Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районы
муниципаль районы хакимиәте Үрнәк урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Ҡаралған: Килешелгән: МБ ултырышында УТЭ буйынса директор урынбаҫары ______/Г.Х.Исламова/ ________ /З.Ә.Нәсибуллина/ Протокол № Протокол № « » август 2019 й. « » август 2019 й. | Раҫлайым: Үрнәк урта мәктәбе директоры _______ /Р.М.Мәзитова / Приказ № « » август 2019 й. |
2019 – 2020 уҡыу йылына
9-сы класс өсөн
башҡорт теленән
эш программаһы
Төҙөнө: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Зиннәтуллина Айгөл Рвинат ҡыҙы
АҢЛАТМА ЯҘЫУ
Эш программаһы түбәндәге норматив–хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө:
Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 й. приказ №273-ФЗ.
Дәүләт стандарттарының урта дөйөм белем биреү Федераль компоненты
”Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән)
Санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр һәм СанПин нормативтары 2.4.2.2821-10 буйынса РФ баш санитар табибы постановлениеһы менән 29.12.2010 й. раҫланған приказ №189 «Дөйөм белем биреү ойошмаларында белем биреүҙе ойоштороуҙа санитар-эпидемиологик талаптар»;
Башҡортостан Республикаһының ”Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 й. приказ №696-3
”Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999 й. приказ
№216-3 (28.03.2014 йылдың үҙгәрештәре менән);
Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-11-се кластары өсөн “Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт” предметы буйынса белем биреү өлгө программалары / [авт.-төҙ.: В. И. Хажин, Ә. Х. Вилданов, М. И. Ҡарабаев, З. Р. Әминева, Ф. Ә. Аҡҡужина].-Өфө: Китап, 2017. 104 бит.
Үрнәк урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының Федераль компоненты төп белем биреү программаһы;
Үрнәк урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының 2019-2020 уҡыу йылына “Уҡыу планы”;
Үрнәк урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының Уставы;
Үрнәк урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының эш программаһы тураһындағы положениелар (белем биреү стандарттарының Федераль компоненты).
Үрнәк урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының китапхана фонды.
Маҡсаттар һәм бурыстар:
Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).
Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.
Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.
Әҫәрҙе өлөшләп, һайлап, ролдәргә бүлеп, сылбыр буйынса уҡыу, тексты магнитофон яҙмаһынан тыңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү кеүек эштәр башҡарғанда, һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.
5-7-се кластарҙа алған белемдәр тулыландырыла. Темалар буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу, диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә.
Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала. Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:
телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;
телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;
бәйләнешле текст менән эшлэргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота.
Уҡытыу кимәле: базис.
Уҡыусы белергә тейеш:
йәмғиәт тормошонда телдең ролен, башҡорт теленең әһәмиәтен белергә;
фонетика, телмәр өндәре, ижек, һүҙ баҫымы, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр;
өндәрҙең бер-береһенә оҡшашыуы (сингармонизм) төшөнсәләре;
орфоэпия (дөрөҫ әйтелеш), төп орфоэпик норма төшөнсәләре;
графика; алфавит; хәрефтәрҙең өндәрҙе сағылдырыу төшөнсәләре;
орфография (дөрөҫ яҙылыш), һуҙынҡыларҙың һәм тартынҡыларҙың дөрөҫ яҙылышы, һуҙынҡыларҙың һәм тартынҡыларҙың һүҙҙең тамырында, ялғауҙа, һүҙ араһында яҙылышы һәм әйтелеше, һүҙҙе юлдан юлға күсеререргә;
лексика; һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе; һүҙҙең тура һәм күсмә мәғәнәһе; синонимдар, антонимдар, омонимдарҙы белергә;
телмәр төрҙәре (типтары): хикәйәләү, тасуирлау (һүрәтләү), хөкөм сығарырға (мөнәсәбәт белдереү);
текстың төп фекерен, автор нимә әйтергә теләгәнен билдәләй белергә; текстың башланышын һәм тамамланышын күрһәтә белергә; өлгөгә ҡарап диалогтар төҙөргә;
төрлө мәғлүмәт саралары менән эшләргә (һүҙлектәр, белешмәләр); диалогта йә бәхәстә ҡатнашырға;
билдәле бер тема буйынса өҫтәлмә материал табырға һәм сығыш яһарға;
иншалар, яттан шиғыр һөйләүселәр конкурстарында ҡатнашырға.
