А.б. Һаумыһығыҙ ,хәйерле көн хөрмәтле уҡытыусылар,уҡыусылар,мәғариф ветерандары,ата-әсәләр һәм дә килгән ҡунаҡтар!Һеҙҙең барығыҙҙы ла Белем байрамы-беренсе ҡыңғырау байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.Һеҙгә яңы уҡыу йылы яңы уңыштар,ижади үрҙәр,бәхет,шатлыҡтарҙан торған көндәр теләп ҡалабыҙ.
Аҡ альяпҡыс,ап-аҡ күлдәк кейеп
Ҡабат астыҡ мәктәп ишеген
Оло юлға алып сыҡҡан йортом
Һин бит беҙҙең белем бишеге
Ә хәҙер байрамды башлар алдынан түбәндәге иптәштәрҙе хөрмәтләп президиумға саҡырайыҡ.
Һәм ошо уңай менән үтәсәк тантаналы линейканы асыр өсөн һүҙҙе мәктәп етәксеһе Ғәлиуллин Рамаҙан .С. –ҡа бирәйек.
(Гимн уйнатыла)
Үткән уҡыу йылын беҙҙең мәктәпте ун ике уҡыусы тамамлағайны.Быйыл уларға алмашҡа баланы уҡыусы итеп ҡабул итеп аласаҡбыҙ.Әйҙәгеҙ әле, уларҙы көсөлө алҡыштар аҫтында ошо залға саҡырайыҡ.
(“Өйрәтәләр мәктәптәрҙә”)йыры аҫтында беренселәр сығалар
Һаумыһығыҙ беҙҙең кескәй дуҫтарыбыҙ!
Әйҙәгеҙ Белем иленә рәхим итегеҙ!
Ә хәҙер беренселәрҙе ҡотлау,приказдар менән таныштырыу өсөн һүҙҙе мәктәп етәксеһеҒәлиуллин Рамаҙан Сабирйән улына бирәйек.
(Приказ менән таныштыра)
А.б.Йәйҙең үтеп китеүе бер аҙ моңһоу булһа ла,беҙ бөгөн моңаймайбыҙ.Сөнки бөгөн ҙур байрам ,Белем байрамы.Был көндө бигерәк тә беҙҙең кескәй дуҫтарыбыҙ түҙемһеҙлек менән көтөп алдылар.Уларҙың да бөгөнгө көндә әйтәһе һүҙҙәре барҙыр.Һүҙ һеҙгә кескәйҙәр.
(Беренселәр шиғыр ятлай)
Рәхмәт һеҙгә бәләкәстәр!
Ҡәҙерле беренселәр!Мәктәп йылдары һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс үтһен.Һеҙ бөгөн белем ишеге алдында баҫып тораһығыҙ.Ләкин әлегә Белем иленең асҡысы өлкән апайҙарығыҙ ҡулында.Бынан бер нисә йылдар элек улар ҙа ҡулдарына ошо серле асҡысты тотоп ,Белем иленә тәүге аҙымдарын яһаған ине.Ә бөгөн улар был асҡысты һеҙгә мираҫ итеп тапшыралар.
(туғыҙынсы класс уҡыусылары шиғыр ятлайҙар,асҡыс тапшыралар)
1-се уҡыусы.Уҡығыҙ дүрткә-бишкә,
Итәғәтле булығыҙ,
Алдашмағыҙ һис ҡасан
Намыҫлылар булығыҙ
2-се укыусы.Кескәй дуҫыбыҙ!Һеҙгә үҙебеҙҙән мираҫ итеп “Белем йорто” асҡысын тапшырабыҙ.Әлеге асҡыс һеҙгә Белем иленә юл күрһәтеүсе,кәңәш биреүсе булһын.(Асҡысты беренселәргә тапшыралар)
“Беҙ хәҙер уҡыусылар” йыр
Ҡәҙерле беренселәр! Һеҙ белем илендә уҡырға,яҙырға ғына өйрәтеп ҡалмаҫһығыҙ,бейергә,йырларға өйрәнәсәкһегеҙ.Төрлө конкурстарҙа ҡатнашасаҡһығыҙ.Һеҙҙе унда һәр ваҡыт ҡурсалаусы,әйҙәүсе-һеҙҙең яҡын дуҫығыҙ-тәүге уҡытыусығыҙ буласаҡ.
