СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Рәми Ғариповтың "Торналар" шиғыры буйынса дәрес

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Рәми Ғариповтың "Торналар" шиғыры буйынса дәрес»

Рәми Ғариповтың “Торналар” шиғырын өйрәнеү.

(V класс)

Ғ.Т. Илембәтова,

Республика дистанцион белем биреү үҙәгенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Маҡсат: Рәми Ғариповтың тормош юлы һәм ижады буйынса  белемдәрҙе тәрәнәйтеү.

Бурыстар:

1. Белем биреүсе: Р.Ғариповтың ижады буйынса белемдәрҙе нығытыу һәм системаға һалыу, торна тураһында белемдәрен киңәйтеү, лексик төшөнсәләрҙе үҙләштереү, омоним, антонимдарҙы ҡабатлау.

2.Үҫтереүсе: уҡыусыларҙың тасуири уҡыу күнекмәһен камиллаштырыу, һүҙлек запасын байытыу, фекер ҡеүәһен үҫтереү.

3.Тәрбиәүи: әҙәбиәткә, поэзияға һөйөү тойғоһо уятыу,Р.Ғариповтың ижады менән ғорурланыу тойғоһо уятыу, тәбиғәткә, ҡоштарға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Дәрес төрө: яңы материал менән танышыу дәресе.

Уҡытыу методы: проблемалы уҡытыу, тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү, проект алымдары.

Уҡытыу алымдары: әңгәмә, һорау-яуаптар, һүҙлек менән эш, тәржемә итеү, тасуири уҡыу, ИКТ ҡулланыу.

Предмет буйынса һөҙөмтәләр: тема буйынса яңы  һүҙҙәрҙе, төшөнсәләрҙе үҙләштереү, системалаштырыу, омоним, антонимдарҙы  ҡабатлау, тасуири уҡырға өйрәнеү.

Метапредмет буйынса һөҙөмтәләр: дәрестә ҡуйылған маҡсатты аңлау, уны тормошҡа ашырырға тырышыу, дәреслектән кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү, яңы һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу, уҡыған әҫәрҙе тормош менән бәйләй белеү, һорауҙарға яуап биреү, үҙ белемеңде баһалау.

Шәхси һөҙөмтәләр: тәбиғәттең матурлығын күрә, тоя белергә өйрәнеү, ҡоштарға ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу.

Предмет - ара бәйләнеш: әҙәбиәт, тел, халыҡ ижады, мәҙәниәт, зоология, музыка.

Принциптар: системалылыҡ, эҙмә-эҙлелек, теория һәм практика берлеге, индивидуаль.

Яңы термин-төшөнсәләр: бригадир, лапаҫ, афәт.

Ҡулланылған сығанаҡтар:

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-се класы өсөн туған(башҡорт)телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн дәреслек/(авт.-төҙ.: В.И.Хажин, Ә.Х. Вилданов, Ф.Ә.Аҡҡужина, М.И.Ҡарабаев, З.Р.Әминева)-Өфө: Китап, 2020.-296 бит

Йыһазландырыу: компьютер, дәреслек, һүҙлектәр.


Дәрес барышы.

I. Ойоштороу моменты.

1.Психологик инеш.

-Һаумыһығыҙ!

-Һаумы, һаумы!

-Һаулашам- сәләм бирәм,

“Һаумы!” тигән һәйбәт һүҙҙе

Бар донъяға ебәрәм.

2.Фонетик-артикуляцион күнегеү.

Рә-рә-рә – урман буйлап йүгерә,

Ра-ра-ра – ҡулын болғап саҡыра.

Рө-рө-рө – япраҡ ярған бөрө,

Рө-рө-рө – урманда тыныс йөрө.


Ҫа-ҫа-ҫа – ҡайһылай матур баҫа,

Са-са-са – тыпырлап күңел аса,

Са-са-са – дәртләндерәм: «Их, ас-са!»

Са-са-са – бейей шулай башҡортса.


II. Яңы тема өҫтөндә эш.

1.Дәрестең темаһын асыҡлау, маҡсатын билдәләү.

-Дәрестең темаһын бергә асыҡлап китәйек. Уҡыусылар, мин һеҙгә йомаҡ уҡыйым. Әгәр яуабын дөрөҫ тапһағыҙ, бөгөнгө дәрестә нимә тураһында һөйләшеүебеҙ тураһында белерһегеҙ.

