СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Роль родного языка и литературы в нравственном воспитании обучающихся

Категория: Литература

Нажмите, чтобы узнать подробности

доклад на тему "Роль родного языка и литературы в нравственном воспитании обучающихся

Просмотр содержимого документа
«Роль родного языка и литературы в нравственном воспитании обучающихся»


Уҡыусыларҙы әхлаҡи тәрбиәләүҙә туған телдең, әҙәби әҫәрҙәрҙең роле.

… Ерҙә һәр тел-бөйөк хазинаһы халыҡтың

Тыңлап таңы ҡалған тел

Йәнгә рәхәт һалған тел.

Рәми Ғарипов.

Тел мөғжизә. Тел ,ғөмүмән, бер мөғжизә булһа, һәр тел- үҙенә күрә бер асыш, үҙенә башҡа ижад емеше. Тел халыҡ менән яралған, үҙе менән бергә үҫә, бөтә булмышын сағылдыра.

Донъяла һәр кемгә иң ҡәҙерлеһе- үҙ туған теле. Туған теле барҙың рухы бар. Әсә телендә кеше донъяны танып, матурлыҡты аңлай башлай. Уның шул телдә фекерләү культураһы, зауығы формалаша. “ Ерҙә һәр тел- ғүмер буйы йыйған бөйөк хазинаһы халыҡтың”,- ти Мәүлит Ямалетдинов.

Тәбиғәт кешегә күп телдәр өйрәнергә һәм һәләт биргән икән, был бер ҙә тиктәҫкә түгел. Тәбиғәттең оло бүләге “нисә тел өйрәнһәң дә, тик туған телең иҫәбенә булмаһын,” тип аңларға кәрәк.

Туған тел хәрефтәр йыйылмаһы түгел, ә өндәр йыйылмаһы, ул моң. Шуға ла өндәр хәрефтәргә ҡарағанда сағыштырғыһыҙ күп.Ошо моң балаға әсә ҡарынында уҡ һалына. Сабый яҡты донъяға шул холоҡ- фиғеле менән тыуа. Артабан, тәрбиәгә нигеҙләнеп, әҙер орлоҡто, үҙ тамырыңды, үҙ ҡалыбыңды үҫтереп ебәрергә кәрәк.

Әсә һөтө менән бирелгән һәм артабан үҫтереп еберелергә тейеш һәләтте ҡырҡа үҙгәртеп, икенсе юҫыҡҡа бороу, икенсе тел мөхитенә күсереү тәбиғәт ҡанундарынан тайпылыу ул. Туған телдән- моңдан, тимәк, әсә менән бәйләп тоған, күҙгә күренмәгән нурҙан айырыу атай-әсәй өсөн генә түгел, йәмғиәткә лә “ҡиммәткә” төшә. Маҡсатһыҙлыҡ, тәрбиәһеҙлек, ил яҙмышына ҡарата файымһыҙлыҡ, ғөмүмән, битарафлыҡ ошонан башлана ла инде, сөнки туған телдән айырылыу- туған тарихтан, ижадтан айырылыу тигән һүҙ. Ә халыҡтың бөтөн фәлсәфәһе, ҡиммәтле аҡылы, уй- фекере, ғилеме, тәрбиә ҡанундары ижадҡа һалынған ( мәҡәлдәр генә ни тора!)Мәҫәлән:

  1. Йәш саҡта балаларҙы ҡарайбыҙ, ҡартайғас балаларға ҡарайбыҙ.

  2. Бала саҡта олоно, олоғайғас кесене тыңлау тәбиғи.

  3. Иң гүзәл һәм бәхетле кешеләр- ғүмер буйы башҡалар бәхетен хәстәрләүселәр.

  4. Бар яҡшылыҡ, иман- ғаиләнән.




  1. Иғтибарлы булыу- үҙе изгелек.

  2. Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ.

  3. Ата- әсәңә ни ҡылһаң, алдың шул килер.

Эйе, башҡорт халҡы элек- электән изгелекте , әҙәплелекте юғары баһалаған, яҡшылыҡҡа ынтылған. Һәм был ынтылышты мәҡәлдәрҙә сағылдырған.

Дәрестә мәҡәлдәрҙе уҡып, мәғәнәһен аңлатыу, фекер алышыу алымдары киң ҡулланыла. Сөнки тәрбиә эшендә мәҡәлдәрҙең роле ифрат ҙур.

Бер ваҡыт пәйғәмбәрҙән берәү :”Кешеләрҙән һинең тарафтан иң яҡшы мөғөлләмәғә лайыҡлыһы кем?”- тип һорағандар.

“Әсәйең”- ти пәйғәмбәр. “Унан һуң кем? “Әсәйең”- ти пәйғәмбәр.

Һорауын дүртенсе тапҡыр ҡабатлағас ҡына “Унан һуң- атайың”- тип яуаплаған пәйғәмбәр.

