СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Синтаксис һәм пунктуация

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Синтаксис һәм пунктуация»

Синтаксис һәм пунктуация

1.Ярашлыһын һайлап , дөрөҫ яуабын тап:

1) төп һәм уға эйәреүсе һүҙҙәр;

2) кәмендә ике һүҙҙән тора;

3) бер генә һүҙҙән тора;

4 )мәғәнә бәйләнеше эйәртеүсе һүҙҙән сығып бирелгән һорау менән белдерелә;

5) интонация яҡтан ойошҡан һүҙ һәм һүҙбәйләнештәр теҙмәһе;

6) Һөйләм төҙөү өсөн материал;

а) һүҙбәйләнеш; б)һүҙ; в)һөйләм?

2. Яуаптарҙы дөрөҫ урынлаштыр:

1. һорауҙар бирәбеҙ;

2.тойғоларҙы белдерәбеҙ;

3.үтенестәр әйтәбеҙ;

4.уйыбыҙҙы белдерәбеҙ;

5.аңлатабыҙ, кәңәштәр бирәбеҙ;

6.бойорабыҙ, мөрәжәғәт итәбеҙ, һоҡланабыҙ;

7. хәбәр итәбеҙ;

а) һүҙ; б) һөйләм; в) хәбәр һөйләм; г) һорау һөйләм; д)өндәү һөйләм?


3.Түбәндәге һорауҙарҙың урынын тап:

1.Кемде?Нимәне?Кемгә?Нимәгә?Кемдән?Нимәнән?Кемдә?Нимәлә?Кем менән? Нимә менән?

2.Нисек? Ҡасан? Ҡайҙа? Ҡайҙан? Нилектән? Ни өсөн?

3.Ниндәй? Ҡайһы? Ҡайҙағы? Нисә? Нисәнсе? Күпме? Кемдән? Нимә менән?

а) аныҡлаусы; б) тултырыусы; в) хәл?

4. Яуабын дөрөҫлә:

1. бер генә һорауға яуап биргән һүҙҙәр;

2. һөйләмдең бер үк киҫәгенә буйһона;

3. үҙ-ара бер-береһенә буйһонмай;

4.үҙаллы булалар;

5. һанау интонацияһы менән әйтеләләр;

а) баш киҫәктәр; б)эйәрсән киҫәктәр;

в) тиң киҫәктәр?

5.Түбәндәге теркәүестәр алдынан ҡайһы тыныш билдәһе ҡуйыла: ә, ләкин, шулай уҡ:

а) нөктә; б) өтөр; в) һыҙыҡ?

9.Яуаптарын тап:

1) һөйләм; 2) абзац; 3) текст?

а) йөкмәткеһе яғынан тамамланған бер бөтөнлөк;

б) үҙ аллы һөйләмдәр үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә тора;

в) дөйөм бер уртаҡ теманы аса;

г) һәр һөйләм үҙенә башҡа бер мәғәнәне сағылдыра;

д) бөтә һөйләмдәр ҙә бер уртаҡ темаға ҡарай;

е) һөйләмдәр бер-береһенә эҙмә-эҙлекле бәйләнеп килә;

ж) үҙ-ара тығыҙ бәйләнеп килгән киҫәктәрҙән тормай;

з) тамамланған тулы фекерле бер абзац?

6.Ҡайһы яуапты дөрөҫ тип табаһың:

1.телмәрҙе кемгә, нимәгә төбәлгәнлеген белдерә;

2.һөйләмдең башҡа киҫәктәренән һәр саҡ өтөр менән айырыла;

3.һөйләмдең башында килеп, көслө тойғо менән әйтелә;

а) һөйләм; б) текст; в) өндәш һүҙ?

7.Дөрөҫ яуапты тап:

1.ике һәм унан күберәк ябай һөйләмдәрҙән тора;

2.ябай һөйләмдәр бер-береһенә интонация, ярҙамсы һүҙҙәр менән бәйләнеп килә;

а) текст; б) ҡушма һөйләм; в) ябай һөйләм?

8.Түбәндәге билдәләр ниндәй һөйләмде белдерә:

1.кешенең һүҙҙәрен үҙе һөйләгәнсә бирә;

2. кешенең һүҙҙәрен үҙгәртеп әйтеү;

3. ике йәки бер нисә кешенең ҡара-ҡаршы һөйләшеүе;

4. ҡыҙыл юлдан һыҙыҡ ҡуйып ,баш хәреф менән яҙыла;

5. тырнаҡтар эсенә алына, ҙур хәреф менән башлап яҙыла;

а) ябай һөйләм; в) диалог;

б) тура телмәр; г) автор һүҙе?