СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Рабочая программа по башкирской литературе для 5-9 классов для башкирских школ

Нажмите, чтобы узнать подробности

  Рабочая программа разработана на основе    авторской программы основного общего образования  З.М.Габитовой на 5 лет

Просмотр содержимого документа
«Рабочая программа по башкирской литературе для 5-9 классов для башкирских школ»

Башҡортостан Республикаһы

Мәсетле районы муниципаль районы

Оло Ыҡтамаҡ ауылы 1-се һанлы лицей муниципаль бюджет дөйөм белем биреү ужреждениеһы филиалы

Теләш ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе





ҠАРАЛҒАН

филология бүлеге

уҡытыусыларының

ММБ ултырышында

2018 й. «___» авгусы

«____» һанлы протокол

КИЛЕШЕЛГӘН

уҡыу-уҡытыу буйынса

мөдир урынбаҫары

Шарапова Р.Т._______

2018 й. «_____» ______


РАҪЛАЙЫМ

Филиал мөдире

Азизова Г.И.________

2018 й. «_____» ______

.







5-9 кластар өсөн

төп белем биреү буйынса

башҡорт теленән эш программаһы

(Икенсе быуын стандарттары)

Базис кимәл


Эш программаһы 5 йылға төҙөлдө


Башҡорт теле” предметы буйынса белем биреү

өлгө программа авторы З.М.Ғәбитова



Төҙөнө: Юғары категориялы

башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы Хатмуллина

Зимфира Альберт ҡыҙы








2018 й.

Теләш ауылы

БАШҠОРТ ТЕЛЕ” ПРЕДМЕТЫ БУЙЫНСА ЭШ ПРОГРАММАҺЫ


Программаға дөйөм характеристика

Төп дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн башҡорт теленән өлгө программалар дөйөм белем биреү йөкмәткеһенең фундаменталь үҙәге һәм федераль дәүләт стандарттарында һөҙөмтәләргә ҡуйылған талаптар һәм һөҙөмтәләр нигеҙендә төҙөлдө. Унда дөйөм белем биреүҙең универсаль уҡыу эшмәкәрлеген үҫтереү һәм формалаштырыу программаһының төп идеялары һәм положениелары, шулай ук башланғыс кластың программалары менән күсәгилешлелек һаҡланылды.

Программала уҡыусыларҙың төп эшмәкәрлеге төрҙәрен үҫтереү ҡаралған, уларҙың психологик һәм йәш үҙенсәлеҡтәре иҫәпкә алынған.


Программа кимәле: базис

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Уҡытыу туған (башҡорт) телдә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-11 –се кластары өсөн “Башҡорт теле” предметы буйынса белем биреү өлгө программа” нигеҙендә төҙөлдө. (Төҙөүсеһе: З.М. Ғәбитова, Китап, Өфө. 2017).

Тәҡдим ителгән эш программаһы Оло Ыҡтамаҡ ауылы 1-се һанлы лицей муниципаль бюджет дөйөм белем биреү ужреждениеһы филиалы Теләш ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.


Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

  1. Рәсәй Федерацияһының «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында» федераль Законы (29 декабрь 2012 йыл, №273-ФЗ);

  2. Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында» Законы (11 июль ,2013 йыл, № 696-з);

  3. «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Рәсәй Федерацияһы Законы (25 октябрь, 1991 йыл, №1807-1);

  4. «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Башҡортостан Республикаһыны Законы (17 март 2003 йыл, № 482-з, 28 декабрь 2009 йыл, № 192-з);

  5. Төп белем биреү федераль дәүләт стандарттарының фундаменталь нигеҙе. –М: Просвещение, 2011;

  6. Төп белем биреү федераль дәүләт стандарттары. –М: Просвещение, 2011;

  7. Оло Ыҡтамаҡ ауылы 1-се һанлы лицей муниципаль бюджет дөйөм белем биреү ужреждениеһы филиалы Теләш ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең «Эш программаһы тураһында» положение


Программа өс бүлектән тора:

  1. «Аңлатма яҙыу»ҙа төп дөйөм белем биреүҙең маҡсатына өлгәшеү өсөн предметтың индергән өлөшө күрһәтелә. «Башҡорт теле» предметы бүлегенд әшәхес, метапредмет, предмет кимәлендә өйрәнеүҙең төп һөҙөмтәләре һәм маҡсаттары билдәләнелә, башҡорт теле курсына дөйөм характеристика бирелә, базислы уҡытыу планында уның урыны күрһәтелә.

  2. «Төп йөкмәтке» бүлегендәмәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәтеүҙә блоктарға берләштерелгән өйрәнеү материалы бирелә.

  3. Уҡыусыларҙың төп уҡыу эшмәкәрлеге төрҙәрен билдәләүсе «Тематик план». Бында курстың курстың темалары һәм һәр бер теманы өйрәнеүгә бирелгән сәғәттәр һаны күрһәтелә, темаларҙың төп йөкмәткеһенә һәм уҡыусы эшмәкәрлегенең төп төрҙәренә характеристика бирелә.


  1. Аңлатма яҙыу


Уҡыу предметына дөйөм характеристика

Башҡорт теле — башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала.

Туған телдең метапредмет белем биреү функцияһы мәктәптә белем алыу процесында бала шәхесен формалаштырыуҙа «Башҡорт теле» предметының универсаль, дөйөмләштереү характерын билдәләй.

