МУНИЦИПАЛЬНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ СРЕДНЯЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА №1 с. КАРМАСКАЛЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА КАРМАСКАЛИНСКИЙ РАЙОН
РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
РАССМОТРЕНО на заседании ШМО Протокол №___1. от__28.08._2016г | СОГЛАСОВАНО зам.директора по УВР _________Гареевой З.А. 1.09.2016г. | УТВЕРЖДЕНО Директор школы: ____________Ахтямов Д.Ф. Приказ №315_ от 1. 09 .2016 г. |
Рабочая программа
по предмету «Башкирский язык»
на 2016-2017 учебный год
2 класс
Уровень обучения базовый
Составитель: учитель башкирского языка Шамсутдинова Г. Г.
с. Кармаскалы – 2016
Аңлатма яҙыу.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла :
Рәсәй Федерацияһының “Мәғариф тураһында” Законы (29.12.2012 й. №273 – ФЗ) ,
Рәсәй Федерацияһының Фән һәм Мәғариф министрлығы бойороғо (17.12.2010 й. №1897 ) ,
“Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы,
Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһында” Законы,
“Башҡортостан Республикаһының халыҡтары тураһында” законы.
Башҡорт теле – Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙән 2-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.
Башҡорт теле курсы дөйөм белем биреү мәктәбенең предметтар системаhында донъяны танып белеү hәм социомәҙәни маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра.
Донъяны танып белеү маҡсаттары уҡыусыларҙы тел тураhындағы фәндең төп нигеҙҙәре менән таныштырыуҙы hәм уның менән бәйләп уларҙың билдә-символдар ярҙамында ҡабул итеүен, логик фекерләүен, күҙ алдына килтерә алыуын формалаштырыуҙы аңлата.
Башҡорт телен өйрәнеүҙең социо-мәҙәни маҡсаттары кешенең дөйөм мәҙәнилеге үҫеше күрhәткесе булараk, уkыусының коммуникатив компетенцияhын, hөйләү hәм яҙма телмәр үҫешен үҙ эсенә ала.
Башланғыс мәктәптә башkорт телен өйрәнеү барышында kуйылған маkсаттарҙы үтeү өсөн түбәндәге ғәмәли бурыстарҙы үтәү кәрәк:
уҡыусының телмәрен, фекерләү, күҙ алдына килтерә алыу, аралашыу үҙенсәлектәренә hәм шарттарына ярашлы тел саралары hайлай белеү мөмкинлеген үҫтереү;
башkорт теленең лексикаhы, фонетикаhы, грамматикаhы буйынса төп белемде үҙләштереү;
дөрөҫ яҙыу hәм уkыу, диалогта kатнашыу, ауыр булмаған монолог, ҙур булмаған күләмдәге яҙма тасуирлау hәм хикәйәләү текстарын төҙөй белеү;
башkорт теленә позитив эмоциональ-баhалы kараш, уның уникаллеген hәм таҙалығын hаҡлауға туранан-тура мөнәсәбәтле булыу тойғоhо тәрбиәләү; телгә ҡыҙыҡhыныу, үҙ телмәрен яkшыртырға ынтылыш уятыу.
2.Уҡыу предметына дөйөм характеристика.
Башҡорт теленең системалы курсы башланғыс мәктәптә үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән төшөнсәләр, ҡағиҙәләр, мәғлүмәт йыйылмаhы итеп бирелгән, hәм донъяны танып белеү – коммуникатив йүнәлешкә эйә. Был коммуникатив мотивация үҫтереүҙе күҙ уңында тота, барлыk тел берәмектәренең мәғәнәһенә hәм функцияларына үтә ныk иғтибар кәрәклеген аңлата.
«Башkорт теле» курсы материалы үрнәк программала түбeндәге йөкмәтке өлөштәре аша тәҡдим ителгән:
лингвистика белеме нигеҙҙәре: фонетика heм орфоэпия, графика, hүҙ төҙөлөшө, грамматика (морфология hәм синтаксис);
орфография hәм пунктуация;
телмәр үҫтереү;
Дөйөм уkыу күнекмәләре hәм эшмәкәрлек ысулдары.
