ГБОУ Республиканский центр дистанционного образования детей-инвалидов
«Рассмотрено» «Согласовано» «Утверждено»
Руководитель МК Зам. директора по УВР Директор ГБОУ РЦДО
________/___________/ _________/Н.В. Цепляева/ _______/Ф.Ж. Нуриев/
Протокол №________ Приказ №________ Приказ № _______
от «__» августа 2019г. от «__» августа 2019г. от «__» августа 2019г.
Рабочая программа
по учебному предмету «родной( башкирский) язык»
для обучающихся по АООП ФГОС НОО ОВЗ вариант 8.2
4 класс
Разработчик программы:
учитель высшей категории Илембетова Г.Т.
г. Уфа
2019 год
Аңлатма яҙыу
Туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте” предметы
буйынса эш программаһы
Эш программаһы түбәндәге норматив-хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө.
Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының №1089 бойороғо менән 5.03.2004 10.11.2011 йыл раҫланған Дәүләт белем биреү стандарттарының Федераль компоненты, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 10.11.2011 йыл №2643 31.01.2012 йыл № 69 бойороғо менән үҙгәртелгән.
Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 №273-ФЗ.
Башҡортостан Республикаһының”Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 № 696-3.
”Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән).
”Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999 йыл № 216-3.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының бойроғо менән раҫланған” региональ базис белем биреү планына Республиканың инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәгенең уҡыу планы.
Белем биреү кимәле: башланғыс дөйөм белем биреү, 3-4 кластар.
Программа уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 1-4 кластары өсөн “Башҡорт теле“ уҡыу ҡулланмаһы буйынса белем биреү өлгө программалары нигеҙендә төҙөлдө. Автор-төҙөүсе : З.Ғ.Нафиҡова. – Өфа: Китап, 2017. – 52 б.
УМК:
Нафиҡова З.Ғ., Мортазина Ф.Ф. Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 3-сө класы өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн дәреслек,2016 й.
Нафиҡова З.Ғ., Мортазина Ф.Ф. Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 4-се класы өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн дәреслек, 2016 й.-176 б.
Республиканың инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәгенең уҡыу планы буйынса “Туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәтен” уҡыу предметын 3-4 класта тиклем аҙнаһына 0,5 сәғәт (йылына 18 сәғәт) бирелгән. Программаһын үҙләштереү 1 йылға тәғәйенләнгән һәм 2019-2020 йылдарға иҫәпләнгән.
Рус телендә белем алған башҡорт милләтенән булған башланғыс класс уҡыусыларын үҙ туған теленә өйрәтеү түбәндәге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙы күҙаллай:
Уҡыусыларҙа башҡорт телен өйрәнеүгә ҡарата ыңғай ҡараш, хөрмәт һәм һөйөү тәрбиәләү; уның кешеләр менән аралашыу сараһы, йөшөйештә яңы аң-белем алыу сығанағы; кешелек донъяһында ҡабул ителгән әхлаҡи-әҙәп һәм этик нормаларҙы үҙләштереүгә ярҙам итеүсе ҡиммәтле ҡомартҡы икәнлеген балаларға төшөндөрөү;
Аралашыу маҡсатына һәм шарттарына ярашлы телмәр ағышынан башҡорт телендә әйтелгәнде аңлы рәүештә ҡабул итергә, тейешле тел сараларын ҡулланып, яуап ҡайтарырға, фекер йөрөтөргә өйрәтеү;
Тәү башлап башҡорт теленең һүҙ байлығы, фонетикаһы, грамматикаһы тураһындағы белемдәрҙе аңлатыу һәм үҙләштертеү;
Башҡорт телендә тыңлау, һөйләү, уҡыу, яҙыу уҡыу эшмәкәрлектәрен практик рәүештә үтәй белеүгә өйрәтеү;
Диалогта ҡатнашып, үҙ фекерен әйтергә, ябай ғына монолог ҡороп һөйләргә, кескәй генә күләмле текстарҙы һүрәтләү, хикәйәләү һәм фекерләү формаһында төҙөп яҙырға өйрәтеү;
Көндәлек тормошта һәм аң-белем алыу процесында башҡорт телен үҙ-ара аралашыу ҡоралы булараҡ үҙләштереү; яҙма һәм һөйләү телмәре аша аралашыуға әҙер булыу һәләтен формалаштырыу һәм үҫтереү.
Был маҡсаттар башҡорт теленә өйрәтеү барышында уҡыу эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен дә практик яҡтан тормошҡа ашырыуға бәйле булып, иң беренсе сиратта коммуникатив (аралаша белеү), тел нормаларын ябай ғына кимәлдә үҙләштереү (тел нормалары һәм лингвистик белемдәр), тел аша мәҙәниәтле булыу (тарихты, мәҙәниәтте, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, әхлаҡи нормаларҙы, йәшәү үҙенсәлектәрен өйрәнеү) компетенцияларын формалаштырыу тора.
Коммуникатив компетенция булып башланғыс класс уҡыусыларының программа кимәлендә башҡорт телендә һөйләшә, аралаша белеүе, телмәр компетенцияһы – уҡыусының башҡорт теле системаһын ябай ғына кимәлдә практик үҙләштереүе, лингвистик компетенция тел ғилеме тураһындағы фәнни белемгә эйә булыуы, мәҙәни компетенция булып тел аша башҡорт халҡының мәҙәниәтен өйрәнеүе тора.
Рус телендә уҡытыу ойошторолған уҡыу ойошмаларында 1-4.-се класс уҡыусыларын бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә торған уҡыу эшмәкәрлеге төрҙәре (тыңлау, һөйләү, уҡыу, яҙыу) аша программа материалдарын үҙләштерергә һәм башҡортса аңлашырға өйрәтеүҙе күҙаллай. Шул уҡ ваҡытта телгә өйрәтеү баланың лингвистик компетенцияға эйә булып, тел сараларын ҡулланыуҙа отҡорлоҡ, зирәклек күрһәтә белеү һәләтен тәрбиәләүҙә лә урын алырға тейеш.
Башҡорт (туған) теленә өйрәтеү принциптары:
башҡорт телен фәнни нигеҙгә таянып өйрәнеү;
башҡорт телен һәм әҙәбиәтен рус теленә таянып ике телдең оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын сағыштырып уҡытыу.
Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙы баланан туған телендә аралашыу мәҙәниәтенә нигеҙ һалыу сараһы итеп ҡабул иттереү.