Яҙын йырлап киләләр,

Беҙҙе моңға күмәләр,

Көҙөн тағы күмәкләшеп

Йылы яҡҡа китәләр.

-Был нимә, балалар? (Ҡоштар)

-Эйе, дөрөҫ, ҡоштар. Тимәк, бөгөн нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? (Ҡоштар тураһында).

Ниндәй ҡош тураһында һөйләшәсәгебеҙҙе белер өсөн тағы ла бер йомаҡтың яуабын табырға кәрәк булыр. Әйҙәгеҙ, тыңлайыҡ.

Аяҡтары уның оҙон,

Әйт, ниндәй ҡош, уйлап торма.

Яҙын ҡайта көҙөн китә,

“Тор-райыҡ” тиһә лә... /торна/


2.Торна тураһында белешмә биреү.

-Уҡыусылар, һеҙ торна тураһында нимәләр беләһегеҙ?

- Торна оҙон муйынлы һәм оҙон аяҡлы бейек ҡош. Баштары ҙур түгел, суҡыштары тура һәм осло. Аҡ һәм һоро торналар була. Улар күбеһенсә һаҙлы урындарҙа йәшәйҙәр. Торна - иң ҙур осар ҡош. Үҙе матур ҙа.


Беҙ бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың “Торналар” шиғыры өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ.Тәүҙә беҙ һеҙҙең менән ҡыҫҡаса шағирҙың тормош юлы һәм ижады менән танышып үтәйек.

3.Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады менән ҡыҫҡаса таныштырыу.

Рәми Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Салауат районы Арҡауыл ауылында ябай колхозсы ғаиләһендә тыуған. Атаһы Йәғәфәр Мөхәммәтрәхим улы үҙ заманы өсөн уҡымышлы кеше булған. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә. 1943 йылдың 23 февралендә Сталинград янында ҡаты һуғышта һәләк була. Ғаиләлә дүрт бала ҡала: Рәми, Рауил, Урал һәм Мөршиҙә. Әсәләре Гөлмәрйәм Хизбулла ҡыҙы менән етем ҡалалар. Әсәләре бик эшсән була.Гөлмәрйәм инәй колхозсылар өсөн икмәк бешергән. Ә был эште теләһә кемгә түгел, тик ышаныслы кешеләргә генә тапшырғандар.

Рәми бәләкәйҙән бик күп уҡырға ярата. Шул күп уҡып, зирәк, сабыр холоҡло, тыйнаҡ булғаны өсөн уны иптәштәре яратып “Бабай” тип йөрөткәндәр.

Рәми Ғарипов 15 йәшлек сағынан Өфө ҡалаһына мәктәп-интернатҡа уҡырға килә.Өс йыл үткәс, Рәми Мәскәү ҡалаһындағы М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институты студенты булып китә.

1954 йылда беренсе китабы “Йүрүҙән” донъя күрә. 1958 йылда “Таш сәскә” исемле китабы баҫыла.


4.Р.Ғариповтың «Торналар » шиғыры өҫтөндә эш.

а)һүҙлек эше:

Һауалай-һауаға күтәрелә;

Йомарт-бер нәмәһен дә йәлләмәй;

Кәңәш ҡора-кәңәшләшә;

Лапаҫ-аҙбар;

Афәт- бәлә-ҡаза, һуғыш

б) проблемалы һорау ҡуйыу:

Торналар ҡайҙа китергә йыйыналар һәм ни өсөн?

в) шиғыр өҫтөндә эш:

-уҡытыусының уҡыуы,

-эстән уҡыу;

-хор менән уҡыу;

-сылбыр буйынса уҡыу,

-тасуири уҡыу өҫтөндә эш

г)һорауҙарға яуап биреү:

-Йәй ҙә үтеп китте, ахыры,

Һауалай бит торналар тигән юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?

-Ниндәй йомарт ер тураһында һүҙ бара?

-Ни өсөн шағир торналарҙы бригадирҙың ер үлсәгән таяғына оҡшата?

-Лапаҫ-келәт баштарына менде салғы-тырмалар һөйләменең мәғәнәһен аңлатығыҙ.