Башkорт телен уkытыу барышында кескәй йәштәге уkыусылар өсөн мөhим роль уйнаған дөйөм уkыу күнекмәләрен hәм эшмәкәрлек ысулдарын үҫтереү буйынса маkсатлы эшләү түбәндәгенән тора:
интеллектуаль (дөйөмләштереү, классификациялау, сағыштырыу, үҫеш h.б.)
танып белеү эшмәкәрлеге;
ойоштороу (хеҙмәттәшлек итеү hәм үҙешмәкәрлекте планлаштырыу эше).
«Башkорт теле» курсын өйрәнгәндә, дөйөмләштереү, классификация тышkы контролдeң үҙконтролгә, hөҙөмтә буйынса контролдeң эш ысулы буйынса контролгә, булғанды аныkлауҙан алға сығып өйрәнеү кеүек дөйөм уҡыу интеллектуаль күнекмәләрен үҫтереү аша тормошҡа ашырыла.
Башkорт телен үҙләштергәндә, мәғлүмәти мәҙәниәт менән бәйле оҫталыkтар формалаша: уkыу, яҙыу, дәреслек менән эффиктив эшләү, лингвистик hүҙлек hәм белешмәләр менән файҙаланыу.
3.Башҡорт теле предметының уҡыу планындағы урыны.
Эш прогаммаһы 70 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).
Дәреслек:
Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен 1-се йыл өйрәнеүсе 2-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. –Өфө : Китап, 2014.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен 1-се йыл өйрәнеүсе 2-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. –Өфө : Китап, 2014.
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы,
Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы,
«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы,
Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән.
Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү мөһим бурыс.
Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә( интеграция).
Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә( коммуникатив йүнәлеш).
Уҡыу предметының йөкмәткеһе.
Тыңлау. Телдeң, аралашыуҙың маkсатына hәм ситуацияhына төшөнөy. Яңғырап торған телмәрҙе адекват kабул итеү. Бирелгән текстағы мәғлүмәтте тыңлағанда аңлау, текстың төп фекерен билдәләү, уның йөкмeткеhен hорауҙар ярҙамында биреү.
Һөйләү.
Коммуникатив бурысты эффектлы хәл итеү өсөн, аралашыуҙың маkсаттарына hәм шарттарына ярашлы тел сараларын hайлау. Телмәрҙең диалог функцияhына ғәмәлдә эйә булыу. Һөйлeшеүҙе башлау, ҡеүәтләү, тамамлау, кемдеңдер иғтибарын йәлеп итеү оҫталығына эйә булыу h .б. уkытыу бурыстарына яраkлы (тасуирлау, хикәйәләү, фекерләү) телдән монологик hөйләй алыу оҫталығына эйә булыу. Уkытыу hәм көнкүреш ситуацияhында (сәләмләү, хушлашыу, ғәфү үтенеү, рәхмәт әйтеү, үтенес менән мөрәжәғәт итеү) телмәр этикеты нормаларына эйә булыу. Орфоэпик нормаларҙы hәм дөрөҫ интонацияны үтәү.
Уkыу. Уkыу өсөн тәҡдим ителгән тексты аңлау. Тейешле материалды табыу маkсатында hайлап алып уkыу. Текста бирелгән мәғлүмәтте табыу. Күҙгә күренгән текста тупланған мәғлүмәт буйынса ябай hығымталар яhау. Текст йөкмәткеhендә тупланған мәғлүмәтте дөйөмләштереү.
Һүҙҙәрҙе , hүҙбәйләнештәрҙе, hөйләмдәрҙе hәм ҡыҫҡа текстарҙы аңлап уkыу. Өндәү билдәләренә ярашлы интонация hәм паузалар менән уҡыу. бәләкәй шиғырҙарҙы аңлау.
Һүҙҙе тотош уҡыуға күскән осорҙа орфоэпик уҡыу менән танышыу. Орфографик уҡыу (шыбырлап ижекләп әйтеү) – әйтеп яҙҙырғанда hәм күсереп яҙғанда үҙ контроль сараhы.
