СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Сценарий "Тайна сундука"

Категория: Внеурочка

Нажмите, чтобы узнать подробности

Сценарий сценки для конкурса "Живые родники"

Просмотр содержимого документа
«Сценарий "Тайна сундука"»

Һандыҡ сере.

Бәләкәй ҡыҙ.Өләсәй ,был нимә ул?

Өләсәй.Был, тәсбих,балам.

Бәләкәй.Ә һин нимә тип әйтәһең?

Өләсәй.Уны тартҡанда йә иллаһи иллалаһ тип әйтәләр.Ошо һүҙҙе ҡабатлаһаң,сауап була тиҙәр.Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ.

Өләсәһе тәсбихте нисек тартырға өйрәтә.

Бәләкәй ҡыҙ,һандыҡ янына ултырып,һандыҡ йоҙағы менән булыша башлай.

Өләсәй.Ҡуй,балаҡайым,булышма,йә йоҙағын боҙоп ҡуйырһың.

Ҡыҙҙар.Өләсәй,ә нишләп уны гел бикләп тотаһың?Ысынлап та ,нимә бар унда,өләсәй?

Өләсәй.Иҫтәлектәр,ҡомартҡылар һаҡлайым,балам.

Ҡыҙ.Ҡомартҡы нимә ул?Өләсәй ,күрһәт әле!

Өләсәй.Йә,ярай,аҙмы-күпме ғүмерем ҡалған,һандығым серен асайым әле.

Өлкән ҡыҙ. Өләсәй,әйҙә,беҙ иптәшебеҙҙе лә саҡырайыҡ.Һөйләһәң ышанмаҫтар,күрһендәр әле.

Өләсәй.Ярай,ярай.

Ҡыҙҙр сығып китә..Өләсәһе ҡаралтарҙы икенсе һандыҡ өҫтөнә күсереп ҡуя.Шул арала ҡыҙҙар малайҙар йүгерешеп йүгерешеп килеп инәләр,һаулыҡ һорашалар.

Өләсәй.Блалар ,һеҙгә мәҙәк әйтәм,яуабын белһәгеҙ,йоҙаҡҡа асҡыс табырһығыҙ.

Беренсе ҡыҙ.Өләсәй ,мәҙәкте мин әйтәм.

Өләсәй.Йәле, ҡыҙым.

Ҡыҙ.Ана,тәҙрәгә ҡарағыҙ әле,икесәүкә ултыра:ҡайһыһы инә сәүкә,ҡайһыһы-ата сәүкә?

1 малай.Ата сәүкә янындағыһы-инә сәүкә,инә сәүкә янындағыһы-ата сәүкә.

Бәләкәй ҡыҙ.Дөрөҫ түгел!Ҙурыһы-ата сәүкә,бәләкәс-инә сәүкә.

2 малай.Мин әйтәм,ҡуҡырайып ултырғаны-ата сәүкә,сырыҡ-сырыҡ тип өҙгөләнеп ултырғаны-инә сәүкә.

Өләсәй.Дөрөҫ балалар.

Йомаҡ сиселгәс,өләсәһе һаҡ ҡына һандыҡты аса.

Өләсәй.Бына был минең килен булып төшкәндә кейгән кейемем.Ошо камзулды кейеп аһам,мөнәжәттәр әйткән саҡтарым иҫкә төшә.

Балалар.Ҡайһылай матур!Ниндәй күркәм!

Өләсәй.Ҡайғырһам да,шатланһам да,ошо ҡымыҙ- минең ҙур йыуанысым.(Уйнап күрһәтә.)

Өләсәй.Балаҡайҙар ,был-ноҡот таштары.Сит ҡул тейһә дөрөҫ һөйләмәҫ.

Ҡыҙ.Өләсәй,ноҡот таштары ҡайҙан килеп сыҡҡан?

Өләсәй.Бер ир кеше атын юғалтҡан.Әллә күпме ер- һыу үтеп,эҙләмәгән ере ҡалмаған.Урмандар аша тауға менһә,унда бер ҡарт әбей ултыра,ти

-Интегеп ,йонсоп ни эҙләйһең?-тип һораған әбей.

-Атым юғалды,әбекәй.

