СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Туған телдә әҙәби уҡыу буйынса эш программаһы

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Туған телдә әҙәби уҡыу буйынса эш программаһы»



Туған (башҡорт) телендә әҙәби уҡыу предметын үҙләштереүҙең планлаштырылған һөҙөмтәләре.

Шәхси һөҙөмтәләр:

  • бала үҙен Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең бер вәкиле итеп күҙаллай, уларҙың тарихына, мәҙәниәтенә битараф булмаған шәхес булып үҫергә тырыша;

  • телде халыҡтарҙың милли ҡомартҡыһы, мәҙәни байлығы итеп ҡабул итә;

  • башҡорт теленең рус теле менән бер рәттән республиканың дәүләт теле һәм кешеләр менән аралашыу ҡоралы икәнлегенә төшөнә;

  • туған телдә һөйләшә белеү кешене мәҙәни яҡтан билдәләүсе күрһәткес икәнлеген аңлай;

  • программала ҡаралған башҡорт әҙәби теленең нормаларын һәм үҙ-ара аралашыу этикетын үҙләштереүгә теләге барлыҡҡа килә;

  • төрлө аралашыу осраҡтарында ололар һәм тиҫтерҙәре менән тейешле этикет ҡағиҙәләрен һаҡлап, ыңғай мөнәсәбәттә эш итә белә башлай;

  • башҡорт телендә һөйләшеү һәм аралашыу кимәле буйынса үҙ-үҙенә баһа бирергә өйрәнә.

Метапредмет һөҙөмтәләре:

  • башҡорт телендә яңғырыған телмәрҙе (ололарҙың, тиҫтерҙәренең һөйләүе, балалар өсөн радио һәм телевизион тапшырыуҙар, компьютер саралары аша бирелгән текстарҙы һ.б.) таный, аңлай, тейешенсә ҡабул итә белә;

  • программа сиктәрендә башҡортса яҙылған һүҙҙәрҙе, ижектәрҙе, һүҙҙәрҙе, өндәр теҙмәһен дөрөҫ әйтә, уҡый,

  • бирелгән темаға диалог ҡора ала, һорауҙарға яуап ҡайтара белә;

  • алдан әҙерләнеп йәки әҙерлекһеҙ тексты етеҙ, аңлы рәүештә һәм етеҙ уҡый ала;

  • үтелгән орфография һәм пунктуация ҡағиҙәләрен һаҡлап, үҙ аллы йәки уҡытыусы ярҙамында өйрәнеү һәм тикшереү характерында яҙма эштәрҙе башҡара;

  • уҡыу мәсьәләләрен сискәндә туған телдә төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәтте табып, тейешенсә ҡуллана белә;

  • телдән һәм яҙма рәүештә ҡотлау, саҡырыу ҡағыҙы, хат төҙөй белә;

  • уҡыу эшмәкәрлегенә бәйле ябай ғына һөйләмдәрменән үҙ фекерен әйтә һәм үҙенең дөрөҫлөгөн иҫбатлай ала;

  • эшен үҙе тикшереп, баһалай белеү һәләтенә эйә була;

  • әҙәби әҫәрйәки сюжетлы һүрәт буйынса бирелгән темаға бәләкәй генә текст төҙөү;

  • башҡарған проект эше тураһында телдән отчет бирә, йәки презентация һ.б. буйынса һөйләй ала;

  • кроссвордтар, ребустар, йомаҡтар сисә белә.

Предмет һөҙөмтәләре:

  • башҡорт телендә әйтелгәнде тыңлап аңлай;

  • башҡорт теленең өндәрен һүҙ эсендә, һөйләмдә, аралашҡанда дөрөҫ әйтә;

  • һөйләү һәм яҙма телмәрҙең айырмаларын белә;

  • телмәр этикетын һаҡлап һораша, хушлаша, ғәфү үтенә, рәхмәт әйтә, ниндәйҙер үтенес менән мөрәжәғәт итә белә;

  • тексты өлөштәргә бүлеү, уларҙы исемләү өҫтөндә үҙ аллы эшләй белә;

  • башҡортсанан рус теленә йәки, киреһенсә, рус теленән башҡорт теленә тәржемә итә ала;

  • тексҡа план төҙөп, план буйынса уның йөкмәткеһен һөйләй белә;

  • төрлө телмәр эшмәкәрлегендә(тыңлау, һөйләү, уҡыу) үҙ эшен баһалау, кәрәк булһа, хатаһын төҙәтә белеү эштәрен үтәй ала;

  • проект эштәрен башҡарғанда мәғлүмәтте үҙгәртә, сағыштыра, һуңынан һығымта яһай белә;


Уҡыу предметының төп йөкмәткеһе


Танышыу.