Яҙыу.
Грамотаға өйрәтеү системаhында хәреф, хәрефтәр бәйләнешен, ижектәрҙе, hүҙҙәрҙе, hөйләмдәрҙе яҙыу. Яҙыу төрө кеүек уkытыу эшмәкәрлегенә тура килгән гигиеник талаптарҙы үтeп, аңлайышлы, бөхтә яҙырға өйрәтеү. Өйрәнелгән ҡағиҙәләргә тап килтереп күсереп яҙыу, әйтеп яҙҙырыу. Тыңланылған hәм ентекле, hайланма уҡылған тексты теҙеп яҙа алыу (изложение). Балаларға ҡыҙыҡлы темалар буйынса үҙҙәренең кескәй текстарын төҙөтөү.
Яҙыуға kарата гигиеник талаптарҙы үҙләштереү. Бармаҡтарҙың ваҡ моторикаhын hәм kулдарҙың хәрәкәт азатлығын үҫтереү. Дәфтәр бите hәм класс таkтаhы арауығында дөрөҫ ориентация оcталығын үҫтереү, ҙур hәм бәләкәй яҙма хәрефтәрҙе яҙыуҙы үҙләштереү.
Хәрефтәрҙе, хәрефтәр бәйләнешен (буквосочетание) , ижектeрҙе, һүҙҙәрҙе, hөйләмдәрҙе гигиеник нормаға ярашлы яҙыу. Аңлайышлы hәм ыkсым яҙырға өйрәнеү. Әйтелеше менән яҙылышы айырылмаған hүҙҙәрҙе hәм hөйләмдeрҙе әйтеп яҙҙырыу (диктант). Тексты дөрөҫ күсереп яҙыу алымдарын hәм тәртибен өйрәтеү.
Һүҙ hәм hөйләм. Һүҙҙе өйрәнеү объекты, анализлау материалы итеп ҡабул итеү. Һүҙҙәрҙең мәғәнәhен аңлау буйынса күҙәтеүҙәр ойоштороу. Һүҙ hәм hөйләмде айырыу. Һөйләм менән эшләү.
Орфография. Дөрөҫ яҙыу kағиҙәләре hәм уларҙы kулланыу менән танышыу.
hөйләм башында, яңғыҙлыk исемдәрҙә баш хәреф;
hүҙҙәрҙе айырып яҙыу;
hүҙҙәрҙе ижекләп юлдан юлға дөрөҫ күсереү;
hөйләм аҙағында тыныш билдәләре
Башланғыс мәктәптә башkорт телен өйрәнеүҙең шәхсән hөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә:
тел кешелeрҙең аралашыу сараhы икәнде аңлау, үҙләштереү;
башkорт телен милли мәҙәниәттең бер күренеше тип ҡабул итеү;
дөрөҫ hөйләү теле hәм яҙма тел кешенең индивидуаль мәҙәнилеге күрhәткесе;
үҙ телмәренә иғтибарлы булып үҙ- үҙен баhалау hәләтлелеге;
Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнеүҙең предмет-ара hөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:
белем алыу (уkыу-уkытыу) бурыстарын хәл итеү өсөн төрлө сығанаkтарҙан кәрәкле мәғлүмәт табыу маkсатында, телде ҡуллана белеү оҫталығы;
аралашыуҙың маҡсаты, бурысы, сараhы, тел шарттарында ориентирлашыу;
телмәрҙе hәм аралашыу ситуацияhын иҫәпкә алып, коммуникатив бурыстары (диалог, монологик телмәр, яҙма текстар) уңышлы атҡарыу маҡсатында, адекват телмәр сараларын hайлап ала белеү;
үҙ фекереңде hәм позицияңды мөмкин тиклем теүәл итеп аңлатырға ынтылыу;
hорауҙар биреү оҫталығы;
башҡорт әҙәби теле нормалары (орфоэпик, лексик, грамматик) hәм телмәр этикеты kағиҙәләре тураhында башланғыс төшөнсәне алыу;
орфографик ҡағиҙәләрҙе hәм тыныш билдәләрен (өйрәнелгән күләмдe) ҡуйыу ҡағиҙәләрен белеү;
өн, хәреф, hүҙ өлөшө, телмәр киҫәге, hөйләм киҫәге, ябай hөйләм кеүек тел берәмектәрен таба, сағыштыра, классификациялай (бүлә), ҡылыҡhырлай (характеристика бирә) алыу оҫталығы;
үҙеңдең ғәмәлдәреңде контролдә тотоу, әйткәнде hәм яҙғанды тикшерә белеү hәләтлелеге.