УҠЫТЫУ ПРЕДМЕТЫНЫҢ ТӨП ЙӨКМӘТКЕҺЕ
Һаумы, мәктәп!
Эш төрҙәре «Көҙ» темаһы менән берлектә алып барыла. «Көҙ» һәм «Мәктәп» темаһына шиғырҙар, әҫәрҙәр уҡыу; мәҡәл, әйтемдәр, йомаҡтар, һынамыштарҙы иҫкә төшөрөү.
Алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе системалаштырыу, яңы мәғлүмәт менән таныштырыу. Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш дауам итә.
Башҡортостан тәбиғәте.
Тыуған Республикабыҙ тәбиғәтенә ҡарата мөхәббәт, ғорурлыҡ тойғоһо, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә. Улар тураһында һөйләргә, яҙырға өйрәтеү. Башҡортостандың ер аҫты, ер өҫтө байлыҡтары тураһында әңгәмәләр үткәреү, экскурсиялар ойоштороу.
Атамалар ни һөйләй?
Кеше тормошонда атамаларҙың да (кеше исеме, фамилияһы, атаһының исеме; ауыл, ҡала, тау, йылға һ.б.) роле ҙур. Унһыҙ тормошто күҙ алдынала килтереп булмай. Атамалар бик күп. Тел ғилемендә уларҙы өйрәнеүсе фән бар. Ул – ономистика. Онамистика фәне үҙе бер нисә тармаҡтан тора: антропонимика, этнонимика, милли, халыҡ, ҡәбилә исемдәрен, зоонимика ҡош-ҡорт, хайуан ҡушаматтарын, космонимика өйрәнеүсе фән. Был теманы үтеү уҡыусының бала саҡтан уҡ үҙҙәре йәшәгән ауыл, ҡала, уларҙың янындағы атамаларҙың мәғәнәләрен белергә теләгән ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндерә, тыуған төйәк менән ғорурланырға мөмкинлек бирә.
Башҡортостан мәҙәниәте.
Башҡортостанда театр сәнғәте. Республикалағы театрҙар һәм уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында дөйөм мәғлүмәт биреү. М.Ғафури исемендәге Башҡорт Академия драма театрының барлыҡҡа килеүе тарихы (халыҡ артистары З.Бикбулатова, А.Мөбәрәков, Г.Мөбәрәкова). Театрҙың күренекле артистарының тормошо һәм ижады менән таныштырыу, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Театрҙың үткәне һәм киләсәге буйынса фекер алышыу ойоштороу.
Башҡорт халҡының йолалары тураһындағы әҫәрҙәр менән танышыу. Был хаҡта әңгәмә ҡороу. Ер һәм ошо ерҙә йәшәгән халыҡтың тел үҙенсәлектәре, халыҡ тормошо, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары һ.б. сағыла.
Халыҡ ижады – халыҡ хазинаһы.
Халыҡ ижады тураһында дөйөм төшөнсә. Фольклорҙың коллектив ижад булыуы. Фольклор һәм яҙма әҙәбиәттең айырмаһын билдәләү, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү.
Беҙ ҡышты ла яратабыҙ.
Бәйләнешле телмәрҙең яҙма һәм телдән формаларына берҙәй әһәмиәт бирелә. Ҡыш миҙгеле, уның үҙенсәлектәре тураһында һөйләү күҙ уңында тотола.
Менгән атым - уң ҡанатым.
Уҡыусылырҙы башҡорт атының килеп сығыуы, тарихи үткәне менән таныштырыу. Аттарҙың кеше тормошондағы мөһим ролен билдәләү. Йәш үҙенсәлектәре буйынса бүленеүен билдәләү, уҡыусылырҙан дөрөҫ итеп әйттереү. Аттарға ҡарата ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, улар тураһында күберәк белеү теләге тыуҙырыу.
Уҡыусыларҙың һөйләү, яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә ентекле эш дауам итә.
Тәбиғәт йәшеллеккә төрөнә.
Башҡортостандағы яҙғы тәбиғәт күренештәре. Ҡала һәм ауылда яҙғы эштәр: ҡоштар, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошо, яҙғы байрамдар тураһында әңгәмәләр үткәреү. Еңеү көнөн билдәләү. Һуғыш ветерандары менән осрашыу, иҫтәлектәр яҙып алыу буйынса эш дауам итә.