Башҡорт теле - баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтерергә ярҙам итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләт­тәрен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмә­кәрлегең ойоштора. Туған тел башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә нигеҙ булып тора һәм башҡорт әҙәбиәтенең рухи тел байлығын үҫтереүгә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙы кешелектең мәҙәни тарихи тәжрибәһенә ылыҡтыра. Киләсәктә төрлө белемде үҙләштереү һәм һаҡлау формаһы булараҡ, башҡорт теле бөтә предметтар менән тығыҙ бәйләнештә тора һәм профессиональ күнекмәләрҙе үҙләштереү сифатына йоғонто яһай. Аралаша белеү, шул һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү, юғары профессиональ һәм социаль әүҙемлек шәхес тормошоноң төрлө әлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе характеристика булып тора. Туған тел ул баланың төрлө тормош ситуацияларында тәрбиә-этик нормаларын формалаштырыу нигеҙе; әхлаҡ нормалар позицияһынан сығып, үҙ ҡылыҡтарына дәлилле баһа биреү мөмкинлеген дә үҫтерә.


Башҡорт телен уҡытыу маҡсаттары:

  1. туған телгә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, телгә ҡарата аңлы ҡараш тәрбиәләү; туған телдең төп аралашыу, кеше эшмәкәрлегенең төрлө сфераһынан белем алыу ҡоралы булыуын, йәмғиәттә ҡабул ителгән әхлаҡ-этик нормаларҙы үҙләштереү сараһы булыуын аңлау; туған телдең эстетик ҡиммәттәрен үҙләштереү;

  2. көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә туған телде аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү; үҙ-ара аңлашыу һәм үҙ-ара фекер алышыуға һәләтлелекте үҫтереү; үҙ телмәреңде камиллаштырыу; мөһим төп уҡыу белемен һәм универсаль уҡыу хәрәкәттәрен (эшмәкәрлек маҡсаттарын аныҡ итеп әйтә белеү, уны планлаштырыу, библиографик эҙләнеү үткәреү, төрлө типтағы лингвистик һүҙлектәрҙән, сығанаҡтарҙан, Интернеттан тейешле мәғлүмәтте алыу һәм эшкәртеү һ. б.) үҙләштереү;

  3. тел системаһы төҙөлөшөн һәм уның хәрәкәттә булыу законлығын үҙләштереү; стилистик ресурстарҙы һәм төп әҙәби тел нормаларын күҙәтергә өйрәнеү; анализлау, сағыштырыу, классификациялау һәм тел факттарын баһалау һәләттәрен үҫтереү; яҙма һәм һөйләү телмәрен, телмәр эшмәкәрлеге төрҙәрен, аралашыуҙың төрлө ситуацияларында телде ҡулла­ныу ҡағиҙәләрен, телмәр этикет нормаларын үҙләштереү; актив һәм потенциаль һүҙлек запасын байытыу; телмәрҙә грамматик сараларҙы ҡулланыу күләмен киңәйтеү; алынған белемде, күнекмәне аралашыу процесында, уҡыу эшмәкәрлегендә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу һәләтлеген камиллаштырыу.

Төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт теле курсы­ның йөкмәткеһе белем биреү процесында метапредмет һәм предмет маҡсаттарына өлгәшеүгә йүнәлдерелгән. Был үҙ йәһәтендә коммуникатив, тел, лингвистик һәм мәҙәни компетенцияны формалаштырыуҙы һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, аралашыуҙы, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуа­цияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә. Коммуникатив компетен­ция аралашыуҙың маҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе, аралашыусының коммуникация ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы, адекват стратегик аралашыуҙы һайлауҙы һәм үҙ телмәреңде аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.

Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ, тел тураһында тейешле белемде үҙләштереү нигеҙеңдә уның төҙөлөшөн, үҫешен, хәрәкәттә булыуын формалаштырыуҙы аңлата; башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү; һүҙлек запасын һәм уҡыусы телмәренең грамматик төҙөлөшөн байытыу; фән булараҡ, лингвистика тураһында тейешле белем, уның төп бүлектәренә кәрәкле булған тел күренеше факттарын анализлау һәм баһалау мөмкинлеген формалаштырыу; төрлө төрҙәге лингвистик һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.

Мәҙәни компетенция туған телдең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихы­ның бәйләнештә булыуын, башҡорт теленең милли-мәҙөни үҙенсәлеген, башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереүҙе, милли-мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.

Программала материал коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлештә бирелгән. Тәҡдим ителгән материал белем биреүҙе генә иҫәпкә алмай, ә эшмәкәрлек формаһын тормошҡа ашыра.

Беренсе (1 цифры аҫтында) тел һәм телмәр күренеше һәм уларҙың хәрәкәттә булыуын аңлатыусы лингвистик аңлатмаларҙың исемлеге бирелә. Икенсе (2 цифры аҫтында) тейешле аңлатмаларҙы өйрәнеү процееында эшкәртелеүсе төп уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлек төрҙәре һанап кителә.

Башҡорт теле курсының коммуникатив-эшмэкэрлек йүнә­лешен көсәйтеү, уны белем алыуҙа метапредмет һөҙөмтәләргә йүнәлтеү, кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеүгә һәләтле булараҡ, функцио­наль гра моталылыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.