2 класс уҡыусыларын башҡорт теленә өйрәтеүҙә түбәндәге бурыстар ҡуйыла:
Тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлек запасын арттырыу, телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.
Ситуациялар, темалар буйынса һорауҙар биреү, шул һорауҙарға һүрәт, картина, текст нигеҙендә һәм ижади яуап бирә белеү.
Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү,уйындар өйрәнеү, телмәр төҙөү иғтибарға алына.
Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан яттан яҙыу.
Һәр тема буйынса эш барышында тыуған Республика менән танышыуҙы дауам итеү, башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.
Уҡыу йылы аҙағында 2 класс уҡыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға тейеш:
1. Һөйләгәнде йәки уҡығанды аңлай алыу (аудирование):
уҡытыусының, иптәшенең һөйләгәнен, уҡығанын аңлай алыу;
иҫәнләшеү, һаубуллашыу, рәхмәт әйтеү, ғәфү үтенеү, үтенесте белдереү, рөхсәт һорау (телмәр этикеты);
текстың йөкмәткеһе, ситуация буйынса һорау биреү.
2. Уҡыған текст буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә һөйләй белеү, ситуацияға ярашлы һөйләшеү (говорение):
бәләкәй күләмле текстың йөкмәткеһен һөйләү,
һүҙлек һүҙҙәрен белеү, уларҙы дөрөҫ ҡулланып һөйләү,
диалог төҙөү, төркөмдәрҙә һөйләшеү,
үҙең, ғаилә ағзалары, уларҙың исемдәрен белеү, һөнәр-шөғөлдәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте һ.б. тураһында һөйләү,
ваҡиғаға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтеп биреү,
башҡорт теленән руссаға һәм киреһенсә тәржемә итеү.
3. Уҡыу (чтение):
тексты дөрөҫ, шыма, талғын уҡыу (орфоэпик нормалар нигеҙендә),
поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу,
уҡыған текстың йөкмәткеһен билдәләй алыу, персонаждарын әйтеү,
текстан һорауҙарға яуаптар табыу, уҡып күрһәтеү.
4. Яҙыу (письмо):
хәрефтәрҙе матур, дөрөҫ, тейешле кимәлдә тоташтырып яҙыу,
ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу,
шундай уҡ текст буйынса йә картина нигеҙендә 2-3 һорауға яуап яҙыу,
бирелгән ситуация буйынса 2-3 һөйләмдән торған текст яҙыу,
ныҡлы әҙерлектән һуң өйрәтеү характерындағы диктант яҙыу (программала күрһәтелгән нормалар күләмендә)
Уҡыусыларҙың белем кимәлен баһалау:
Йыл аҙағында 2-се класс уҡыусылары түбәндәге телмәр күнемәләренә эйә булырға тейеш:
Уҡытыусының һөйләгәнен йәки уҡығанын аңлай алыу.
Тексты тыңлау һәм йөкмәткеһен һөйләү, йөкмәтке буйынса рәсем яһау.
Текст буйынса иптәштәренә йәки уҡытыусыға һорау биреү.
5-6 шиғырҙы яттан белеү.