Йәмле йәй айҙары.
Йәй миҙгеленең үҙенсәлектәре тураһында белгәндәрен ҡабатлау, тәбиғәт үҙгәрешен күҙәтеү, кешеләрҙең хеҙмәтен, ялдарын ойоштороу тураһында һөйләшеү. Тәбиғәткә экскурсиялар ойоштороу, алынған тәьҫораттар буйынса әңгәмәләр үткәреү. Дарыу үләндәренән гербарийҙар төҙөү.
Уҡыу ҡулланмаһы:
Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 9-сы класы уҡыусылары өсөн башҡорт телен (дәүләт теле булараҡ) өйрәнеү өсөн уҡыу ҡулланмаһы. Төҙөүселәре: З.М. Ғәбитова, М.Ғ. Усманова – Өфө: Китап, 2017. - 132 бит.
Ҡушымта № 1
Календарь – тематик планлаштырыу
№ | Дәрес темаһы | Үткәреү ваҡыты | Иҫкәрмә |
Планлашт. | Фактик |
| А.Игебаев. "Тоғро дуҫым, йор юлдашым". Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре. | 4.09 | | |
| М. Аҡмулла. "Көҙ". "Сифат" темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | 11.09 | | |
| Н. Мусин. "Һай, урманым, урманым..." Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. | 18.09 | | |
| Т. Ғәниева. "Оло ялан". Хәл. Хәл төрҙәре. | 25.09 | | |
| Ф. Мөхәмәтйәнов. "Кешем – ил күрке". Ҡылымдарҙың заман менән үҙгәреше. | 2.10 | | |
| I сиреккә контроль диктант "Октябрь". | 9.10 | | |
| Хаталар өҫтөндә эш. М.Багаев. «Башҡортостан». | 16.10 | | |
| Р.Бикбаев. "Беҙҙең баш ҡалабыҙ – Өфө". Яңғыҙлыҡ исемдәр, уларҙың дөрөҫ яҙылышы. | 23.10 | | |
| Ҡ. Аралбаев. "Шүлгәнгә", "Янғантауға мәҙхиә". Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. | 6.11 | | |
| Р.Насиров, А.Матросов. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | 13.11 | | |
| Тел. үҫ. Изложение. Ярыҡ ялғаш. | 20.11 | | |
| Башҡортостан театрҙары. Өҫтәлмәлек. | 27.11 | | |
| М.Ғафури. "Ике себен". Мәҫәл тураһында төшөнсә. Тиң киҫәкле һөйләмдәр. | 4.12 | | |
| IIсиреккә контроль диктант. "Исем серҙәре". | 11.12 | | |
| Хаталар өҫтөндә эш. Башҡортостан театрҙары йондоҙҙары (Н.Ирсаева, Ә.Зөбәйеров, Х.Ҡудашев). | 18.12 | | |
| Ә.Сөләймәнов. "Халыҡ ижады". Ябай һөйләм. | 25.12 | | |
| "Урал батыр" эпосы. Ҡобайыр тураһында төшөнсә. Ябай һөйләм төрҙәре. | 15.01 | | |
| С.Агиш. Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы. Легенда тураһында төшөнсә. Ябай һөйләм төрҙәре. | 22.01 | | |
| Р.Ғарипов. "Тәүге ҡар". Йәнләндереү. | 29.01 | | |
| С.Әлибаев. "Ҡышҡы урман". Өндәш һүҙҙәр. | 5.02 | | |
| Башҡорт аты ниндәй була? Өндәш һүҙҙәр. | 12.02 | | |
| С.Агиш. "Турыҡай". Өндәш һүҙҙәр эргәһендә тыныш билдәләре. | 19.02 | | |
| IIIсиреккә контроль диктант. “Ниндәй ул башҡорт аты?”. | 26.02 | | |
| Хаталар өҫтөндә эш. Ғ.Дәүләди. "Яҙғы донъя". Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе һүҙҙәр. | 4.03 | | |
| Г.Юнысова. "Әсәйҙәр бит яҙҙар кеүек". Ябай һөйләм төрҙәре. | 11.03 | | |
| Тел.үҫ. Изложение. Сәскә, ә үҙе сәғәт. | 18.03 | | |
| Йәмле йәй айҙары. Ҡушма һөйләмдәр. | 1.04 | | |
| Р.Ғарипов. "Бала булып булмай, тик бала саҡ..." Эйәрсән һөйләм төрҙәре. | 8.04 | | |
| Телмәр үҫтереү. Инша. | 15.04 | | |
| Ғ.Хөсәйенов. Ғәзиздәрҙән-ғәзиз тупраҡ. Эйәрсән һөйләм төрҙәре. | 22.04 | | |
| Ғ.Фәйзи. "Йәйҙе яратам". Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр. | 29.04 | | |
| IV сиреккә контроль диктант "Һабантуй". | 6.05 | | |
| Хаталар өҫтөндә эш.Тыныш билдәләренең ҡуйылышын ҡабатлау. | 13.05 | | |
| Аҫылғужа. "Йәй уртаһы". Морфология һәм синтаксис буйынса үтелгәндәрҙе дөйөмләштереү. Йомғаҡлау дәресе. | 20.05 | | |
Ҡушымта № 2
Контроль-тикшереү материалдары
Диктанттар өсөн текстар
1-се сирек
Октябрь.
