
4 – се гейм. «Лидер артынан». (Уйынды мәрәйе аҙ булған төркөм башлай. Һәр дөрөҫ яуапҡа-1 мәрәй.)
1 төркөмгә һорауҙар:
1) Рәми Ғариповтың туған тел тураһындағы ике әҫәрен әйтергә.(«Аманат», «Туған тел»)
2) Рәми Ғариповтың псевдонимдары? (Бабай, Рахметов)
3) Кемдәрҙең әҫәрҙәре Рәми Ғарипов тарафынан башҡортсаға тәржемә ителгән? (Пушкин, Лермонтов, Есенин, Блок, Ғ.Хәйәм, Ғамзатов һ.б.)
4) «Аманат»ҡобайыры кемгә бағышланған? (Ж.Кейекбаев)
5) Был әҫәрендә шағир уй-хыялдары менән ер шары буйлап гиҙә, күктәргә ашып китә, кеше күңелдәренә юл эҙләй? («Интегралдар поэмаһы»)
2 – се төркөмгә һорауҙар:
1) Рәми Ғариповтың тәржемәләр китабы нисек атала? (“Минең антологиям», «Ғүмәр Хайям. Робағиҙар»)
2) Рәми Ғарипов һүҙҙәренә ниндәй йырҙар яҙылған? («Кәкүк”, “Сыңрау торна”, «Салауат батыр”, «Именлек һөрәне» һ.б.)
3) Телең барҙа илең бар,
Илең барҙа иркең бар,
Иркең барҙа күркең бар,
Ил биҙәргә дәртең бар.
Был юлдар ниндәй әҫәрҙән алынған? (“Аманат»)
4) Ҡасан, ниндәй әҫәре өсөн Салауат Юлаев премияһына лайыҡ була? («Табыныу»поэмаһы, 1988 йыл)
5) Рәми Ғариповтың ауылда эшләү йылдарында яҙылған шиғырҙар йыйынтығы нисек атала? («Һабантурғай йырҙары»)
5 – се гейм. «Рәми Ғарипов шиғырҙары». ( Һәр команданан берәр уҡыусы тасуири итеп шиғыр һөйләй. Тасуири һөйләүсегә – 1 мәрәй)
Йомғаҡлау. Шулай итеп, беҙ бөгөн әҙәбиәтебеҙ күгендә яҡты йондоҙ булып балҡыған шағир, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре Рәми Ғарипов тураһында һүҙ алып барҙыҡ. Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Бикбаев һүҙҙәре менән әйткәндә: “Рәми Ғарипов үҙе ҡыҫҡа ғүмерле булһа ла, оҙон ғүмерле ижад ҡалдырҙы. Рәмиҙең шиғриәте уның үҙенә ҡарағанда күпкә бәхетлерәк булды. Тере сағында ҡағылып-һуғылған шағирҙың шиғриәте хәҙер үҙенең тейешле баһаһын ала бара. Уның ысын ҡәҙере арта бара.” Эйе, Рәми Ғарипов ысын мәғәнәһендә халыҡ шағиры булып халҡыбыҙ хәерендә мәңгелек урын алды.
Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған йыр яңғырай.
Дәресте тамамлау. Еңеүселәрҙе билдәләү, ҡотлау.
Киләсәк менән осрашыу
(Башkортостандың халыk шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған әҙәби - музыкаль кисә)
Маҡсат:
Рәми Ғариповтың тормош һәм ижад юлы менән таныштырыу.
Шағирҙың ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм хөрмәт тәрбиәләү.
Шағирҙың «Киләсәккә ышанысым - халыҡта» тигән һүҙҙәренең асылын, үҙенең барлыҡ ижадына, намыҫына, тоғро инаныуҙарына таянып әйтелгәнлеген асып биреү.
Уҡыусыларҙа илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғолары, рух ныҡлығы тәрбиәләү.
Йыһазлау.
Мультимедиа проекторы. Презентация, видеояҙмалар, аудиояҙмалар, плакат, китаптар күргәҙмәһе.
Кисә барышы.
Талғын музыка.
Диалог. Киләсәк менән hөйләшеү.
Уkыусы ҡыҙ hәм уkыусы егет.
Киләсәгем! Ас hин ишегенде!
Кем тупhамда? Кемде күрәм мин?
Танымайhыңмы әллә? Мин ҡайттым бит! Ас тиҙерәк! Был мин — Рәми.
Ниңә шулай hуңлап kайттың егет?
Булды юлда төрлө кәртәләр...
Танырмы hуң ул — kыҙҙарым hине?
Бәлки, танырҙар, тип әйтәләр.
Ҡайҙан hиндә шундай ҙур ышаныс?
Һөйөүемдә hине, хаkлыkта.
Өмөт, мөхәббәт hәм ышаныс бит
Юғалмай ул, hүнмәй ваkлыkта.
Кеше ғүмере hуң күпме генә?
Бөркөттең бер kанат kағыуы.
