“ Салауаттың утлы рухы йәш йөрәктәргә күсһен! “ байрамы.
1-се алып барыусы.(талғын көй ағыла)
Башҡортостан – тыуған ерем,
Һиндә тыуҙым, һиндә үҫәмен.
Һинән яҡын, һинән гүзәлерәк
Юҡтыр бер ил – шуны беләмен.
Киң һәм йомарт ҡосағыңда
Һәр саҡ тыныс минең күңелем,
Татыулыҡ һәм дуҫлыҡ ереһең һин –
Алмаштырмам алтын –көмөшкә.
-Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле уҡыусылар, уҡытыусылар һәм килгән ҡунаҡтар!
2-се алып барыусы.
-Һеҙҙе Туймазы районының иң матур ерендә - Собханғол ауылында күреүебеҙгә бик шатбыҙ!
1-се алып барыусы.
-Районыбыҙҙа һәр йыл үткәрелгән “ Салауаттың утлы рухы йәш йөрәктәргә күсһен! “ байрамы быйыл да беҙҙе бергә йыйҙы.
2-се алып барыусы.
-Тыуып үҫкән төйәгебеҙ – Башҡортостан. Уның тәбиғәте бай һәм күп төрлө. Республикабыҙҙа бейек тауҙар,ҡалын урмандар, ҡылғанлы осһоҙ-ҡырыйһыҙ далалар ҙа бар. Ә күл һәм йылғаларҙың иҫәбе-хисабы юҡ.
1-се алып барыусы.
-Һораһалар ситтә, һин ҡайҙан, тип,
Ғорур ғына ҡарап торам да,
Ирәйеп тә, берсә кинәнеп тә,
Башҡортостандан, тим, Уралдан!
Күккә ашҡан уның күк тауҙары,
Былбыл ҡунған сирен, талына.
Алтын-көмөшкә бай, бай нефткә,
Еләк-емеше, ҡымыҙ, балына…
Ағасында бөрө- сер төйөнө,
Нур йәшергән, ҡеүәт-яҙына.
Тауҙар ҡуйынынан ярһып сапҡан
Ағиҙеле һылыу шул ҡәҙәр!
- Башҡортостан-илгенәм, башҡара Серафим 1-се мәктәп уҡыусыһы Февара Фәйзуллина. – Объявлять не надо, выведите на экран
2-се алып барыусы.
-Башҡортостан – йылға-күлдәр иле. Республикабыҙ тормошонда, үҫешендә уларҙың әһәмиәте бөткөһөҙ: кешеләр, завод-фабрикалар һыу менән тәьмин ителә. Йылғаларҙа һыуһаҡлағыстар төҙөлгән. Һыу буйҙары йәй көндәрендә бик күп туристар, сәйәхәтселәр өсөн ял итеү урынына әйләнә.
1-се алып барыусы.
-Ырыҫлы, гүзәл Башҡортостан – ғәйәт үҙенсәлекле тәбиғәт мөғжизәләре менән генә түгел, ә үҙенең батырҙары менә дә дан тота. Шуның менән күп сәйәхәтселәрҙе, ғалимдарҙы, фольклорсыларҙы, белгестәрҙе үҙенә тарта.
Туймазы ҡалаһының 6-сы мәктәп уҡыусылары Комарова Анна һәм Ғәлиева Аделина башҡарыуында башҡорт бейеүе.
2-се алып барыусы.
-Аҡ ҡуянҡайҙың балаһы
Ҡолаҡ осҡайында ҡараһы.
Булғадир булған шул Салауат-
Данлы ғына Юлай балаһы.
Салауат менгән кир аттың
Күкрәк түшкәйҙәре киң икән.
Яуҙарҙа әйҙәп сапҡан осҡор-
Салауат та тигән ир икән.
1-се алып барыусы.
-Салауат Юлаев батыр ғына түгел, ә талантлы шағир ҙа була. Ҡыйыу, тәбиғәтте хыялый бер мөхәббәт менән һөйөп үҫә. Үҙ алдына йырҙар сығара, йырлай.
2-се алып барыусы.
-Ҡарттар быуындан-быуынға Салауат тураһында үҙҙәренең балаларына һөйләйҙәр. Балалар һәм үҫмерҙәр Салауат кеүек батыр булырға хыялланалар.
1-се алып барыусы.