Функциональ грамоталылыҡтың мөһим индикаторы — предмет-ара статус: коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәре һәм оло кешеләр менән аралашыуҙы ҡороу; телдән һәм яҙма телмәрҙе адекват ҡабул итеү, ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп биреү, аралашыу процесында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау); танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (проблеманы аныҡлау, дөрөҫ аргументлай белеү, логик яҡтан төҙөк фекер йөрөтөү, иҫбатлай белеү, раҫлаусы йә кире ҡағыусы тезис килтереү, библиографик эҙләнеүҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәт алыу, төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте билдәләү, уҡыу маҡсатын асыҡлау, аралашыу маҡсатынан сығып уҡыу төрөн һайлау, мәғлүмәти-компьютер сараларын ҡулланыу; мәғлүмәтте системаға килтереү һәм киренән эшкәртеү, уны төрлө ысулдар менән күрһәтеү һ. б.); регулятив универсаль укыу эшмәкәрлеге (эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ итеп әйтә белеү, эшмәкәрлекте эҙмә-эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү; үҙ контроль, үҙ баһалау, үҙ коррекция лау һ. 6. тормошҡа ашырыу). Функциональ грамоталылыҡтың мөһим компоненты телмәр эшмәкәрлеге төрҙәренә нигеҙләнә һәм мәктәптә туған телде өйрәнеү аша уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен маҡсатлы йүнәлештә үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

Функциональ грамоталылыҡты формалаштырыу, уҡыусы­ларҙың телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу, төрлө аралашыу шарттарында башҡорт теленең уны ҡулланыу үҙенсәлектәрен белеү нигеҙендә төҙөлә. Уҡыу процесы телде анализлау күнекмә­ләрен формалаштырыуға ғына йүнәлдерелгән булырға тейеш түгел, ә шулай уҡ телмәр мәҙәниәтең тәрбиәләү, тормошта мөһим күнекмәләрҙе формалаштырыу, төрлө уҡыу төрҙәрен ҡулланыу, тексты мәғлүмәти эшкәртеү, мәғлүмәтте төрлө формала эҙләү, телмәр ситуацияһына, әҙәби тел нормаларына һәм аралашыуҙың этик нормаларына яраҡлы төрлө ысулдарын файҙаланыу. Шулай итеп, төп дөйөм белем биреү мәктәптә­рендә башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәлен үҫтерергә, артабан уҡыуын төрлө белем биреү учреждениела­рында дауам итә алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш.


Башҡорт (туған ) теле” предметының өйрәнеү һөҙөмтәләре.


Башҡорт (туған) теле программаһын үҙләштереүҙә шәхси һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

  1. башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;

  2. башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; туған телгә ҡарата ихтирам, һөйөү, уның менән ғорурланыу тонғоһо тәрбиәләү; милли-мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; үҙ телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;

  3. аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

Башҡорт (туған) теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре:

1) телмәр эшмәкәрлегенең, бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

  • телдән һәм яҙма бирелгән мәғлүмәтте адекват ҡабул итеү;

  • уҡыуҙың төрлө төрҙәрен үҙләштереү;

  • төрлө сығанаҡтарҙан, шул иҫәптән ваҡытлы матбуғат сараларынан, уҡыу ҡулланмаһы булараҡ компакт дискыларҙан, интернет-ресурстарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлелеге;

  • һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; укыу йә аудирование һөҙөмтәһендә, шулай уҡ техник саралар һәм мәғлүмәти технологиялар ярҙамында мәғлүмәтте уҙ аллы эҙлэй ала белеү, уны анализлау һәм һайлап алыу; ҡайтанан эшкәртеү,һаҡлай һәм еткерэ белеү;

  • алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең, (индивидуаль һәм кол­лектив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеге, эштең эзмә-эзлелеге, өлгәшелгән һөзөмтәләрҙе баһалау, уларҙы телдәнһәм яҙма формала адекват, аныҡ итеп әйтеү;

  • телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү; тыңланған йәки уҡылған тексты тәҡдим ителгэн кимәлдә (план, һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;

  • үҙ тиңдәштэрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, хәбәрҙәр менэн сығыш яһай белеү;

2) алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған телде башҡа төрлө фәндәрҙән белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет-ара (сит тел, әҙәбиәт һ. б. дәрестәрҙә) ҡулланыу;

3) аралашыу процесында тирә-яҡтағы кешеләр менән комму­никатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; формаль һәм формаль булмаған шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа телмәр этикетының милли-мәҙәни нормаларын үҙләштереү.

Предмет һөҙөмтәләре:

  1. Башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел һәм халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, туған телдең кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

  2. шәхестең, интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтереүҙә, белем алыуҙа, шулай уҡ үҙ-үҙеңде камиллаштырыу проце­сында башҡорт теленең, билдәле ролен аңлау;

  3. телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

аудирование (тыңлау) һәм уҡыу:

  • телдән һәм яҙма бирелгән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнә­леш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;

  • төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү): төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

  • уҡылған текстағы (план, тезис) мәғлүмәтте ҡайтанан эшкәртеү күнекмәләрен; китап, ваҡытлы матбуғат менэн эшләү ысулдарын үҙләштереү:

  • төрлө типтағы һүзлектәр, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмалар менэн иркен ҡулланыу;

  • төрлө стилдөге һәм жанрҙағы текстарҙы телдән адекват ҡабул итеү; аудированиеның (аудиотексты тулыһынса аңлау, уның төп йөкмәткеһен аңлау, мәғлүмәтте һайлап алыу) төрлө төрҙәрен үҙләштереү;

  • стилистик уҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағгыштыра алыу;

Һөйләү һәм яҙыу:

  • тыңланған һәм уҡылған тексты телдән һәм яҙма формала тәҡдим ителгән кимәлдә (йөкмәткеһен һөйләү, план, конспект) һөйләй алыу;

  • телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде дөрөҫ һәм иркен еткерә алыу, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү нормала­рын һаҡлау; факттарға һәм үҙеңде уратып алған ысынбарлыҡ күренештәренә, уҡылған һәм ишеткәндәргә үҙ мөнәсәбәтеңде адекват сағылдырыу;

  • төрлө телмәр стилендә һәм төрлө жанрҙарҙа (аралашыу ситуацияһына ҡарап) телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу; төрлө телмәр стилендә һәм төрлө жанрҙарҙа (хикәйә, хат, ғариза, баһалама, ышанысҡс ҡагыҙы, расписка) яҙа белеү, аралашыу бурыстарынан сығып, тел һүрәтләү сараларын ирекле рәүештә һайлау;

