СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Әсәйем - күҙ нурым

Нажмите, чтобы узнать подробности

Сценарий к празднику День матери в подготовительной к школе группе на башкирском языке

Просмотр содержимого документа
«Әсәйем - күҙ нурым»

Әсәйҙәр байрамы “Әсәкәйем – күҙ нурым”

Маҡсат:

  • балаларға әсәйҙәр көнө тураһында мәғлүмәт биреү, легендалар, шиғырҙар, йырҙар, мәҡәлдәр аша әсәйҙәр тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү,

  • балаларҙың телмәрен үҫтереү; шиғырҙарҙы дөрөҫ интонация менән һөйләү, йырҙарҙы матур йырлау, бейеүҙәрҙе бейеү, инсценировкалау һәләттәрен үҫтереү,

  • әсәйҙәргә ихтирам, һөйөү тәрбиәләүҙе дауам итеү,

  • әсәләрҙә балалар менәнберлектә иртәлектә ҡатнашыуға әүҙемлек уятыу.

Йыһыз: слайд, балаларҙың һөйләүе буйынса видеояҙма, уйындарға, сценкаларға атрибуттар

Көй аҫтында балалар залға инәләр.

I алып барыусы:

  • Хәйерле көн, хөрмәтле әсәйҙәр, ҡунаҡтар! Бөгөн беҙ һеҙҙең менән әсәйҙәр байрамына йыйылдыҡ.

Берҙән – берем, күҙ нурым, тип

Һәр саҡ арҡаңдан һөйә.

Сирләгәндә төн йоҡламай,

Зарыңды белә, көйә.

Кем һуң ул һинең өсөн?

Ул – һөйөклө әсәйем.

II алып барыусы:

  • Ә ҡасан барлыҡҡа килгән һуң был байрам? Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында балаларын юғалтҡан әсәйҙәр бик күп күҙ йәштәре түгә. Әсәйҙәрҙең сабырлығы, түҙемлеге, хеҙмәте өсөн “Ҡаһарман әсәй” ордены булдырыла. 90 – сы йылдарҙан алып ноябрҙең һуңғы аҙнаһында бөтә Рәсәйҙә “Әсәйҙәр көнө” билдәләнә.

I алып барыусы:

  • Әсәй ул – һәр кемдең иң ҡәҙерле, иң изге кешеһе. Бәпестең тәүге һүҙе лә “әсәй”. Әсәй беҙгә ғүмер бүләк иткән. Әсәйгә мөхәббәт – тәбиғәттән. Был тойғо мәңгелек.

  • Ә хәҙер һүҙ балаларға:

Әсәй ул – һауа!

Әсәй ул – яҡтылыҡ!

Әсәй ул – бәхет!

Әсәй ул – йылылыҡ!

Әсәй ул – тыныслыҡ!

  • Мин әсәйемде яратам!

Йыр “Мин әсәйемде яратам”

Балалар ултырғыстарға ултыра.

II алып барыусы:

  • Әсәйҙәребеҙҙе йылына ике тапҡыр ҡотларға мөмкинселек бар. Әсәйҙәргә бағышлап бик күп йырҙар, әҫәрҙәр, шиғырҙар яҙылған. Хәҙер әсәйҙәренә арнап балаларыбыҙ һөйөү тулы шиғырҙарын ишеттерер.

Балалар шиғыр һөйләй.

1-се бала: Иртән һөйөп уята,

Эсерә тәмле сәйен.

Баҡсаға ла оҙата

Көләс йөҙлө әсәйем.

Ҡаршы ала йылмайып,

Ашы, сәйе өҫтәлдә.

Өйҙө матурлап ҡуя

Ҙур ҡунаҡты көткәндәй.

2-се бала: Әсәйҙәр берәү генә,

Беләйек ҡәҙерҙәрен.

Һәр эштә ярҙамлашып,

Күрәйек күңелдәрен.

3-сө бала: Бик матур минең ҡурсағым,

Әсәйемә оҡшаған.

Шауламағыҙ, ныҡ баҫмағыҙ.

Ҡурсағым да, әсәйем дә,

Икеһе лә йоҡлаған.

4-се бала: Әсәйем эштән ҡайтыуға

Иҙәнде йыуып ҡуям.