2. Уҡыған текстар буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә бәләкәй хикәйә төҙөү һәм һөйләү:
ишеткәндәр, башҡарған эштәр тураһында һөйләү;
картиналар, экскурсиялар, фильмдар, иллюстрациялар буйынса бирелгән ситуацияға ярашлы һөйләү;
текстың йөкмәткеһен тулыһынса һәм ҡыҫҡартып һөйләү;
ваҡиға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтә белеү;
3.Тексты талғын, шыма, һүҙҙәрҙе тотош (ижектәргә бүлмәй) уҡыу:
поэтик әҫәрҙәрҙе тейешле интонация менән уҡый белеү;
эстән һәм ҡысҡырып, ролләп һәм һайлап уҡыу;
текстың темаһын, төп фекерен билдәләй алыу;
текстан һорауҙарға яуап табыу;
картиналар ҡарау, уға исем биреү.
4.Хәрефтәрҙе дөрөҫ, матур һәм тоташтырып яҙыу:
ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу;
шундай уҡ текст йәки картина буйынса 2-3 һорауға яуап яҙыу;
текстан предметты һүрәтләгән урынды табып (һайлап) яҙыу.
Уҡыу-уҡытыу программаһында үҙләштереү өсөн планлаштарылған һөҙөмтәләргә ирешеүҙе баһалау
Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
һорауҙарға яҙма яуаптар;
тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау яҙма эштәре үткәрелә. Ағымдағы яҙма эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы яҙма эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау яҙма эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Яҙма эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана.
- карточкалар менән эш;
- һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;
- һөйләмдәр төҙөү;
- һүҙлек менән эш.
Контроль характерындағы яҙма эштәр:
Күсереп яҙыу – 2
Һорауҙарға яуаптар – 2
Диктант – 4
Изложение – 2
Инша – 2
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау
Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
һорауҙарға яҙма яуаптар;
Телдән яуаптарҙы баһалау:
Уҡыусыларҙың телдән һөйләмен, уның фонетик, грамматик яғы менән бер рәттән тасуири уҡыуы ла иҫәпкә алына. Телдән һорау формаһында үткәрелә торған күнегеүҙәр һәр дәрестә алып барыла.
Тыңлап аңлау күнекмәләрен баһалау:
1. “тулыһынса аңланы”
2. “өлөшсә аңланы”
3. “аңламаны”
Уҡыусының монологик һөйләүен баһалау:
1. - тәҡдим ителгән тема ( рәсем, ситуация) буйынса хикәйә төҙөй белһә;
- дөрөҫ интонация менән, тулы, эҙмә-эҙлекле итеп, тексҡа баһа биреп, мөнәсәбәтен күрһәтеп һөйләй алһа;
- тупаҫ булмаған пауза хаталары ебәрелһә лә, “5”ле ҡуйыла.
2. - айырым паузалар, 1-2 һөйләм хатаһы яһаһа;
- уҡытыусы тарафынан икенән артыҡ булмаған асыҡлаусы һорау бирелһә,”4” ле ҡуйыла
3. теманың төп йөкмәткеһен асһа;
- 4-6 һөйләү хатаһы ебәрһә;
- уҡытыусы тарафынан икенән артыҡ асыҡлаусы һорау бирелһә йәки уҡытыусы ярҙамынан башҡа йөкткеһен һөйләүҙе башлай(тамамлай) алмаһа, “3”лө ҡуйыла.
4. - һөйләгәндә эҙмә-эҙлеклелек һаҡланмаһа;
- паузаларҙа теүәлһеҙлектәр китһә;
- 6- нан артыҡ һөйләм хатаһы һәм грамматик хата яһаһа, “2”ле ҡуйыла.
Диалогик һөйләмде баһалау:
1. - тейешле темпта дөрөҫ интонация менән һорау ҡуйһа;
- әңгәмәләшенең һорауҙарына тулы яуап ҡайтарһа, “5”ле ҡуйыла
2. - дөрөҫ һорау биреп, үҙе лә әңгәмәләшенең һорауына яуап бирһә, ләкин һөйләү ваҡытында уҡытыусы ярҙамына мохтаж булһа;
- 2-3 һөйләм хатаһы ебәрһә, “4” ле ҡуйыла.