  • төрлө төрҙәге монологты (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрө­төү; төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалогты (этикетты үҙ эсенә алған, диалог һорашыу, диалог-аралашыуға өндәү, диалог-фекер алышыу һ. б.; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүе) үҙләштереү;

  • ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

  • телмәр этикет нормаларың һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;

  • уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәреңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба, уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхаррирләү һәм камиллаштыра белеү;

  1. туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;

  2. тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистиканың һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың, төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми йәки эш ҡагыҙҙары стилдәре, матур әҙәбиәт теле; функциональ-мәғәнәүи телмәр төрҙәре (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү); текст төрҙәре; телдең, төп берәмектәре, уларҙың, билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;

  3. һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфемик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә синтаксик анализ; йөкмәтке, төп билдә һәм структура, тел һүрәтләү сараларын ҡулланыуҙы иҫәпкә алып, тексты анализлау.

  4. туған телдең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.


Төп йөкмәткеле йүнәлеш


Программа структураһында башҡорт теле курсының йүнә­леше коммуникатив, тел һәм лингвистик, мәҙәни компетенцияны формалаштырыуҙа сағылыш тапты. Унда күрһәтелгән компетенция­ларҙы формалаштырыуҙы тәьмин итеүсе өс бәйләнешле йүнәлеш билдәләнә:

  • коммуникатив компетенцияны формалаштырыуҙы тәьмин итеүсе йөкмәтке;

  • тел һәм лингвистик компетенцияны формалаштырыуҙы тәьмин итеүсе йөкмәтке;

  • мәҙәни компетенцияны формалаштырыуҙы тәьмин итеүсе йөкмәтке.

Беренсе йөкмәткеле йүнәлеш өлгө программала аралашыу телмәр күнекмәләрен аңлы рәүештә формалаштырыуға йүнәл­дерелгән бүлектәр менән бирелә: «Телмәр һәм аралашыу телмәре», «Телмәр эшмәкәрлеге», «Текст», «Телдең функциональ төрлөлөгө ».

Икенсе йөкмәткеле йүнәлештең бүлектәре телдең төҙөлөшө һәм тел берәмектәренең үҙенсәлектәрен сағылдыра: «Тел тураһында дөйөм белешмә», «Фонетика һәм орфоэпия», «Графика», «Морфемика һәм һүҙьяһалыш», «Лексикология һәм фразеология», «Морфология», «Синтаксис», «Телмәр мәҙәниәте», «Дөрөҫ яҙыу; орфография һәм пунктуация».

Программала бирелгән «Тел һәм мәҙәниәт» бүлеге тел­дең халыҡ тарихы һәм мәҙәниәте менән бәйләнештә булыуын асыҡларға ярҙам итә.

Уҡыу процесында күрһәтелгән йөкмәткеле йүнәлештәр бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә һәм интеграцияланған. Һәр бер бүлекте өйрәнеүҙә уҡыусылар тейешле белем һәм күнекмәләр генә үҙләштереп ҡалмай, ә телмәр эшмәкәрлеге төрҙәрен камил­лаштыра, төрлө коммуникатив күнекмәләрҙе үҫтерә, шулай уҡ, милли-мәҙәни феномен булараҡ, туған тел тураһында күҙаллауҙа рын тәрәнәйтә.


Башҡорт (туған) теленең базислы уҡыу (белем биреү) планында урыны

5-9-сы кластар өсөн


Башҡортостан Республикаһының башҡорт телендә уҡытылған дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн йыллыҡ уҡыу планы башҡорт телен 306 сәғәт күләмендә уҡытыуҙы күҙ уңында тота; 5-се класс — 70, 6-сы класс — 70, 7-се класс — 70, 8-се класс — 70, 9 сы класс — 34 сәғәт.


  1. Төп йөкмәтке


Коммуникатив компетенцияны тәьмин итеүсе йөкмәтке


1-се бүлек. Телмәр һәм аралашыу телмәре


  1. Телмәр һәм аралашыу телмәре. Телмәр ситуацияһы. Һөйләү телмәре, яҙма телмәр. Диалогнк һәм монологик телмәр. Монолог, монолог төрҙәре (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү, төрлө төрҙәге монологтың берләшеүе). Диалог, диалог төрҙәре (этикет, диалог-һорашыу, диалог-фекер алышыу һ. б.; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүе).

  2. Һөйләү һәм яҙма телмәрҙең төп үҙенсәлектәрен аңлау; һөйләү һәм яҙма телмәр өлгөләрен анализлау. Диалогик һәм монологик телмәрҙе айырыу. Монолог телмәрҙе (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү, төрлө төрҙәге монологтың берләшеүе) һәм диалогты (этикет, диалог-һорашыу, диалог-фекер алышыу һ. б.; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүе) үҙләштереү. Коммуникатив маҡсатты һәм төрлө аралашыу ситуацияларында һөйләүсенең мотивын аңлау. Формаль һәм формаль булмаған шәхес-ара аралашыуҙа телмәр тәртибе нормаларын үҙләштереү.


2-се бүлек. Телмәр эшмәкәрлеге


1.Эшмәкәрлек булараҡ телмәр. Телмәр эшмәкәрлеге төрҙәре: уҡыу, аудирование (тыңлау), һөйләү, яҙыу. Уҡыу мәҙәниәте, аудирование, һөйләү һәм яҙыу.

2.Телмәр эшмәкәрлегенең төп төрҙәрен үҙләштереү.

Текстағы төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте адекват ҡабул итеү.