Октябрь – көҙҙөң беренсе һыуыҡ айы. Әсе елдәр иҫә. Иртәнге һыуыҡтар көсәйә төшә. Күләүектәр таңғаса боҙ менән ҡапланған була. Йыш яуған һалҡынса ямғырҙар арҡаһында октябрҙе халыҡта "батҡаҡ айы" тип тә атайҙар. Тәүге ҡар яуа, ләкин ул шунда уҡ ирей. Ҡайһы бер йылдарҙа ҡар ятып та ҡуя.
Күлдәр, быуалар туңа башлай. Иң аҙаҡҡы күсмә ҡоштар китеп бөтә. Иң һуңғы булып сәүкәләр, өйрәктәр китә. Уларға алмашҡа ҡыҙылтүштәр, беҙҙең яҡтарҙа ҡышлаусы бүтән ҡоштар килә. Ныҡлап һыуыҡ төшөү менән, айыу, бурһыҡ, алйырҙан йоҡоға тала. Тәлмәрйендәр ҙә йоҡоға китә.
Баҡсаларҙа ағас ултыртыу дауам итә. Япраҡтар тулыһынса ҡойолоп бөтә. (93 һүҙ.) ("Йәншишмә" гәзитенән.)
2-се сирек
Исем серҙәре.
Кешенең исеме менән холҡо, яҙмышы араһында ниндәйҙер бәйләнеш барлығын боронғолар һиҙемләгән. Кешенең исеме уның үҙе тураһында күп нәмәләр һөйләй икән.
Кешенең исемен үҙгәртеп, уның яҙмышын да үҙгәртергә була, тигән ҡараш бар. Мәҫәлән, римдар, яҙмыштары ниндәйҙер икенсе боролош алһын өсөн, исемдәрен баш түбән әйләндерелгән хәрефтәр менән яҙғандар.
Чикаго табиптары раҫлауынса, исемдең кеше тормошона йоғонтоһо бик ҙур. Әгәр ул көлкөлө икән, кешене бәләкәйҙән үк ҡаршы тороу позицияһына ҡуя. Бала үҙенә һәйбәт мөнәсәбәт өсөн көрәшергә тейеш була, һәм был уның холҡонда, психикаһында сағылыш таба. Инглиз терапевы Т. Уэстон билдәләүенсә, сәйер исемле кешеләр төрлө психик кәмселектәрҙән башҡаларға ҡарағанда йышыраҡ яфаланалар. (95 һүҙ.) (Башҡортостан календарынан.)
3-сө сирек
Ниндәй ул башҡорт аты?
Башҡорт аты тураһында дан күптән билдәле. 1725-1756 йылдарҙа баш күтәргән башҡорттарға ҡаршы көрәшеүсе генерал Румянцев: "...Уларҙың артынан ҡыуыу елде ҡыуыу менән бер, беҙҙең аттарға уларҙың аттарына етеү ҡайҙа ул!" – тип яҙған.
