Тема: Тыуған илем – Башҡортостан. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.
Маҡсаттар: 1) Белем биреү: яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙең
яҙылышын, Башҡортостан тураһындағы текстарҙың төп
йөкмәткеһен үҙләштереү;
Үҫтереү: яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙең яҙылыш
айырымлыҡтарын үҙләштереү, уҡыусыларҙың логик
фекерләүенә иғтибар итеп, хикәйәләү-тасуирлау
коммуникатив мөмкинлектәрен киңәйтеү;
Тәрбиәүи: Башҡортостанға һөйөү тәрбиәләү, башҡорт
теле аша башҡорт халҡының тарихы, боронғо милли
гимны “Урал” йыры менән таныштырыу, төп милләт
булған башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә
ихтирам тәрбиәләү, башҡорт халҡының киң күңелле
булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алыу.
Йыһазландырыу: дәреслек, ноутбук, проектор, экран, А.Солтанов башҡарыуында “Урал” йыры (диск), Башҡортостан Республикаһы картаһы, “Башҡортостан”, “Янғантау”, “Башҡортостан мәҙәниәте” альбомдарынан, “Башҡорт теле.ru” дәреслегенән, “Афарин” комплектынан иллюстрациялар, карточкалар, тестар.
Дәрес барышы:
Ойоштороу мәле.
Сәләмләү. Танышыу.
- Һаумыһығыҙ,балалар!
Кәйефтәрегеҙ нисек?
Ҡояшлы иртә кеүек
Башҡорт телен-дәүләт телен
Өйрәнергә тип килдек.
- Уҡыусылар, күреп торам, кәйефегеҙ ҙә яҡшы, хәлдәрегеҙ ҙә һәйбәт.
Дәресте башлап ебәрһәк тә була.
Бөгөн беҙҙең асыҡ дәрес һәм килгән ҡунаҡтарҙы үҙебеҙ менән таныштырып китәйек.5-се класта ниндәй матур ,аҡыллы балалар уҡығанын улар ҙа белеп китһен әле.(3-4 баланың үҙет ураһында һөйләүе).
Лексик тема. Башҡортостан.
Фонетик күнегеү.
Уҡыусылар, әйҙәгеҙ экранға күҙ һалайыҡ. Шиғырҙы тәүҙә мин уҡып күрһәтәсәкмен, һеҙ иғтибар менән тыңлағыҙ.
1-се слайд:
Башҡортостан, һин беҙҙең
Тыуған, үҫкән илебеҙ.
Беҙгә икмәк, өй биргән,
Һыуын эскән еребеҙ.
(Г.Юнысова)
- уҡытыусы уҡый;
бергәләп уҡыу;
беренсе юлын малайҙар, икенсе юлын ҡыҙҙар уҡый.
II. Төп өлөш. Тыуған илем – Башҡортостан.
- Был шиғри юлдар нимәгә бағышланған? (Башҡортостанға, Тыуған илебеҙгә)
- Тимәк, бөгөнгө дәрестә нимә хаҡында һүҙ барасаҡ? Аңланығыҙмы? (Башҡортостан тураһында)
Инеш һүҙ.
- Күптән түгел 11-се октябрҙа беҙҙең Республикала ҙур байрам булып үтте.Был көн республикабыҙҙың тыуған көнө.
- Нисәнсе йылда булған был ваҡиға?
-1990й.
- Башҡортостаныбыҙ тураһында нимә белгәнегеҙҙе тикшереп алайыҡ.
2-се слайд
1-се эш:
- Хәҙер һеҙгә тест һорауҙары тәҡдим итәм. Үҙ аллы эшләгеҙ һәм яуаптарығыҙҙы баһалағыҙ.
Башҡортостан ҡайҙа урынлашҡан?
а) Себер
б) Урал
Башҡортостандың баш ҡалаһы?
а) Өфө
б) Стәрлетамаҡ
в) Темәс
Башҡортостандың иң оҙон йылғаһы?
а) Һаҡмар
б) Ағиҙел
Башҡортостан Президенты кем?