Танышыу: исеме, фамилияһы. Ғаиләһе, ғаилә ағзалары.Таныш һәм сит кешегә мөрәжәғәт итеү. Сәләмләү. Хәлдәрең нисек? Рәхим итегеҙ! Йәшәгән өйө. Көн тәртибе. Көнкүреш әйберҙәре. Һаулыҡҡа ҡарата иғтибар. Ҡайҙа йәшәйһең? Һин ҡайҙан? Татлы һүҙ – йән аҙығы. Яҡшы һүҙ матурлай донъяны. Иғтибарлы булыу – үҙе изгелек.

Мәктәп.

Минең мәктәбем Яңы уҡыу йылы менән!. Беҙ уҡыусылар. Беҙҙең класс. Уҡыу әсбаптары. Аҙна көндәре. Дәрестәр теҙмәһе. Белем байрамы. Башҡорт теле дәресендә. Дәрестәрҙә нимә өйрәнәбеҙ. Тәнәфестә. Дәрестән һуң түңәрәктә. Китап – беҙҙең дуҫ. Мәктәп – белем усағы. Китапханала. Мәктәп баҡсаһы. Мәктәп алды майҙансығы. Каникулды нисек үткәрәбеҙ.

Кеше.

Кешенең тән өлөштәре. Һаулыҡты һаҡлау. Врачта.

Уйынсыҡтар.

Уйынсыҡтар. Минең яратҡан уйынсыҡтарым уйынсыҡтарым.

Һандар.

Һандар. Берҙән унға тиклем һандар. Ундан йөҙгә тиклем һандар.

Төҫтәр.

Төҫтәр. Минең яратҡан төҫөм.

Баҡсала.

Емеш-еләк. Йәшелсәләр.беҙҙең баҡсала.

Йыл миҙгелдәре.

Йыл миҙгелдәре: көҙ, ҡыш, яҙ, йәй. Көҙҙөң билдәләре. Ҡышҡа әҙерлек.хайуандар һәм ҡоштар ҡышҡа нисек әҙерләнә? Ҡыш билдәләре, ҡышҡы күренештәр. Хайуандар ҡышын нисек йәшәй? Яҙ көнө тәбиғәттә үҙгәрештәр. Башҡортостанда йәйә миҙгеле. Кешеләрҙең йәйге ялы.

Аҙыҡ – түлек.

Аҙыҡ - түлек. Һөт ризыҡтары. Милли аштар. Аҙыҡ – түлек магазинында. Буфетта. Нимә һатыпалырға?

Кейем – һалым.

Кейем атамалары. Баш кейеме. Аяҡ кейеме. Өҫкө кейем.

Ҡоштар һәм хайуандар.

Йорт хайуандары һәм ҡоштары. Йорт хайуандарын тәрбиәләү. Ҡырағай ҡоштар һәм хайуандар. Беҙҙә йәшәүсе йәнлектәр.

Минең республикам.

Башҡортостан – тыуған илем. Мин Башҡортостанда йәшәйем. Башҡортостан ҡалалары. Гүзәл баш ҡалам. Минең тыуған ҡалам. Ишембай – нефтселәр ҡалаһы.башҡортостан буйлап сәйәхәт. Нимә ул Ватан? Башҡорт исемдәре, фамилиялары. Башҡорт халыҡ ижады: әкиәттәр, легендалар, мәҡәлдәр, йомаҡтар һ.б. Башҡорт халыҡ уйындары. Башҡорт халҡының милли байрамдары. Башҡорт халҡының милли аштары. Башҡортостандың тәбиғәт байлыҡтары. Йылғалар. Йәмле Ағиҙел буйҙары. Мәмерйәләр. Шүлгәнташ мәмерйәһе. Күлдәр. Башҡортостан күлдәре. Шихандар – тәбиғәт һәйкәлдәре. Башҡортостандың билдәле шәхестәре. Башҡортостан шағирҙары, яҙыусылары, рәссамдары, бейеүселәре, йырсылары, композиторҙары. Рәсәй һәм Башҡортостан халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы батырлығы.

