СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Сценарий посвященный дипломату К. Хакимову

Нажмите, чтобы узнать подробности

Сценарий посвященный первому дипломату Республики Башкортостан. Уроженца Бижблякского района, республики Башкортостан.

Просмотр содержимого документа
«Сценарий посвященный дипломату К. Хакимову»

Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение средняя общеобразовательная школа № 1 с. Бижбуляк муниципального района Бижбулякский район Республики Башкортостан









Дипломат Кәрим Хәкимовҡа

арналған сценарий


Сценарий,посвященный

дипломату Кариму Хакимову











Составила: учитель башкирского языка и литературы МОБУ СОШ №1 с. Бижбуляк Галимова Гульнара Тимергалиевна









Бижбуляк-2018

Дипломат Кәрим Хәкимовҡа арналған сценарий

Ғәлимова Гөлнара Тимерғәли ҡыҙы,

Бишбүләк ауылының 1-се һанлы мәктәбе уҡытыусыһы

Маҡсат. Күренекле яҡташыбыҙ дипломат һәм революционер Кәрим Хакимовтың эшмәкәрлеген, уның яҡты иҫтәлеген өйрәнеү; йәмғиәт тормошонда уның ролен билдәләү; киләсәк быуындарҙы дуҫлыҡ,туғанлыҡ рухында тәрбиәләү.

Йыһазландырыу . К.Хакимовтың портреты, уның эшмәкәрлегенә бағышлаған презентация, компьютер,экран,проектор.

Кисә барышы

Экранда ҡаҙ үләне баҫҡан киң ауыл урамы, ике яланаяҡлы ауыл малайҙары йүгереп сыға.Улар уйынсыҡ аттарҙа сабалар.

1-се малай: Сәләм ,малай !

2- се малай: Сәләм! Мин малай түгел, мин – Кәрим!

1-се малай: Мин – Азат. Таныш булайыҡ. Исемең бик матур ! Кем ҡушты һиңә был исемде?

2- се малай: Белмәйем.

1-се малай: Нисек инде белмәйһең! Менә минем исемде олатайым ҡушҡан.

2- се малай: Әйҙә өләсәйемдән һорайыҡ. Күрәһеңме, ул дарыу үләндәре йыйып йөрөй.

1-се малай: Әйҙә !

2- се малай: Өләсәй,өләсәй! Миңә кем Кәрим тип исем ҡушты ?

Өләсәй: Олатайың менән мин ҡуштым , аҡыллым !

Кәрим : Ә нигә Кәрим? Кемдең исемен ҡуштығыҙ?

Өләсәй: Әйҙәгеҙ,ултырығыҙ,һөйләрмен , балалар! Тыңлағыҙ:

Бик борон заман да түгел

Һуңыраҡ бу хәл булған

Ете диңгеҙ артында

Рәсәй тигән бер илдә

Бәхет, азат тормош даулап

Эшселәр баш күтәргән

Ленин булған ти өлкән

Юҡсыларны әйҙәгән

Аҡ патшаны алып ташлап

Иркен тормошҡа өндәгән.

Берҙәм булғас барыһына

Уңышҡа ирешкәндәр.

Гөлдәй матур, азат ил

Төҙөргә керешкәндәр.

Дошманнар ҙа тик ятмаған

Төрлө яҡтан килгәннәр

Осар ҡоштай, азат илне

Юҡ итмәксе булғаннар.

Тирәһендә ян дуҫтары

Ышаныслы булғанға.

Дошаннарны бергәләшеп

Тиҙ арала еңгәннәр.

Дуҫ йәшәргә теләгән

Үҙенең батыр улларын

Сит илдәргә юллаған.

Берһе булған Кәрим Хәким

Ул үҙ ерен ныҡ һөйгән.

Аты юҡҡа ат булған

Аҙашҡанға юл булған.

Бөркөттәй батыр ир булған

Дуҫлыҡ ебе урнаштырған

Барған һәр бер ерендә

Ауырлыҡтар киртәләрен

Әкиәт батыры шикелле

Еңгән ул үҙ юлында.

-Тылсымлы көҙгө аша уның тормошон ҡарайһығыҙ киләме?

