СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Туған (башҡорт) әҙәбиәттән календарь-тематик планлаштырыу (9-сы класс)

Нажмите, чтобы узнать подробности

пользуйтесь

Просмотр содержимого документа
«Туған (башҡорт) әҙәбиәттән календарь-тематик планлаштырыу (9-сы класс)»

Саҡмағош 1-се һанлы урта мәктәбе

директоры тарафынан раҫланған

туған әҙәбиәттән эш программаһына

Ҡушымта Приказ №28 29 август 2015 й.


























2019 – 2020 уҡыу йылына

9-сы а, б кластары өсөн

туған әҙәбиәттән

календарь-тематик планлаштырыу









Төҙөнө: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Сәләхова Рәмзиә Әлфәрит ҡыҙы





9-сы класс өсөн туған (башҡорт) әҙәбиәтенән календарь-тематик планлаштырыу.

Уҡыу ҡулланмаһы: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте : уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 9 –сы класы өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн уҡыу ҡулланмаһы / [авт.-төҙ.: В. И. Хажин, Ә. Х. Вилданов, М. И. Ҡарабаев, З. Р. Әминева, Ф. Ә. Аҡҡужина]. -Өфө: Китап, 2017.- 268 бит.

Аҙнаға 1 сәғәт

Дата

Тема

Иҫкәрмә

Кален. б-са

Факт.

1

9а-2.09

9б-6.09


Художестволы әҙәбиәт һәм фән.


2

9.09

13.09


Б. Бикбай. “Тере шишмәләр”.


3

16.09

20.09


Р. Мифтахов. “Күрҙем һине”, К. Шафикова. “Тыуған яҡ”.


4

23.03

27.09


Ф. Аҡбулатова. “Тәбиғәт беҙҙең ярҙамға мохтаж”.


5

30.09

4.10


В. Ғүмәров. “Башҡорт халыҡ медицинаһында дарыу үҫемлектәре”.


6

7.10

11.10


Ш. Бабич. “Халҡым өсөн”.


7

14.10

18.10


Телмәр үҫтереү. “Тыуған илем» темаһына инша яҙыу.


8

21.10

25.10


Роман. Б.Рәфиҡов “Һөйәнтүҙ фажиғәһе”.Хаталар өҫтөндә эш.


9

11.11

8.11


“Урал батыр” эпосы.


10

18.11

15.11


Ҡ. Ғәли. “Йософ ҡиссаһы”.


11

25.11

22.11


С. Ярмуллин. “Башҡорт аты”.


12

2.12

29.11


Ғ. Вәлиуллин “Ҡәлғә хужаһы һәм тотҡон”. Повесть тураһында төшөнсә.


13

9.12

6.12


З. Әминев “Башҡорт һабантуйы”.


14

16.12

13.12


Д. Мәһәҙиев. “Науруз байрамы”.


15

23.12

20.12


Телмәр үҫтереү. Изложение яҙыу.”Әхмәтзәки Вәлиди”.


16

13.01

27.12


М. Ямалетдинов. “Мираҫ”. Хаталар өҫтөндә эш.


17

20.01

17.01


Ш.Бабич. “Ҡурайҡайға”.


18

27.01

24.01


Ҡ. Аралбай “Мәшһүр ҡурайсы”.


19

3.02

31.01


Р. Солтангәрәев. “Ишмулла ҡурайсы”.


20

10.02

7.02


Р. Мифтахов. “Ҡалҡан”. Р. Назаров “Һалдат”.


21

17.02

14.02


И. Кинйәбулатов. “Һеҙҙең йәшәү менән”.


22

2.03

21.02


Р. Мифтахов “Әсә”.


23

9.03

28.02


Р. Кинйәбаев. “Мин ҡайтырмын, әсәй!”.


24

16.03

6.03


Н. Асанбаев. “Ҡыҙыл паша”.


25

30.03

13.03


“Ҡыҙыл паша” әҫәре буйынса инша яҙыу.


26

6.04

20.03


Ә. Еники. “Матурлыҡ”. Хаталар өҫтөндә эш.


27

13.04

3.04


“Умырзая” риүәйәте


28

20.04

10.04


Ә. Моратов. “Тере хәтер”.


29

27.04

17.04


Р.Мифтахов “Боҙло ҡуҙ”.


30

18.05

24.04


Н. Нәжми. “Ҡайтманығыҙ тыуған ерҙәргә”.


31

9б-

8.05


М. Кәрим «Малайҙар»


32

25.05

15.05


Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан шағирҙар ижады буйынса инша яҙыу.


33

9б-22.05


Н. Сәлимов. “Аҡ юл һиңә!”. Хаталар өҫтөндә эш.



Яҙма эштәрҙең темалары.

    1. “Тыуған илем» темаһына инша яҙыу.

    2. “Ҡыҙыл паша” әҫәре буйынса инша яҙыу.

    3. Изложение яҙыу.”Әхмәтзәки Вәлиди”.

