СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Сценарий "День памяти воинов-интернационалистов"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Сценарий для школьного мероприятия на башкирском языке.

Просмотр содержимого документа
«Сценарий "День памяти воинов-интернационалистов"»

Афған ере – йөрәк яраһы

Илиза:

Хәйерле көн, һаумыһығыҙ, хөрмәтле байрамыбыҙ ҡунаҡтары, уҡытыусылар һәм уҡыусылар! Беҙ бөгөн «Афған ере – йөрәк яраһы» тип исемләнгән осрашыуға йыйылдыҡ.


Данияр:

Был осрашыуыбыҙ алыҫ Афған ерендә ғүмерҙәре өҙөлөп, мәңге йәш булып ҡалған һалдаттар, ул дәһшәтле көндәрҙең шаһиты булып йәшәүсе иҫәндәр хаҡында, кем өсөн, ни өсөн ҡан ҡойоуҙары ла аңлашылмаған Афған һуғышында һәләк булыусылар тураһында.


Искандар:

Афған! Был һүҙҙәрҙе әйтеү менән күҙ алдына тау-ташлы рәхимһеҙ ҡояшлы афған ере килеп баҫа. 


Илиза:

1979 йылдың 25 декабре көндө көндөҙгө сәғәт 3-тә совет ғәскәрҙәре Афған ере сиген үтеп инәләр.


Искандар:

Афған ере! Был һүҙҙәрҙе әйтеү менән хәтерҙә 15 меңдән артыҡ тигән һүҙҙәр килеп баҫа. 


Илиза:

Был һуғыш беҙҙең илгә 15 меңгә яҡын ҡурғаш табут, 36 мең яралы, 312 хәбәрһеҙ юғалған һалдат рәүешендә әйләнеп ҡайта. Был һуғыш беҙҙең ил өсөн 60 млрд һумлыҡ аҡланмаған һәм кәрәкһеҙ сығым булып әүерелә.

Искандар:

Бөгөн Башҡортостан ерендә 335 әсәй үҙ балаларын бүтән бер ҡасан да күрә алмаясаҡтарына ышанмайынса зар илайҙар. Ни өсөн? 

Данияр:

Бер кемгә лә хәбәр ителмәгән һуғыш 9 йыл 1 ай һәм 19 көн дауам итә . 

Күп йылдар үтте, әммә ул ерҙәрҙә булған ваҡиғалар бөгөнгәсә күптәрҙең йөрәгендә ауыр яра булып һаҡлана. 


Искандар:

Беҙҙең бөгөнгө осрашыуҙа ана шундай батыр йөрәкле, ҡурҡыуһыҙ, донъяға матур тормош, азатлыҡ килтереүселәр ултыра. Килгән ҡунаҡтар менән танышып үтәйек. Улар – Татлыбаев Мәжит Әхәт улы,

Уразаков Заһир Абдулла улы,

Аҙнағолов Рәшит Шәкир улы, 

Ғәйнизаров Айҙар Зәбир улы,

Исмәғилов Мөнир Әһлиулла улы,

Солтанғужин Ғәлим Ишбулды улы.


Илиза:

Хөрмәтле яугир-интернационалистар! Һеҙҙе–совет һуғышсыларының Афған еренән сығарылған көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Берәүҙең дә һеҙҙең алға ҡуйылған бурыстың намыҫ менән үтәлеүен оноторға һәм уны ҡаралтырға хаҡы юҡ. Ул ваҡытта алған тән һәм йән яраларығыҙ шул мәхшәрле көндәрҙең үткәненә бер иҫтәлек кенә булһын. Улар ҡабаттан яңырмаһын, һуғыш афаты күрмәйенсә, имен донъяларҙа тыныс күңел менән йәшәргә яҙһын ине.


Данияр:

Әйҙәгеҙ, яуҙа ҡалғандар хөрмәтенә, әйләнеп ҡайтҡан ағай-олатайҙар иғтибарына бер минут тынлыҡ иғлан итәбеҙ.(бер минут тынлыҡ) Рәхмәт.


