СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Сценарий мероприятия "Урал батыр"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Разработка предназначена для проведения муниципального этапа конкурса "Урал батыр".

Просмотр содержимого документа
«Сценарий мероприятия "Урал батыр"»

Урал батыр” рухы йәшәһен!

(сценарий)

Төҙөнө: Үрнәк урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зиннәтуллина А.Р.

(Милли кейемдәрҙәге уҡыусылар талғын көй аҫтында сәхнәгә сыға)

Ал.бар. –Хәйерле көн, килгән ҡунаҡтар!

Ҡарап тормай ара йыраҡҡа

Һеҙ килдегеҙ бөгөн ҡунаҡҡа.

Дуҫлыҡ – беҙҙең тормош үҙәге,

Дуҫлыҡ – беҙҙең байрам биҙәге.



Ал.бар. –Һаумыһығыҙ! – тейеп башлайбыҙ,

Күрешеү бит шулай башлана.

Һеҙҙең менән осрашҡанға, дуҫтар,

Күңелебеҙ шундай шатлана.



Ал.бар. Башҡортостан ере – ҡобайырҙар иле

Урал батыр уның ынйыһы.

Һеҙ, дуҫтарҙы , тәбрик итеп

Өләшәбеҙ күңел йылыһын.

Уралымдың тоғро юлдарынан,

Янып йәшәү үҙе батырлыҡ,

Урал рухы – илем ғорурлығы

Хәтерҙәрҙә мәңге ҡалырлыҡ.



Ал.бар. Тәбиғәт һәм кешелектең үлемһеҙлеген данлаусы “Урал батыр” эпосы - боронғо эпик ҡомартҡыларыбыҙҙың береһе. Ул- халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы, әҙәби мираҫы. Йөкмәткеһенә әллә күпме фәлсәфә һалынған бөйөк эпосыбыҙ “Урал батыр” – беҙҙең ғорурлығыбыҙ.



Ал.бар. Кешеләр хаҡына яһалған ҡаһарманлыҡтың бөйөклөгөн, йәшәүҙең мәңгелеген поэтик яҡтан тәрән итеп раҫлаған “Урал батыр” – классик эпостар рәтендә торолоҡ әҫәрҙәрҙең береһе.

1910 йылда халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов Ғәбит сәсән Арғынбаевтан һәм шул уҡ Баймаҡ төбәгенең, Ирәндек буйҙарында Бәләкәй Этҡол ауылында йәшәүсе Хәмит сәсән Әлмөхәмәтовтан донъя мәҙәниәте хазинаһында урын аласаҡ мәшһүр ҡомартҡы – “Урал батыр” эпосын яҙып ала.



Ал.бар. Был күренекле эпос Башҡортостандың ете мөғжизәһенә инә.Бөгөнгө көндә эпос 13 телгә тәржемә ителгән. “Урал батыр” эпосы - бөтә донъяға билдәле атаҡлы эпос – ҡобайырҙарының береһенә әйләнде.



Ал.бар. Кешенең бөйөклөгөн күрһәтеү был ҡобайырҙа батырлыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡ, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ, үлем һәм үлемһеҙлек, ғәҙеллек һәм ғәҙелһеҙлек кеүек мәсьәләләргә бәйләп яҡтыртыла. Сөнки кешенең ниндәй булыуы, иле һәм халҡы өсөн көрәштә, батырлығында, яҡшы эштәрендә асыҡ күренә. Уларҙы халыҡ бер ваҡытта ла онотмай.

Ал.бар. Эпоста шулай уҡ йәшәү һәм үлем, үлемһеҙлек тураһында уйланыу ҙур роль уйнай.”Урал батыр” эпосында мәңгелектең мәғәнәһе бик матур асыла: иҫкергәндең яңырыуы, быуындар алмашы, тәбиғәттең, тереклектең мәңге йәшәүе раҫлана. Донъяла мәңге ҡалыр эш – ул яҡшылыҡ эшләү. Кеше йәшәй һәм үлә, әммә уның яҡшылыҡ эшләүе - ул үлемһеҙ.

Уҡыусы эпостан яттан өҙөк һөйләй. (ҡурай моңо уйнатыла)

Донъяла мәңге ҡалыр эш –

Донъяны матур төҙөгән,

Бағты мәңге биҙәгән –

Ул да булһа яҡшылыҡ.

