Талҡан тартыу йолаһы.
Сәхнәлә әбей. Самауыр ҡайната. Көйәнтә, биҙрә элеп килен инә.
Әбей. Килен, көндәр матурайҙы, әллә теге ниәтебеҙҙе тормошҡа ашырайыҡмы, ошо арала?
Килен. Ниндәй ниәт ул, ҡәйнәм?
Әбей. Атаҡ-атаҡ, оноттоңдамы ни, бала-сағаға талҡан тартып ашатырбыҙ тигәйнек бит! Эшебеҙ бәрәкәтле булһын өсөн күрше –тирәне лә саҡырайыҡ. Бергә күңеллерәк тә булыр. Талҡан эшләү тәртибен дә, беҙ йәш саҡта уйнаған уйындарҙы ла иҫкә төшөрөп алырбыҙ.
Килен. Бик шәп уйлағанһың, ҡәйнәм. Хәҙер саҡырам үҙҙәрен. (Килен ҡабаланып йүгереп сыға)
Әбей. Ииии, киленем үҙемдең йәш сағым инде бына, “һайт” тигәнгә “тайт”итеп тора. Мин дә шулай аш-һыу оҫталығына ҡәйнәмдән өйрәнеп ҡалдым. Хәҙер бына үҙемә сират етте киленемә, йәш быуынға үҙ белгәндәремде өйрәтеп ҡалдырырға. Беҙ өйрәтмәһәк кем өйрәтһен?! Милли аш-һыуҙарыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы дауам итһәк ата-бабаларыбыҙҙың рухы шатланыр. Киләсәгебеҙ ныҡлы булыр!
Шаулап-гөрләп, “Беҙҙең урам матур урам” йырын йырлашып күрше-күлән килеп инә. Ҡулдарында күстәнәстәр.
Арғы яҡтан бирге яҡҡа
Кемдәр күпер һалғандар?
Беҙ айырылдыҡ та, һарғайҙыҡ,
Һарғаймаһын ҡалғандар.
Беҙҙең урам - матур урам,
Теҙелеп үҫә аҡ ҡайын.
Шул ҡайындарға ҡарайым,
Һине һағынған һайын.
Әбей. Һааай, бына бит күршеләр ҙә килеп етте. Әй дәртле, әй йомарт бит әле үҙҙәре, ҡайһылай мул күстәнәс менән килгәнһегеҙ. Рәхмәт инде, һәр икебеҙҙең өҫтәлдәре ошолай файҙалы ризыҡтарҙан һығылып торһон!
Беренсе күрше. Йә, күрше, нимәгә саҡырҙың? Бөтә урамыбыҙ йыйыла тигәс ни ашығып килеп еттем.
Әбей. Мин һеҙҙе бергәләп талҡан тартып тәмле ризыҡ эшләп алырға саҡырҙым. Таш тирмәнгә үҙемдең генә көс етмәҫтәй кеүек әле ул. Бер юлы хәл-әхүәлдәрҙе һөйләшеп, боронғо йырҙарҙы иҫкә алып йола атҡарып ҡуяйыҡ тимен.
Икенсе күрше. Бик мәслихәт! Беҙ ни ҡуш ҡуллап риза.
Өсөнсө күрше. Ошолай йыйылышыуҙар бик һағындырып киткән ул.
Әбей. Улайһа эште башлайыҡ. Улым, һин ҡаҙан аҫтына ут төрт, ҡаҙанды мин әҙерләп ҡуйғайным инде. Ҡара һин, ныҡ ҡыҙһын, ҡурмас бешеп йомшарырлыҡ булһын!
Килен. Ҡәйнәм, мин бойҙайҙы елгәреп таҙарттым, сайҡатып әҙерләнем дә инде.
Әбей. Бик яҡшы. Аллаға шөкөр, көндәребеҙ матур тора. Имен-аман талҡаныбыҙҙы эшләй башлайыҡ.
(Ҡаҙан тирәһендә булышҡан арала һөйләшәләр)
Күрше. Талҡан нимә ул? Бер ҙә ишеткәнем юҡсы.