Ата- әсәйеңә тел тейҙереүҙән, оло кешеләрҙе хөрмәт итеү, кеселәргә мәрхәмәтле, көсһөҙҙәргә изгелекле булыу, ҡулыңдан килгәнсә ярҙам итеү- иң күркәм сифаттар. Ә кешене рәнйетеү, ата әсәңә, оло быуын кешеләренә изгелекһез булыу, Тыуған илеңә, ерең хыянат итеү, ялҡаулыҡ, һаранлыҡ элек тә , хәҙер ҙә тәрбиәһеҙлек билдәһе. Тап ошо күркәм сифаттар тәрбиәләүгә булышлыҡ итеүсе хикәйә, повестар мәктәп программаһына индерелгән дәреслектәрҙә урын алған. Мәҫәлән: Т. Ғиниәтуллиндың “Әсә һәм бала”,

Н. Мусиндың “Күҙ йәше” хикәйәләре әсәләрҙең ҡәҙерен белергә, хөрмәтләргә өйрәтә, ер йөҙөндәге иң бөйөк кешегә дан йырлана, донъялағы бер генә эш- мәшәҡәт тә, ғәм, хәсрәттәр ҙә, ығы –зығы ла әсә хаҡында онотторорға тейеш түгеллеген раҫлай. “ Һуңғы һулышын алған да ла, әсә балаһына яҡшылыҡ теләр”- тигән бит Дюма ла. Был юҡҡа түгел, сөнки Сафия апай ғүмеренең һуңғы минуттарында лә улы тураһында насар уйламай, улы уға ҡәҙерле, ғәзиз бала булып ҡала.

Шулай уҡ М. Кәримдең “ Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Оҙон- оҙаҡ бала саҡ” повестары ғына үҙҙәре үк тормош дәреслеге булып тора. Кешеләр, туғандар араһындағы мөнәсәбәттәрҙең ихласлылығына. яҡынлығына саҡыра. Был әҫәрҙәрҙе уҡып та үҙеңә ғүмерлек фәһем алырға мөмкин. Мәҫәлән: Искәндәр ҡарт улы Әсҡәтте үгеҙ ҡойроғо




Өсөн ныҡ итеп туҡмағандан һуң Оло инәй, уға шундай нәсихәт бирә:

Ҡара уны, бармаҡ менән дә сиртәһе булма балаға. Уның күңеленә хәҙер асыу сәсһәң, һуңыраҡ нәфрәт урырһың. Иң яман ҡаза- ата менән бала дошманлығы”- ти.

Улының “Өҙөлгән ҡойроҡ төҙәләме?- тигән һорауына.

-Тәҙәлә. Бөтәһе лә төҙәлә. Тик өҙөлгән өмөт менән ҡалған хәтер генә төҙәлмәй”- тип яуап бирә ул.

Ф. Иҫәнғоловтың “ Хәмит күпере” хикәйәһе балаларҙа хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүсе әҫәр булып тора. Йомғаҡлау өлөшөндә …”Ҡайҙа йөрөһәгеҙ ҙә, кешеләргә яҡшылыҡ эшләргә тырышығыҙ. Һеҙҙең турала: “Кем балаһы- шуның балаһы, ҡайҙан килгән- шул яҡтан, шул ауылдан”,- тип ғорурланып әйтерлек булһын” тип тамамлана әҫәр.

Ә. Вахитовтың “ Һүҙ хаҡында баллада” әҫәре уҡыусыларға һәр һүҙен үлсәп һөйләргә ишара. Сөнки уйламай ысҡындырған һүҙ бик ҙур бәләләргә килтерергә мөмкин.

Бындай миҫалдарҙы ,әлбиттә, бик күп килтерергә мөмкин. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һәр әҫәрҙең үҙенә күрә әхлаҡи тәрбиәһе бик ҙур тип, әйтә алам. Әҙәби әҫәрҙәрҙе күп уҡыған баланың фекерләү даирәһе лә киң, теле лә бай була. Шулай уҡ ул геройҙар менән бергә шатланырға, бергә ҡайғырырға өйрәнә. Һәр эпизодын йөрәге аша үткәрә. Тормош юлын үткәндә был әҫәрҙәр уларға ярҙамға килә.

Бынан тыш, икмәк ҡәҙерен белергә, ауыр һуғыш йылдарын күҙ алдына баҫтырыға ярҙам итеүсе әҫәрҙәр ҙә бар: Фәрзәнә Аҡбулатованың “Атай икмәге”, Р. Өмөтбаевтың “Әмир баҫыуы”,

Р. Ханнановтың “Икмәк ҡәҙере”, Б. Рафиҡовтың “Бүреләр” хикәйәләре. Был әҫәрҙәр ауыр һуғыш йылдарында кешеләрҙең бер- береһенә ярҙамы, мөнәсәбәте, балаларҙың үҙ- ара дуҫлығы, ауырлыҡтарға бирешмәй йәшәргә ынтылыуы тураһында.

Тәрбиәле кеше, тәрбиәле быуын, ышаныслы бөгөнгөбөҙ, өмөтлө киләсәгебеҙ ул. Шуның өсөн мәктәптәрҙә төплө белем биреүҙе генә түгел, ә кешелеклелек һыҙаттары тәрбиәләүҙе юғары кимәлгә күтәреү- мәктәптең бурысы һанала. Кеше үҙ халҡының быуындан –быуынға күсә килгән рухи байлығына эйә булғанда, шул нигеҙҙә





тәрбиә алғанда, әхлаҡи сафлыҡҡа ынтылғанда ғына үҙен тәрбиәле, әҙәпле, йәмғиәттең тулы ҡанлы ағзаһы итеп иҫәпләй ала. Фәҡәт сәләмәт рухлы кеше генә йәмғиәтебеҙ, халҡыбыҙ өсөн ниҙер эшләй, уның алға китешенә тос өлөш индерә ала.



































Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы

Ейәнсура районы муниципаль район Иҙелбаҡ урта дөйөм белем биреү

мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы












Уҡыусыларҙы әхлаҡи тәрбиәләүҙә туған телдең, әҙәби әҫәрҙәрҙең роле


(Доклад)







Төрөпҡолова Гөлназ Рафиҡ ҡыҙы













Иҙелбаҡ- 2011