Рус мәктәптәрендә ҡушма һөйләмдәрҙе өйрәнеүҙең ҡайһы бер үҙенсәлектәре
“Ҡушма һөйләм темаһы” башҡорт теленең өс йүнәлеш программаларында ла сағылыш тапҡан. Усманова программаһында ла, Тикеев программаһында ла ҡушма һөйләмдәр туғыҙынсы класта өйрәнелә. Был тема бик ҡатмарлы һәм күләмле, тип әйтергә кәрәк, әммә теманы үҙләштереүгә бүленгән сәғәттәр һаны күп түгел.
Башҡортса һөйләшә белер өсөн тәү сиратта һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә ҡуллана белергә һәм һөйләмдәр төҙөй белергә кәрәк. Уҡыусуларҙы ябай һөйләмдәр менән бер рәттән ҡушма һөйләмдәр ҙә төҙөргә, телмәрҙә ҡуллана белергә өйрәтеү мөһим. Тик һуңынан ғына һөйләм төрҙәрен танырғы өйрәтергә.
Был йүнәлештәштә эште беренсе кластан башлап туғыҙынсы класҡа тиклем өйрәнеү бик отошло. Уҡытыу процесында күсәгилелешлекте, дауамлылыҡты тәьмин итә. Шуны ла әйтеп китергә кәрәк, һөйләмдәге бәйләнеш сараларын да, һөйләм типтарын да бер юлы өйрәнеү тейешле нәтижә бирмәй. Өйрәтеүҙе аналитик бәйләнештән башлау яҡшыраҡ. Был бәйләүсе саралар рус телендә булған бәйләүсе сараларға оҡшаш, шуға ла рус телле балалар уны еңел үҙләштерә.
Бернсе класта уҡ балаларҙы “сөнки” (потому что) теркәүесе менән таныштырырға була. Быны дежур уҡыусының рапортына индерәбеҙ.
Маша ни өсөн юҡ?
Ул ауырый.
Ошонда теркәүес менән таныштырабыҙ.
Дәрестә Маша юҡ, сөнки ул ауырый (ярыштарҙа, олимпиадала, конкурста, бейеү түңәрәгендә).
Һәм артабан яйы сыҡҡан һайын ошо теркәүесте аңлы рәүештә ҡулланыуҙы талап итәбеҙ.
“Сөнки” теркәүесен үҙләштергәс, “шуға күрә” (потому что) теркәүесен индерәбеҙ. Миҫалдар ярҙамында аңлатабыҙ, нығытабыҙ.
Бөгөн һалҡын, шуға күрә мин йылы кейенәм.
Наступает осень, поэтому птицы улетают в теплые края.
“Сөнки” һәм “шуға күрә” теркәүестәрен ҡуллана белә башлағас был теркәүестәрҙең айырмаһын аңлатырға һәм ҡулланыу осраҡтарын нығытыу өсөн төрлө күнегеүҙәр үтәргә мөмкин.
Мәҫәлән:
Ябай һөйләмдәрҙе “сөнки” һәм “шуға күрә” теркәүестәре ярҙамында ҡушығыҙ
Һеңлем ауырый. әсәйем табип саҡара.
Ул шундай шат кеше. Уны бик яраталар.
Ҡоштар йылы яҡҡа оса. Һалҡындар башлана.
Һөйләмдә теркәүестәр дөрөҫ ҡулланылғанмы?
Уның сәйе тәмле түгел, сөнки ул уға шәкәр ҙә һөт тә һалмай.
Беҙ Төркиәгә хат яҙабыҙ, шуға күрә беҙгә һүҙлек кәрәк.
Урамда ямғыр яуа, сөнки мин өйҙә генә утырам.
Марат кинотеатрға бармай, шуға күрә телевизорҙан футбол
күрһәтәләр.
Һәм шулай аралашыу ситуацияһына, темаға ҡарап башҡа теркәүестәр менән уҡыусылар таныша, уларҙы үҙләштерә, телмәрҙәрендә актив ҡуллана башлай.
Дәреслектәр тәҡдим иткән текстарҙа (мәҫәлән, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгәндә 5-се класта –Тултырмаһаң – башыңды өҙөрмөн.(“Зөхрә ҡыҙ”) , рус мәктәптәрендә туған тел булараҡ өйрәнгәндә 4-се класта Дәресен әҙерләп йөрөһә, гел бишкә генә уҡырлыҡ (44-се күнегеү)) шарт ҡылымдар осрай. Миҫалдарға таянып ҡағиҙәне аңлатырға һәм хәтерҙә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр үтәү отошло. Ҡағиҙәне схема рәүешендә формалаштырырға була.
Положительная форма
Основа глагола + -Һа\-һә + личное окончание
Отрицательная форма
Основа глагола +-ма\-мә+-Һа\-һә + личное окончание
Нығытыу өсөн тәржемә эшен тәҡдим итергә була.
Мин һиңә сәғәт биштә керһәм, киноға бараһымы?
Уҡыу йылын яҡшы тамамлаһам, атайым миңә яңы телефон алып бирә.
Если я покажу маме дневник, она меня поругает. Если будет морозный день, я завтра в школу не пойду.
Балалар был теманы яҡшы үҙләштерһә, эйәрсән кире һөйләмле эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙе лә телмәрҙә ҡуллана башлайҙар
Основа глагола + -са\-сә + личное окончание + ла\лә
Ваҡыт әҙ ҡалһа ла, һин бик яй кейенәһең.
Хотя у меня болит нога, я пошел на урок физультуры.
Артабан “когда” теркәүесе менән эшләйбеҙ.
Основа глагола + -ҡас\-кәс\-ғас\-гәс
Основа глагола + -ҡанда\-кәндә\-ғанда\-гәндә
Когда спит – йоҡлағанда когда поспал – йоҡлағас
Когда заходишь – кергәндә когда зайдешь – кергәс
Эйәрсән сәбәп һөйләмдең бәйләнеш сараһын шулай уҡ формула ярҙамында бирергә була.
Положительная форма
Основа глагола + -ғанға\-гәнгә\-ҡанға\-кәнгә (күрә)
Отрицательная форма
Основа глагола + -ма\-мә + -ғанға\-гәнгә\-ҡанға-кәнгә (күрә),
(из-за того что)
Нығытыу өсөн төрлө типтағы күнегеүҙәр ҡулланырға була.
Был күлдәк минең һауа таҙа түгел
атайыма оҡшамай һәм кешеләр ауырымай
Был кешеләр беҙгә мин иртән иртүк
насар кәңәш бирә торам
Ҙур ҡалаларҙа беҙ уларҙы
заводтар күп тыңламайбыҙ
Минең аҡсам әҙ һеңлем уны кеймәй
Һөйләмдәрҙе дауам итергә
Урамда ҡояш ҡыҙҙырғанға күрә …
Һөйләмдең башын уйлап табырға
…, бөгөн тарих дәресе булмай.
Ситуация буйынса диалог төҙөргә
Уҡыусыларҙың бер-нисә йыл тупланған белеменә таянып класта ҡушма һөйләмдәр менән эш итеү еңелләшә. Һөйләм төрҙәрен, бәйләүсе сараларҙы аңлатҡанда ҙур терәк булып тора.