Просмотр содержимого документа
«Әсэйҙәр байрамы унайынан»
Әсәйҙәрҙең бөйөклөгенә дан йырын борон-борондан йырлағандар. Мәҫәлән, Боронғо Грецияла Әсәләрҙең әсәһе Гея аллаһына арналған байрам булған. Һуңғараҡ инде һәр илдең әсәләрҙе данлау өсөн үҙ көндәре булған. Великобританияла XVII быуатта уҡ “Изге Әсә көнөн”билдәләгәндәр.Америка Штаттарыда, Индияла, Норвегияла, Австралияла һәм башҡа илдәрҙә был көндөң үткәрелеүенә хәҙер 100 йылдан ашып киткән.
Ә Рәсәйҙә был байрам күптәнән түгел билдәләнә башланы: 1998 йылдың 30 ғинуары Президент Указы менән ноябрь айының һуңғы йәкшәмбеһе хәҙер Әсәләр көнө тип иғлан ителгән. Хөрмәтле әсәйҙәребеҙ!Һеҙ-тыйнаҡ та,һөйкөмлө лә, һеҙ-эшсән дә,түҙемле лә, һеҙ-иманлы ла, дарманлы ла. Һеҙ өйҙәребеҙҙең йәме,аштарыбыҙҙың тәме.Дөнъя йөгөн һеҙ күтәргәнһегеҙ , ғаилә усағын һүндермәйсә, һүрелдермәйсә, һеҙ дөрләтеп тораһығыҙ.
Шулай итеп Ҡарағол ауылы гөрләп торҙо.Мөрсәлим ауылынан “Барыня сударыня” ансамбле һәүәҫкәрҙәре, шулай уҡ мөнәжәттәр менән Аҡ инәйҙэр сығышы,Мәғәфурова Флүзә матур тауышы,Саитгалина Вилена,Хажиева Ильзира,Сәғитова Фәрзәнә бейеүҙәре менэн тан ҡалдырҙы
Вязовая ҡасабаһынан танылған Альбина Сәйғәфарова концерттын .ауыл халҡы бик оҡшатты,яҡшы ҡаршыланы.
Мөрсәлим ауыл хэкимиәте Садыков Альберт Ямалетдин улы байрам менэн ҡотлап, рәхмәт һүҙҙәреәйтеп грамота,сэскә гөлләмәһе тапшырҙы.
Мәҙәниәт мөдире Сәғитова Фәрзәнә тәмле аштары,самауыр сәйҙәре менән ҡунаҡтарҙы һыйланы һәм рәхмәт һүҙҙәре әйтте.