Салауат тураһында үлде тип әйтмәйҙәр. Халҡы өсөн бер ни эшләмәгәндәр генә үлә. Ә Салауат халҡы өсөн, азатлыҡ өсөн көрәшкән, халҡым, илем, ерем– тип йәшәгән, шулай булғас, ул – мәңге тере.
2-се алып барыусы.
Һәр бер башҡорт йөрәгендә Салауат йәшәй. Салауаттай батыр булыу – һәр ир-егет хыялы. Ул үҙенең ерен нисек яратһа, беҙ ҙә үҙебеҙҙең тыуған еребеҙҙе шулай яратабыҙ.
Салауат маршы. Ҡурайҙа Туймазы ҡалаһының 4-се мәктәбе уҡыусыһы Ҡаһарманова Рената.
1-се алып барыусы.
Тыуған ил, тыуған ер һәр кемгә яҡын. Тыуған яғыбыҙ – Туймазы ере.
2-се алып барыусы.
Бер мең туғыҙ йөҙ ун икенсе йыл… Златоуст-Самара тимер юлынан Туймазы станцияһы аша эшселәр тейәлгән беренсе паровоз үтә.
Тимер юлы ҡаланың үҫешенә ҙур йоғонто яһай, шуның өсөн паровоз ҡаланың символы булып ҡала.
1-се алып барыусы.
Ике мең унынсы йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу буйынса, ҡалала алтмыш алты мең һигеҙ йөҙ кеше йәшәй, республикабыҙҙың егерме бер ҡалаһы араһында Туймазы етенсе урында тора . Бында алтмышҡа яҡын милләт иҫәпләнә. Егермегә яҡын ойошма эшләй. Ике мең етенсе йылда Иң төҙөк ҡала республика конкурсында Туймазы ҡалаһы өсөнсө урын ала.
Башҡорт халыҡ бейеүе. Башҡара Әсғәт Мирзаһитов исемендәге Кандра 2-се мәктәп уҡыусыһы Хәбибуллин Марсель.
2-се алып барыусы.
Беҙҙең районда илле алты милләт кешеһе бик дуҫ йәшәй: башҡорттар, рустар, татарҙар, сыуаштар, марийҙар, украиндар, немецтар, мордвалар һәм башҡалар. Улар төрлө халыҡ хужалығының мөһим тармаҡтарында эшләйҙәр. Район нефткә бай. Шуның өсөн яҡташтарыбыҙҙың күбеһе нефть тармағында эшләй.
1-се алып барыусы.
Туймазы нефтен разведкалау эшен Ҡандра быраулау идаралығы башҡара. Нефть һәм газды сығарыу эштәрен «Октябрьскнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы алып бара. Нефть ташыу эшен Собханғол эшселәре, белгестәре үтәй. Ҡалала машиналар эшләү заводы, еңел һәм аҙыҡ сәнәғәте предприятиялары бар.
2-се алып барыусы.
Туймазы районы Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында урынлашҡан. Бик бейек тауҙары юҡ. Ләкин иҫ киткес мәмерйәләре менән һоҡландыра.
-Ә хәҙер районыбыҙҙа ниндәй мәмерйәләр булыуын, Япрыҡ мәктәбе уҡыусыларының сығышынан белербеҙ.
Туймазы ҡалаһының 2-се мәктәп уҡыусыһы Фаррахова Ильмира башҡарыуында Йәшлек бейеүе.
1-се алып барыусы.
Башҡортостандағы бик күп шарлауыҡтарҙы беләбеҙ. Шундай шарлауыҡтар беҙҙең Туймазы ерендә лә бар. Ниндәй икән улар?Был хаҡта Нижнетроицкий мәктәбе уҡыусылары һөйләп китер.
2-се алып барыусы.
Республикала ҙурлығы буйынса икенсе урында торған Ҡандракүл тураһында беҙгә Ҡандракүл мәктәбе уҡыусылары һөйләр.
Ҡурай моңдары. Башҡара Ҡандра 1-се мәктәп уҡыусыһы Әхмәтйәнов Рамазан.
1-се алып барыусы.
Урмандар танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Шундай иҫ киткес матурлыҡ. Урмандарыбыҙ тураһында Туймазы ҡалаһының 2-се мәктәбе уҡыусылары ни әйтер?
2-се алып барыусы.
Башҡортостанды тауҙар иле тип әйтергә мөмкин. Туймазы ерендә бейек булмаһа ла, тауҙар бар. Улар менән халыҡ һоҡланып, ғорурланып йәшәй. Был хаҡта Туймазы ҡалаһының 4-се мәктәп уҡыусылары һөйләп китер.