Аралашыу ситуацияларына яраҡлы рәүештә тулы һәм ҡыҫҡартып уҡылған йә тыңланған текстың йөкмәткеһен биреү. Уҡыуҙың төрлө төрҙәрен (эҙләнеү, танышыу, өйрәнеү) дәреслек һәм башҡа мәғлүмәти сығанаҡтар менән эшләү ысулдарын үҙләштереү. Аудированиеның төрлө төрҙәрен (һайлау, танышыу, деталләү) үҙләштереү. Тыңланған йәки уҡылған текстың йөкмәткеһен (ентекләп, ҡыҫҡартып, һайлап) һөйләп биреү.

Телдән һәм яҙма монологик, шулай уҡ маҡсатты, аралашыу ситуацияһын һәм сфераһын иҫәпкә алып, төрлө коммуникатив йүнәлешле телдән диалог төҙөү.


3-сө бүлек. Текст


1.Текстың аңлатмаһы, текстың төп билдәләре (өлөштәргә
айырылыуы, мәғәнәүи берҙәмлек, бәйләнешлек). Тема, коммуни-
катив күрһәтмә, текстың төп мәғәнәһе. Текстың микротемаһы.

Текст өлөштәренең һәм һөйлөмдәренең бәйләнеш саралары. Текстың коммуникатив-стилистик сараһы булараҡ абзац.

Текстың функциональ-мәғәнәүи төрө: һүрәтләү, хикәйәләү, фекер йөрөтөү. Текстың структураһы. Текстың планы. Текста теманы үҫтереү ысулдары.

Тексты мәғлүмәти әшкәртеүҙең төп төрҙәре: план, конспект, аннотация.

2.Темаға, төп мәғәнәгә, телмәрҙең функциональ-мәғәнәүи
төрөнә ҡарау күҙлегенән тексты анализлау. Текстың планын
төҙөү. Текстың мәғәнәүи бүлектәрен билдәләү, текста һөйләмдәрҙең
бәйләнеү ысулдарын һәм сараларын билдәләү. Текста тел үҙенсәлектәрен анализлау. Маҡсат, тема, төп мәғәнә, адресат, ситуация һәм аралашыу шартынан сығып, тел сараларын һайлау. Төрлө типтағы, стилдәге, жанрҙағы текстарҙы төҙөү. Тексты төҙөү нормаһын һаҡлау (логик яҡтан төҙөк, эҙмә-эҙлекле, бәйләнешле, темаға яраҡлы һ. б.). Көйләү һәм яҙма телмәрҙе баһалау, мөхәррирләү. Тексты мәғлүмәти эшкәртеү.



4-се бүлек. Телдең функциональ төрлөлөгө


1.Телдең функциональ төрлөлөгө: һөйләү теле; функциональ
стилдәр: фәнни, публицистик, рәсми, матур әҙәбиәт теле.

Ҡулланыу сфераһы, типик аралашыу ситуациялары, телмәр бурысы, тел саралары. Стилдәр. Уларҙы ҡулланыу үҙенсәлектәре.

Фәнни (баһалама, аннотация, сығыш, доклад, мәҡәлә, рецензия), публицистик (сығыш, мәҡәлә, интервью, очерк), рәсми (расписка, ышаныс ҡағыҙы, ғариза, резюме) стилдәрҙең төп жанрҙары, һөйләү телмәре (хикәйә, әңгәмә, бәхәс).

2.һөйләү телмәренең, матур әҙәбиәт теленең һәм функциональ стилдәрҙең үҙенсәлектәрен табыу. Йөкмәтке, стилистик үҙенсәлектәр, тел сараларын ҡулланыу күҙлегенән телмәрҙе ҡаршы ҡуйыу һәм сағыштырыу. Төрлө стилдәге яҙма телмәр,
жанр һәм телмәр төрҙәре: тезис, конспект, баһалама, хат, расписка, ышаныс ҡағыҙы, ғариза, резюме; хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү. Уҡыусының үҙ тиңдәштәре алдында ҡыҫҡа ғына доклад, белдереү менән сығыш яһауы; төрлө аргумент ҡулланып, бәхәстә
ҡатнашыуы.




Тел һәм лингвистик (тел) компетенцияны формалаштырыуҙы тәьмин итеүсе йөкмәтке


5-се бүлек. Тел тураһында дөйөм төшөнсә


1. Башҡорт теле — башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле.

Тел тураһында яҙыу.

Лингвистика — тел ғилемен өйрәнеүсе фән.

Лингвистиканың төп бүлектәре.

Күренекле телселәр.

2. Кеше тормошонда коммуникатив белемдең мөһимлеген һәм йәмғиәт, дәүләт тормошонда башҡорт теленең ролен аңлау.

Башҡорт теленең килеп сығышын белеү, уның башҡа телдәр менән бәйләнештә булыуын күҙаллау.

Башҡорт әҙәби теле һәм диалекттар, ябай һөйләү теле, телдең профессиональ төрлөлөгө, жаргондар менән айырмалы яҡтарына төшөнөү. Башҡорт теленең күркәм, һығылмалы, бай булыуын аңлау. Матур әҙәбиәттә тел-һүрәтләү сараларының ҡулланылышын күҙәтеү.


6-сы бүлек. Фонетика һәм орфоэпия


1.Лингвистика бүлеге булараҡ фонетика.

Телдең берәмеге булараҡ өн. һуҙынҡы өндәрҙең системаһы. Тартынҡы өндәрҙең системаһы. Телмәр ағымында өндәрҙең үҙгәреше. Фонетик транскрипцияның элементтары. Ижек. Баҫым.

Лингвистика бүлеге булараҡ орфоэпия. Норматив әйтелеш һәм баҫымдың төп ҡағиҙәләре.