а) Путин
б) Хәмитов
- Мин һеҙгә ҡағыҙ бите таратып бирәм. Унда бағаналап һандар яҙылған. Был эш төрҙәре тәртибе. Өҫкө яҡҡа фамилияғыҙҙы яҙып ҡуйығыҙ. Һәр эш аҙағында, мин әйтһәм, үҙегеҙҙең яуабығыҙға баһа ҡуйырһығыҙ. Яуап булмаһа, тимәк, балл да юҡ. Балына ҡарата билдәһе лә ҡуйылыр.
Үҙбаһа
2-се эш
Грамматик тема. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.
- Дәфтәрҙәрҙе астыҡ, бөгөнгө числоны, көн исемен яҙабыҙ. (Синыф эше)
Тест буйынса әңгәмә.
- Дөрөҫ яуапты уҡый барабыҙ, таҡтаға шул исемдәрҙе яҙа барабыҙ. (Дәфтәргә лә яҙалар)
Башҡортостан, Урал, Өфө, Ағиҙел, Рәхимов.
3-сө слайд (яңғ., урт.)
- Уҡыусылар, был исемдәрҙең яҙылышына иғтибар итегеҙ. Уларҙы нисек яҙҙыҡ? (Баш хәреф менән)
- Баш хәреф менән яҙылған исемдәр нисек атала? (Яңғыҙлыҡ)
- Башҡортостан нимә исеме? Урал нимә исеме? Өфө нимә? Ағиҙел нимә? Хәмитов кем?
- Хәҙер Башҡортостан тураһына ил тип яҙайыҡ…
Ил, тау, ҡала, йылға, президент.
- Икенсе юлдағы исемдәрҙе нисек яҙҙыҡ? (Бәләкәй йәки юл хәрефе менән)
- Бындай исемдәр нимә тип йөрөтөлә? (Уртаҡлыҡ)
Үҙбаһа
- 88-се биттәге ҡағиҙәгә күҙ йүгертеп алығыҙ.
- Тимәк, беҙ Башҡортостан – Тыуған илебеҙ тигән дөйөм тема менән бәйләп, яңғыҙлыҡ һым уртаҡлыҡ исемдәр тураһында белемебеҙҙе киңәйтәбеҙ.
3-сө эш:
4-се слайд
Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән боронғо башҡорт йыры,башҡорт халҡының икенсе гимны итеп һаналған Урал йыры менән танышырбыҙ
“Урал” йырының тексы өҫтөндә эш.
Китаптарығыҙҙың 87-се битен асығыҙ.
- Төҫлө һүрәттә һеҙ кемде күрәһегеҙ?
- Был һыбайлы башҡорт яугиры.
- Ул ҡулына нимәләр тотҡан? (Уҡ-һаҙаҡ, һөңгө)
- Өҫтөнә нимә кейгән? (Яу кейеме, башлыҡ).
- Башҡорт халҡы бик боронғо замандан Уралда йәшәгән. Ерен, илен һаҡлап, яуға күтәрелгән. Милли йыр “Урал” батырҙарҙы данлай. Һеҙ асҡан биттә ошо йырҙың тәүге юлдары яҙылған. (Уҡытыусы уҡый)
- Тексты аңлар өсөн ҡайһы бер һүҙҙәрҙе тәржемә итәйек.
5-се слайд:
Һүҙлек эше:
Уҡ-һаҙаҡ – сагайдак (лук со стрелами)
Аямаған – не щадит
Түгеү – лить
Һис бирмәгән – никогда не отдавал
- уҡытыусы уҡый
рәтләп уҡыу
хор менән уҡыу
һүҙлеккә яҙҙырыу
“Урал”ды уҡыусылар уҡый, тәржемә итәләр.
Үҙбаһа
- Был йыр оҙон көйгә йырлана. Уны тыңлағанда, халҡыбыҙҙың данлы көрәш юлы күҙ алдына баҫа. Ҙур етдилек менән тыңларға әҙерләнегеҙ, балалар. Моңға сорналып, ял да итерһегеҙ.
6-сы слайд:
Ял минуты. “Урал” йыры. Абдулла Солтанов башҡара. Экранда һәр һүҙ сиратлап күренә бара (ике юл сыға).
4-се эш:
- Һеҙгә текст бирелә. Нөктәләр урынына исемдәрҙең күплек ялғауҙарын яҙығыҙ.