Телде аңлы өйрәнеүпринцибы – балаларҙың тел берәмектәренең, телмәр күренештәренең айышына төшөнөп, уларҙы аңлы рәүештә ҡабул итеүенә ирешеү.
Башҡорт теленең әҙәби нормаларыын үҙләштереүҙе әҙәби уҡыу һәм башҡа предметтарҙың йөкмәткеһе менән тығыҙ бәйләнештә алып барыу.
Башҡорт (туған) теле курсының төҙөлөшө
Башланғыс кластарҙа рус теле менән бер рәттән башҡорт теленә өйрәтеү уҡыусыларға лингвистик белем биреүҙең беренсе баҫҡысы булып тора.
Беренсе класс уҡыусыларын грамотаға өйрәтеү осоро тамамланғас, уларҙы башҡорт теленә системалы рәүештә өйрәтеү башлана. Уның йөкмәткеһе башҡорт тел ғилеменең төп бүлектәренә ҡараған төшөнсәләр системаһын һәм телмәр берәмектәрен, уларҙың аңлатҡан мәғәнәләрен һәм үтәгән функцияларын коммуникатив компетенциялар формалаштырыу маҡсатында өйрәтеүҙе үҙ эсенә ала. Орфография һәм пунктуация ҡағиҙәләрен үҙләштереү телдең төп берәмектәре булған һүҙҙе һәм һөйләмде өйрәтеү менән бер рәттән алып барыла. Шул уҡ ваҡытта программала терминдарҙы әйтмәйенсә генә уҡыусыларҙы фонетика һәм морфология бүлектәренең йөкмәткеһе менән таныштырыу ҡарала.
Программала текст өҫтөндәге эшкә айырыуса урын бүленә. Текста һөйләмдәрҙең бер-береһе менән бәйле килеүе, текстың төҙөлөү үҙенсәлектәре, уның төрҙәре тураһындағы төшөнсәләрҙе уҡыусылар аңында формалаштырыу, уға бәйле практик күнекмәләрҙе үтәй белеүҙәренә ирештереү маҡсаты ҡуйыла.
Аралашыу маҡсатына маҡсатына,шарттарына һәм үҙенсәлектәренә ҡарап, тел сараларын ҡуллана белергә өйрәтеү өсөн башкорт теле стилистикаһының төрлөлөгө тураһында мәғлүмәттәр бирелә. Уҡыусыларға һөйләү телмәренә ингән хикәйәләү, әңгәмәләшеү, бәхәсләшеү, һүрәтләү менән таныштырыу ҡарала. Рәсми стилдә белдереү, саҡырыу ҡағыҙы, яҙыу (записка), кеүек төрҙәр һәм яҙыла. Публицистик әҫәрҙәр төрөн үҙләштереүгә сығыш яһау, мәҡәлә яҙыу, интервью биреү, фәнни стиль төрҙәренә – аннотация, баһалама, доклад һ.б. ижад итергә өйрәтеү инә.
Башҡорт телен өйрәнгәндә һүҙлекте үҙләштереү иң мөһим урынды ала. Программала уҡыусылар үҙ-ара иркен аралаша алһын өсөн һәр класс өсөн актив үҙләштерелә торған һүҙҙәр исемлеге бирелә.
Программала грамматик һәм орфографик материалдар концентризм принцибы буйынса бирелә, йәғни бер үк тема кластан класҡа ҡабатланып, тәрәнәйтеп, киңәйтеп өйрәтелә.
Уҡыусыларҙы һәр бер уҡыу эшмәкәрлеге нигеҙендә башҡорт теленә комплекслы өйрәтеү башҡорт һәм рус яҙыусылары, шағирҙары әҫәрҙәре, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады нигеҙендә ҡорола. Төп маҡсат булып балаларҙа башҡортса үҙ-ара аралаша белеү күнекмәләрен формалаштырыу һәм үҫтереү тора. Шуның өсөн, уҡығанда, яҙғанда, грамматик ҡағиҙәләрҙе өйрәнгәндә, һөйләмдәр бәйләнешле текстар төҙөү буйынса күнегеүҙәр башҡарғанда уҡыусылар һөйләү телмәре аша аралашып эш итергә тейештәр: һорауҙар биреү, яуап ҡайтарыу, үҙе, яҡындары, класташтары, дуҫтары тураһында һөйләү, диалогтар, монологтар ҡороу, текст буйынса төрлө күнегеүҙәр башҡарыу.
Һүҙ, уның мәғәнәһе, әйтелеше, яҙылышы өҫтөндәге эш уҡыусылар менән системалы рәүештә алып барыла. Балаларҙы хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр төҙөргә, бирелгән өлгө буйынса, һуңынан үҙ аллы диалогтар, монологтар ҡорорға, уҡылған әҫәр, ҡаралған видеофильм, күҙәтелгән тәбиғәт күренеше тураһында, йә һүрәт буйынса төркөмдәрҙә йәки үҙ аллы текстар төҙөргә өйрәтеү системалы рәүештә алып барылырға тейеш.
Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге ысулдарын (күнекмәләрен) башҡарыуҙы формалаштырыу.
Программала башланғыс класс уҡыусыларында уҡыу эшмәкәрлеге барышында универсаль уҡыу эшмәкәрлеге ысулдарын һәм күнекмәләрен үтәй белеү компетенцияларын маҡсатлы рәүештә формалаштырыу һәм үҫтереү ҡарала:
Аҡыл, зиһен үҫеше буйынса – башҡортса тыңларға, һөйләргә, уҡырға, яҙырға өйрәнеү, анализлау, дөйөмләштереү, сағыштырыу, классификациялау, һығымталар яһай белеү һ.б.;
Аң-белем үҫеше буйынса - уҡып белергә, өйрәнергә ынтылыу теләге, туған телдә белем алыуҙа үҙаллылыҡ күрһәтеү, ижади эш итергә тырышыу, шулай уҡ уҡыу эшмәкәрлегендә маҡсаттарҙы ҡуя, уларҙы эҙмә-эҙлекле башҡара, уның нигеҙендә яңы мәсьәләләр өуйып эшләй белеү һәләтен үҫтереү;
Ойоштороу буйынса – коллетки эсендә эште үҙ-ара бүлешеп башҡара белеү, башҡалар фекерен тыңлап, иң уңайлы һәм дөрөҫ ысулды һайлап, үҙ эшен планлаштырып эшләй алыу һыҙаттарын тәрбиәләү.
