Просмотр содержимого документа
«Тест по теме "Однородные члены предложения".»
“Тиң киҫәкле һөйләмдәр” темаһы буйынса тест һорауҙары
Мин тауҙарҙы һәм далаларҙы нығыраҡ яратам. Тиң киҫәктәр төрөн күрһәтегеҙ.
а) тиң эйәләр
б) тиң тултырыусылар
в) тиң аныҡлаусылар
г) тиң хәбәрҙәр
Тиң булмаған аныҡлаусылары булған һөйләмде табығыҙ.
а) Хәбир сажин буйлы, баһадир кәүҙәле, ыласын кеүек ҡыйыу, яҡты ҡарашлы, шат, шаян егет булып үҫте. (З. Биишева).
б) Һеҙҙә эре биҙәкле ҡыҙыл тауарҙар күп, буғай.
в) Батыр йөрәкле, аҙ һүҙле, сабый күңелле беҙҙең командир ана шунда ул. (М.Ғәли).
г) Күҙҙең яуын алалар аҡ, һары, ал сәскәләр. (С.Юлаев).
д) Тәҙрә ҡапҡастары аҡ, зәңгәр төҫтәргә буялған.
Бәпкә үлән баҫҡан урамдарың да, ҡышҡы һалҡын бурандарың да, күкрәгеңдән урғылып сыҡҡан шишмәләрең дә, диңгеҙ кеүек тулҡынланып ятҡан иген ҡырҙарың да – бөтәһе-бөтәһе лә күҙ алдымда, йөрәк түрендә. (М.Сиражи). Һөйләмдә һыҙыҡ ҡуйылышы нимә менән аңлатыла?
а) дөйөмләштереүсе һүҙ алдынан
б) эйә менән хәбәр бер үк һүҙ төркөмөнән
в) өҫтәлмәлек алдынан
г) диалог
Бына бында барыһы ла яҙылған: бер бот он, ҡаҙаҡ ярым шәкәр, бер әсмүхә сәй, ике ҡаҙаҡ ярма.(С. Мифтахов). Һөйләмдә ике нөктәнең ҡуйылышы ҡағиҙәһе ҡайһы юлда бирелгән.
а) дөйөмләштереүсе һүҙ алдынан
б) эйә менән хәбәр бер үк һүҙ төркөмөнән
в) өҫтәлмәлек алдынан
г) диалог