- Әйе, килә өләсәй!

- Әйҙәгеҙ, ҡарайыҡ!

Нәжип Асанбаевтың «Ҡыҙыл Паша» драмаһы буйынса әҙерләнгән тамаша күрһәтелә

1 сцена.

Кәрим менән Ғомәр инә.Улар заманса кейенгән.

Ғөмәр: Һаумыһығыҙ, Кәрим әфәнде!

Кәрим: Һаумыһығыҙ, Ғөмәр әфәнде!

Ғөмәр: ( етди) Һеҙ бөгөнгө гәзиттәрҙе уҡыдығыҙмы?

Кәрим : Нимә яҙғандар?

Ғөмәр : (сумкаһынан гәҙит алып). Боларны уҡыһаң , сәстәрең үрә торор!

Кәрим: (уҡып) «Ҡыҙыл комиссар ғәрәп илендә...» (Бераз эҫтән генә уҡый да, Ғөмәргә мөрәжәғәт иткәндәй). Ниндәй гәҙит был? Ә-ә, Төркиядәге аҡ эмигрантар... Алардан көтәргә була...

Ғөмәр: Кәрим әфәнде , бик насар бит инде был?

Кәрим: Хәттә минем Бәләбәй кантоны Бишбүләк волосы Дүсән ауылыныҡы икәнемде лә белгәндәр! Әйтерһең, кемдер минем арттан эйәреп йөрөй!

Гөмәр: Болоттар ҡуйыра тиһеҙме?

Кәрим : Был дошман ҡотҡоһо ғәрәптәргә нисек тәэсир итте икән?

Ғөмәр: Шушы шау-шыуҙан файҙаланып,халыҡты һеҙгә ҡаршы ҡотортыусылар бар...

Кәрим: Ғөмәр әфәнде, был оҫраҡта халыҡ нимә ти?

Ғөмәр: Халыҡмы? Эт өрә , бүре йөрөй,ти...

Кәрим : Бик яҡшы!Ә беҙ һеҙҙе Тыуған илгә ҡайтарыу тураһында уйлашайыҡ!

2 сценка

Яғәфәр, Әхмәт ғәрәп кейемендә,өҫтәл артында ултыралар.Кәрим инә.

Кәрим : Мөмкинме? Әссәләмәғәләйкүм, хәҙрәте имам! ( башҡаларға) Әссәләмәғәләйкүм,йәмәғәт!

Яғәфәр: Вәғәләйкүмәссәләм! Кәрим әфәнде.

Кәрим: Йәмәғәт! Менә «Правда» гәҙите килде. Унда король Яғәфәр улы әмир Әхмәттең СССР ға дуҫлыҡ визиты менән барасағы яҙылған!...

Әхмәт: ( шатланып). Шулаймы? Ҡая әле?...

Кәрим: (гәҙитте биреп) Менә... биографиягеҙҙе лә биргәндәр,һүрәтегеҙ ҙә бар...

Яғәфәр: Менә бит, яҡшы кешенең эштәре лә изге шул! Улыбыҙ өсөн беҙ ҙә бик шат, Кәрим әфәнде! Менә,улым,хәҙер даның бөтә доньяға таралаҫаҡ!

Кәрим: Ҡотлайым,әмир Әхмәт!

Әхмәт:Шөкрән, Кәрим әфәнде,шөкрән!

Яғәфәр: (тантаналы). Хөрмәтле Кәрим әфәнде!Беҙҙең илдәрҙе яҡынлаштырыуҙа һеҙҙең хеҙмәтегеҙ баһалап бөткөһөҙ! Һеҙ бик кешелекле лә,кеселекле лә булдығыҙ!Әңгәмәләшеүсе булараҡ та, һеҙгә һоҡланмый мөмкин түгел!Ғәрәптең йөрәген аңладығыҙ һеҙ! Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә беҙҙең оло мөхәббәтебеҙҙе яулап алдығыҙ!Хәҙер беҙгә яңы Русиянең һәммә әҙәмдәре лә нәҡ менә һеҙҙең кеүектер төҫлө.Хәҙер һеҙ беҙҙең өсөн Кәрим әфәнде генә түгел инде,һеҙҙе бит хәҙер Кәрим паша тип йөрөтәләр!Халыҡ шулай яратып,ололап әйтә:Кәрим паша!..