Икенсе күрше. Талҡан ул-бойҙай, һоло, арыш, арпа бөртөктәренән эшләнгән он йәки ярма. Борон-борон замандарҙа беҙҙең ата-бабаларыбыҙ йыраҡ юлдарға сыҡҡанда, ауға йәки яуға барғанда үҙҙәре менән тиҙ генә бешә торған, туҡлыҡлы ризыҡ алғандар. Шуларҙың береһе талҡан булған.
Өсөнсө күрше. Элек ураҡтар урылып, көлтәләр бәйләнгәс, ашлыҡтар урылып бураларға һалынған. Ошо ваҡытта халыҡ бер-береһенән арттырып, “Кемдеке тәмлерәк булыр” тип, ярышып ҡурмас ҡурғандар, талҡан эшләгәндәр.
Дүртенсе күрше. Ә ауыр һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙа ла яланда ҡалған бойҙай башаҡтарын йыйып өрә, ыумас ыуып эскәндәр. Үҙенә күрә тамаҡ ялғарлыҡ туҡлыҡлы аш булған. Ҡурмас һәм унан яһалған аш төрҙәре ошо йылдарҙа халыҡты туйындырған һәм ҡотҡарған.
Бишенсе күрше. Ҡурмастан яһалған талҡан да байрам өҫтәленең йәме булған. Уны бишектуй, ҡарғатуй, һабантуй, һырғатуй, кәкүк сәйе һәм туйҙар ваҡытында табындың түренә ҡуйғандар.
Алтынсы күрше. Әй файҙалы бит ул! Еңел һәм туҡлыҡлы талҡан онон яугирҙар һәр саҡ үҙҙәре менән бергә йөрөткән. Файҙалы ризыҡ менән туҡланғас уларҙың яраһы тиҙ төҙәлер булған. Ә талҡан файҙаланған ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәсе ҡуйы, буй-һыны зифа булған, тиҙәр. Сөнки тере аҙыҡ тип йөрөтөлгән талҡандың файҙалы матдәләре бик күп.
Әбей. Бына ҡурмасыбыҙ әҙер. Ауыҙ итеп ҡарағыҙ әле, бешкәнме икән?
Күрше. Борон кейәү егетенең усына ҡыҙған ҡурмас йомдороп уның сабырлығын тикшергәндәр ти әле.
Күрше. Шулаймы? Вәт ҡыҙыҡ булғандыр инде. Кейәү егетенең сирылған йөҙөн күҙ алдыма килтерҙем. (Көлөшәләр)
(Күршеләр ауыҙ итә, хужабикәнең уңғанлығын хуплайҙар)
Әбей. Ҡурмас һыуынғансы йырлап-бейеп алабыҙмы әллә булмаһа?
Таҡмаҡ әйтешеп наза бейеүен бейергә ,мөмкин.
НАЗА.
ТЕКСТ.
1.Ҡыҙыл яулыҡтар бәйләргә
Ҡыҙыл яулыҡтарым бар
Ҡыҙыл яулыҡтар бәйләргә
Бик ҙур шатлыҡтарым бар.
Ҡушымта :
Наза, Наза, Наза матур ҡыҙ бала
Наза уҡый, Наза яҙа,
Наза ударница ла
2.Һай ҡыҙҙары, ҡыҙҙары ла
Янып тора күҙҙәре
Янып тора күҙҙәре лә
Ударница үҙҙәре.
Ҡушымта :
Наза, Наза, Наза матур ҡыҙ бала
Наза уҡый, Наза яҙа,
Наза ударница ла
3.Алыҫтарҙан йәйелеп ята
Беҙҙең колхоз ҡырҙары
Йырлай - йырлай эштән ҡайта
Беҙҙең колхоз ҡыҙҙары.
Ҡушымта :
Наза, Наза,
Наза матур ҡыҙ бала
Ударница, комсомолка
Һәр эштә алда бара!
Әбей. Их күңелле булып китте. Йәшлекте иҫкә төшөрөп күңелем булды әле, күршекәйҙәрем. Улым, ашъяулыҡ йәйеп таш тирмәнде әҙерлә, инде талҡанды тарта башлаһаҡ та була.