Туймазы ҡалаһының 8-се мәктәп уҡыусылары Фарахова Гүзәл һәм Назарова Валерия башҡарыуында йыр Ҡарлуғастар төйәге .
1-се алып барыусы.
Туймазы районының йылғалары тураһында Кәкребаш мәктәбе уҡыусылары сығышынан белербеҙ.
2-се алып барыусы.
Ә районыбыҙҙың шишмәләре тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Уларҙың һыуы ниндәй? Бик ҡыҙыҡ! Был турала Төмәнәк мәктәбе уҡыусылары һөйләр.
1-се алып барыусы.
Үрге Бишенделә ниндәй шишмәләр аға икән? Тыңлап үтәйек.
Кәкребаш мәктәбе уҡыусылары башҡарыуында бейеү.
2-се алып барыусы.
Ҡарамалы-Ғөбәй ниндәй шишмәләр менән дан тота? Һүҙ уларға бирелә.
Тыуған ер. Һөйләй Туймазы ҡалаһының 6-сы мәктәп уҡыусыһы Фаруҡшина Эльвина.
1-се алып барыусы.
Ике мең ун өсөнсө йыл – Башҡортостан президенты тарафынан Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителде. Ҡала,ауылдарҙың тирә-яғын сүп-сарҙан таҙартыу, ағастар ултыртыу һәм башҡа эштәр башҡарыла. Бындай эштәрҙә һәр мәктәп үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Ә бына
Туймазы ҡалаһының 7-се мәктәп уҡыусылары был йүнәлештә нимәләр башҡарҙы икән?
2-се алып барыусы.
-Серафим 1-се мәктәп уҡыусыларының эшләнгән эштәре менән дә танышып китәйек.
Собханғол мәктәбе уҡыусыһы Хәсәнова Ләйсән башҡарыуында йыр. Күк сирин.
1-се алып барыусы.
Беҙ – Салауат тоҡомонан. Тыуған илебеҙ, ҡалабыҙ, районыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Туған телебеҙҙе яратабыҙ. Үткәрелгән сараларҙа ҡатнашырға тырышабыҙ. Йыл буйына эшләнгән эштәребеҙгә йомғаҡ яһап китергә лә ваҡыт етте. Һүҙҙе район методик берекмәһенең етәксеһе Сайфутдинова Фатыма Фазылйән ҡыҙына бирәбеҙ.
Награждение
2-се алып барыусы.
Байрамыбыҙ аҙағында һүҙ ҡунаҡтарға бирелә: Салауат Юлаев, Урал батыр һәм “Туған телде иң яҡшы белеүсе” исемен алған уҡыусы.
Минең тыуған ҡырҙарым,
Балдай татлы һыуҙарым,
Яландарым, урманым,
Күккә ашҡан Уралым,-
Минең изге төйәгем,
Һеҙҙе һөйә йөрәгем.
Күгәреп күккә үрелгән
Ҡарлы башын Уралдың,
Күҙҙең яуын алырҙай
Матурлығын ҡырҙарҙың
Мәңге маҡтар инем мин,
Мәңге данлар инем мин.
Тау-урмандар йәшәрһен,
Мәңге үлмәҫ төҫ алһын,
Ҡошо һайрап маҡтаһын,
Халҡы йырлап хуплаһын,
Ерҙән ҡасҡан дошмандар
Бары күреп һоҡланһын,
Ир һөйәргә ил булып,
Ер һөйәргә бағ булып,
Дошман күҙен ҡыҙҙырып
Балҡып торор ер булһын!
Һаҡлайыҡ тыуған еребеҙҙе!
1-се алып барыусы.
- Тыуған еребеҙҙе ҡәҙерләйек, һаҡлайыҡ. Киләсәк быуынға әкиәттәй матур илебеҙҙе мираҫ итеп ҡалдырайыҡ. Был һәр кемдең ҡулынан килә, тик теләк кенә булһын.
2-се алып барыусы.
Байрам аҙағына ла яҡынлашты. Киләсәктә барығыҙға ла тағы ла бейегерәк үрҙәргә үрләүегеҙҙе теләйбеҙ. Киләһе осрашҡанға тиклем һау булығыҙ!
Иҫке Туймазы мәктәбе уҡыусылары башҡарыуында бейеү
6