Башҡорт теле
(йомғаҡлау контроль эше)
3 класс
Тест
Баш хәреф менән яҙылған һүҙҙәрҙе билдәлә.
мәтрүшкә, азамат, ирәндек, бесәй, мырҙабаев, стәрлетамаҡ, аҡбур, дим.
Килешһеҙ һөйләмдәрҙе һыҙып ташла.
Сәлимә гөлдәргә һыу ҡоя.
Илнур бесәйен ашата иртәнсәк.
Тышта ҡар яуа ябалаҡлап.
Мин урманда бәшмәк йыйҙым.
Мин һөйләп бирҙем яңылыҡтарҙы атайыма бәйнә-бәйнә.
Транскрипцияны асып, һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп яҙ.
[йэләк], [йалған], [йэтэнсэ], [тэйэн], [йурған], [йэгэрмэ], [йарғанат], [бэйэүсэ], [әсәйэм], [йэлбәҙәк].
Ҡайһы һүҙ транскрипцияла дөрөҫ яҙылмаған? Шул һүҙҙе транскрипцияла дөрөҫ итеп яҙ.
[йарма], [йарсыҡ], [ятаҡ], [йалғаш], [йаңылыҡ], [ҡайау], [тайаныс], [хыйал], [майаҡ], [шаян], [умырзайа], [ҡыйар], [быйала], [ямантау], [йанғантау], [йалҡау], [йалҡау], [йарыҡ].
Һүҙҙәрҙе хәрефтәр менән яҙ.
[йуна], [йуллау], [йулай], [йулдаш], [йулсы], [йуҫыҡ], [йуғалыу], [йул], [йурған], [йулбарыҫ], [йуныс], [йунысҡы], [йуйғыс].
Ҙа-ҙә, да-дә, та-тә, ла-лә ярҙамсы һүҙҙәре ҡайһы һүҙҙә айырым яҙыла, шул һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙ.
ҡурай(ҙа) уйнай, Зиләне(лә) ярата, бесән(дә) имгәтте, аҡсаһын(да)
юғалтты, йылға(ла) сайҡаны, күл(дә) ҡороно, күҙ(ҙә) сағыла, өй(ҙә) төҙөп бөтөлдө, болон(да) уйнаны, ҡыш(та) үтте, тау(ҙа) үҫә, Ирәнлек(тә) матур, малайҙар(ҙа) шаян, урман(да) йәшәй, үлән(дә) кипте.
Ялғауҙарға тейешле хәреф ҡуй.
Борос-борост...ң, көмөш-көмөшт...ң, ҡойроҡ-ҡойроҡт...ң, төйөнсөк-төйөнсөкт...ң, бойороҡ-бойороҡт...ң, көсөк-көсөкт...ң, Отҡор-Отҡорҙ...ң, Гөлсөм-Гөлсөмд...ң, осҡон-осҡонд...ң, һоро-һорон...ң, морон-моронд...ң, болон-болонд....ң, төйгөс-төйгөст...ң.
Ҡушма һүҙ яһап яҙ.
Көн+сығыш, аш+яулыҡ, ҡул+яулыҡ, Ай+нур, төн+яҡ, бир+яҡ, ар+яҡ, Аҡ+Иҙел, Аҡ+тырнаҡ, Ҡара+ Иҙел, Аҡ+яр, Ҡыҙыл+яр, ҡара+ ҡош, аҡ+ҡош, оло+әсәй, Таш+туғай, Таш+булат, гөл+емеш, Дүрт+өйлө, Биш+бүләк, ҡул+яҙма, Гөл+Ямал, көн+бағыш, Миң+Ямал, Муйын+аҡ.
Һыҙыҡса аша яҙылған ҡушма һүҙҙәрҙе һайлап яҙып ал.
тирә+яҡ, көн+күреш, Оло+Яҡуп, яуа+яуа, ары+бире, туҡтай+туҡтай, ҡара+ағас, Нур+Бикә, Аҡ+бай, бала+саға, ата+әсә, ир+ат, малай+шалай, мал+тыуар, оҙон+оҙон, уйлана+уйлана, сәсә+сәсә, ер+һыу, күрше+тирә, күрше+күлән, борма+борма.
Сит телдән ингән һүҙҙәрҙе транскрипцияны асып, дөрөҫ итеп күсереп яҙ.
[кухн'аға], [л'устраны], [магаз'ины], [кафыһы], [ч'эч'н'аға], [лаг'эрҙы], [п'эр'м'г'ә], [соч'иҙан], [вагзалдың], [борщ'ты], [ч'абанды].
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1-4-се кластар өсөн диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре. Зәйнәб Биишева исемендәге «КИТАП» нәшриәте, Өфө-2011.