3. уҡытыусы ярҙамында ғына һорау бирһә йәки яуап бирһә;
- һорауҙар биргәндә, һүҙҙәр һәм грамматик формалар табыуҙа теүәлһеҙлектәр ебәрһә йәки өйрәнгән теманың бер өлөшөн генә үҙләштерһә;
- 4-5 һөйләм хатаһы ебәрһә, “3” лө ҡуйыла.
4. - әңгәмә ваҡытында ҙур ауырлыҡ менән генә һорау бирһә,
“2” ле ҡуйыла.
6.Уҡыу предметының йөкмәткеһе
№ | Тема | Дәрестәр һаны |
1 | Танышыу. Иҫәнләшеү, һаубуллашыу һүҙҙәрен үҙләштереү. Үҙең менән таныштырыу һүҙҙәрен ҡулланырға өйрәтеү, йәшәгән урын тураһында һөйләү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәрен үҙләштереү. | 8 |
2 | Был мин. Кешенең организмы, тән өлөштәре атамаларын үҙләштереү. Тәнде таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау. Зат ялғауҙарын, эйәлек алмаштарын һәм ялғауҙарын практик ҡулланыу. Өндәрҙең сиратлашыуы. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәрен үҙләштереү. | 3 |
3 | Минең ғаиләм. Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, һөнәре, уларға туғанлыҡ мөнәсәбәте, файҙалы эштәр тураһында һөйләшеү. Уҡыу, яҙыу. Башҡорт телендә эйәлек ялғауҙарын, килеш ялғауҙарын практик үҙләштереү. Тиң киҫәкле һөйләмдәр менән практик эштәр. | 4 |
4 | Мин нимә яратам. Аҙыҡ-түлек, уларҙы табыу, әҙерләү, өҫтәлде биҙәү, аҙыҡ-түлеккә мөнәсәбәт, уға һаҡсыл ҡараш булдырыу, башҡорт аштары. Башҡорт телендә килеш ялғауҙары, һөйләмдең тиң киҫәктәре, һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны. | 3 |
5 | Минең мәктәбем. Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын, дәрестәрҙе белеүе. Улар тураһында һөйләү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре. | 1 |
6 | Минең класым. Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар, уларҙың эштәре. Темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен, һөйләмдәрен дөрөҫ уҡыу. Һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар. Килеш ялғауҙарын практик ҡулланыу. | 1 |
7 | Мин мәктәпкә йыйынам. Көн режимы, мәктәпкә тиклем эшләнә торған эштәр, дәрескә әҙерлек тураһында һөйләшеү. Телмәр үҫтереү. Тема буйынса һүҙҙәр үҙләштереү. | 1 |
8 | Мин уҡыусы. Мәктәп ҡағиҙәләре, дәрестә үҙеңде нисек тотоу, класташтарыңа, уҡытыусыға ҡарата мөнәсәбәт тураһында һөйләшеү. Текстар уҡыу. | 1 |
9 | Мин дәрестә. Белем, китап, дәрес, тәнәфес, уҡыу предметтары тураһында һөйләшеү. Текстар уҡыу. Башҡортса яҙырға өйрәнеү. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. | 1 |
10 | Мин дәрестән сыҡтым. Дәрестән һуң, китапхана, түңәрәктәр тураһында һөйләшеү. Һөйләмдәр, бәйләнешле телмәр төҙөү. Тема буйынса яңы һүҙҙәр үҙләштереү. | 3 |
11 | Минең уйынсыҡтарым. Уйынсыҡ исемдәре,уйынсыҡтарҙың билдәләре. Башҡорт телендә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар. Килеш һәм зат ялғауҙарын практик ҡулланыу. | 4 |
12 | Мин уйнарға яратам. Уйындар, һанашмаҡтар өйрәнеү. Уйын барышында балаларҙың мөнәсәбәте.Тема буйынса телмәр үҫтереү. Килеш һәм зат ялғауҙарын практик ҡулланыу. | 3 |
13 | Мин уйнарға сыҡтым. Нисәнсе? Ниндәй? Һорауҙарына яуап бирергә өйрәнеү. Башҡорт телендә һөйләмдәге һүҙҙәр тәртибе. | 1 |
14 | Минең кескәй дуҫтарым. Йәнлектәрҙең атамаларын иҫтә ҡалдырыу. Уларҙың тән өлөштәренең атамаларын өйрәнеү.Һорауҙарға яуап биреү күнекмәләрен үҫтереү. | 5 |
15 | Мин ял итәм. Башҡортостанда йәшәгән ҡырағай хайуандарҙың атамалары. Беҙҙән алыҫ йәшәгән йәнлектәр тураһында һөйләшеү. Йәнлектәр тураһында текстар уҡыу. Ҡайҙа? Ҡайҙан? һорауына яуап бирергә өйрәнеү. Яңы һүҙҙәр үҙләштереү. | 15 |
7.Тематик план.