-Йәй, алыҫ,күк, менде,һау булығыҙ һүҙҙәренең антонимдарын табығыҙ

-Шиғырҙан омонимдарҙы табыу( йәй, күк)

д) релаксация

Әйҙәгеҙ, хәҙер торна моңон тыңлап ҡарайыҡ. Уҡыусылар, торналарҙың тауышы ниндәй ?

-Эйе, бик моңһоу. Улар тыуған илдәренән алыҫҡа киткәндәренә бик бойоғалар. Беҙ ҙә бит тыуған өйҙәребеҙҙән оҙаҡҡа ситкә сығып китһәк, бик һағынабыҙ бит. Ҡоштарҙа ла кешеләр һымаҡ һағыныу хистәре бар.

Әйҙәгеҙ, хәҙер Риза Мәһәҙиев башҡарыуында “Ҡайтыу” йырын тыңлап алайыҡ. Был йырҙа ла торналар яҙмышы кеше яҙмышы менән сағыштырыла.

Р.Мәһәҙиев башҡарыуында “Ҡайтыу “ йырын тыңлау.

е) шиғыр буйынса һығымта:

Боронғо Египетта торналарҙы ҡояш ҡошо тип атағандар.Улар был ҡоштарҙы яратып ҡына ҡалмағандар, хатта өйҙә лә аҫырағандар.Торналарҙы үлтереүселәрҙе үлем язаһына тарттырғандар.

Боронғо Римдә торналарҙың күренеүе яҡшыға юралған. Ҡытайҙа был ҡош оҙаҡ йәшәү атрибуты булып һаналған.Японияла ул үлемһеҙлек, бәхет, сәскә атыу символы булған.Рәсәйҙә торналарҙы “аллах ҡоштары” тип атағандар. Башҡорттар торнаны изге ҡош тип йөрөтә. Шулай уҡ тыныслыҡ ҡошо ла ул. Шуға күрә күп халыҡтар уның тураһында легендалар һәм әкиәттәр сығарған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, торналарҙың күп төрҙәре юҡҡа сығыу хәлендә.Беҙ уларҙы һаҡлап алып ҡалырға тейешбеҙ, сөнки торналар-беҙҙең ғорурлығыбыҙ.


III. Дәресте йомғаҡлау.


1.-Бөгөн беҙ, уҡыусылар, дәрестә нимәләр белдек?

-Эйе, беҙ ҡыҫҡаса Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормош юлы һәм ижадына байҡау яһаныҡ, уның “Торналар” тигән шиғыры өҫтөндә эшләнек. Әҙипкә быйыл 90 йәш тулды. Ошо уңайҙан БЮТ телеканалы шәхескә махсус проект арнаған.Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре шағирҙың “Туған тел” шиғырын төрлө телдәрҙә ятлап ишеттерҙе. “Туған тел” шиғыры Рәми Ғарипов ижадының ғына түгел, ғөмүмән башҡорт, төрки әҙәбиәтенең алтын фондын тәшкил итә. Шиғыр тәржемә ителеп рус, белорус, украин, саха, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, мари, татар, удмурт һәм башҡа телдәрҙә берҙәй аһәңле, ғорур яңғырай.“Туған тел” – Шағирҙың төп шиғыры, уның гражданлыҡ позицияһы, халҡына булған һөйөүе сағылышы.  Ошо шиғыр арҡылы уны беләләр, ошо шиғыр арҡылы ул бөйөк.

-Әйҙәгеҙ, уҡыусылар, беҙ ҙә ошо шиғырҙы матур итеп хор менән уҡып ишеттерәйек. (слайдтан уҡыу)

2.Рефлексия, уҡыусыларҙы баһалау.

-Мин бөгөн дәрестә белдем...

-Мин өйрәндем...

Миңә оҡшаны...

Миңә ауырыраҡ булды...

Минең кәйеф...

Үҙ-үҙеңде баһалау:

-Мин бөтәһен дә яҡшы үҙләштерҙем. Иптәштәремә лә ярҙам итә алам («5” билдәһе)

-Мин яҡшы эшләнем. Дәрес материалын аңланым («4» билдәһе)

3.Өйгә эш биреү.

“Торналар” шиғырын ятларға, торна һүрәтен төшөрөргә.

-Һау булығыҙ, дәрес өсөн ҙур рәхмәт, киләһе дәрескә тиклем!





-