Ә бәлки, кешеләргә ғүмер юрап,
Кәкүктең бер саkырыуылыр?
Рәми Ғарипов hүҙҙәренә «Кәкүк» йыры яңғырай.
Уkытыусы. Хәйерле көн хөрмәтле kунаkтар, уkытыусылар, уkыусылар! Әле hеҙ тыңлаған йырҙың hүҙҙәрен Рәми Ғарипов яҙған.
Кәкүк! Кәкүк!
Бар kайғыhын, бар шатлығын
Ташлап китәм был ерҙең!..
Йырҙың hәр hүҙе ябай, ә күпме тәрән мәғәнә hалынған?! Аҙ йәшәне шул шағир. Йәшәүҙән танhығы kанмай, дуҫлыkтан, мөхәббәттән, йырҙан туймай китеп барҙы..
Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1932 йылдың 2 февралендә Башҡортостандың Салауат районы Арҡауыл ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған.
Тыуған ауылында етенсе синыфты тамамлағас, ул Өфөгә килеп, 1946 йылда 9-сы башҡорт мәктәбенә уҡырға инә. Унда буласаҡ шағир әҙәбиәт түңәрәгенең эшендә әүҙем ҡатнаша, стена гәзиттәре, ҡулъяҙма журналдар сығара, эпиграммалар, төрлө фельетондар яҙа. Уҡыуында ла алдынғылыҡты бирмәй. Кисәләрҙә Р.Ниғмәти, Ғ.Сәләм, М.Кәрим шиғырҙарын яттан һөйләп, сығыштар яһай. Үҙе лә шиғырҙар яҙа башлай. Гимназияла уҡыған осоронда Р.Ғарипов көндәлек яҙа.
Урта мәктәпте тамамлап сыҡҡас, ул, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге тәҡдиме буйынса, 1950 йылда Мәскәүҙәге М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына уҡырға инә һәм унда биш йыл белем ала (1950-1955йй.). Ул урыҫ, донъя әҙәбиәте классикаһын һоҡланып уҡый, әҙәбиәт серҙәренә өйрәнә. Маршак, Паустовский, Катаев, Сельвинский һ.б. етәкселек иткән ижади семинарҙарҙа булыу, Фадеев, Эренбург, Ауезов, Назым Хикмәт менән онотолмаҫ осрашыуҙар, китапханаларҙа үткән көндәр шағирҙың ижад мөхитен киңәйтә, уның донъя әҙәбиәте менән бәйләнешен нығыта. Мәскәүҙә уҡығанда Рәми үҙенең тормош иптәшен дә таба: украин ҡыҙы Надяға өйләнә, уныһы башҡортса өйрәнә, башҡорт йырҙарын йырлай, иренең шиғырҙарын уның туған телендә уҡый. (Хәҙерге көндә Надежда Васильевна балалары (Салауат, Азамат, Гөлнара) һәм ейәндәре менән Өфөлә йәшәй, Р.Ғарипов әҫәрҙәрен баҫмаға әҙерләй.
Мәскәүҙә юғары белем алып ҡайтҡас, Рәми Ғарипов 1955 йылдан “Совет Башҡортостаны” гәзитендә эшләй башлай, бер ни тиклем ваҡыт ул Башҡортостан китап нәшриәтендә һәм “Ағиҙел” журналы редакцияһында эшләп ала.
1959 йылда ул тыуған яҡтарына эшкә ҡайта. Колхоз-совхоздарҙа өс йыл комсомол сәркәтибе, Салауат район гәзитендә хаттар бүлеге мөдире булып эшләй.
Ауылдан Өфөгә килгәс, Р.Ғарипов “Башҡортостан ҡыҙы” журналының яуаплы сәркәтибе вазифаһын башҡара.
Шағирҙың матбуғатта сыҡҡан беренсе әҫәре – 1950 йылда “Әҙәби Башҡортостан” журналында баҫылған “Ленин” шиғыры. Әҙәбиәт институтында диплом эше булған тәүге китабы – “Йүрүҙән” исемле шиғырҙар йыйынтығы 1954 йылда донъя күрә һәм матбуғатта ыңғай баһа ала. Шулай ҙа уның шағир булып формалаша барыуын 1958 йылда сыҡҡан “Таш сәскә” исемле шиғырҙар йыйынтығы асыҡ күрһәтә.
Р.Ғариповтың ижади уңыштары художестволы тәржемәлә лә айырым асыҡ күренә. Ул Пушкин, Лермонтов, Рудаки, Хәйәм, Блок, Есенин, Ғамзатов кеүек мәшһүр һүҙ оҫталарының шиғырҙарының аҫыл үрнәктәрен башҡорт теленә тәржемә итте.
Бөгөн беҙ hеҙҙең менән Башkортостандың халыk шағиры, Салауат Юлаев премияhы лауреаты Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йыл тулыу айkанлы хәтер hәм kәҙер туйына йыйылдыk.Был йәш туйы тураhында ла шағир, гүйә, алдан күргән.