Мин һәм минең ғаиләм.

Ғаилә. Ғаиләлә нисә кеше? Минең ғаиләм. Беҙ – татыу ғаилә. Кем ниндәй эшкә яуаплы. Өйҙә. Беҙ иртәнге, төшкө, киске ашҡа нимә әҙерләйбеҙ. Минең туғандарым. Ғаилә байрамы. Минең шәжәрәм. Үҫкәс кем булаһың? Тән өлөштәре. Таҙалыҡ – беҙҙең һаулыҡ. Минең көн тәртибем. Олоно оло ит, кесене кесе ит.. Минең шөғөлөм. Ялым күңелле үтә.Үҙем тураһында. Исемең матур, кем ҡушҡан? Шәжәрәңде беләһеңме? Сынығыу. Спортты яратаһыңмы? Яратҡан шөғөлөм. Минең буласаҡ һөнәрем. Минең яратҡан китабым. Минең яратҡан әкиәт геройҙарым. Минең тыуған көнөм. Яҡындарымдың һәм дуҫтарҙың тыуған көнө.

Мин һәм минең дуҫтарым.

Минең дуҫтарым. Минең таныштарым. Минең иң яҡын дуҫым. Минең дуҫым – компьютер. Минең дуҫым – Аҡтүш. Йорт хайуандары һәм ҡоштары. Яңы йыл байрамы. Әсәләр нур сәсәләр. Тыуған көн. Ҡәҙерле бүләк. Әҙәп ҡағиҙәләре. Ысын дуҫ ниндәй була? Яратҡан уйынсығым. Тыуған көнөң менән! Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар. Ниндәй театрҙа булдың? Музейҙа булғаның бармы? “Аҡбуҙат ”, “Аманат” журналдары, “Йәншишмә” гәзите.

Мине уратып алған донъя.

Тәүлек ваҡыттары, йыл ваҡыттары, ай атамалары. Төрлө милләт халыҡтарының ғөрөф-ғәҙәттәре. Башҡорттарҙың милли байрамдары. Яҙғы байрамдар. Һабантуй. Түңәрәк күл туғайҙа. Ҡала урамында. Минең яратҡан миҙгелем. Ҡырағай ҡоштар һәм хайуандар. Нимә ул тәбиғәт? Йәшел аптека. Бөжәктәр файҙалымы? Тәбиғәтте һаҡлайыҡ! Тәбиғәт – үҙ йортобоҙ. Ниндәй газета – журналдар уҡыйһың? Почтала. Поликлиникала һәм дарыуханала. Башҡортса тапшырыуҙар. Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау, йомғаҡлау. Транспорт. Уларҙың төрҙәре. Сәйәхәткә ниндәй транспорт төрҙәрен ҡулланып була? Автобус ҡайҙа бара? Ҡайһы туҡталышта төшөргә? Юл хаҡын түләү. Дарыу үләндәре. Уларҙың атамалары. Ниндәй ауырыуҙарҙы дауалап була? Космонавтика көнө. Ер шарының беренсе космонавты

































Тематик планлаштырыу



Бүлек

Кластар

Сәғәттәр һаны

1

2

3

4

Танышыу

2

4

4

4

Мәктәп

4

6

6

6

Кеше

2




Уйынсыҡтар

2




Һандар

2




Төҫтәр

2




Баҡсала

2




Йыл миҙгелдәре

4




Аҙыҡ - түлек

3




Кейем - һалым

2




Ҡоштар һәм хайуандар

4




Минең республикам

3

4

6

8

Мин һәм минең ғаиләм


8

6

6

Мин һәм минең дуҫтарым


4

5

4

Мине уратып алған донъя


6

5

5

Ҡабатлау

1

2

1

1

Бөтәһе

33

34

34

34



























3