Талҡан тарта башлайҙар
Күрше. Киләһе йылыбыҙ уңышҡа мул булһын. Бисмиллаһ, башлайыҡ булмаһа!
Әбей. Талҡан ризығының шифаһы тураһында борон замандарҙа беҙҙең ата-бабаларыбыҙ бик яҡшы белгән. Башаҡлы үҫемлектәр – иң ҡиммәтле ризыҡ булып иҫәпләнә. Ә шыттырған ашлыҡ бөртөктәре тән эшсәнлеге өсөн иң көслө ризыҡ. Сөнки ул витаминдарға, микроэлементтарға, аҡһымға һәм аминокислоталарға бай.
Күрше. Хәҙер тикшерәбеҙ инде, кем көслө тарта икән. Тирмән тигәндәй, тирмәнгә бәйле ниндәй әйтемде беләһегеҙ?
Икенсе күрше. Тирмәнең шәп тарта икән (Көлөшәләр)
Хуплайҙар.
Әбей теләк теләй.
Ер,ер көсөң бир
Абаға тайҙың көсөн бир
Алтын алма төҫөн бир
Икенсе күрше теләк теләй.
Алты атлы ҡеүәт бир
Өсөнсө күрше теләк теләй.
Алтмыш арба арыш бир
Алтмыш арба бойҙай бир
Дүртенсе күрше теләк теләй.
Алтмыш арба тары бир.
Бир, бир, бир, бир.
Әбей. Бына, талҡан онобоҙ әҙер. Уға һөт, ҡаймаҡ, май, тәменә ҙарап тоҙ, шәкәр бутап ашарға була.
Күрше. Күмәкләгән яу ҡайтарған!
Талҡанды майға бутайҙар, эште хуплап башҡалар мәҡәлдәр әйтә.
-Тоҙһоҙ һүҙҙән тоҙло бутҡа тәмлерәк
-Май бутҡаны боҙмаҫ
-Йүләргә талҡан да бер, шалҡан да бер
-Ауыр эш бутҡа ашата
-Тик тормаған туҡ торған
-Эше әсе булһа, бутҡаһы тәмле булыр
Әбей. Һай былай булғас йомаҡ та ҡояйым әле мин. Кем яуабын табыр?
· Бер ҡапсыҡта ике ҡарсыҡ. (бойҙай орлоғо)
· Күҙе күп тә күрә алмай, унһыҙ кеше түҙә алмай. (Бойҙай башағы)
Ҡар аҫтында ҡышлаған,
Бүреген йәшел тышлаған (ужым)
· Эйеләм дә бөгөләм
· Ҡарайым да үреләм
· Бөгөн таңда килмәһәң
· Түгеләм дә сәселәм (арпа)
· Тәпәшәк тирәк, алтмыш ботаҡ
Ботаҡ һайын улаҡ –
Улаҡ һайын ҡолаҡ
Ҡолаҡ һайын 120 йомортҡа (Тары)
Әбей. : киленем талҡанды өлгөрттө,
Уртаһына май төштө.
Талҡанды ауыҙ итәйек,
Талҡандың тәмен беләйек! (талҡанды бүлеп һала бара, теләк әйтә)
Әбей талҡанды һалып тора үҙе һамаҡлап тора
Илгә именлек, беҙгә туҡлыҡ
Бер бөртөккә ун бөртөк,
Ун бөртөккә мең бөртөк.
Бер тамсыға ун тамсы,
Ун тамсыға мең тамсы.
Ҡабул итеп йыйынды
Ҡабул итеп һыйымды
Илдә булһын именлек,
Туҡлыҡ һәм тыныслыҡ!
Һауыттарға һалып биреп тора, килене өҫтәлгә теҙә.
Килен.
Халҡым моңо, халҡым йыры
Ауылдарҙа һаҡлана.
Тыуған яҡ гүзәллегенән
Күңелдәр ҡанатлана.
Күрше. Халыҡ йолалары бит ул
Милләтебеҙҙең йәме.
Шаулап үтһен, гөрләп торһон
Беҙҙә талҡан байрамы.
Әбей. Рәхмәт һеҙгә, ҡыуандырҙығыҙ! Әйҙәгеҙ табынға рәхим итегеҙ!
8