Искандар:

Һуғыш бөтөп, нисә йылдар үткән,

Әле һаман һыҙлай яралар.

Һөйгәндәрен көтә тоғро ҡыҙҙар,

Ә улдарын көтә әсәләр.

Әсе Афған еҫе яҙмыштарҙы

Телеп үтте, ҡалды яралар.

Төштәремә инә ҡәһәр һуғыш,

Төштәремә инә Кандагар.


Алмир:

Уходили парни

Из Афгана

Через перевалы

И саланг...

Уходили парни

Утром ранним,

А в мечети

Голосил мулла.

И была молитва,

Как спасение,

Что парней

Убережет Аллах...

Не забыть февраль и воскресение,

Радость и улыбки

На устах.

Данияр:

Ун йыл буйы күпме ҡан ҡойолдо,
Йәш егеттәр шунда киттеләр.
Сәскә атҡан йәшлек ғүмерҙәре,
Афған һуғышында үттеләр.
Һуғыш, атыш, күпме юғалтыу,
Ғәрип ҡалды беҙҙең егеттәр.
Аяҡ - ҡулһыҙ ҡалды йәшлектә,
Бөтөнләйгә өҙөлдө өмөттәр.

Азалия:

Дошман сыға тауҙар араһынан,
Баш киҫерҙәй өҫкә ырғыла.
Берәм- берәм беҙҙең егеттәр,
Тауҙар араһында ҡырыла.
Йәп - йәш егет ҡалды утлы юлда,
Аяҡ - ҡулы уның ныҡ беште.
Ә алыҫта ғәзиз әсәйҙәре,
Ҡан - йәш түгеп, тамам интекте..

Азат:

Көн уйланы әсә, төн уйланы,
Күҙен алмай алыҫ юлдарҙан.
Ҡәхәр төшкән һуғыш яраланы,
Юҡ баланан хәбәр, хәбәр Афғандан.
Көттө әсә: аҙна, айҙар көттө,
Ғәскәр сыҡты Афған еренән.
Ҡайтты улы, ҡайтты ғәзизе,
Тик ниңәлер бик ныҡ үҙгәргән...

Нурия:

Һин иҫән бит, иҫән балаҡай,
Күрендең һин әсәң күҙенә.
Теш-тырнағың менән ҡаршы торҙоң,
Бирешмәнең әсе үлемгә...
Орден, миҙал һеҙҙең күкрәктәрҙә,
Исемегеҙ мәрмәр таҡтала,
Һәйкәлдәрҙә гөлдәр һеҙҙең өсөн,
Рәхмәтеңдән Аллам ташлама!!!


Данияр:

Ҡот осҡос хәлдәрҙе үҙ күҙе менән күргән, уның эсендә ҡайнаған, тыныслыҡ өсөн көрәшкән ағайҙарыбыҙға һүҙ бирәйек. Рәхим итегеҙ, Мәжит Әхәт улы.


Искандар:

Тыныслыҡ! Донъяла унан да изгерәк нимә бар икән? Алдағы көндәрҙә илдәр тыныс булыуын теләйек. Тыуған яҡтарҙан ситкә китергә тура килһә лә, иҫән-һау үҙ яғыбыҙға ҡайтырға яҙһын!


Илиза:

Хөрмәтле дуҫтар! Сарабыҙҙың тәүге өлөшө аҙағына ла яҡынлашты. Изге еребеҙҙе дошмандарҙан һаҡлап, уның именлеге өсөн ғүмерен дә ҡыҙғанмаған, Афған ерендә һәләк булған, армия сафтарында хеҙмәт иткәндә йәш ғүмерҙәре ваҡытһыҙ өҙөлгән Башҡортостан улдарының яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ! Уларҙың исеме, яҡты маяҡ булып, быуындарҙан-быуындарға күсһен!