Икенсе бер батша генералы Черновтың яҙмалары ла шуны ҡеүәтләй: "Башҡорттар йыш ҡына биләмәләре аша үткән түрәләрҙе оҙатып, ялһыҙ 6-7 сәғәт буйына 3-4 ҡыуғын ер эйәреп бара ине. Ә юлда осраған ҡаршылыҡтарҙы бар тип тә белмәйҙәр: йылғаларҙы ат өҫтөндә йөҙөп сығалар, ҡуйы урман араһына барып ингәндә, башҡорт аты ағастар араһынан етеҙ йөрөй, текә тауға еңел менә һәм төшә". Башҡорттоң аты бөтә талаптарға яуап бирә: еңел, сыҙам, арзан, ҡурҡыу белмәй. (106 һүҙ.) ("Башҡортостан тарихы" китабынан.)
4-се сирек
Һабантуй.
Республикабыҙҙың ауылдарында, райондарында һәм ҡалаларында, йәйҙең иң матур көндәрендә, күңелле байрам – һабантуй үткәрелә. Унда баҫыу эштәрендә еңеүселәрҙе, хеҙмәт алдынғыларын һәм бөтә халыҡты хөрмәтләп, байраҡ күтәрелә. Байрамда күмәк кешеләр ҡатнашлығында төрлө ярыштар үткәрелә. Берәүҙәр һырғауылға үрмәләй, икенселәре бүрәнә өҫтөндә тоҡ менән алыша. Ҡатын-ҡыҙҙар йомортҡа һалынған ҡалаҡ тешләп йә һыулы биҙрәләрен көйәнтәләп уҙыша. Балаларға ла уйын етерлек: улар тоҡ кейеп йүгерә, күҙ бәйләп, епкә тағылған бүләктәрҙе киҫә, йүгереп йә һикереп ярыша. Иң ҡыҙығы – ҡурайсылар, бейеүселәр сығышы, милли көрәш, аттарҙа уҙышыу бәйгеһелер, моғайын. Улар тирәһендә халыҡ һәр саҡ күп була. Элекке йола буйынса, еңеүселәргә бүләктәр бирелә.
Халыҡ һабантуйҙы бик ярата. Унан кешеләр илһам алып тарала. (106 һүҙ.) ("Ағиҙел" журналынан.)
Изложениелар өсөн текстар
1-се яртыйыллыҡ
Ярыҡ ялғаш.
Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бик һаран кеше. Ул шул тиклем һаран булған, хатта ҡарт әсәһенән бер телем икмәген дә йәлләгән. Был ҡылығы өсөн уға Һаранбай тигән ҡушамат биргәндәр.
Бер ваҡыт ул шундай уйға килгән: "Был әрәмтамаҡ ҡарсыҡты Шайтан упҡынына алып барып ташларға кәрәк". Шунан әсәһен кәрәкмәгән ярыҡ ялғашҡа ултыртҡан да теге упҡынға алып киткән. Йөк тартырға ярҙамлашыр тип, үҙенең кесе малайын да алған.
Киткәндәр, ти, аталы-уллы, ярыҡ ялғашты һөйрәп. Шайтан упҡынына төнләтеп кенә килеп еткәндәр. Һаранбай ялғашты түбәнгә этеп төшөрә башлаған икән, шул саҡта малайы:
Атай, ялғашты төшөрөп ебәрмә, өйгә алып ҡайтайыҡ, - тип ҡысҡырып ебәргән.
Нимәгә ул һиңә ярыҡ ялғаш?
Бәй, үҙең ҡартайғас, мин һине был упҡынға нимә менән килтереп ташлармын һуң?
Һаранбайҙың сәстәре үрә торған. "Ысынлап та, шулай була ҡалһа, эш харап бит!" – тип уйлаған да әсәһен кире алып ҡайтып киткән. Алып ҡайтҡас, ҡәҙер-хөрмәт итә башлаған.
2-се яртыйыллыҡ
Сәскә, ә үҙе сәғәт.
Батыр менән Гөлнәзирә урманға еләк йыйырға барҙы. Икеһе лә тырызын тултырырға тырышты.
Ҡайта һалайыҡ, ямғыр килә, - тине Батыр ҡапыл ғына. – Бына, сәскәләргә ҡара әле: бәпембә күҙҙәрен йомған, япраҡтары һәленеп төшкән, туҡранбаш башын эйгән.
Ысынлап та, тиҙҙән ҡойоп ямғыр яуа башланы.
Сәскәләр барометр кеүек икән дә! – тине Гөлнәзирә, ағас аҫтына йәшенеп.
