СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Тема:М.К?римде? “Ярлы?ау” повесында гуманизм проблема?ыны? ?уйылышы ??м х?л ителеше.

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

11-се класта М. К?римде? "Ярлы?ау" повесында  гуманизм проблема?ыны? ?уйылышы ??м х?л ителеше тикшерел?. Й?ш у?ытыусылар?а фай?алы булыр, тип уйлайым

Просмотр содержимого документа
«Тема:М.К?римде? “Ярлы?ау” повесында гуманизм проблема?ыны? ?уйылышы ??м х?л ителеше.»

11 класта М. Кәрим ижады буйынса асыҡ дәрес.

Уҡытыусыһы: Учалы ауылы башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәнеева Рәсилә Утарбай ҡыҙы.

Тема:М.Кәримдең “Ярлыҡау” повесында гуманизм проблемаһының ҡуйылышы һәм хәл ителеше.

Маҡсат: Повеста күтәрелгән гуманизм проблемаһын асып биреү; уҡыусыларҙа кешеһеҙлеккә,ғәмһеҙлеккә нәфрәт

тойғоһо тәрбиәләү; уҡыусыларҙы һуғыштың кеше күҙенә күренеп бөтмәгән аяуһыҙ яҡтары менән таныштырыу; үҙ ҡараштарын яҡларға

өйрәтеү ,һөйләү телмәрен үҫтереү.

Йыһазландырыу: М.Кәримдең портреты;” Ярлыҡау” повесы, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ,” “Беҙҙең өйҙөң йәме” китаптары.

Эпиграфтар:”Бына” Ярлыҡау” повесы. Бөйөк Еңеүҙең ҡырҡ йыллығы тулыу айҙарында тамамланған әҫәр. Һуғыш,әммә ҡанлы яуҙың үҙе хаҡында түгел.” (Ғ.Хөсәйенов)

“Ярлыҡау” повесында ҡапма-ҡаршы ике закон: һуғыш һәм кешелек законы бәрелешә”.

(М.Кәрим)

“Рәсми закондар менән кешеләрҙә йәнәш намыҫ, выждан законы һәм хөкөмө бар”.

(М.Кәрим)

Дәрес барышы:Ойоштороу. Һаумыһығыҙ! Ултырығыҙ. Дәрестә кемдәр юҡ ?(Билдәләү)

Хөрмәтле уҡыусылар! Беҙҙең бөгөнгө синыфтан тыш уҡыу дәресе әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы, аҡылы, яҡты нуры, иманы булған

М.Кәримдең бөйөк әҫәрҙәренең береһе- “Ярлыҡау” повесын анализлап, йомғаҡлап китеү. Бер рәттән был повестағы гуманизм

проблемаһының ҡуйылышы һәм хәл ителешен тикшереү- дәресебеҙҙең маҡсаты булып тора.

Ғ.Хөсәйенов был повесть тураһында былай тип яҙғайны:” Бына “Ярлыҡау” повесы.Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығы тулыу айҙарында

тамамланған әҫәр. Һуғыш, әммә ҡанлы яуҙың уҙе хаҡында тугел.”

Әйе, һуғыш темаһы М.Кәрим ижадында осраҡлы ғына түгел.

Һорау: М.Кәримдең тормошонда Бөйөк Ватан һуғышы ниндәй эҙ ҡалдыра? Әҙиптең биографияһын иҫкә төшөрәйек.

Яуап: М.Кәрим- фронтовик шағир. Ул һуғыштың тәүге көндәренән үк һуғышҡа китә.

Һорау: Был уның ниндәй әҫәрендә сағылған?

Яуап:”Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” шиғыры.

М.Кәрим иң тәүҙә элемтәсе, яраланып, госпиталдә дауаланып сыҡҡас, хәрби хәбәрсе булараҡ ауыр яу юлдарын үтә.

Еңеү көнөн Вена ҡалаһында ҡаршылай. Һуғыш шарттарында ла шиғырҙар, поэмалар ижад итә.

Һорау: Совет һалдаттарының батырлыҡ сифаттарын данлаған ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?

“Үлмәҫбай”,”Декабрь йыры” ,”Ҡара һыуҙар” поэмалары,” Башҡорт халҡына яуап хат”,”Европаға май килә”,Һ. б.