8-се слайд:
Урал – башҡорт иле.
Урал - башҡорт иле. Урал ҡуйынында ҡиммәтле хазина… йәшеренгән.
Башҡортостанда ҡалын урман…, йылға…, күл… бик күп. Урмандары кейек-ҡоштарға бай. Урал тауҙарында ҡурай үҫә. Башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы ул.
Башҡорт… башҡа халыҡ… менән дуҫ йәшәй.
Үҙбаһа
5-се эш:
- 216-сы күнегеү. Һәр рәткә 1-әр эш. Телдән.
Тауҙар: Ҡалалар:
Кеше исемдәре: Йылғалар:
Электрон дәреслек.
9-сы слайд:
- Уҡыусылар, әйҙәгеҙ “Башҡортостан” яңғыҙлыҡ исеменә ингән хәрефтәрҙән уртаҡлыҡ исемдәр төҙөйөк (баш, ҡорт, ос, ҡор, шар, башҡорт, ҡаш, торт, башаҡ, ҡош, таш, ат)
Үҙбаһа
6-сы эш:
- 220-се күнегеү. Һөйләмдәрҙәге хаталарҙы төҙәтеп әйтеү.
- Уҡыусылар берәр һөйләм уҡыйҙар, тәржемә итәләр һәм хатаһын төҙәтәләр.
- Һөнәр атамалары ниндәй исем? (Уртаҡлыҡ)
Рәссам, шағир, композитор, бейеүсе, уҡытыусы, артист, шофер, һатыусы, врач, төҙөүсе, осоусы.
Шағир Мәжит Ғафури, композитор Заһир Исмәғилев, рәссам Әхмәт Лотфуллин тиһәк, уларҙың исем-шәрифтәре нисек яҙыла? Тимәк, был яңғыҙлыҡ исемдәр.
89-сы бит. Айһылыу, Айсыуаҡ, Ҡариҙел, Стәрлетамаҡ, Аҡбай – был исемдәр тураһында ниндәй ҡағиҙә сығарырһығыҙ? Был ҡушма исемдәр.
Йомғаҡлау. Баһалау.Слайд.
1 –се вариант:
Төҫлө һүрәттәр буйынса “Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр” тигән теманы йомғаҡлау. Мәҫәлән:
- Был кем? (ҡурайсы)
- Исеме кем? (Йомабай, Ишмулла)
- Кемдәр бейей? (егет менән ҡыҙ)
- Исемдәре кем? (Азамат менән Айгөл)
- Был нимә? (эт, ат,...). Ни өсөн “нимә?” тигән һорау ҡуйҙыҡ, “кем?” тимәнек?
- Исем ҡушайыҡ. (Һарыбай, Турыҡай, Мыяубикә, Бөҙрәкәй, Аҡбаш)
2-се вариант: Һүрәттәргә ҡарап, уртаҡлыҡ исемдәрҙе һанап китәйек. Ошонда күрһәтелгән һәр кешенең исеме, һәр йорт хайуанының ҡушаматы бар. Уҡыусылар исемдәр уйлап әйтәләр
3-сө вариант: “Кем зирәк?” уйыны. Уртаҡлыҡ исемдәргә бер тапҡыр сәпәкәй итеү.
Самауыр, Башҡортостан, бүре, Күмертау, сәй, Шайморатов, дәфтәр, Ләйсән, Айгиз, һыйыр, сәскә, уҡытыусы, Янғантау.
- Уҡыусылар, бөгөнгө дәрестә нимәләрҙе белдек?
Дөйөм баһа.
10-сы слайд:
IV. Өйгә эш.
1. “Урал – башҡорт иле “ тигән тексты дәфтәргә матур итеп күсереп
яҙырға. Һөйләй белергә
2. Тыуған ил тураһында 2 мәҡәл табырға
3. “Башҡортостан” һүҙенә кроссворд яһарға.
- Матур тәбиғәтле беҙҙең Башҡортостан. Һоҡланып бөтмәҫлек. Таң ҡалырлыҡ. Ошо матурлыҡтың ҡәҙерен белергә, һаҡларға кәрәк, уҡыусылар. Дәресте видеоролик ҡарау менән тамамлайыҡ.
Видеоролик “Тыуған илем – Башҡортостан”