    4. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан шағирҙар ижады буйынса инша яҙыу.



Мөмкинселектәре сикләнгән уҡыусыларға

контроль күсереп яҙыу өсөн текстар.



Ноябрь-ҡыш ҡапҡаһы.


Ноябрь – көҙҙөң һуңғы айы. Боронғо римдарҙа ул «новембер» тип йөрөтөлгән.

Көҙҙөң ҡыҫҡа, күңелһеҙ йонсоу көндәре. Яҡтылыҡ бик әҙ. Таң һуң ата, ҡояш иртә байый. Ошондай көндәр тураһында «Таң менән эңер осраша», тиҙәр. Көн тыуыу менән тиерлек ҡараңғылыҡ баҫа. Төндәрен туңдыра. Көн буйына әле ҡар яуа, әле ямғыр һибәләй. Тәүлегенә һауа температураһы уртаса нулдән минус 5 градусҡа тиклем төшә. Был осорҙо «ҡыш алды» ла тиҙәр. Ҡыш алды республикабыҙҙа ун көндән дә ашмай.

Көҙҙөң һуңғы айы тәүлегенә 4 минутҡа ҡыҫҡара бара.

Халыҡса әйткәндә, ноябрь – ҡыш ҡапҡаһы, тәүге зыңҡылдаҡ боҙ айы, көҙ үтеп китмәгән, ә ҡыш уның үксәһенә баҫып килә.

5 ноябрҙә күбәләкләп ҡар яуһа, 22-һендә ҡыш киләсәк. 8-ендә йылытһа, ҡыш буйы емшетеп торасаҡ. 24-ендә көн ҡапыл йылытһа, йәй һуңлап киләсәк.


Үҫемлектәр ҙә музыка ярата.


Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, үҫемлектәр тауышты һәйбәт «ишетә», хатта үҙҙәре генә яратҡан музыкалары ла бар. Күберәк түбән тауыштар оҡшай икән уларға. Мәҫәлән, йылға сылтырауы, иңкеш беҙелдәүе, күк гөрһөлдәүе, диңгеҙ тулҡындары геүләүе... Уларҙың йырынан ләззәтләнгән үҫемлектәр шәберәк үҫеп китә.

Австралия баҡсасылары раҫлауынса, яғымлы көй-моңдар яңғырап торһа, банандың емаештәре ҙурыраҡ була. Иген бас музыкаһын тыңлаһа, ғәҙәттәгенән 4 тапҡырға яҡшыраҡ үҫә.

Үҫемлектәр киҫкен, сәрелдәк тауыштарҙы үҙһенмәй; ҡайһы бер наҙлыҡайҙараҙың, мәҫәлән, ҡәнәферҙең, бындай аяуһыҙлыҡҡа һаңғырауланып, шиңеүе һәм үлеүе мөмкин.

Улар музыканы нисек ҡабул итә һуң? Тауыш тулҡындары барлыҡ үҫемлек күҙәнәктәренә тәьҫир итә. Яҡында моң ишетелгәндә матдәләр алмашыныуы шәбәйә, хлорофилл ҡояш нурын күберәк йота. Тауыш тулҡыны тупраҡҡа йоғонто яһай. Был осраҡта ерҙәге бактериялар эшмәкәрлеге көсәйә, үҫемлек тамырҙары йылына.

Ҡыҙыҡ, үҫемлектәр, ҡолаҡтары булмаһа ла, кешенән яҡшы ишетә. Улар хатта беҙ һиҙмәгән иң нәҙек тауышты ла тоя.

( «Балалар энциклопедия»һынан)


Иншаларҙы һәм изложениеларҙы баһалау системаһы.

Инша һәм изложениелар яҙҙырыу аша уҡыусыларҙың:

  • -теманы аса белеүе, тел сараларын инша йәки изложениеның темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлы айлай белеүе,

  • -яҙғанда,грамматик нормаларға һәм дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә таянып эш итеүе тикшерелә. Шуның өсөн иншаға ла,изложениеға ла һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла. Беренсе билдә менән уларҙың йөкмәткеһе һәм телмәр төҙөлөшө, икенсе билдә менән грамоталылыҡ кимәле баһалана.

Баһаларҙың төп критерийҙары

Йөкмәтке һәм телмәр төҙөлөшө

Грамоталылыҡ

Баһалау

1. Яҙма эштең йөкмәткеһе тулыһынса темаға тура килһә,

2. Фактик хата булмаһа,

3. Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле бирелһә (план буйынса йәки планһыҙ),

4. Эш лексик яҡтан бай булыуы менән айырылып торһа,

5. Эш темаға һәм төп фекерҙе аңлатыу маҡсатына ярашлы стилдә яҙылһа, телмәре тасуири булһа,

Иҫкәрмә. Бер генә телмәр хатаһы һәм бер генә йөкмәтке хатаһы булған яҙма эшкә «5» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 1 орфографик, йәки 1 пунктуацион, йәки 1 грамматик хата (тимәк,бөтәһе 1 генә хата) булһа,