Уҡытыусы:Һуғыштан һуң да ул был темаға әйләнеп ҡайта.”Айгөл иле”,”Туй дауам итә” драмалары,”Беҙҙең өйҙөң йәме”,”Өс таған”,

“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”,”Ярлыҡау” повестары-ауыр һуғыш юлдарын үткән яҙыусы,шағир, драматург М.Кәрим алыҫ утлы ғәрәсәтте онота алмай, киләсәктә һуғыш уты тоҡанмаһын,балалар үлем-ҡыйралыш күрмәһен тигән уй менән йәшәй.

Эйе, һуғыш шаңдауы күптәргә әле лә тыныслыҡ бирмәй. Беҙҙең быуын кешеләре быйыл Бөйөк Еңеүҙең 64 йыллығын билдәләп үтәсәкбеҙ.

Һәм күптәребеҙ был һуғышты кино, китап, ололар һөйләүе аша ғына ишетеп белә. Нисек кенә булмаһын, ил, халыҡ яҙмышын хәл иткән

Бөйөк Ватан һуғышының барлыҡ фажиғәләре, барлыҡ дөрөҫлөгө үткән һәм бөгөнгө быуын кешеләренә генә түгел, киләсәк өсөн дә һабаҡ ул.

Уҡытыусы:Һуғыш йылъяҙмаһының һәр бите ғибрәтле ваҡиғалар менән тулы.”Гел патриотик күтәренкелек кенә түгел,төшөнкөлөккә бирелеү ҙә ;гел ура ҡысҡырып алға алға барыу ғына түгел,хурлыҡлы сигенеүҙәр ҙә;гел биргән антҡа тоғролар ғына түгел,хыянатсылар ҙа ; хәрби хәлде дөрөҫ баһалау менән бергә яңылыш баһалауҙар ҙа йәнәш йөрөй,”-тип яҙҙы Р.Исхаҡов.Ошоларға асыҡ миҫал итеп, М.

Кәримдең ниндәй әҫәрҙәрен атай алыр инегеҙ?

Яуап:”Ҡара һыуҙар”,”Ярлыҡау” повесы.

Һорау:Повесть оҡшанымы? Уҡығанда ниндәй тойғолар кисерҙегеҙ?

Яуап:Тулҡынландым да,ҡайғырҙым да,нәфрәтләндем дә.

Һорау:Һуғыш темаһына арналған башҡа әҫәрҙәрҙән ни яғы менән айырыла?

Яуап:Повесть ҡаты яу күренештәрен һүрәтләмәй,

ә һуғыш ваҡытындағы Любомир Зух менән Мария Терезаның мөхәббәт трагедияһын асып бирә.

Һорау:Л.Зух менән М.Тереза ниндәй шарттарҙа таныша?

(Уҡыусыларҙан һөйләтеү)

Һорау:Кем ул Л.Зух?-һөйләп бирегеҙ.

Яуап:Егерме йәшлек егет, 1922 йылдың 7 майында Николаев өлкәһе Екатериновка ауылында тыуа. 1942 йылдың 16 сентябрендә һәләк була

Әсәһе менән туғандары фашистар ҡулында була.

һорау:Любомир Зух исеменә автор ниндәй мәғәнә һалған?

Яуап:Любить мир ,Зух-сая егет-украин телендә.

Һорау:Кем ул Мария Тереза Бережная? Уның тормошо тураһында һөйләгеҙ.

Яуаптар тыңлана.

Һорау:Л.Зух һуғыш ҡорбанымы,мөхәббәт ҡорбанымы?

Яуап:һуғыш ҡорбаны.Мөхәббәт Ҡорбаны булһа,ул йәшәр ине әле

Һорау:Уның үлемендә кем ғәйепле?Дәрес эпиграфында был һорауға яуап бармы?(уҡытыу).

Уҡытыусы:Эйе,һуғыш һәм кешелек законы бәрелешә.Бынан тыш,выжданһыҙ,намыҫһыҙ кешеләр ҙә осрай уға.Кемде атап әйтеп була? В.Казаряндың Л.Зух яҙмышына бәйле ҡылығын нисек баһалайһығыҙ?Ул дөрөҫ ҡарарға киләме?-текстан табып уҡығыҙ.

Яуап:Казаряндың был ҡылығы оҡшаманы.Шәхси тормошо менән кеше яҙмышын бутай,үҙ бәхетһеҙлеге өсөн үс ала.

Һорау:Ҡазаға осраған Ефимий Лукич Буренкиндың ҡылығын нисек баһалайһығыҙ?

Яуап:Башта ул ҡыҙыулыҡ,уҫаллыҡ менән эш итә,ләкин уны ла аңлап була, сөнки ул етем ҡалған сабыйҙар өсөн тырыша.