Класс: 2
Бөтәһе 70 сәғәт, аҙнаһына 2 сәғәт.
№ | Тема | Уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлеге | План буйынса | Үткә-релде | Иҫкәр- мәләр |
1 | Танышыу | Башҡортостандың ҡалалары, ауылдары, йылғалары, күлдәре тураһында мәғлүмәт биреү.Башҡортостан Республикаһының символикаһы ла иҫкә алына. Тирә-яҡтағы предметтарҙы атау, үҙең менән таныштырырға, ҡайҙа йәшәгәнеңде, һиңә нисә йәш икәнен атай белергә өйрәнеү.Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре менән таныштырыу. | | | |
2 | Һин кем? | | | | |
3 | Һеҙ кем? | | | | |
4 | Һинең исемең кем (нисек)? | | | | |
5 | Һинең исемең кем (нисек)? | | | | |
6 | Һин ҡайҙа йәшәйһең? | | | | |
7 | Һин ҡайҙа йәшәйһең? | | | | |
8 | Һиңә нисә йәш? | | | | |
9 | Күсереп яҙыу. | | | | |
10 | Был мин. Тән өлөштәре. | Кешенең организмы, тән өлөштәре атамаларын үҙләштереү, тәнде таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау. Эйәлек алмаштарын һәм ялғауҙарын практик ҡулланыу. | | | |
11 | Тән өлөштәре. | | | | |
12 | Ауырта, ауыртмай. | | | | |
13 | Һорауҙарға яуап яҙыу. | | | | |
14 | Минең ғаиләм. Минең, һинең, уның. | Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Уҡыу, яҙыу. Башҡорт телендә эйәлек ялғауҙарын практик үҙләштереү. | | | |
15 | Бармы? | | | | |
16 | Нимә эшләй? | | | | |
17 | Нимә эшләй? | | | | |
18 | Мин нимә яратам? Нимә менән? | Аҙыҡ-түлек атамаларын әйтә белеү, көндәлектә ҡуллана белеү. Башҡорт теле өндәрен айырырға өйрәнеү. | | | |
19 | Нимә менән ашайһың? | | | | |
20 | Нимә менән? | | | | |
21 | Ҡабатлау. Контроль күсереп яҙыу. | | | | |
22 | Минең мәктәбем. Мәктәп ниндәй? | Мәктәп темаһы буйынса һүҙҙәрҙе үҙләштереү, һөйләмдәр төҙөй белеү. | | | |
23 | Минең класым. Класс ниндәй? | Кластағы предметтарҙың атамаларын өйрәнеү, көндәлек тормошта уларҙы ҡулланырға белеү. | | | |
24 | Мин мәктәпкә йыйынам. Кемдеке? | Кемдеке? һорауына яуап бирә белеү. | | | |
25 | Мин уҡыусы. Нисек? | Нисек? һорауына яуап бирергә өйрәнеү. | | | |
26 | Мин дәрестә. Ҡайҙа? | Дәрестә предметтарҙың ҡайҙа урынлашҡанын әйтә белеү. | | | |
27 | Ҡайҙа? | | | | |
28 | Диктант. | | | | |
29 | Мин дәрестән сыҡтым. Нимә эшләйем? | Дәрестән тыш булған эштәре тураһында аңлата һәм өйтергә өйрәнеү. | | | |
30 | Нимә эшләйем? | | | | |
31 | Нимә эшләйем? Минең көн режимым. | | | | |
32 | Ҡабатлау. Изложение. | | | | |