Программала балаларҙың уҡыу эшмәкәрлегенең төп төрҙәрен үҙҙләштерә белеүенә, шул иҫәптән үҙ эшен тикшерә һәм баһалай алыуына өйрәтеү ҡарала. Был эштең йөкмәткеһе бөгөнгө техник мәғлүмәт сараларын ҡулланыуҙы, китап, белешмә әҙәбиәт, һүҙлектәр менән эшләй белеүҙе талап итә.
Башҡорт телен үҙләштереүҙең шәхси, метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләре
“Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы законда һәм башланғыс дөйөм белем биреү федераль дәүләт стандартында ҡуйылған талаптар буйынса башҡорт телен һәм әҙәбиәтен туған тел булараҡ уҡып, 4-се класты тамамлаған уҡыусылар түбәндәге һөҙөмтәләргә эйә булырға тейештәр:
Шәхси һөҙөмтәләр.
Бала үҙен Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең бер вәкиле итеп күҙаллай, уларҙың тарихына, мәҙәниәтенә битараф булмаған шәхес булып үҫергә тырыша;
Телде халыҡтарҙың милли ҡомартҡыһы, мәҙәни байлығы итеп ҡабул итә;
Башҡорт теленең рус теле менән бер рәттән республиканың дәүләт теле һәм кешеләр менән аралашыу ҡоралы икәнлегенә төшөнә;
Туған телдә яҙа һәм һөйләй белеү кешене мәҙәни яҡтан билдәләүсе күрһәткес икәнлеген аңлай;
Рус телендә алған белемдәрен башҡорт телен өйрәнгәндә уларҙы сағыштырыу нигеҙендә ҡуллана белә башлай;
Программала ҡаралған башҡорт әҙәби телен нормаларын (орфоэпия, лексика, грамматика) һәм үҙ-ара аралашыу этикетын үҙләштереүгә теләге барлыҡҡа килә;
Төрлө аралашыу осраҡтарында ололар һәм тиҫтерҙәре менән тейешле этикет ҡағиҙәләрен һаҡлап, ыңғай мөнәсәбәттә эш итә белә башлай;
Башҡорт телендә һөйләшеү һәм аралашыу кимәле буйынса үҙ-үҙенә баһа бирергә өйрәнә.
Метапредмет һөҙөмтәләре.
Башҡорт телендә яңғыраған телмәрҙе (ололарҙың, тиҫтерҙәренең һөйләүе, балалар өсөн радио һәм телевизион тапшырыуҙар, компьютер саралары аша бирелгән текстарҙы һ.б.) таный, аңлай, тейешенсә ҡабул итә белә;
Программа сиктәрендә башҡортса яҙылған һүҙҙәрҙе, ижектәрҙе, өндәрҙе, өндәр теҙмәһен дөрөҫ әйтә, уҡый, улар менән һөйләмдәр төҙөй ала;
Бирелгән темаға диалог ҡора ала, һорауҙарға ҡыҫҡа йәки тулыһынса асыҡлап яуап ҡайтара белә. Диалогты башлай йәки дауам итеп алып китә ала;
Алдан әҙерләнеп йәки әҙерлекһеҙ тексты етеҙ, аңлы рәүештә һәм тасуири уҡый ала. Текстың йөкмәткеһен ҡыҫҡаса йәки ентекләп, йәиһә һайлап алып һөйләп бирә ала;
Үтелгән орфография һәм пунктуация ҡағиҙәләрен һаҡлап, үҙ аллы йәки уҡытыусы ярҙамында өйрәнеү һәм тикшереү характерындағы яҙма эштәрҙе башҡара;
Уҡыу мәсьәләләрен сискәндә туған телдә төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәтте табып, тейешенсә ҡуллана белә;
Бер нисә предметты йәки күренеште ябай ғына рәүештә сағыштырып, телдән һәм яҙып һүрәтләй ала;
Телдән һәм яҙма рәүештә ҡотлау, саҡырыу ҡағыҙы, хат төҙөй белә;
Уҡыу эшмәкәрлегенә бәйле ябай ғына һөйләмдәр менән фекерен әйтә һәм үҙенең дөрөҫлөгөн иҫбатлай ала;
Эшен үҙ аллы тикшереп, баһалай белеү һәләтенә эйә була;
Әҙәби әҫәр йәки сюжетлы һүрәт буйынса бирелгән темаға үҙенең тормош тәжрибәһенә таянып, кескәй генә текст (инша) яҙа белә;
Башҡарған проект эше тураһында телдән отчет бирә, йәки презентация һ.б. буйынса һөйләй ала;
Кроссвордтар, ребустар, йомаҡтар сисә белә.
Предмет һөҙөмтәләре
Уҡыусы:
башҡорт телендә әйтелгәнде тыңлап аңлай;
Башҡорт теленең фонетик системаһының төп берәмектәрен белә: һуҙынҡы өндәрҙе тартынҡы өндәрҙән, өндәрҙе хәрефтәрҙән айыра, һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлә, баҫым ҡуя;
Башҡорт теленең өндәрен һүҙ эсендә, һөйләмдә, аралашҡанда дөрөҫ әйтә, яҙма телмәрҙә дөрөҫ яҙа белә;
Өйрәнелгән кимәлдә өн, хәреф, һүҙ, һүҙ өлөшө, һөйләм киҫәге, ябай һөйләм кеүек тел берәмектәрен таба, сағыштыра, анализлай белә;
Һөйләү һәм яҙма телмәрҙең айырмаларын белә;
Телмәр этикетын һаҡлап һаулыҡ һораша, хушлаша, ғәфү үтенә, рәхмәт әйтә, ниндәйҙер үтенес менән мөрәжәғәт итә белә;
Тамыр һүҙҙе билдәләй белә. Һүҙ яһаусы һ!м һүҙ үҙгәртеүсе ялғауҙар ярҙамында яңы һүҙҙәр төҙөй белә;
Һүҙ төркөмдәренә (исем, сифат, алмаш, ҡылым, һан) һорау ҡуя, уларҙың грамматик билдәләре тураһында ябай ғына төшөнсәләргә эйә була;
Һүҙ төркөмдәренә грамматик анализ яһай белә;
Һөйләмдә эйә менән хәбәрҙе таба белә;
Һөйләмдә эйәрсән киҫәктәрҙе таба, уларҙың ниндәй һүҙ төркөмөнән килеүен асыҡлай, һыҙыҡтар менән билдәләй белә;
Тексты төрҙәре буйынса (уҡып-өйрәнеү тексы, фәнни-популяр, әҙәби текстар) айыра белә;
Тексты өлөштәргә бүлеү, уларҙы исемләү өҫтөндә үҙ аллы эшләй белә;
Тексҡа план төҙөп, план буйынса уның йөкмәткеһен һөйләй белә;
Тәржемә итә белә;
Төрлө телмәр эшмәкәрлегендә (тыңлау, һөйләү, уҡыу, яҙыу) үҙ эшен баһалау, кәрәк булһа, хатаһын төҙәтә белеү эштәрен үтәй ала;
Изложениеның һәм иншаның ябай ғына төрҙәрен яҙа белә;
Аңлатма, орфографик һүҙлектәр ҡуллана белә;
Яҙыу барышында хәрефтәрҙең, һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын тикшереп, хатаны төҙәтә белә;
Хәрефтәрҙе автоматик рәүештә матур һәм дөрөҫ яҙырға тырыша, үҙенең, иптәшенең яҙма эшен дөрөҫ баһалай белә;
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” предметы буйынса дөйөм башланғыс белем биреүҙең йөкмәткеһе
Программала “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” предметының йөкмәткеһе уҡыусыларға башланғыс дөйөм белем биреү этаптарына бәйле ҡарала. Уҡыусылар тәү башлап уҡыу эшмәкәрлеге төрҙәрен үҙләштерәләр:тыңларға, һөйләргә, уҡырға, яҙырға өйрәнәләр. Белем биреү рус телендә ойошторолғанлыҡтан, беренсе класс уҡыусылары башҡорт телен өйрәнеүҙе түбәндәге этаптар аша һәм рус теле менән бер юҫыҡта параллель рәүештә өйрәнәләр.