Ләкин аҙаҡ ул эштең икенсе йүнәлеш алыуын күреп,ярлыҡай,Зухты ғәфү итеүҙәрен,сығарыуҙарын үтенә.Хатта балаларын да

эйәртеп килә,ғәйебе барлығын аңлай.(текстан табып уҡытыу)

Һорау:Л.Зухты яҡшы кеше тип әйтә алаһығыҙмы? Ул бит поста торған ефрейтор Ҡалтай Дүсәнбаевты,машинаның тормоздары көйһөҙләнә,

көндөҙ рәтләгәйнем,йөрөп ҡарарға өлгөрмәнем,тип алдап китә,уставты боҙа.

Яуап:Эш боҙһа ла ул үҙ хатаһын аңлай.Эшләп, үҙ ғәйебен юйырға ла әҙер.Иптәштәре лә ярҙам итер ине.Ул хатаһы өсөн

ғүмере менән түләргә тейеш түгел,тип уйлайым.Уға ни бары егерме йәш кенә.Быны ла иҫәпкә алырға кәрәк,тип уйлайым.

Һорау:Л.Зухты дезертирлыҡ өсөн хөкөм итәләр.Был осраҡта халыҡ,Тыуған ил ҙур зыян күргәнме?Әгәр тере ҡалһа,ғәйебен юя

алыр инеме?Нисек уйлайһығыҙ?Автор был турала нимә яҙа?

Яуап: Л.Зухтың төнгө һунары ҡарттың емерелеп бөткән һарайы,ике тауыҡ һәм бер кәзәһен юҡ итә.

Әлбиттә,Казарян уға икенсе яза ла бирә ала ине бит.Ә Зух өсөн был ваҡиға һабаҡ булыр ине һәм ул яуҙарҙа

батырҙарса һуғышып,өлгө булып йәшәр ине тип уйлайым.Ул бит ғәйебен аңлай,ҡартҡа ла ярҙам итер ине,һис шикһеҙ.

Һорау:Мөхәббәт-гонаһмы?

Яуап:Юҡ,ул- изге тойғо.

Һорау:Повесть ни өсөн “Ярлыҡау” тип атала?

яуап:Ярлыҡау-гонаһтарҙы кисереү,ғәфү итеү тигән һүҙ .М.Кәрим һуғыш осорондағы хәрби тәртип тураһында яҙа,кеше ғүмерен аямаған һуғыш ҡанундары,Казарян кеүек выжданһыҙ кешеләр хаҡында һөйләй.Любомирҙы дезертирлығы өсөн закон ярлыҡай, тик һуңлай-кеше ғүмере аяуһыҙ,хаҡһыҙ өҙөлә.

Һорау: Ни өсөн әҫәрҙә Пантелеймон Зух менән Гөлриәбаныу тураһындағы легенда иҫкә алына? Уның әҫәрҙәге роле?

Яуап:Минеңсә,Зухтың ошондай көслө рухлы кешеләр нәҫеленән тип күрһәтһә,тағы Любомир ҙа мөхәббәте өсөн бөтә нәмәгә лә әҙер

тигән ишара һымаҡ яңғырай.

Һорау:Л Зухтың төнгө сәйәхәте менән Яҡуптың( “Ҡара һыуҙар” поэмаһынан)ҡылығы араһына тигеҙлек билдәһе ҡуйып буламы?

Яуап:Юҡ,Любомир Зух һөйгәнен күреп ҡайта, уныңуйында изге тойғо, көслө хис кенә,ул осрашыуынан һуң кире часына ҡайта.

Ә Яҡуп-ҡурҡаҡ,илен, ауыр һуғыш яланынан үҙен алып сыҡҡан иптәштәрен,дуҫтарын һата.

Һорау:НКВД-ның мылтыҡ көбәге кемгә тоҫҡалырға тейеш тип уйлайһығы?

Яуап:Әлбиттә,Яҡуп кеүек ҡурҡаҡтарға,һатлыҡ йәндәргә.

Һорау:Әҫәҙәге берәй герой Зухҡа ярҙам итә алыр инеме?

Яуап:Зубков йәки Казарян. Ебәрелгән телефонограммаға яуап булмағас, көтөргә мөмкин ине бит.

Һорау:Кеше яҙмышына, ғүмеренә ҡарата ғәмһеҙлек, битарафлыҡ оло фажиғәгә алып килә. Ике кеше яҙмышы өҙөлә:береһе–ер аҫтында, береһе-ер өҫтөндә. Ни өсөн М.Тереза илай-көлә ер буйлап атлай, тип һүрәтләнә?