2.Һүҙҙә өн функцияһының мәғәнәүи айырмалығына төшөнөү. Баҫымлы һәм баҫымһыҙ һуҙынҡыларҙы, яңғырау һәм һаңғырау, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы айырыу. Һүҙҙәрҙең әйтелеш һәм яҙылыш үҙенсәлектәрен транскрипция элементтары ярҙамында аңлатыу. Һүҙҙәргә фонетик анализ яһау.

Әҙәби тел нормаларына яраҡлы һүҙҙәрҙең дөрөҫ әйтелеше. Орфоэпик нормалар күҙлегенән сығып, баланың үҙенең һәм икенсе кешенең телмәрен баһалауы.

Фонетик-орфоэпик белем һәм күнекмәләрҙе уҡыусының үҙ телмәрендә ҡулланыуы.


7-се бүлек. Графика


  1. Лингвистика бүлеге булараҡ графика. Яҙыуҙың үҫеше тураһында элементар белешмә. Башҡорт алфавитының составы, хәрефтәрҙең исеме. Өн һәм хәрефтәрҙең нисбәте. Яҙыуҙа ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы билдәләү. Баш (ҙур) һәм юл (бәләкәй) хәрефтәре.

  2. Кешелектең үҫеш тарихында яҙыуҙың әһәмиәтен төшөнөү, һүҙҙең өн һәм хәреф составын сағыштырыу, һүҙҙә өн һәм хәрефте таныу, һүҙлек, белешмә, энциклопедия, смс хәбәрҙәрҙән мәғлүмәт эҙләгәндә алфавитты ҡулланыу.


8-се бүлек. Морфемика һәм һүҙьяһалыш


1.Лингвистика бүлеге булараҡ морфемика. Телдең минималь
мәғәнәүи берәмеге булараҡ морфема.

Тамыр, суффикстар — морфеманың төрҙәре. Аффикстың төрҙәре: һүҙ яһаусы, форма яһаусы һәм һүҙ үҙгәртеүсе. Һүҙҙең нигеҙе һәм нигеҙҙә булмаусы морфемалар. Форма яһаусы морфема булараҡ ялғауҙар.

Тамыр. Тамырҙаш һүҙҙәр. Тамырҙа һуҙынҡы һәм тартынҡы­ларҙың сиратлап килеүе.

Һүҙҙең структураһында тарихи үҙгәрештәрҙең мөмкинлеге. Этимология тураһында аңлатма. Этимологик һүҙлектәр.

Лингвистика бүлеге булараҡ һүҙьяһалыш. һүҙҙәрҙең төп яһалыу ысулдары: лексик-семантик, фонетик, морфологик, лексик морфологик, лексик-синтаксик һүҙьяһалыштар.

2.Телмәрҙең төрлө өлөшөндә һүҙҙәрҙең һүҙ яһаусы үҙенсәлектәре. Форма һәм һүҙ яһау процесында морфеманың ролен аңлау. Лексик мәғәнәһен һәм яһалышын иҫәпкә алып, һүҙҙе морфемаларға бүлеү һәмһңҙгә морфематик анализ яһау.

Һүҙьяһалыштың төп ысулдарын билдәләү, һүҙҙең һүҙ яһаусы сылбырын төҙөү. Һүҙьяһалыш буйынса анализ яһау.

Һүҙлектәрҙе төрлө уҡыу мәсьәләләрен сисеүҙә ҡулланыу. Әҙәби телмәрҙә һүҙ яһауҙың тасуири сараларын ҡулланыуҙы күҙәтеү.

Белем һәм күнекмәләрҙе ғәмәлдә ҡулланыу.


9-сы бүлек. Лексикология һәм фразеология


1. Лингвистика бүлеге булараҡ лексикология. Телдең берәмеге булараҡ һүҙ. Фекер, хис, эмоцияны сағылдырыуҙа һәм формалаштырыуҙа һүҙҙең роле. Интеллектуаль һәм телмәр үҫешенең күрһәткесе булараҡ кешенең лексиконы.

Һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе. Бер һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр; тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Троптарҙың нигеҙе булараҡ күсмә мәғәнәле һүҙҙәр, һүҙҙәрҙең тематик төркөмө. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлектәре.

Синонимдар. Антонимдар. Омонимдар. Башҡорт теленең синоним һәм антоним һүҙлектәре.

Килеп сығышы буйынса башҡорт теленең лексикаһы: төп башҡорт һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр.

Актив һәм пассив запас күҙлегенән башҡорт теленең лексикаһы. Архаизмдар (иҫкергән һүҙҙәр), тарихи һүҙҙәр, неологизмдар.

Ҡулланыу сфераһы күҙлегенән башҡорт теле лексикаһы. Киң ҡулланышлы һүҙҙәр. Диалект һүҙҙәр. Терминдар һәм профессионализмдар. Жаргон һүҙҙәр.

Лексиканың стилистик ҡатламы.

Лингвистика бүлеге булараҡ фразеология. Фразеологизмдар, уларҙың билдәһе һәм мәғәнәһе. Мәҡәлдәр, әйтемдәр, афоризмдар, ҡанатлы һүҙҙәр. Фразеологик һүҙлектәр.

Лексик һүҙлектәр һәм туган телдең һүҙ байлығын арттырыуҙа уларҙың роле.

Лексикология һәм фразеологияның төп тасуири саралары.

2. Фекерҙе, хисте, эмоцияны белдереүҙә һүҙҙең мәғәнәһен аңлау; үҙ лексиконыңды тәрәнәйтеү кәрәклегенә төшөнөү.

Лексик сараларҙы мәғәнә, сфера һәм аралашыу ситуацияһына яраҡлы ҡулланыу. Уҡыусыларҙың үҙҙәренең һәм икенсе кешенең телмәрен теүәл, урынлы һәм тасуири һүҙ ҡулланыу күҙлегенән сыгып баһалауы.

Һүҙҙәргә лексик анализ яһау.