Грамотаға өйрәтеү.
Башҡорт телен өйрәтеү, рус телендәге кеүек үк түбәндәге этаптарҙы үҙ эсенә ала:
Грамотаға өйрәтеү һәм телмәр үҫтереү. Телдән әҙерлек осоро.
Әлифба осоро. Грамотаға өйрәтеү, уҡыу, яҙыу, телмәр үҫтереү.
Әлифба аҙағы осоро. Һөйләү һәм яҙма телмәрҙе комплекслы үҫтереү.
Программала грамотаға өйрәтеүҙең телдән әҙерлек осоронда беренсе класс уҡыусыларын түбәндәгеләргә өйрәтеү планлаштырылған:
Башҡорт телендә яңғыраған телмәрҙе тыңлап аңлай, мәғәнәһенә төшөнә белеү күнекмәләрен формалаштырыу;
Башҡорт телендә әйтелгән телмәр ағышынан һүҙҙе, ижекте, өндө, өндәр ҡушылмаһын, бигерәк тә башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен айыра, таный, әйтә белергә өйрәтеү;
Телдән әйтелгән йәки уҡылған текстың аңлатҡан мәғәнәһенә төшөндөрөү.
Программаның беренсе класс өсөн тәғәйенләнгән йөкмәткеһе мәктәпкә килгән балаларҙың телмәр үҫеше кимәленең төрлө булыуын иҫәпкә алып билдәләнә. Шунлыҡтан грамотаға өйрәтеү этабында алдан үткәрелә торған телдән әҙерлек осоронда, беренсенән, лексик һәм грамматик материалдарҙы күберәк ҡабатлатыу һәм нығытыу планлаштырыла. Икенсе яҡтан, ошо рәүешле балаларҙың белем кимәлен тигеҙләп, уларҙы грамотаға өйрәтеүгә әҙерлек эше алып барыла: һөйләшеү телмәрен үҫтереү; өндәрҙең дөрөҫ әйтелешен нығытыу; аралашыу өсөн кәрәкле һүҙҙәрҙе өйрәнеп йыш ҡулланыла торған телмәр өлгөләрен, һөйләм ҡалыптарын үҙләштереү; һөйләмдәр төҙөргә, уларҙы кәрәкле интонация менән бирә белергә өйрәтеү.
Һөйләмдәге һүҙҙәр, грамматик конструкциялар һөйләү эшмәкәрлеге аша үҙләштереләләр (күргәҙмә материал буйынса әңгәмә, дәрес ваҡытында йәки дәрестән тыш үткәрелгән телмәр уйындары, кескәй күләмле шиғырҙар ятлап һөйләү, йырлап ишеттереү, һүрәттәр буйынса хикәйә төҙөү, күргән хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләшеү, диалог һәм монолог төҙөү һ.б.).
Башҡорт өндәрен, өндәр ҡушылаһын һәм ижектәрҙе ишетеп аңлап, уларҙы дөрөҫ әйтеү;
Таныш булған ябай ғына темаларға бәйле диалог ҡороу;
Аңлау өсөн еңел булған бәләкәй генә тексты дөрөҫ уҡыу;
Өйрәнеү һәм тикшереү маҡсатында үткәрелгән яҙма эштәрҙе өйрәнелгән орфограммаларҙы һаҡлап, хәрефтәр яҙылышын дөрөҫ башҡарып яҙыу.
Башҡорт (туған) телен системалы өйрәтеү курсы.
2-4-се кластарҙа башҡорт телен системалы өйрәтеү курсы башлана, башҡорт теле грамматикаһын һәм орфографияһын үҙләштереү өҫтөндә эш алып барыла.
.
Өсөнсө класта тәүге ике йылда үтелгән материалдар ҡабатланып, тәрәнәйтеп өйрәнелә. Уҡыусыларҙың һүҙ байлығы әүҙем генә үҫешкәнлектән, лексик темаларҙың йөкмәткеһе аша уҡыусыларға башҡорт теленең лексикаһы, фонетикаһы һәм грамматикаһы тураһында ябай ғына кимәлдә фәнни мәғлүмәттәр бирелә башлай һәм улар ғәмәл күнегеүҙәр аша үҙләштерелә. Был класта уҡыусыларҙа лингвистик, телмәр һәм мәҙәни компетенцияларҙы үҫтереү эше алғы планға сыға. Өйрәнеүсенең инша һәм изложение яҙыуҙы башҡарыу менән бер рәттән, ижади эш төрҙәренә иғтибары арта; парлашып, төркөмдәргә бүленеп эшләү хуп күрелә.
Дүртенсе класта тирә-йүнде башҡорт телендә тәрәнерәк өйрәнеү нигеҙендә уҡыусыларҙың телмәр компетенцияһы үҫешә. Рус һәм башҡорт телдәрендәге тел күренештәрен сағыштырып, анализлап, айырып, дөйөмләштереп, балалар башҡорт теленең нормаларын программаға ярашлы үҙләштерә.