Яуап:Илай-сөнки уның ҡанаттары һынған,мәңгегә һөйгәнен юғалтҡан; көлә-ярата белгәне,хаиндарҙан өҫтөн булғаны өсөн.

Һорау: Мария Тереза исеме һеҙҙә ниндәй тойғолар уята?

Яуаптарҙы тыңлау.

Уҡытыусы:Мария-мать,богиня,-илаһи зат,Тереза-һаҡлаусы,яҡлаусы аллабикәләр исеме.Әйтерһең,М.Тереза кешеләрҙе ошондай хата эшләүҙән киҫәтә,ҡурсалай.

Һорау:Повеста тағы ла параллель рәүештә башҡа геройҙар яҙмышы һүрәтләнә.Йәнтимер Байназаров һәм Леня Ласточкин.Улар

тураһында һөйләгеҙ.

Яуап:Йәнтимер Байназаров-ғүмерен сәнғәткә бағышларға уйлай.Артист булыу өсөн кеше күңелен белергә,тойорға,психолог

булырға тейешһеңдер.Ә Йәнтимер күберәк кеше аҡылы менән йәшәй.Ул хатта Зух ябылған землянкаға кереп,иң ауыр хәбәрҙе

-үлеме тураһында -уға еткерә.Ошо түгелме ни ғәмһеҙлек,ҡаты бәғерлелек?! Шуғалыр ҙа сәнғәт донъяһы уны ҡабул

итә алмай.Ул Вена ҡалаһының театр баҫҡыстары өҫтөндә йән бирә-бында символик мәғәнә һалынған.

Сәнғәт алиһәһенә саф,пак,боҙолмаған,изге күңелле кешеләр кәрәк.Ул-Афродита ҡорбаны.Ә Любомир Зух-һуғыш аллаһы Марс ҡорбаны.

Леня Ласточкин-әҫәрҙәге тере,күңелле,хатта шаян образ.Ул тиктормаҫ, эшсән,егәрле,уйлап табыусан ,ихлас,ярҙамсыл кеше.

Иптәштәренә ашарға табыу-уның эше.Дуҫтарын йыуата белә.

Һорау:Леня Ласточкин әҙәбиәттәге ниндәй геройҙарҙы хәтерләтә?

Яуап:Үлмәҫбай,Василий Теркин.Шаян,шуҡ.Ләкин ул әҫәр аҙағында ҡулһыҙ ҡала.Һуғыш бер кемде лә аямай.Киләсәккә яҡты

пландар менән йәшәгән,батырайып киткән Леня ҡыҙҙарҙы ҡарата белә хәҙер.Ләкин киләсәккә булған өмөтөн һуғыш аллаһы ҡыйрата.

Автор ошоно әйтергә теләгән.

Һорау:Повеста әҙәби деталдәрҙең дә роле күп.Ҡалаҡ ,фонарик һ.б.-ниндәй роль үтәйҙәр?

Яуап:Символик мәғәнәгә эйә.(һәр береһе тураһында һөйләтеү.Мәҫәлән,ҡалаҡ алыуы-ата-бабалар традицияһын дауам итеү;

ҡәберҙәге фонарь-Л.Зухтың гүре яҡты булыуына ишара.

Йомғаҡлау һүҙе:Шулай итеп,бөгөнгө дәрестә беҙ һуғыш тигән ғәрәсәттең аяуһыҙ бер битен астыҡ.Һуғыш осоронда ҡаты закондар,

кешелекһеҙ,миһырбанһыҙ түрәләр,кеше яҙмышын һуҡыр тингә лә ҡуймаған офицерҙар ҙа осрай.

“Ярлыҡау” повесы бөйөк бер нәмәгә өйрәтә: донъяла иң ҡиммәт нәмә-кеше тормошо.Был фәлсәфәне хәтерегеҙҙә

тотоғоҙ!Киләсәктә һеҙҙең аранан да түрәләр үҫеп сығыр.Ҡулығыҙ аҫтында эшләгән һәр кешегә иғтибарлы булығыҙ.

Бәлә килеп сыҡҡан икән-ярҙам итегеҙ.Ғәмһеҙ булмағыҙ.Ғәмһеҙлек-ул енәйәт.Донъялағы бөтә фажиғәләрҙең нигеҙендә ятыусы

нәмә-ул ғәмһеҙлек.М.Кәримдең был повесы бөгөн дә ошонан

ҡурсалай кеүек.

Яуаптарға баһалар ҡуйыла.

Өйгә эш: Повестың композицияһы,стиль үҙенсәлектәре тураһында миҫалдар яҙып килтерергә.