Ҡасан ҡайта инде, тиеп,

Һағынып көтөп алам.

5-се бала: Мин бәхетле, бик бәхетле,

Әсәйем янда һәр саҡ.

Һин булғанға ғына, әсәй,

Көндәрем яҡты һәр саҡ.

I алып барыусы:

  • Беҙҙе тормош ауырлыҡтарынан һаҡлап, яманлыҡтарҙан яҡлап, насар сирҙәрҙән ҡурсалап тороусы изгеләрҙән изге зат – әсәйҙәр.

Әсәйҙәр тураһында притча. Көй яңғырай.

Бәпес тыуыр алдынан аллаға һорау бирә:

  • Иртәгә Һеҙ мине Ергә ебәрәһегеҙ, унда мин кем менән йәшәйәсәкмен?

  • Мин һиңә фәрештә бүләк итәм, ул һәр ваҡыт һинең яныңда булыр.

  • Мин һауала көләм, йырлайым. Миңә бында оҡшай.

  • Ерҙә лә һиңә рәхәт буласаҡ. Фәрештәң һинең менән бергә йырлар, көлөр, ул һиңә үҙ мөхәббәтен бүләк итер.

  • Ә мин уның телен нисек аңлармын һәм мине кем ҡурҡыныстарҙан ҡурсалар?

  • Һинең фәрештәң ҡурҡыныстарҙан ҡотҡарыр.

  • Ә уның исеме кем булыр?

  • Исеме уның мөһим түгел. Һин уны ӘСӘЙ тип йөрөтөрһөң.

I алып барыусы: (Ҡыҙҙар бейеүгә әҙерләнергә сыға)

  • Әсәләр тураһында күпме генә һөйләнһә лә, уларҙың күңел йылылығын, гүзәллеген, яғымлылығын әйтеп бөтөрөрлөк түгел.

II алып барыусы:

Әсәйем, күҙ нурым, Әсәйем, алтыным,

Йылмая йөҙҙәрең. Һин бит иң яҡыным.

Йылытып йөрәкте Үҙеңә гел тарта

Нур һибә күҙҙәрең. Күңелең ялҡыны.

I алып барыусы:

  • Ә хәҙер ҡыҙҙар башҡарыуында бейеү.

Ҡыҙҙар бейеүе.

I алып барыусы:

  • Әсәйҙәр һәр ваҡыт ниндәйҙер эш башҡаралар: тәмле ашын да бешерәләр, балаларын да ҡарайҙар, эшкә лә йөрөйҙәр.

  • Балалар, һеҙ әсәйҙәрегеҙгә нисек ярҙам итәһегеҙ?

(Балаларҙың яуаптары).

  • Азалияның әсәһенә нисек ярҙам итеүен йырын тыңлап белербеҙ.

Йыр “Әсәйгә ярҙам итәм”

II алып барыусы:

  • Ә малайҙарыбыҙ әсәйҙәренә нисек ярҙам итәләр икән? Әйҙәгеҙ, малайҙарыбыҙҙан әсәйҙәренә иртәнге аш әҙерләтәйек. Сөнки әсәйҙәр һәр ваҡыт иртәнсәк эшкә ҡабалана. Был уйынға … сығығыҙ. Тағы ла беҙҙең әсәйҙәребеҙ кәрәк була.


Уйын “Әсәйҙәргә аш әҙерләү” (әсәйҙәр менән бергә)

  • Ҙур рәхмәт. Бик тәмле булғандыр. (Әсәйҙәр рәхмәт әйтһен).

  • Хәҙер балаларҙы полька бейеүенә саҡырабыҙ.


Бейеү “Полька”

I алып барыусы:

  • Балалар әсәйҙәргә арнап йыр ҙа йырланылар, шиғырҙар ҙа һөйләнеләр, иртәнге аш та әҙерләнеләр, бейенеләр ҙә, ә әсәйҙәребеҙ балаларға яуап итеп бишек йыры әҙерләгәндәр. Рәхим итегеҙ!


Бишек йыры” (әсәй башҡара)

II алып барыусы:

  • Әсәйҙәр тураһында бик күп мәҡәлдәр һәм әйтемдәр бар. Балалар, әсәйҙәр тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ? Әйҙәгеҙ, әсәйҙәр ҙә ярҙам итһен.