Ә хәҙер һүҙҙе беренсе кластарҙы ҡабул итеп алыусы Айгизә Мансур ҡыҙына бирәйек.
Рәхим итегеҙ!
(Әлифба китабын тапшыра,ҡотлай).Йыр.”Әлифба”
Әлифба –тормошта
Беренсе баҫҡысың
Һиңә белем доньяһын
Асыусы асҡысың
Өйрәтер ул һиңә
Ватанды һөйөргә
Уҡырға өйрәнгәс онотма,
“Рәхмәт, Әлифбам!” тиергә.
Ә хәҙер ҡотлауҙарға күсәйек.(ҡотлауҙар китә)
Мәктәп һәм ғаилә тормошон өс төшөнсә бәйләй.Уҡытыусы, уҡыусы ,ата-әсәләр.Беҙ йыл буйы бергә ҡайнап йәшәйбеҙ.Ата-әсәләр беҙгә мәктәбебеҙ тормошон йәнләндереүсе уҡыусыларҙы ышанып беҙҙең ҡулға тапшыра, йыл һайын белем байрамын һәр ата-әсә үҙенсә көтә,өҙгөләнә,әйтерһең дә үҙҙәре бергә мәктәпкә бара.Бына ҡарағыҙ әле бөгөн һәр бала шундай матур кейенгән,йөҙҙәрендә шатлыҡ балҡый,был әлбиттә ата-әсәнең тырышлығы. Ә иң-иң тулҡынланып көткәне беренсе класҡа балаһын алып килгән ата-әсәлер
Әйҙәгеҙ әле уларҙың да балаларына еткерер теләк-кәңәштәре барҙыр,рәхим итегеҙ!
(Ата-әсәләр сығышы) Әсәйҙәр тураһында йыр.
Амин шулай булһын!Яңы уҡыу йылында иҫәнлек,һаулыҡ менән бергә үтергә яҙһын!
А.б.Уҡытыусы,мәктәп
Был ике һүҙ
Күңелемдә йәшәй йәнәшә
Мәктәбем,-тип әйткән саҡта йөрәк-
Уҡытыусым тиеп өндәшә.
Беренсе сентябрь көнө уҡыусылар өсөн генә түгел,уҡытыусылар өсөн дә ҙур байрамул.Бөгөнгө тантаналы мәлдә беҙҙең уҡытыусыларыбыҙ менән бергә ветеран уҡытыусыларыбыҙҙы ла иҫән-һау килеш байрамыбыҙ түрендә күреүебеҙгә шатбыҙ.һеҙҙең барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайбыҙ,иҫәнлек- һаулыҡ, бәхеттәргә тулы ғүмер теләйбеҙ.Уҡыусыларҙың йәй буйы мәктәп баҡсаһында үҫтергән аллы-гөллө сәскәләрен байрам бүләге итеп ҡабул итеп алығыҙ хөрмәтле уҡытыусылар!
( уҡыусылар сәскәләр тапшыра)Йыр “Уҡытыусыма”
Беҙ байрамдың иң тантаналы мәленә лә килеп еттек.Хәҙер тәүге дәрескә саҡырып ҡыңғырау сыңлаясаҡ.Беренсе ҡыңғырауҙы биреү хоҡуғы уҡыу алдынғылары
бирелә.”Сың” итеп алыр ул
Ҡыңғырау еҙ батыр,
Нығыраҡ ҡағылһаң
Мәктәпте ҡуҙғатыр
Әйҙә дуҫым шылтырат
Бөгөндән-мәктәпкә!
Бөгөндән-ҙур юлға
Хәйерле сәғәттә!
Хөрмәтле уҡытыусылар,уҡыусылар барығыҙҙы ла яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлайбыҙ!Һәм беренселәрҙе алҡышлап тәүге дәрескә оҙатайыҡ.
(9-сы класс етәкләп беренселәрҙе алып инә)
Йыр”Чему учать в школе”
Ошоноң менән белем байрамына арналған линейка тамам.(гимн)
Ә хәҙер уҡыусыларҙы үҙҙәренең кластарында үтәсәк класс сәғәтенә саҡырабыҙ.