Төрлө типтағы (аңлатмалы һүҙлек, синоним, антоним, фразеологик һ. б.) лексик һүҙлектәрҙән тейешле мәғлүмәтте алыу һәм уларҙы кәрәкле урында ҡулланыу.

Төрлө стилдәге әҫәрҙәрҙә һәр төрлө функциональ телмәрҙә лексика һәм фразеологияны сағылдырған һүрәтләү сараларын ҡулланыуҙы күҙәтеү.


10-сы бүлек. Морфология


1. Грамматиканың бүлеге булараҡ морфология.

Һүҙҙең лексик-грамматик разряды булараҡ һүҙ төркөмдәре, һүҙ төркөмдәрен классификациялау принцибы. Башҡорт телендә һүҙ төркөмдәренең системаһы.

Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре. Исем, сифат, һан, алмаш, ҡылым, рәүеш һүҙ төркөмдәренең морфологик һәм синтаксик үҙенсәлек­тәре, дөйөм категориалъ мәғәнәһе.

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре: теркәүестәр, бәйләүестәр, киҫәксәләр.

Мөнәсәбәт һүҙҙәәр, ымлыҡ, оҡшатыу һәм саҡырыу һүҙҙәре.

2. Грамматик мәғәнәһе, морфологик билдәһе һәм синтаксик роленән сығып, һүҙ төркөмдәрен таныу. Төрлө һүҙ төркөмдәренә ҡараған һүҙҙәргә морфологик анализ яһау. Хәҙерге башҡорт әҙәбч теле нормаларына яраҡлы төрлө һүҙ төркөмдәренең һүҙҙәр формаһын ҡулланыу.

Морфологик белем һәм күнекмәләрҙе дөрөҫ яҙыу практика­һында ҡулланыу.



11-се бүлек. Синтаксис


1.Грамматиканың бүлеге булараҡ синтаксис. Синтаксистың берәмеге булараҡ һүҙбәйләнеш һәм һөйләм.

Синтаксик берәмек булараҡ һүҙбәйләнеш, һүҙбәйләнеш төрҙәре, һүҙбәйләнештең бәйләнеү төрҙәре.

Әйтелеү маҡсаты яғынан һөйләм төрҙәре, һөйләмдең грамматик нигеҙе, баш һәм эйәрсән киҫәктәр, уларҙы сағылдырыу ысулдары. Хәбәр төрҙәре.

Ябан һөйләм төрҙәре: ике составлы, бер составлы, тарҡау һәм йыйнаҡ, тулы һәм кәм һөйләмдәр. Бер составлы һөйләм төрҙәре.

Һөйләмдең тиң киҫәктәре, һөйләмдең айырымланған киҫәктәре, өндәш, инеш һүҙ һәм инеш һөйләмдәр.

Ҡушма һөйләмдәрҙең классификацияһы. Ҡушма һөйләм араларында синтаксик мөнәсәбәтте сағылдырыу саралары. Теркәүесһеҙ, теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәр, теҙмә ҡушма һөйләмдәр, эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр.

Икенсе кешенең телмәрен еткереү ысулы.

2.Һүҙбәйләнеш төрҙәренә һәм һөйләмдәргә синтаксик анализ яһау. Төрлө синтаксик конструкцияға анализ һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. Үҙ һәм икенсе кешенең телмәрен дөрөҫ һәм урынлы ҡулланыу. Синтаксик конструкцияларҙың дөрөҫ һәм
тасуири ҡулланылыуын баһалау.

Синтаксис буйынса белем һәм күнекмәләрҙе дөрөҫ яҙыу практикаһында ҡулланыу.

Синтаксик конструкцияларҙың төрлө стилдәге текстарҙа һәм төрлө функциональ телмәрҙә дөрөҫ ҡулланылыуын күҙәтеү.


12-се бүлек. Дөрөҫ яҙыу: орфография һәм пунктуация


1.Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙә системаһы булараҡ орфография. Орфограмма аңлатмаһы.

Морфема составында һуҙынҡы һәм тартынҡыларҙы дөрөҫ яҙыу. ь һәм ъ дөрөҫ яҙылышы.

Бергә, дефис аша һәм айырым яҙыу.

Баш һәм юл хәрефтәрен яҙыу.

Һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү.

Орфографик һүҙлектәр һәм белешмәләр.

Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙә системаһы булараҡ пунктуация.

Тыныш билдәләре һәм уларҙың функцияһы. Тыныш билдәләренең төрҙәре.

Һөйләм аҙағында тыныш билдәләре.

Ябай һөйләм аҙағында тыныш билдәләре.

Ҡушма һөйләмдә тыныш билдәләре: теркәүесһеҙ, теркә­үесле теҙмә 'ҡушма һөйләмдәр, теҙмә ҡушма һөйләмдәр, эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр, төрлө төрҙәге бәйләнешле ҡушма һөйләмдәр.

Тура телмәр һәм цитата, диалогтарҙа тыныш билдәләре.

2. Орфографик һәм пунктуацион һиҙгерлекте булдырыу. Яҙма телмәрҙә орфографик һәм пунктуацион нормаларҙы күҙәтеү, һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыуҙа фонетик, морфема һүҙьяһалышы һәм морфологик анализға нигеҙләнеү, һөйләалдә тыныш билдәлә-
ренең ҡуйылышын аңлатҡанда грамматик-интонацион анализға нигеҙләнеү.

Дөрөҫ яҙыу өсөн орфографик һүҙлектәр һәм белешмәләр ҡулланыу.


Мәҙәни, компетенцияны формалаштырыуҙы тәьмин итеүсе йөкмәтке


13-сө бүлек. Тел һәм мәҙәниәт


1.Телдә халыҡ мәҙәниәте һәм тарихының сағылышы. Башҡорт телмәр этикеты.