Шул саҡ әбей тау итәгенән шыма таштар йыйып,бүлепһалғандан һуң:

-Ошо юлдан түбән ыңғайла,һыу буйында атың йөрөр,-тигән.

Ноҡот таштары шунан килеп сыҡҡан.

Икенсе төргәк сығара.

Өләсәй.Быныһы беҙ бәләкәй саҡта уйнлған таштар.Усыңа таштар алып,өҫкә талап,һыртыңа төшөрөргә һәм яңынан усыңа алырға.Нисәү ҡала,шунса ҡолоноң була.

Ҡыҙҙар.Ярышып уйнарға бик ҡыҙыҡ икән,ҡыҙҙар аҙаҡ беҙ ҙә уйнарбыҙ.

Ҡыҙҙар Эйе шул.

Өләсәй.Килен булып төшкәндә,ҡәйнәм бүләк иткәйне был шәлде.Ана,ҡыҙҙар ҙа яуырындарына шәлдәр һалғандар икән,әллә бейеп тә күрһәтәһегеҙме?

(Бейеү,йыр)

Өләсәй.Олатайығыҙ мәрхүмдең уҡ-һаҙағы ла һаҡлана.Бигерәк оҫта һунарсы ине заманында.

Малай.Инәй,беҙ ҙә һунарға йөрөргә яратабыҙ,малайҙар ,әйҙәгеҙ һунарға!

Бейейҙәр,аҙаҡ уҡ атып бөтөрәләр.

Өләсәй.Һай,бигерәк мәргән һунарсыоар ҙа баһа.Ҡарағыҙ әле,балаҡайҙарым,был янсыҡ бик оҙон ғүмерле.Олатайығыҙ мәрхүмгә йәш саҡта мин бүләк иткәйнем,башҡорт яуҙарында йөрөтөп алып ҡайтҡайны.Хәҙер унда өлкән улымдың миҙалдарын һалдым.Батыр булып үлде,яуҙан ҡайтманы шул.

Өләсәй.Бына был һөйәктәрҙең дә ҫере бар.Йәш ҡыҙҙар һәр кем үҙ һөйәген теҙеп ҡуя.эт ҡайһыһын беренсе алып китә,шул беренсе кейәүгә сыға.

Ҡыҙҙар юрай.

Ҡыҙҙар.Әһә,Гөлбикә беренсе сыға!

Гөлбикә.Әй,ҡыҙҙар,минең яратҡан кешем юҡ та инде!

Икенсеһе.Килештереп торған була.Анау ос Фәрхи олатайҙың малайы бер аҙым да ҡалмай артыңдан йүгерә бит әле.Эйе шул.(Ҡыҙҙар көләләр).

Өләсәй һандыҡ эсенән ҡомартҡылар сығара.

Өләсәй.Сымылдыҡ киндерҙән һуҡҡан,

Еҙ самауыр түрҙә-ҙур байлыҡ.

Байрамдарҙа өҫтәлемә йәйәм-

Ҡыҙ сағымда сиккән ашъяулыҡ.


Тәңкә,төймә,сулпылары иҫән

Толомона үргән таҫмалар.

Һөнәрсләр ҡойоп килтергәнме-

Шул беләҙек,көмөш балдаҡ пар.


Сулпылар сыңлатып,беләҙектәрен күрһәтеп,һамаҡлап бейеп тә ала.


Иҫтәлектәр менән һандыҡ тулы.

Суҡлы ебәк шәле бар улар.

Өләсәйем мираҫ-хазинаһын

Һеҙгә ҡалдырырмын,балалар.



Өләсәй.Һандыҡтың сере бик күп инде,балаҡайҙар.Йәнә бер осрашырбыҙ әле,ә хәҙер күңел асып алайыҡ.Олатайығыҙ ошо ҡурайҙа ла,думбырала ла оҫта уйнағайны.Ҡулы алтын,күңеле тулы соң ине.Үҙем дә ҡалышманым,ҡумыҙ,батмус,биҙрә сирттем.

Һандыҡтан сығарып уйын ҡоралдарын сығарып балаларға бирә.Күңелле көй аҫтында сәхнә ябыла.