33 | Минең уйынсыҡтарым. Нимә, нимәләр? | Уйынсыҡтарҙы дөрөҫ атау, бирелгән темаға бәйләнешле текст төҙөргә өйрәнеү, һөйләү. | | | |
34 | Нимә эшләйбеҙ? | | | | |
35 | Ниндәй? | | | | |
36 | Нимә эшләмә? | | | | |
37 | Мин уйнарға яратам. Нимә эшләйбеҙ? | Ҡышҡы уйындар хаҡында һөйләү, шиғырҙар ятлау. | | | |
38 | Нимә эшләйбеҙ? Ҡышҡы уйындар. | | | | |
39 | Нимә эшләйбеҙ? | | | | |
40 | Диктант. | | | | |
41 | Мин уйнарға сығам. Миңә нимә кәрәк? | Кәрәк, кәрәкмәй һүҙҙәренең ҡулланылышын аңлатыу, өйрәнеү. | | | |
42 | Миңә нимә кәрәк? | | | | |
43 | Мин уйнарға сыҡтым. Нисәнсе? | Нисәнсе һорауына дөрөҫ яуап биреү һәм телмәрҙә дөрөҫ ҡуллана белеү. | | | |
44 | Ҡабатлау. Һорауҙарға яуап яҙыу. | | | | |
45 | Минең кескәй дуҫтарым. Был нимә? | Йорт хайуандарының һәм ҡоштарының атамаларын өйрәнеү,бәйләнешле текст төҙөргә өйрәнеү. | | | |
46 | Ниндәй? | | | | |
47 | Ниндәй? | | | | |
48 | Ни эшләй? | | | | |
49 | Ни эшләй? | | | | |
50 | Диктант. | | | | |
51 | Мин ял итәм. Ҡайҙа? | Урман кейектәре атамаларын дөрөҫ әйтеү, текст буйынса һүрәттәр төшөрөү, әкиәттәр уҡыу, телмәрҙе үҫтереү, шиғырҙар ятлау. | | | |
52 | Ҡайҙа? | | | | |
53 | Ҡайҙан? | | | | |
54 | Инша. | | | | |
55 | Ҡасан? | | | | |
56 | Ҡасан? | | | | |
57 | Ҡайҙа? | | | | |
58 | Ҡайҙа? Ҡасан? | | | | |
59 | Изложение. | | | | |
60 | Был нимә? Йорт хайуандары. | | | | |
61 | Был нимә? Йорт ҡоштары. | | | | |
62 | Нимәгә? | | | | |
63 | Ҡабатлау. Контроль диктант. | | | | |
64 | Ҡасан? | | | | |
65 | Ҡасан? | | | | |
66 | Нимә менән? | | | | |
67 | Нимә эшләйбеҙ? | | | | |
68 | Нимә эшләйбеҙ? | | | | |
69 | Үтелгән темаларҙы ҡабатлау. | | | | |
70 | Йомғаҡлау дәресе. | | | | |
Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн методик ҡулланмалар
Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты (комплексы): Башҡорт телен уҡытыуҙа актив формалар һәм алымдар. Толомбаев Х.А., Асанбаева Р.Р., Өфө, БМҮИ, 2006.
Башкирский язык для начинающих. Ф.Г. Хисамитдинова, З.Я. Шарипова, В.И. Хажин. Уфа, Баш. книжное изд-во, 1991.
Сал Уралда – илдә бер ине. Өфө, БМКИ, 2004.
Телмәр һәм зиһен // Аслаева Р. Өфө, Китап, 2005.
Урыҫ мәктәптәренең башланғыс синыфтарында башҡорт телен уҡытыу үҙенсәлектәре / Шарапов И.Ә. Өфө, Китап, 1997.
Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр // Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Өфө, Китап, 2006.