Дүртенсе кластың аҙағына уҡыусыларҙың башҡорт телендә телмәр үҫеше түбәндәгеләргә ирешеүҙе күҙаллай:
Тыңлай, һөйләй, уҡый, яҙа белеү күнекмәләренә эйә булыу;
Иркен аралаша алыр өсөн тейешле һүҙ байлығы булыу;
Аралашыуҙың диалог (бәхәс, әңгәмә) формаларын практик яҡтан үҙләштереү;
Көнкүрештә аралашыу, һөйләшеү ҡағиҙәләрен үтәй белеү (һаулыҡ һорашыу, хушлашыу, ғәфү үтенеү, рәхмәт әйтә белеү, үтенесте белдереү);
Ябай ғына монолог формаларын ҡулланып, һөйләй белеү (эше тураһында отчет төҙөү, бирелгән тема буйынса үҙ фекерен әйтеү; үҙ аллы план йәки һорау буйынса текст яҙыу);
Башҡорт телендә аралаша белеү, артабан был телдә уҡыуҙы дауам итерлек булыу;
Башҡорт теленең рус теле менән бер рттән белем сығанағы һәм кешеләр менән аралашыу ҡоралы икәнлеген аңлау.
Башҡортса һөйләргә һәм уҡырға өйрәнеү эшмәкәрлеге дөрөҫ һәм матур яҙыу күнекмәләренең дә формалашыуын талап итә:
-башҡорт телендә бирелгән һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм текстарҙы дөрөҫ күсереп яҙыу;
-өйрәнелгән орфограммаларҙы, пунктуация ҡағиҙәләрен ҡулланып, телдән әйтелгән тексты ишетеп, дөрөҫ яҙыу;
-үҙ аллы бәйләнешле яҙма телмәр (һорауҙарға яуаптар, өйрәнеүсе инша йки изложение) төҙөп яҙыу.
Күнегеүҙәр башҡарғанда каллиграфия талаптарын үтәү мөһим: хәрефтәрҙең ауышлығы, һәр береһенең бейеклеге һәм киңлеге буйынса тигеҙ килеүе, юлдан ситкә сыҡмай, тигеҙ итеп, хәрефтең формаһын боҙмау.
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
Танышыу (2 сәғәт) Һаумыһығыҙ. Хәйерле көн! Аралаша белеү.
Минең мәктәбем (2 сәғәт) Мәктәпкә тәү барған көн.. Белем алыу, мәктәп тураһында әҫәрҙәр уҡыу, әңгәмәләр үткәреү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре. Уларҙың дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы.Китапханала. Мәктәп баҡсаһы
Минең республикам ( 3 сәғәт) Нимә ул Ватан? Башҡорт милли ризыҡтары, башҡорт бейеүе тураһында белешмә биреү. .Башҡортостандағы тәбиғәт, уны һаҡлау тураһында әҫәрҙәр уҡыу, һөйләшеүҙәр. Cәйәхәт. Ағиҙел йылғаһы. Шүлгәнташ мәмерйәһе.
Мин һәм минең ғаиләм (3 сәғәт) Үҙем тураһында. Исемдәр донъяһында. Ата-әсәләр, туғандар, уларҙың эштәре, хәстәрҙәре. Шәжәрә.Ата-әсәләрҙе ҙурлау, ололау, хөрмәтләү, балаларҙың ғаиләләге эштәре хаҡында хикәйәләр, мәҡәлдәр, шиғырҙар уҡыу, ятлау һәм һөйләү. Һөнәр, шөғөл тураһында белешмә биреү.
Мин һәм минең дуҫтарым ( 3 сәғәт ). Тыуған көнөң менән! Батырҙар ниндәй була. Дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре булдырыу.
Мине уратып алған донъя (6 сәғәт) Нимә ул тәбиғәт? Башҡортостанда йәйге тәбиғәте, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре, ялы тураһында хикәйәләр, шиғырҙар, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү. Республиканың газета –журналдары менән танышыу
Приложение 1
ГБОУ Республиканский центр дистанционного образования детей-инвалидов
«Рассмотрено» «Согласовано» «Утверждено»
Руководитель МК Зам. директора по УВР Директор ГБОУ РЦДО
________/___________/ _________/Н.В. Цепляева/ _______/Ф.Ж. Нуриев/
Протокол №________ Приказ №________ Приказ № _______
от «__» августа 2018г. от «_» августа 2018 г от «__» августа 2018г.
КАЛЕНДАРНО-ТЕМАТИЧЕСКОЕ ПЛАНИРОВАНИЕ
по учебному курсу « Родной( башкирский) язык»
Класс 4
Учитель Илембетова Галия Тухватовна
Количество часов: всего 18 часов; в неделю 0,5 час;
Планирование составлено на основе примерной рабочей программы к учебному пособию «Башкирский язык» для учащихся – башкир 1-4 классов образовательных организаций с русским языком обучения. Авторы программы: З.К. Нафикова. – Уфа: Китап, 2017.
Муртазина Ф.Ф., Нафикова З.Г. Башкирский язык: учеб. пособие для 4 класса для изучения родного (башкирского) языка и литературы в общеобразовательных организациях с русским языком обучения.-Уфа: Китап. 2016.
г. Уфа
2018 год
4-се класҡа тематик планлаштырыу
№ | Тема | Сәғәттәр һаны | | |
| Бүлек темаһы: “Таныш булығыҙ! » -2 сәғәт |
1 | Хәйерле көн! Яҡшы һүҙ матурлай донъяны. | 1 | | |
2 | Татлы һүҙ – йән аҙығы. Иғтибарлы булыу-үҙе изгелек. | 1 | | |
| Бүлек темаһы: «Минең мәктәбем»-2 сәғәт | |
3 | Мәктәпкә тәү барған көн. Мәктәп –белем усағы. | 1 |
4 | Күсереп яҙыу. Көҙ биҙәктәре. | 1 |
| Бүлек темаһы: «Минең республикам» -3 сәғәт |
5 | Нимә ул Ватан? Башҡорт йыры. | 1 |
6 | Башҡорт балы. Эх, ҡымыҙы, ҡымыҙы! | 1 |
7 | Йәмле Ағиҙел буйҙары. Шүлгәнташ мәмерйәһе. | 1 |
| Бүлек темаһы: « Мин һәм минең ғаиләм» -3 сәғәт |
8 | Үҙем тураһында. Исемең матур, кем ҡушҡан? | 1 |
9 | Һинең туғандарың кем? Шәжәрәңде беләһеңме? | 1 |
10 | Инша. Минең ғаиләм. | 1 |
| Бүлек темаһы: “Мин һәм минең дуҫтарым» 3 сәғәт |
11 | Тыуған көнөң менән! | 1 |
12 | Контроль диктант. Ҡар бөртөктәре. | 1 |
13 | Хаталар өҫтөндә эш.Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар | 1 |
| Бүлек темаһы: “Мине уратып алған донъя» -6 сәғәт |
14 | Тәбиғәт –үҙ йортобоҙ. Алтын көҙҙө яратам. | 1 |
15 | Гүзәл ваҡыттар етте. Ямғыр, яу, яу! | 1 |
16 | Контроль диктант. Йәйге көн. | 1 |
17 | Хаталар өҫтөндә эш. . Нимә белдек , нимә өйрәндек? | 1 |
18 | Йомғаҡлау дәресе. | 1 |
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1. Нафиҡова З.Ғ., Мортазина Ф.Ф. Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 4-се класы өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн дәреслек,2016 й.