Иң бөйөк hүҙ әле әйтелмәгән,
Иң бөйөк көн әле ул алда,
Килер ул көн, килер ул ҙур байрам,
Туй яhарбыҙ шаулап урамда.
Ул туйға мин, бәлки, барып етмәм,
Ярhыу атым янып йығылыр.
Тик минhеҙ ҙә булыр ул туй,
Мин белмәгән дуҫтар йыйылыр.
Һөйләшhәләр әгәр туған телдә,
Телгә алыр улар мине лә.
Сөнки мин киләсәк менән бергә
Яkлап саптым, телем, hине лә.
Уkытыусы. Дөрөҫ күҙаллаған киләсәген Рәми. Күпме ул белмәгән дуҫтар йыйылған бында! Уның тураhында белергә, ишетергә теләгән, уның ижадына ихтирам йөрөткән, шиғриәтте яратkан кешеләр йыйылған бында.
Рәми... Күптәрҙең күңелен арбаған был исем бөгөн башkорт шиғриәте донъяhының үҙәгендә тора тиhәк тә, дөрөҫ булыр. Ҡайҙан килә hуң Рәми Ғариповҡа kарата халыkтың шундай мөхәббәте?!
Балалар Рәми Ғариповтың шиғырҙарын уҡыйҙар.
«Шағир - бер тамсыһы үҙ халҡының»
«Һүҙем бар».
«Алма еҫе» .
«Барлыk йыуанысым шиғырҙарҙа»...
Уkытыусы. Ниндәй тәрән мәғәнәгә эйә шағир hүҙҙәре. «Туған тел» шиғырын ғына алайыk. Шиғыр 1957 йылда яҙылған. Ә бит тап бөгөнгө халыҡ hүҙе, яңырыу, үҙгәреш, демократия заманында яҙылған әҫәр булып яңғырай .
5-се класс уҡыусылары «Туған тел» шиғырын уҡый..
«Уйҙарым» kобайыры әйтелә..
Уҡытыусы. Һеҙ Рәми Ғарипов ижад иткән «Уйҙарым» kобайырын тыңланығыҙ.
Уkытыусы. Шуныhы ла оло ихтирамға лайыҡ, шағир башkа халыkтарҙың әҙәбиәтен дә яратып уkыған. Донъя әҙәбиәте әҙиптәренең шиғырҙарын туған теленә тәржемә иткән. Улар барыhы ла «Минең антологиям» китабына тупланған.
Уҡытыусы. Рәми Ғарипов исеме йылдар туҙанында күмелмәне. Киреhенсә, Рәми йондоҙо Башkортостаныбыҙҙың әҙәбиәт күгендә иң сағыу янған йондоҙҙарыбыҙҙың береhе. Исеме — халыk хәтерендә.
Ҡасандыр ул уkыған Өфөләге интернат- мәктәп Рәми Ғарипов исемен йөрөтә.
Арkауылда- әҙиптең йорт - музейы . Тыуған районында уның исемен йөрөткән урамдар бар.
Әҙәбиәт өлкәhендә Рәми Ғарипов премияhы булдырылды.
Киләсәгем! Ас hин ишегенде!
Кем тупhамда? Кемде күрәм мин?
Танымайhыңмы әллә? Мин ҡайттым бит! Ас тиҙерәк! Был мин — Рәми.
Ниңә шулай hуңлап kайттың егет?
Булды юлда төрлө кәртәләр...
Танырмы hуң ул — kыҙҙарым hине?
Бәлки, танырҙар, тип әйтәләр.
Ҡайҙан hиндә шундай ҙур ышаныс?
Һөйөүемдә hине, хаkлыkта.
Өмөт, мөхәббәт hәм ышаныс бит
Юғалмай ул, hүнмәй ваkлыkта.
Кеше ғүмере hуң күпме генә?
Бөркөттең бер kанат kағыуы.
Ә бәлки, кешеләргә ғүмер юрап,
Кәкүктең бер саkырыуылыр?
Киләсәгем! Ас hин ишегенде!
Кем тупhамда? Кемде күрәм мин?
Танымайhыңмы әллә? Мин ҡайттым бит! Ас тиҙерәк! Был мин — Рәми.
Ниңә шулай hуңлап kайттың егет?
Булды юлда төрлө кәртәләр...
Танырмы hуң ул — kыҙҙарым hине?
Бәлки, танырҙар, тип әйтәләр.
Ҡайҙан hиндә шундай ҙур ышаныс?
Һөйөүемдә hине, хаkлыkта.
Өмөт, мөхәббәт hәм ышаныс бит
Юғалмай ул, hүнмәй ваkлыkта.
Кеше ғүмере hуң күпме генә?
Бөркөттең бер kанат kағыуы.
Ә бәлки, кешеләргә ғүмер юрап,
Кәкүктең бер саkырыуылыр?