2.Башҡорт халыҡ ижады әҫәрҙәрендә, матур әҙәбиәттә һәм тарихи текстарҙа милли-мәҙәни компонент мәғәнәһе менән тел берәмеген асыу; лингвистик һүҙлектәр (аңлатмалы, этимологик һ. б.), уларҙың мәғәнәһен аңлатыу. Республиканың тарихи һәм мәҙәни традицияларын сағылдырыусы һүҙ һәм аңлатмаларҙың килеп сығышы тураһында белдермә әҙерләү өсөн этимологик һүҙлектәр һәм белешмәләр ҡулланыу. Уҡыу эшмәкәрлегендә һәм көндәлек тормошта башҡорт телмәр этикет ҡағиҙәләрен урынлы ҡулланыу.


Белемдәрҙе тикшереү өсөн төп контроль эштәр төрҙәре.


-диктанттар: контроль, аңлатмалы, һүҙлек, ижади, ирекле, схематик, график, “үҙ-үҙемде тикшерәм”;

-тексҡа комплекслы анализ. (БДИ форматында);

- иншалар: һүрәтләү, ижади, публицистик, фекерләү;

- изложениелар: ижади эш менән, ирекле, инша элементы менән;

- тест;

- телдән яуаптар;

- күнекмәләр;


Дәреслектәр:


1. Псәнчин В.Ш. Псәнчин Ю.В. Башҡорт теле: - 7-се баҫма, 5-се класс өсөн уҡыу ҡулланмаһы. Өфө, Китап, 2017. -263 б.

2. Солтанбаева Х.В., Балапанова Л.С. Башҡорт теле , 6 класс өсөн уҡыу ҡулланмаһы.

Өфө,Китап, 2017. – 211 б.

3. Ә.М.Аҙнабаев, С.А. Таһирова, М.Ә.Ғәзизуллина “Башҡорт теле”. Ябай һөйләм синтаксисы. 7 – се класс өсөн уҡыу ҡулланмаһы. Өфө : Китап, 2017. 207 б.

4. Сәмситова Л.Х., Таһирова С.А., рәхимова Э.Ф., Исламова Т.М., Башҡорт теле. 8 –се класс өсөн уҡыу ҡулланмаһы. Өфө : Китап, 2017. 205 б.

5. Псәнчин В.Ш., Псәнчин Ю.В., Игелекова А.И., Үтәбаева Ф.Ю. Башҡорт теле. 9 класс өсөн уҡыу ҡулланмаһы. Өфө: Китап, 2017. 215 б.



Башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар.

Өҫтәлмә әҙәбиәт


  • Псәнчин В. Башҡорт теле дәреслегенә методик күрһәтмәләр: Өфө, Китап, 1993.- 144 б.

  • Псәнчин В.Ш. “Әсә теле” дәреслегенә дидактик материалдар: Өфө, Китап, 2009. – 131 б.

  • В.Ш.Псәнчин “Әсә теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр – 7 класс Өфө. Китап – 2007.

  • Ә.М.Аҙнабаев, С.А. Таһирова “Әсә теле “ дәреслегенә дидактик материал. Өфө: Китап, 2010.

  • Р.Ғ.Аҙнағолов “Мәктәптә башҡорт телен уҡытыу методикаһы”. Өфө.Китап - 2011.

  • Х.А.Толомбаев, С.В.Атнағолова “Диктанттар йыйынтығы”.

Башҡорт теленән (5-9 –сы кластар өсөн).Өфө. Китап – 2009.

  • М.Ғ.Ғималова, С.М.Рәхимова “Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы” (5-9-сы кластар өсөн) Өфө. Китап – 2009.

  • Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

  • В.Ш.Псәнчин “Әсә теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр – 8-9 класс Өфө.Китап – 2007.

  • Ф.Ф.Абдуллина, В.Ш.Псәнчин “Әсә теле “ дәреслегенә дидактик материал. 8-9 кластар өсөн. Өфө : Китап, 2009.

  • Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы, Ә.С.Раҡаева, М.С.Дәүләтшина, 2008

  • Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы, 5-11 кластар, Т.Я.Бикбаева, Т.Ы.Ҡунафина, Эдвис, 2008

  • Башҡорт телендә тыныш билдәләре, И.Ә Шарапов, Өфө, 2007

  • Башҡорт теленән синыфтан тыш эштәр, Т.Ә.Бикҡужина, 1997

  • Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге, З.Ғ.Ураҡсин, Өфө, 2006


Һүҙлектәр.


  • Агишев И.М. Биишев Ә.Г. Башҡорт теленең һүҙлеге: -2 томда, Мәскәү, 1993. – 987

  • Ураҡсин З.Ғ. Урыҫса-башҡортса һүҙлек: -2 томда, Өфө, Китап, 2005. -677 б.

  • Ураҡсин З.Ғ. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге: Өфө, 2004. –527б.

  • Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге: Өфө, 2006. -337 б.

  • Әхтәмов М.Х. Грамматика һүҙлеге: Өфө, 2007. – 172 б.

  • Әхтәмов М.Х. Антонимдар: Өфө, 2009. – 343 б.

  • Әхтәмов М.Х. Синонимдар һүҙлеге: Өфө, 2006. – 250 б.

  • З.Ғ.Ураҡсин “Башҡорт теленең синонимдар һүҙлеге”.Өфө. Китап – 2000.

  • М.Х.Әхмәтов “Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге”.Өфө. Китап – 2009.

  • М.Х.Әхмәтов “Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге”.Өфө. Китап – 2006.

  • З.Ғ.Ураҡсин “Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге”.Өфө. Китап – 2006.

  • М.Х.Әхмәтов “Башҡорт теленең морфемалар һүҙлеге”.Өфө. Китап – 1992.


16