2.Башҡорт халыҡ әкиәттәре.- Өфө, Китап-2016 йыл.
Электрон белем биреү ресурстары:
www.virtualrb.ru –Башҡортостан буйынса виртуаль турҙар
incubator.wikimedia.org – Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре
www.ashkadarfm.ru – Ашҡаҙар радиоһы
uldashfm.ru – Юлдаш радиоһы
libmap.bashnl.ru – Башҡортостандың әҙәби картаһы
ba.wikipedia.org – Башҡорт Википедияһы
www.bashskazki.ru – Башҡорт халыҡ әкиәттәре
ГБОУ Республиканский центр дистанционного образования детей-инвалидов
«Рассмотрено» «Согласовано» «Утверждено»
Руководитель МО Заместитель директора по УВР Директор ГБОУ РЦДО
Протокол №______ Приказ №________ Приказ № _______
от «__»_____2019г. от «__»_____2019г. от «__»_____2019г.
Контрольно-измерительные материалы
для проведения промежуточной аттестации обучающихся 4 класса
по родному( башкирскому) языку за 2018-2019учебный год
Контроль диктанттар.
Ҡар бөртөктәре.
Әкрен генә ҡар яуа. Күп төрлө ҡар бөртөктәре биткә ҡуналар һәм ирейҙәр. Ишек алдында тауыҡтар йөрөй ине. Сыбар тауыҡ ҡар яуғанға аптырай. Ул ҡар бөртөктәрен беренсе тапҡыр күрә. Тауыҡ уларҙы суҡый. Ә ҡар яуа ла яуа. Бына ер өҫтө аҡ юрған ябынды. (44 һүҙ).
Йәйге көн.
Июнь – йылдың иң матур айы. Болон, туғайҙар гөрләп сәскә ата. Йылға, күлдәр өҫтөн томбойоҡ сәскәләре ҡаплай.Май, июнь – ҡоштарҙың бала сығарыу ваҡыты. Улар балаларына ашарға ташып бер була. Июлдә күбәләктәр оса. Бал ҡорто күс айыра.Июль – тәүге еләктәр айы. Иң тәүҙә ҡайын еләге бешә.(46 һүҙ).
Күсереп яҙыу өсөн текстар.
Көҙ биҙәктәре.
Сентябрҙә ҡоштар көньяҡҡа китәләр. Көҙ көнө бөжәктәр әҙәйә.Ҡойолған япраҡтар араһында сысҡандар йүгерешә. Улар ояларына ҡоро
үлән ташыйҙар. Төлкөләр бесән, һалам кәбәндәре эргәһенә һыйыналар.Тейен, ҡуян, айыу, бүреләр йөндәрен ҡоялар.Бурһыҡтар, тейендәр
ҡышҡа аҙыҡ әҙерләйҙәр.Сентябрь аҙағында терпеләр,ярғанаттар йоҡоға тала. (43 һүҙ)
Һүҙлек диктанттары.
№1.
Мәктәп, синыф, китапхана, уҡыусы, уҡытыусы, китапханасы, директор, йыйыштырыусы, белем, тәрбиә, тәрбиәсе, ашнаҡсы, кабинет, спорт залы, хеҙмәт.
№2.
Башҡортостан, Өфө, мәғрүр урмандар, бейек тауҙар, киң йылғалар, ҡалын урмандар, ҡырағай хайуандар, йәшел үләндәр.
№3.
Ғаилә, ҡәлғә, ил күрке, ғәзиз кешеләр, бәхетле, дөрөҫ юл һайларға, етмеш төрлө һөнәр, шат тауыштар.
№4.
Донъя, әҙәби донъя, ғәләм, йәмғиәт, рух, файҙалы ҡаҙылма, нефть, газ, район, ҡала, ҡасаба, үҙәк, соҡор.
I сиректә үтелгәндәр буйынса контроль эш
1. Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе яҙырға. Дописать пропущенные буквы.
Икм...к бел...м һ...йкәл
Хеҙм...т халы... бейе...се
2. Исемдәрҙе күплек һанда ҡуйығыҙ. Поставьте слова во множественном числе.
Алма -
үлән -
урман -
кеше -
малай -
3. Өҙөктөң авторын һәм исемен билдәлә. Определите автора и название отрывка.
“Уларҙың өйөндә ярангөлдән башҡа хризантема, ләлә гөлдәре бар ине. Әлисә уларға көн аша һыу һибеп торҙо.”
а) Ф. Ғөбәйҙуллина. Тамырҙар.
б) Ә. Сөләймәнов. Яңы аш.
в) Т. Сәғитов. Футбол тубы.
4. Бирелгән исемдәргә сифатын (билдәһен) ҡуйып яҙ. Допишите прилагательные к словам.
................ күл, ............. төн, ................ урман, ................... уҡыусы,
.................... ҡыш.
5. Ҡылымдарҙы юҡлыҡ формала ҡуй.
Уҡый – ярата -
Яҙа - өшөй –
6. Һөйләмдәрҙе башҡорт теленә тәржемә ит.
Я учусь в четвертом классе. В школе мы изучаем русский, башкирский, английский языки. Я люблю свою школу.
____________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________
II сиректә үтелгәндәр буйынса контроль эш
1. Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе яҙырға. Дописать пропущенные буквы.
Баш…ортостан, к…с, там…р, фай…алы, иг…нсе, шөғ...л.
2. Дөрөҫ яуапты тап. Найди правильный вариант ответа.
Мөхәррәм бабай - :
а) балыҡсы
б) умартасы
в) урмансы
Әлисәгә өләсәһе нимә бүләк итте:
а) ҡурсаҡ
б) туп
в) ярангөл
Илшатҡа кем көс бирә?