Улай ғына тиһеңме, сәскәләргә ҡарап ваҡытты ла белеп була. Мәҫәлән, ҡыңғырау сәскә таж япраҡтарын иртәнге етелә аса. Ябай ғына картуф сәскәһе лә – дөп-дөрөҫ сәғәт. Ул теүәл етелә асыла ла көндөҙгө өстә йоҡлай башлай.
Ямғыр нисек тиҙ килгән булһа, шулай ашығып китеп барҙы. Гөлнәзирә менән Батыр ҡайтырға сыҡты. Йәһәтерәк картуф сәскәһен ҡарарға ине: сәғәт нисә икән? ("Аҡбуҙат" журналынан.)
Инша темалары
Сәләмәтлек буйынса мөмкинселектәре сикләнгән уҡыусыларға
контроль күсереү өсөн текстар.
1-се сирек
Октябрь.
Октябрь – көҙҙөң беренсе һыуыҡ айы. Әсе елдәр иҫә. Иртәнге һыуыҡтар көсәйә төшә. Күләүектәр таңғаса боҙ менән ҡапланған була. Йыш яуған һалҡынса ямғырҙар арҡаһында октябрҙе халыҡта "батҡаҡ айы" тип тә атайҙар. Тәүге ҡар яуа, ләкин ул шунда уҡ ирей. Ҡайһы бер йылдарҙа ҡар ятып та ҡуя.
Күлдәр, быуалар туңа башлай. Иң аҙаҡҡы күсмә ҡоштар китеп бөтә. Иң һуңғы булып сәүкәләр, өйрәктәр китә. Уларға алмашҡа ҡыҙылтүштәр, беҙҙең яҡтарҙа ҡышлаусы бүтән ҡоштар килә. Ныҡлап һыуыҡ төшөү менән, айыу, бурһыҡ, алйырҙан йоҡоға тала. Тәлмәрйендәр ҙә йоҡоға китә.
( 84 һүҙ.) ("Йәншишмә" гәзитенән.)
2-се сирек
Исем серҙәре.
Кешенең исеме менән холҡо, яҙмышы араһында ниндәйҙер бәйләнеш барлығын боронғолар һиҙемләгән. Кешенең исеме уның үҙе тураһында күп нәмәләр һөйләй икән.
Кешенең исемен үҙгәртеп, уның яҙмышын да үҙгәртергә була, тигән ҡараш бар. Мәҫәлән, римдар, яҙмыштары ниндәйҙер икенсе боролош алһын өсөн, исемдәрен баш түбән әйләндерелгән хәрефтәр менән яҙғандар.
Чикаго табиптары раҫлауынса, исемдең кеше тормошона йоғонтоһо бик ҙур. Әгәр ул көлкөлө икән, кешене бәләкәйҙән үк ҡаршы тороу позицияһына ҡуя. Бала үҙенә һәйбәт мөнәсәбәт өсөн көрәшергә тейеш була, һәм был уның холҡонда, психикаһында сағылыш таба.
(81һүҙ.) (Башҡортостан календарынан.)
3-сө сирек
Ниндәй ул башҡорт аты?
Башҡорт аты тураһында дан күптән билдәле. 1725-1756 йылдарҙа баш күтәргән башҡорттарға ҡаршы көрәшеүсе генерал Румянцев: "...Уларҙың артынан ҡыуыу елде ҡыуыу менән бер, беҙҙең аттарға уларҙың аттарына етеү ҡайҙа ул!" – тип яҙған.
Икенсе бер батша генералы Черновтың яҙмалары ла шуны ҡеүәтләй: "Башҡорттар йыш ҡына биләмәләре аша үткән түрәләрҙе оҙатып, ялһыҙ 6-7 сәғәт буйына 3-4 ҡыуғын ер эйәреп бара ине. Ә юлда осраған ҡаршылыҡтарҙы бар тип тә белмәйҙәр: йылғаларҙы ат өҫтөндә йөҙөп сығалар, ҡуйы урман араһына барып ингәндә, башҡорт аты ағастар араһынан етеҙ йөрөй, текә тауға еңел менә һәм төшә".
(95 һүҙ.) ("Башҡортостан тарихы" китабынан.)
4-се сирек
Һабантуй.