Әхмәт:Юҡ,атай,ул ҡоро паша ғына түгел,ә...Ҡыҙыл паша!

Яғәфәр:Әйе,әйе,Ҡыҙыл паша!

Кәрим: Рәхмәт!

Яғәфәр:Мөхтәрәм Кәрим әфәнде! Беҙ,корольЯғәфәр,уның улы Әмир Әхмәт,Совет Социалистик Республикалары Союзы менән Ғәрәп имаматы араһында“Дуҫлыҡ вә сәүдә итеү тураһындағы договорҙы” расладыҡ!Бисмиллаһи әлрәхмән әлрәхим! (Ҡәғәҙҙәрҙе Әхмәткә бирә)

Кәрим (алып).Ҡотло булһын,мөбәрәк булһын договор!...Дуҫтар!Менә стенала ҡылыс эленеп тора! Владимир Ильич Ленин уның символик мәғәнәһен аңлатып,был «Тыныҫлыҡ һәм дуҫлыҡ ҡылыҫы!»тигән ине.Ҡылыҫтар менә шулай стенала ғына эленеп торһа,дөнья ниндәй матур һәм имин булыр ине!...



Экранда К.Хакимовтың портреты.

1-се алып барыусы. Кәрим Хакимов Бәләбәй өйәҙенә ҡараған Дүсән ауылында 1890 йылдың 28 нояберендә урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Кәрим тәүге белемде үҙ ауылында ала.

2-се алып барыусы. Ябай ауыл малайы белем әһәмиәтен кесе йәштән үк аңлай. Ауылдан киткәс ул шахтала эшләй, шул уҡ ваҡытта Ырымбур мәҙрәсәләрендә белем ала,ул оҫорҙа алдынғыларҙан һаналған «Ғәлиә»мәҙрәсәһе, алыҫ Томск ҡалаһындағы мәҙрәсә,1932-1935 йылдарҙа Мәскәүҙә Ҡыҙыл прфессура институтының донъя хужалығы һәм донъя сәйәсәте бүлеге...

1-се алып барыусы. К.Хәкимовтың артабанғы тормош юлын слайдтарҙан ҡарап үтәйек. (слайдттар)

2-се алып барыусы. Дипломатик хеҙмәткә К.Хәкимов 10 йылдан артыҡ ғүмерен бағышлай. Иранда генераль консул булып Хәкимов Совет иленең позицияләрен яҡлап бик ҙур эштәр башҡара.

К.Хәкимовтың Хаж короллегендә ,Йәмәндә, Сөғуд Ғарабстанданында дипломат вазифаһын үтәгәндә был илдәр менән элемтәләр бик юғары кимәлдә була.

1-се алып барыусы. Бөгөнгө көндә Яҡын Көнсығыш илдәре менән бәйләнешкә ҙур иғтибар бирелә. Башҡортостан Республикаһы президенты Рөстәм Хәмитов инциативаһы буйынса 2012 йылдың март айында Өфөлә «Рәсәй һәм ислам донъяһы» тигән Халыҡ- ара бик ҙур фәнни-ғәмәли конференция үтте. Был конференцияла ғәрәп илдәре вәкилдәре, ғалимдәр, дипломаттар ҡатнашты. Беҙҙең атаҡлы яҡташыбыҙ Кәрим Хәкимовтың дипломатик эшмәкәрлегенә бик юғары баһа бирелде.

2-се алып барыусы. К.Хәкимовҡа арнап Р.Ф.Хәйретдиновтың «Кәрим Хәкимов – революционер, дипломат» тигән китабы сыға. «РАЙТ» документаль фильм төшөрә. Нәжип Асанбаевтың «Ҡыҙыл Паша» драмаһы буйынса әҙерләнгән тамаша Башҡорт дәүләт театрында йыш ҡуйыла.Районыбыҙҙа К.Хәкимовҡа бағышланған бик саралар уҙғарыла.

Тыуған Дүсән ауылында быйыл К.Хәкимов музейы яңы бинаға күсте.