а) икмәк
б) бутҡа
в) алма
3.Һүҙбәйләнештәр төҙөгөҙ. Составьте словосочетания.
Буш юл
Тигеҙ бал
Кәрәҙле төп ризыҡ
Икмәк ваҡыт
4.Һүҙҙәрҙе тәржемә итегеҙ. Переведите слова.
Сәйәхәт -
Йәйәү -
Шөғөлләнәм -
Күстәнәс-
Ҡәҙерле -
Ғалим -
5. Һорауҙарға тулы яуап бирегеҙ. Дайте полный ответ на вопросы.
Һин буш ваҡытыңда нимә эшләйһең?
_______________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________
Нимә менән сәйәхәт итәләр?
____________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________
Һин мәктәпкә нимә менән киләһең?
____________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________
III сиректә үтелгәндәр буйынса контроль эш
I. Тексты иғтибар менән уҡып сығығыҙ һәм эстәлеген аңларға тырышығыҙ.
Внимательно прочитайте текст и попытайтесь понять его содержание.
Башҡортостан – беҙҙең тыуған төйәгебеҙ. Башҡортостан – башҡорт иле тигән һүҙ. Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы - Өфө. Өфөлә бик күп халыҡтар йәшәй. Улар дуҫ, татыу йәшәй.
Башҡортостан ерендә йылғалар, күлдәр бик күп. Бында иң ҙур йылға – Ағиҙел. Ул Кама йылғаһына ҡоя. Башҡортостанда күлдәр ҙә бик күп. Иң ҙур күл – Асылыкүл.
Башҡортостан һыуыҡ көндәре менән Себерҙе, шифалы һыуҙары менән Кавказды, көслө елдәре менән тайганы хәтерләтә.
II. Текст буйынса һорауҙарға яуап бирегеҙ. Бер генә дөрөҫ яуапты билдәләгеҙ.
Ответьте на вопросы. Отметьте один правильный ответ.
1. Башҡортостандың баш ҡалаһы нисек атала?
а) Салауат;
б) Өфө;
в) Стәрлетамаҡ.
2. Башҡортостан ерендә нимәләр күп?
а) йылғалар,күлдәр;
б) халыҡтар, кешеләр;
в) машиналар, автобустар.
3. Башҡортостанда иң ҙур йылға?
а) Ҡариҙел;
б) Дим;
в) Ағиҙел.
4. Башҡортостан һыуыҡ көндәре менән нимәне хәтерләтә?
а) тайганы;
б) Себерҙе;
в) Кавказды.
5. Республикала халыҡтар нисек йәшәй?
а) дуҫ;
б) матур;
в) көслө.
6. Тәржемә итегеҙ. Переведите.
Тыуған төйәк -
Халыҡ –
Баш ҡала –
Һыуыҡ көндәр –
Дуҫ йәшәй –
7. Аҫтына һыҙылған һөйләмдәрҙе рус теленә тәржемә итегеҙ. Переведите на русский язык подчеркнутые предложения и запишите.
________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________
____________________________________________________
8.Тексҡа исем бирегеҙ.
Озаглавьте текст.
_________________________________________________
9. Тыуған төйәк һүҙенең синонимдарын яҙығыҙ.
Напишите синонимы слова тыуған төйәк.
IV сиректә үтелгәндәр буйынса контроль эш
1.Һүҙҙәрҙе тәржемә итегеҙ. Переведите слова.
Тәбиғәт –
Һыбайлы -
Шәхес –
Мәмерйә –
Ғалим –
Рәссам -
2. Дөрөҫ яуапты тап. Найди правильный вариант ответа.
Шүлгәнташ мәмерйәһе ҡайҙа урынлашҡан?
а) Өфө районында;
б) Бөрйән районында;
в) Салауат районында.
Башҡорт халҡының рус халыҡтары менән дуҫлығын нимә сағылдыра?
а) Салауат Юлаев һәйкәле;
б) Дуҫлыҡ монументы;
в) Шүлгәнташ мәмерйәһе.
Башҡортостан сатнама һыуыҡтары менән нимәне хәтерләтә?
а) Себерҙе;
б) тайганы;
в) Кавказды.
3. Һорауҙарға яуап бирегеҙ. Ответьте на вопросы.
Башҡорт аты ниндәй?
____________________________________________________________________________________________________________________________________
Беренсе башҡорт рәссамы кем ул?
____________________________________________________________________________________________________________________________________
Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәр ансамбле кем исемен йөрөтә?
______________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________
4.Һөйләмдәр төҙөгөҙ. Составьте предложения.
Зәки Вәлиди кешенең хеҙмәттә лә, яуҙа ла юлдашы
Башҡорт аты бөйөк рәссам
Муса Мортазин күп телдәр белгән
Ҡасим Дәүләткилдеев халҡыбыҙҙың ҡаһарман улы
5. Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе яҙырға. Дописать пропущенные буквы.
Баш…ортостан, я…ыусы, …алим, ш…хестәр, бейе...се, йырс…, рәсс…м, һыб…йлы.
6.Һөйләмдәрҙе төҙәтеп яҙығыҙ. Исправьте предложения.
Батыры, халыҡ, Салауат, Юлаев, башҡорт.
Мәмерйәһе, Шүлгәнташ, районында, Бөрйән, урынлашҡан.
Башҡортостандың, матур, бай, тәбиғәте.
2018-2019 уҡыу йылы өсөн 3-4 кластар өсөн
контроль-тикшереү материалдарына аңлатмалы яҙыу
Контроль-тикшереү материалдары 3-4-се класс уҡыусыларының башҡорт дәүләт теленән белемдәрен тикшереү өсөн тәғәйенләнгән. Материалдар башланғыс кластарҙа Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптары нигеҙендә төҙөлгән. Улар уҡыусыларҙың башҡорт дәүләт теленән белем кимәлен тикшереүгә, предмет буйынса алған белемдәре һөҙөмтәләре динамикаһын күҙәтергә һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлегенең формалашыу кимәлен билдәләргә булышлыҡ итә.
Башҡорт теленән диктанттарҙы баһалау критерийҙары:
«5»- хатаһыҙ эш өсөн;
«4»- 1 йәки 2 хата ебәрелгән осраҡта;
«3»-3 йәки 4 хата ебәрелгә
«2»- 5 йәки күберәк хата ебәрелгән осраҡта.