Республикабыҙҙың ауылдарында, райондарында һәм ҡалаларында, йәйҙең иң матур көндәрендә, күңелле байрам – һабантуй үткәрелә. Унда баҫыу эштәрендә еңеүселәрҙе, хеҙмәт алдынғыларын һәм бөтә халыҡты хөрмәтләп, байраҡ күтәрелә. Байрамда күмәк кешеләр ҡатнашлығында төрлө ярыштар үткәрелә. Берәүҙәр һырғауылға үрмәләй, икенселәре бүрәнә өҫтөндә тоҡ менән алыша. Ҡатын-ҡыҙҙар йомортҡа һалынған ҡалаҡ тешләп йә һыулы биҙрәләрен көйәнтәләп уҙыша. Балаларға ла уйын етерлек: улар тоҡ кейеп йүгерә, күҙ бәйләп, епкә тағылған бүләктәрҙе киҫә, йүгереп йә һикереп ярыша. Иң ҡыҙығы – ҡурайсылар, бейеүселәр сығышы, милли көрәш, аттарҙа уҙышыу бәйгеһелер, моғайын. Улар тирәһендә халыҡ һәр саҡ күп була. Элекке йола буйынса, еңеүселәргә бүләктәр бирелә.
(97 һүҙ.) ("Ағиҙел" журналынан.)
Ҡушымта № 3
Контроль эштәрҙе баһалау системаһы
Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:
1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;
2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;
3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;
4) механик рәүештә бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша); йы, йә, йө, йо, йү, йе ҡушымсаларының һәм дифтонгтарҙың яҙылышындағы хаталар.
Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.
Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:
ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;
бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;
бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;
үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең һәм ялғауҙарының яҙылышына хаталар.
Бер типтағы хаталарҙы һәм бер ҡағиҙәгә ҡараған хаталарҙы төркөмләү ҡаралған.
Диктант бер генә билдә менән баһалана.
“5” билдәһе – 2 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,
“4” билдәһе – 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуацион, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик эшкә лә “4” билдәһе ҡуйырға мөмкин. “3” билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә “3” билдәһе ҡуйырға мөмкин.
“2” билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла.
Иншаларҙы һәм изложениеларҙы баһалау
Инша һәм изложениелар яҙҙырыу аша уҡыусыларҙың:
-теманы аса белеүе, тел сараларын инша йәки изложениеның темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлы айлай белеүе,
-яҙғанда,грамматик нормаларға һәм дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә таянып эш итеүе тикшерелә. Шуның өсөн иншаға ла,изложениеға ла һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла.Беренсе билдә менән уларҙың йөкмәткеһе һәм телмәр төҙөлөшө, икенсе билдә менән грамоталылыҡ кимәле баһалана.
Баһаларҙың төп критерийҙары |
Йөкмәтке һәм телмәр төҙөлөшө | Грамоталылыҡ | Баһалау |
1. Яҙма эштең йөкмәткеһе тулыһынса темаға тура килһә, 2. Фактик хата булмаһа, 3. Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле бирелһә (план буйынса йәки планһыҙ), 4. Эш лексик яҡтан бай булыуы менән айырылып торһа, 5. Эш темаға һәм төп фекерҙе аңлатыу маҡсатына ярашлы стилдә яҙылһа, телмәре тасуири булһа, Иҫкәрмә. Бер генә телмәр хатаһы һәм бер генә йөкмәтке хатаһы булған яҙма эшкә «5» билдәһе ҡуйырға мөмкин. | Яҙма эштә 1 орфографик, йәки 1 пунктуацион, йәки 1 грамматик хата (тимәк,бөтәһе 1 генә хата) булһа, | «5» билдәһе ҡуйыла |
1. Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, темаға тура килһә (теманан ситкә китеү бик аҙ булһа), 2. Йөкмәтке, нигеҙҙә, дөрөҫ бирелһә,әммә эштә бик аҙ булһа ла, фактик хаталар осра3а, 3.Төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклегендә тупаҫ булмаған етешһеҙлектәр генә булһа, -Яҙма эш, нигеҙҙә,синоним һүҙҙәргә һәм синонимик грамматик формаларға бай булһа, -Эш бер төрлө стилдә я6ылыуы һәм тасуири булыу менән айырылып торһа, Иҫкәрмә. Яҙма эштең телмәр хаталары өҫтөндә, йөкмәткеһендәге хаталар икенән дә артмаһа,уға «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин. | Яҙма эштә 2 орфографик һәм 2 пунктуацион хата, йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион хата булһа, йәки бер орфографик хатаһы ла булмайынса, пунктуацион хаталары 4-тән һәм грамматик хаталары 2-нән артмаһа, | «4» билдәһе ҡуйыла |
1. Яҙма эштә теманы ситкә китеүгә ҡараған етди хаталар булһа, 2.Төп фекер дөрөҫ аңлатылһа, әммә эштә фактик хаталар ебәрелгән булһа, -айырым өлөштәрендә төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа, -яҙма эш бер төрлөрәк типтағы синтаксик конструкцияларҙан торһа, һүҙлеге ярлы, һүҙҙәрҙе ҡулланыуға хаталар булһа, -эш тема һәм уны аңлатыу (асыу)талап иткән бер төрлө стилдә яҙылмаһа, Иҫкәрмә.Яҙма эштәге телмәр хаталары 5-тән, йөкмәткелеге хаталар 4-тән артмаған хәлдә лә, эшкә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин. | Яҙма эштә 4 орфографик һәм 4 пунктуацион хата,йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион хата, йәки 7 пунктуацион хата һәм орфографик хатаһыҙ булһа, шулар өҫтөнә 4 грамматик хата ебәрелһә, | «3» билдәһе ҡуйыла |
1. Яҙма эш темаға тура килмәһә, -фактик хаталар күп булһа, -эштең бөтә өлөштәрендә фекер аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,текст өлөштәре араһында бәйләнеш булмаһа,планға ярашһыҙ булһа, 1. Һүҙлегелеге ғәҙәттән тыш ярлы булһа,эш үҙ-ара бәйләнеше булмаған бер төрлө конструкциялы ҡыҫҡа һөйләмдәрҙән торһа һүҙҙәр ҡулланышында ла хаталар осраһа, -эштә стилдең бер төрлөлөгөнә ирешелмәгән булһа, Иҫкәрмә.Яҙма эштәге телмәр хаталары 7-нән, йөкмәткеһендәге хаталар һаны 6-нан артмаған хәлдә лә, уға «2» билдәһе ҡуйырға мөмкин. | Орфографик хаталары 7-нән,пунктуацион хаталары 7-нән ,грамматик хаталар ҙа 7-нән артһа, | «2» билдәһе ҡуйыла |
Үрнәк урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының китапхана фонды:
Уҡыу ҡулланмаһы:
М.Ғ. Усманова, З.М. Ғәбитова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы класы уҡыусылары өсөн уҡыу ҡулланмаһы. – Өфө: Китап, 2017.
Уҡытыусының уҡытыу методик комплекты:
1. З.М. Ғәбитова. Башҡорт теле дәреслегенә методик ҡулланма: укытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 6-9-сы кластары өсөн башҡорт телен өйрәнеү өсөн. Өфө: Китап – 2017.
2. М.Г. Усманова. “Грамматика башкирского языка”. Электронное учебное издание. Министерство образования РБ, 2016.
3. М.Ғ. Усманова. Интерактив электрон дәреслек. “Башҡорт теле: фонетика һәм грамматика”. Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы, 2011.
4. М.Ғ. Усманова, З.М. Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Өфө – Китап – 2009.
5. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. Өфө: «Эдвис» уҡытыу-методика үҙәге, 2010.
6. З.М. Ғәбитова, М.Ғ. Усманова. Интерактив электрон дәреслек. Башҡорт теле. 7-се класс. Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы, 2013.
7. Рахимова Э.Ф., Вахитова Р.К., Искужина Ф.С. Самоучитель башкирского языка. Министерство образования РБ, 2013.
8. Рахимова Э.Ф., Вахитова Р.К., Искужина Ф.С. Электронное учебное издание. Самоучитель башкирского языка.(базовый уровень), Министерство образования РБ, 2013.
9. Саяхова Л.Г., Усманова М.Г. Электронное учебное издание. Башкирско-русский, русско-башкирский словарь. Министерство образования РБ, 2014.
10. “Башҡорт әҙәбиәте” буйынса электрон ҡулланма. Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы, 2013.
Интернет ресурстар
www.bashskazki.ru;
2. www.akmulla.ru;
3. www.bashklip.ru ;
4. www.bashkort.com;
5. «Остаз.ру»;
6. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы сайты, «Ағиҙел» журналы сайты.
15