Күккә лә осор – яҡшылыҡ,

Һыуға ла батмаҫ – яҡшылыҡ,

Утҡа ла янмаҫ – яҡшылыҡ,

Телдән дә төшмәҫ – яҡшылыҡ.

Бары эшкә баш булыр,

Үҙеңә лә, кешегә

Мәңге йәшәр аш булыр.

Уландарым, һеҙгә әйтәм:

Олоно оло итегеҙ –

Кәңәш алып йөрөгөҙ,

Кесене кесе итегеҙ –

Кәңәш биреп йөрөгөҙ.

Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,

Кеше булһын затығыҙ,

Яманға юл ҡуймағыҙ,

Яҡшынан баш тартмағыҙ!



Ал.бар. Төбәктәге сәмле сәсәндәрҙе

“Урал батыр” бергә тупланы.

Исемеңде данлап, илен ҙурлап,

Майҙан тота ул һәм ҡыҙҙары.

Күңелдәрҙә -ғәҙел бәйге уты,

Йөрәктәрҙә- дуҫлыҡ хистәре,

Берләштерҙе беҙҙе башҡорт рухы,

Алға әйҙәй милләт хистәре.



Ал.бар. Фатиха бир беҙгә, Урал батыр!

Яҡшылыҡҡа илтһен аҡ юлдар.

Еребеҙгә ырыҫ, бәхет килер,

Беҙ бергә һәм берҙәм булғанда.

Күңелдәрҙә -ғәҙел бәйге уты,

Йөрәктәрҙә- дуҫлыҡ хистәре,

Берләштерҙе беҙҙе башҡорт рухы,

Алға әйҙәй милләт хистәре.



Ал.бар. Бөгөнгө бәйгебеҙҙең төп маҡсаты – халҡыбыҙҙың бай рухи ҡомартҡыһын үҙләштереү, киләсәк быуындарға еткереү. “Урал батыр” эпосы башҡортмон тигән һәр кемдең күңел түрендә йөрөргә, халҡы өсөн үлемһеҙ эштәргә саҡырып торорға тейеш!

Ал.бар. Төбәк бәйгеһенә йыйылыусы, йәш сәсәндәр! Бөгөнгө сара һеҙҙең күңелдәрҙә мәңге онотолмаҫ байрам булып һаҡланһын. Берҙәмлек, дуҫлыҡ, татыулыҡ, изгелек һәм еңеүҙәр алып килһен! Барлыҡ ҡатнашыусыларға ижад ҡомары, күтәренке кәйеф, һүнмәҫ дәрт, ярыш сәме теләп бәйгебеҙҙе башлайбыҙ.







Беренсе тур – Командалар үҙҙәренең таныштырыу программалары менән сығыш яһай.



Һүҙҙе 1. районы уҡыусыларына бирәбеҙ.



Сәхнәгә 2. районы уҡыусыларын саҡырабыҙ.

3. районы уҡыусылары, һүҙ һеҙгә бирелә.



4.



5.



6.

7.

Ал.бар. Икенсе турҙы иғлан итәбеҙ – Эпостан өҙөк сәхнәләштереү.



1.

2.



3.

4.



5.

6.



7.











Ал.бар. Иң яуаплы өсөнсө тур – Сәсәндәр бәйгеһе. Эпосты яттан һөйләү өсөн һүҙҙе

1.



2.



3.



4.



5.

6.



7.













Ал.бар. Бер тигәс тә ни яҡшы?

-Ер әсәнең аманатын онотмаһаҡ шул яҡшы.

Ал.бар. Ике тигәс тә ни яҡшы?

Тыуған илем , Башҡортостан- сәскә атһа шул яҡшы.

Ал.бар. Өс тигәс тә ни яҡшы?

Кешеләрҙең уй-хыялы изге булһа шул яҡшы.

Ал.бар. Дүрт тигәс тә ни яҡшы?

Үҫеп килгән балалар телен белһә, илен һөйһә, йола һаҡлаһа – шул яҡшы.

Ал.бар. Биш тигәс тә ни яҡшы?

Изге мираҫ -“Урал батыр” гел йәшәһә шул яҡшы!

Урал батырҙың рухы был ҡорға риза булһын!

Бергә:Урал рухы йәшәһен,

Күктәр фатиха бирһен!

Барлыҡ ҡатнашыусы уҡыусыларға, хөрмәтле уҡытыусыларға ныҡлы сәләмәтлек, ижади уңыштар, аяҙ күк йөҙө теләп хушлашабыҙ. Һау булығыҙ!