«5» билдәһе ҡуйыла

1.Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, темаға тура килһә (теманан ситкә китеү бик аҙ булһа),

2.Йөкмәтке, нигеҙҙә, дөрөҫ бирелһә,әммә эштә бик аҙ булһа ла, фактик хаталар осра3а,

3.Төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклегендә тупаҫ булмаған етешһеҙлектәр генә булһа,

-Яҙма эш, нигеҙҙә,синоним һүҙҙәргә һәм синонимик грамматик формаларға бай булһа,

-Эш бер төрлө стилдә я6ылыуы һәм тасуири булыу менән айырылып торһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштең телмәр хаталары өҫтөндә, йөкмәткеһендәге хаталар икенән дә артмаһа,уға «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 2 орфографик һәм 2 пунктуацион хата, йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион хата булһа, йәки бер орфографик хатаһы ла булмайынса, пунктуацион хаталары 4-тән һәм грамматик хаталары 2-нән артмаһа,

«4» билдәһе ҡуйыла

1.Яҙма эштә теманы ситкә китеүгә ҡараған етди хаталар булһа,

2.Төп фекер дөрөҫ аңлатылһа, әммә эштә фактик хаталар ебәрелгән булһа,

-айырым өлөштәрендә төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,

-яҙма эш бер төрлөрәк типтағы синтаксик конструкцияларҙан торһа, һүҙлеге ярлы, һүҙҙәрҙе ҡулланыуға хаталар булһа,

-эш тема һәм уны аңлатыу (асыу)талап иткән бер төрлө стилдә яҙылмаһа,

Иҫкәрмә.Яҙма эштәге телмәр хаталары 5-тән, йөкмәткелеге хаталар 4-тән артмаған хәлдә лә, эшкә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 4 орфографик һәм 4 пунктуацион хата,йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион хата, йәки 7 пунктуацион хата һәм орфографик хатаһыҙ булһа, шулар өҫтөнә 4 грамматик хата ебәрелһә,

«3» билдәһе ҡуйыла

1.Яҙма эш темаға тура килмәһә,

-фактик хаталар күп булһа,

-эштең бөтә өлөштәрендә фекер аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,текст өлөштәре араһында бәйләнеш булмаһа,планға ярашһыҙ булһа,

1.Һүҙлегелеге ғәҙәттән тыш ярлы булһа,эш үҙ-ара бәйләнеше булмаған бер төрлө конструкциялы ҡыҫҡа һөйләмдәрҙән торһа һүҙҙәр ҡулланышында ла хаталар осраһа,

-эштә стилдең бер төрлөлөгөнә ирешелмәгән булһа,

Иҫкәрмә.Яҙма эштәге телмәр хаталары 7-нән, йөкмәткеһендәге хаталар һаны 6-нан артмаған хәлдә лә, уға «2» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Орфографик хаталары 7-нән,пунктуацион хаталары 7-нән ,грамматик хаталар ҙа 7-нән артһа,

«2» билдәһе ҡуйыла


Саҡмағош 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының китапхана фонды:

Уҡытыусының уҡытыу методик комплекты:

  1. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте : уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 9 –сы класы өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн уҡыу ҡулланмаһы / [авт.-төҙ.: В. И. Хажин, Ә. Х. Вилданов, М. И. Ҡарабаев, З. Р. Әминева, Ф. Ә. Аҡҡужина]. -Өфө: Китап, 2017.- 268 бит.

  2. М.Г. Усманова. “Грамматика башкирского языка”. Электронное учебное издание. Министерство образования РБ, 2016.3.

  3. М.Ғ. Усманова. Интерактив электрон дәреслек. “Башҡорт теле: фонетика һәм грамматика”. Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы, 2011.

4. М.Ғ. Усманова, З.М. Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Өфө – Китап – 2009. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. Өфө: «Эдвис» уҡытыу-методика үҙәге, 2010.

6. Рахимова Э.Ф., Вахитова Р.К., Искужина Ф.С. Самоучитель башкирского языка. Министерство образования РБ, 2013.

7. Рахимова Э.Ф., Вахитова Р.К., Искужина Ф.С. Электронное учебное издание. Самоучитель башкирского языка.(базовый уровень), Министерство образования РБ, 2013.

8. Саяхова Л.Г., Усманова М.Г. Электронное учебное издание. Башкирско-русский, русско-башкирский словарь. Министерство образования РБ, 2014.

9. “Башҡорт әҙәбиәте” буйынса электрон ҡулланма. Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы, 2013.

10. М.Ғ Усманова, З.М Ғәбитова. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-11 синыф уҡыусылары өсөн ҡулланма. Өфө, “Китап”, 2002.

Интернет ресурстар

  1. www.bashskazki.ru;

2. www.akmulla.ru;

3. www.bashklip.ru ;

4. www.bashkort.com;

5. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы сайты, «Ағиҙел» журналы сайты.