Грамматик заданиелар:
«5»- хатаһыҙ эш өсөн;
«4»- заданиеның ¾ өлөшө һәм унан күберәк дөрөҫ эшләнгән;
«3»-2/1 өлөшө һәм унан күберәк дөрөҫ эшләнгән;
«2»-2/1өлөшөнән әҙерәк дөрөҫ эшләнгән.
Күсереп яҙыу:
«5»- хатаһыҙ эш өсөн;
«4»- 1 хата һәм1 төҙәтеү өсөн;
«3»-2 хата һәм1 төҙәтеү өсөн;
«2»- 3 хата һәм1-2 төҙәтеү өсөн.
Приложение 3
ГБОУ Республиканский центр дистанционного образования детей-инвалидов
СИСТЕМА ОЦЕНКИ ДОСТИЖЕНИЯ ПЛАНИРУЕМЫХ РЕЗУЛЬТАТОВ ОСВОЕНИЯ ОСНОВНОЙ ОБРАЗОВАТЕЛЬНОЙ ПРОГРАММЫ (НОО с ОВЗ, НОО,ООО,УО)
Республиканың инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәгендә башҡорт теле дәрестәре лә, яҙма эштәр үткәреү методикаһы ла бик үҙенсәлекле. Шуға күрә, бер яҡтан, контроль-тикшереү эштәр, уларға ҡуйылған баһалар, уҡыусыларҙың башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын уятыу, дәртләндереү, ыңғай ҡараш формалаштырыу сараһы булып торһа, икенсе яҡтан, ул - уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү, баһалау, динамикаһын күҙәтеү, балаларҙың универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү кимәлен билдәләү. Былар бөтәһе лә уҡытыу-өйрәтеүгә етди ҡараш булдырыуҙы, ижади эшләүҙе талап итә.
Контроль-тикшереү материалдары Республиканың инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәгенең 3-4-се кластарының башҡорт теленән программаһы буйынса бөтә бүлектәрҙе лә үҙ эсенә ала.
Контроль эштәр төрлө типтағы күнегеүҙәрҙе тәшкил итә: һүҙҙәрҙе тәржемә итеү, һорауҙарға тулы яуап биреү, төшөп ҡалған хәрефтәрҙе, һүҙҙәрҙе яҙыу, һөйләмдәрҙе, кескәй тексты тәржемә итеү, дөрөҫ яуапты табыу, артыҡ һүҙҙе табыу, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү, таблицаны тултырыу, дөйөм яуабын табыу һәм башҡалар. Шулай уҡ контроль-тикшереү материалдарының төрлө формалары бирелә: үтелгәндәр буйынса контроль эштәр, текст менән эш диагностикаһы, тест һорауҙары. Эштәр һәр класҡа айырым тәҡдим ителә.
Контроль-тикшереү материалдары коммуникатив, ябайҙан ҡатмарлыға принцибы буйынса төҙөлгән. Эштәр сиректәргә бүленгән һәм уҡыусыларға телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, ыңғай мотивация булдырыу маҡсатында йөкмәткеһе, формаһы буйынса ҡыҙыҡлы эш-биремдәрҙән тора.
Контроль-тикшереү материалдарын баһалау, анализлау уҡыусыларҙың ниндәй теманы яҡшы, йәки, насар өлгәшеүен күрһәтә, динамикаһын күҙәтергә, предмет һәм метапредмет һөҙөмтәләрҙе (УУЭ – регулятив, танып белеү, коммуникатив) баһаларға булышлыҡ итә.
Программаны үҙләштереүҙә планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе баһалау
Телдән яуаптарҙы баһалау:
Уҡыусыларҙың телдән һөйләмен, уның фонетик, грамматик яғы менән бер рәттән тасуири уҡыуы ла иҫәпкә алына. Телдән һорау формаһында үткәрелә торған күнегеүҙәр һәр дәрестә алып барыла.
Тыңлап аңлау күнекмәләрен баһалау:
1. “тулыһынса аңланы”
2. “өлөшләтә аңланы”
3. “аңламаны”
Уҡыусының монологик һөйләүен баһалау:
1. - тәҡдим ителгән тема ( рәсем, ситуация) буйынса хикәйә төҙөй белһә;
- дөрөҫ интонация менән, тулы, эҙмә-эҙлекле итеп, тексҡа баһа биреп, мөнәсәбәтен күрһәтеп һөйләй алһа;
- тупаҫ булмаған пауза хаталары ебәрелһә лә, “5”ле ҡуйыла.
4 -се класта бәйләнешле һөйләү – 10-12 һөйләмдән тәшкил итә.
2. - айырым паузалар, 1-2 һөйләм хатаһы яһаһа;
- уҡытыусы тарафынан икенән артыҡ булмаған асыҡлаусы һорау бирелһә,”4” ле ҡуйыла
3. - теманың төп йөкмәткеһен асһа;
- 4-6 һөйләү хатаһы ебәрһә;
- уҡытыусы тарафынан икенән артыҡ асыҡлаусы һорау бирелһә йәки уҡытыусы ярҙамынан башҡа йөкткеһен һөйләүҙе башлай(тамамлай) алмаһа, “3”лө ҡуйыла.
4. - һөйләгәндә эҙмә-эҙлеклелек һаҡланмаһа;
- паузаларҙа теүәлһеҙлектәр китһә;
- 6- нан артыҡ һөйләм хатаһы һәм грамматик хата яһаһа, “2”ле ҡуйыла.
Диалогик һөйләмде баһалау:
1. - тейешле темпта дөрөҫ интонация менән һорау ҡуйһа;
- әңгәмәләшенең һорауҙарына тулы яуап ҡайтарһа, “5”ле ҡуйыла
2. - дөрөҫ һорау биреп, үҙе лә әңгәмәләшенең һорауына яуап бирһә, ләкин һөйләү ваҡытында уҡытыусы ярҙамына мохтаж булһа;
- 2-3 һөйләм хатаһы ебәрһә, “4” ле ҡуйыла.
3. - уҡытыусы ярҙамында ғына һорау бирһә йәки яуап бирһә;
- һорауҙар биргәндә, һүҙҙәр һәм грамматик формалар табыуҙа теүәлһеҙлектәр ебәрһә йәки өйрәнгән теманың бер өлөшөн генә үҙләштерһә;
- 4-5 һөйләм хатаһы ебәрһә, “3” лө ҡуйыла.
4. - әңгәмә ваҡытында ҙур ауырлыҡ менән генә һорау бирһә;
- һорауҙарға үҙ көсө менән яуап бирә алмаһа;
- 6- нан артыҡ хата ебәрһә, “2” ле ҡуйыла.