Ололар көнөнә арналган сара «Йәш беҙҙең күңелдәр!”
Слайд 1 «Йәш беҙҙең күңелдәр”
Песня “Осень”, рук.Татьяна Жильцова
Под музыку выходят ведущие.
1.Ведущий Хәйерле көн, һаумыһығыҙ, лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән хөрмәтле ветерандарарыбыҙ!
2 ведущий. Бөгөн беренсе октябрь, Ололар көнө. Күңелдәрҙе һыйпап үтте, Шәфҡәтлек еле! Бөгөн бигрәк күңелле, Тәҙрәлә нурҙар уйнай. Шау-гөр килә мәктәбебеҙ, Барыһы уңған ҡалай. Өләсәйҙәр шат бөгөн, Олатайҙар мут бөгөн, Иң һөйкөмлө өләсәйҙәр, Иң аҡыллы олатайҙар Йыйылғандар бит бөгөн.
Вед.1 Алтын көҙ...Ошо һүҙҙә күпме матурлыҡ бар, ни тиклем мәғәнә ята. Ғүмер көҙө- ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы, үҙ мәғәнәһе бар, сөнки һеҙ сыуаҡлы, мул һутлы емештәре өлгөргән йәмле ғүмер миҙгелен кисерәһегеҙ төҫлө, уңыштарығыҙҙы барлап, тәжрибәләрегеҙҙе башҡаларға йомарт өләшә торған бәхетле мәлегеҙ һәм һеҙ шуның менән бәхетле.
2ведущий. - Бына тағы алтын көҙҙәр етте,
Ниңә бик тиҙ үтә ғүмерҙәр,
Ғүмер үткән, көҙҙәр үткән һайын
Моңһоуланып китә күңелдәр.
1 ведущий. Хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙ! Һеҙҙе бөгөнгө матур байрамығыҙ менән ҡотларға һүҙҙе мәктәп директоры Нияз Хәмзә улына бирәбеҙ! Рәхим итегеҙ.
2 вед. Рәхмәт, ҡотлауҙарыбыҙ дауам итә, артабан һүҙҙе мәктәбебеҙ ғорурлығы, хеҙмәт ветераны Зифа Зиннәт ҡыҙына бирәбеҙ.
Һеззең алдығыяҙҙа сығыш яһай Регина Биембетова.Йыр «Һылыукай «
1 ведущий Ҡәзерле ҡунаҡтар, әйҙәгеҙ әле моңһоуланып ултырмайыҡ, күңел асып, уйнап-көлөп алайыҡ!
Һеҙ барығыҙҙа күңелегеҙгә оҡшаган телетапшырыуҙар ҡарарга яратаһығыҙ, шулай бит?
Бөгөн ошо сарала бер нисә ҡыҙыҡлы телетапшырыуҙа ҡатнашып ҡарағыҙ әле.
Слайд 2 ”СЕМӘР”
2 ведущий. Беренсе тапшырыу- БСТ каналынан балаларҙың яратып ҡараған “Семәр” тапшырыуы.Ошо тапшырыузагы һымаҡ һеҙгә лә һүрәт төшөрөргә кәрәк буласаҡ. Һәр командаға ҡағыҙға бөгөнгө байрамдың гербын йә иһә символикаһын уйлап эшләргә кәрәк буласак, кемден һүрәте иң матуры һәм был байрамға тап килер икән, ҡарап ҡарайык.
(фломастер и ак кағыз таратыла һәр өҫтәлгә)Музыка аҫтында һүрәт төшөрәләр. Оценивается рисунки,аплодисменты)
Һеҙҙең алдығыҙҙа “Ҡумбыҙ” бейеүе менән “Хәйбулла” бейеү ансамбле.Етәксеһе Физәлиә Венер ҡыҙы.
Слайд 3 “Тәмле”
2 ведущий. Сираттағы тапшырыу “Тәмле” тип атала. Әлбиттә был уйындала һынауҙы ла еңеп сығырһығыҙ.
Шулай итеп “Витаминдар” конкурсы.
Һәр өстәлдә 3 шәр карточка ята А В С- былар витаминдар.Экранда аҙык төрләре һурәтенә карап тиҙ генә ниндәй был аҙыҡтың ниндәй витаминга бай икәнен, табличка ярҙамында күрһәтегеҙ.
Лимон (С)
Һуған (А)
Ҡарағат(С)
Кишер(А)
Шиповник(С)
Ҡарабойҙай(В)
Һары май (А)
Кәбеҫтә (С)
Цветная капуста(В).
Афарин! Алҡыштар!
1 вед. Һеҙҙең байрам менән ҡотлап йырлай Гөлдәр Аллаберҙина. “Ерән ҡашҡа”
Киләһе тапшырыу,бөтә Рәсәйҙе йырлаткан Владис Пельштың “Угадай мелодию” йәғни беҙҙеңсә “Моңдо танып бел” тип атала.
4 Слайд Угадай мелодию.
Иғтибар менән тыңлап ултырабыҙ һәм ниндәй көй икәнен тиҙрәк әйтергә тырышабыз.Әлбиттә кушылып йырларға ла кәрәк буласаҡ.
Музыкальные отрывки иииз след.песен;
Борлогэн
Зәңгәр күлдәк
Һайт ҡара юрға
Кыр каззары
Сәрмән буйҙары
Укытыусым
Бүләк
Афарин,афарин ,тип әйтергә генә кала!Барыгызза әузем катнашып ултырҙыгыҙ! Йәмле кисәбеҙ аҙағына ла яҡынлашты.Был конкурста дуҫлыҡ еңде.
Байрам сәләмдәре ебәреп “Акбузат”бейей Хәйбулла бейеү ансамбле
Хөрмәтле, ветерандарыбыҙ!. Һеҙҙе тағын берҙе ихлас күңелдән Ололар көнөн менән ҡотлайбыҙ!!! Ҡояшлы көндәр, аяҙ күктәр, рух ныҡлығы һәм күңел көрлөгө теләйбеҙ!!! Тормошобоҙҙа ошондай йырлы-моңло осрашыуҙар күберәк булһын, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, бергә-бергә йәшәргә насип итһен!
Һаулыҡта тағы ла осрашыуҙар теләп, хушлашабыҙ, һау булығыҙ!
Ә хәҙер сәй табынына рәхим итегез!