Ҡояш – яҡтылыҡ, әсәй – бәхетлек.

Әсәйгә бөтә балалар ҙа бер.

Әсә йөрәге ҡояштан да нығыраҡ йылыта.

Ҡош яҙға ҡыуана, бәпес – әсәйгә.

Һәр әсәгә үҙ балаһы яҡын.

Әсәйҙән дә яҡын иптәш юҡ.

  • Рәхмәт, балалар! Бик күп мәҡәлдәр беләһегеҙ.

(Балалар сценкаға сыға)

Көй яңғырай. “Сәскәләр бейеүе”


Сценка “Терпекәй”

Йәшәгән, ти, урманда терпе. Бер көн терпе әсәһенә сәскә бүләк итергә уйлаған.

Терпе: - Һаумыһығыҙ, сәскәләр, фр – фр!

Сәскәләр: - Хәйерле көн, көн!

Терпе: - Сәскәләр, зинһар өсөн, әйҙәгеҙ минең әсәйемде ҡотлайыҡ.

Сәскәләр: - Беҙ риза, ә ҡайҙа барырға?

Шул ваҡыт урман эсенән Төлкө килеп сыға.

Төлкө: - Ниндәй тәмле, ням – ням.

Хәҙер мин һине ашайым, ам – ам.

Терпе: - Ай, мин ҡурҡам, фр – фр, ярҙам итегеҙ!

Терпе сәскәләр араһына йәшенә, төлкө сәскәләр тирәләй әйләнә лә китә. Урман эсенән Терпекәйен эҙләп Әсәй терпе сыға.

Әсәй төлкө: - Ниндәй матур сәскәләр, ә ҡайҙа һуң минең терпекәйем?

Терпе сыға.

Терпе: - Әсәй, мин сәскәләр араһында, фр – фр.

Әсәй, һине байрам менән ҡотлайым

I алып барыусы:

  • Терпекәй әсәһенә сәскә бүләк итте, ә беҙҙең Ғәзинур әсәһенә шиғыр арнаған. Әйҙәгеҙ, тыңлайыҡ.

Шиғыр: Әсәйемдең ҡулы алтын,

Тәмле аштар бешерә.

Энә алһа ҡулдарына

Матур кейемдәр тегә.


II алып барыусы:

  • Ысынлап та, әсәйҙәр нимәгә тотонһалар ҙа, бөтә эштәре лә ҡулдарынан килә. Әйҙәгеҙ, әсәйҙәребеҙгә ял биреп уларҙы байрамса биҙәндерәйек.

Уйын “Әсәйҙе биҙәндер”

5 бала әсәйҙәрен биҙәндерә.

  • Әсәйҙәребеҙ тағы ла матурыраҡ булып китте. Әйҙәгеҙ әле, ысын йондоҙҙар һымаҡ әсәйҙәребеҙ көй аҫтында үтһендәр.

Зал буйлап әсәйҙәрҙең дэфилеһы

I алып барыусы:

  • Бөгөн балалар йырланылар ҙа, бейенеләр ҙә, әсәйҙәргә шиғырҙар, мәҡәл – әйтемдәр ҙә бағышланылар. Ә киләһе сәләмде экран аша ҡарағыҙ!

Экран. (Балаларҙың әсәйҙәре тураһында һөйләүе)

Балалар әсәйҙәренә теләктәрен еткерәләр.

Ә хәҙер ҡәҙерле әсәйҙәр, хөрмәтле ҡунаҡтар, һеҙҙең өсөн музыкаль бүләк. Төркөмөбөҙ тәрбиәләнеүсеһенең атаһы һәм әсәһе башҡарыуында йыр.

  • Рәхмәт. Балалар, йырға тороғоҙ.

Йыр “Һәр ваҡыт булһын ҡояш” (Балалар һәм әсәйҙәр бергә башҡара)

II алып барыусы: - Ҡәҙерле әсәйҙәр, ҡунаҡтар! Һеҙҙе тағы ла байрам менән ҡотлайбыҙ! Ғаиләләрегеҙгә именлек, күңелдәрегеҙгә тыныслыҡ теләйбеҙ!