СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Туған телдән календарь-тематик планлаштырыу (9-сы класс)

Нажмите, чтобы узнать подробности

пользуйтесь

Просмотр содержимого документа
«Туған телдән календарь-тематик планлаштырыу (9-сы класс)»

Саҡмағош 1-се һанлы урта мәктәбе

директоры тарафынан раҫланған

туған телдән эш программаһына

Ҡушымта Приказ №28 29 август 2015 й.


























2019 – 2020 уҡыу йылына

9-сы а, б кластары өсөн

туған телдән

календарь-тематик планлаштырыу









Төҙөнө: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Сәләхова Рәмзиә Әлфәрит ҡыҙы





9-сы класс өсөн туған телдән календарь-тематик планлаштырыу.

Уҡыу ҡулланмаһы: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте : уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 9 –сы класы өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн уҡыу ҡулланмаһы / [авт.-төҙ.: В. И. Хажин, Ә. Х. Вилданов, М. И. Ҡарабаев, З. Р. Әминева, Ф. Ә. Аҡҡужина]. -Өфө: Китап, 2017.- 268 бит.

Аҙнаға 1 сәғәт

Дата

Тема

Иҫкәрмә

Кален. б-са

Факт.

1

9а-2.09

9б-5.09


Фонетика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.


2

9.09

12.09


Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре.


3

16.09

19.09


Баҫым.


4

23.03

26.09


Морфология.


5

30.09

3.10


Сифат.


6

7.10

10.10


Рәүеш.


7

14.10

17.10


1-се сиреккә контроль диктант яҙыу “Көҙгө урман”.


8

21.10

24.10


Ҡылым. Хаталар өҫтөндә эш.


9

11.11

7.11


Синтаксис. Һүҙ һәм һөйләм.


10

18.11

14.11


Бер составлы һәйләмдәр.


11

25.11

21.11


Бер составлы һөйләмдәрҙе телмәрҙә ҡулланыу.


12

2.12

28.11


Атама һөйләмдәр.


13

9.12

5.12


Билдәле эйәле һәм билдәһеҙ эйәле һөйләм.


14

16.12

12.12


Дөйөм эйәле һөйләм.


15

23.12

19.12


Телмәр үҫтереү. Изложение яҙыу.”Ағиҙел менән Яйыҡ”.


16

13.01

26.12


«Бер составлы һөйләмдәр» темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Хаталар өҫтөндә эш.


17

20.01

16.01


Ҡушма һөйләм синтаксисы.


18

27.01

23.01


Теҙмә ҡушма һөйләмдәр.


19

3.02

30.01


Эйәртеүле ҡушма һөйләм.


20

10.02

6.02


Эйәрсән һөйләм.


21

17.02

13.02


Эйәрсән һөйләмдәрҙең мәғәнә яғынан бүленеше


22

2.03

20.02


Эйәрсән һөйләмдәрҙең үҙенсәлектәре.


23

9.03

27.02


Эйәрсән һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре.


24

16.03

5.03


Эйә һөйләм.


25

30.03

12.03


Эйәрсән хәбәр һөйләм.


26

6.04

19.03


3-сө сиреккә контроль диктант яҙыу “Бал”.


27

13.04

2.04


Аныҡлаусы һөйләм. Хаталар өҫтөндә эш.


28

20.04

9.04


Тултырыусы һөйләм.


29

27.04

16.04


Эйәрсән сәбәп һөйләм.


30

9б-23.04


Эйәрсән маҡсат һөйләм.


31

9б-30.04


Ҡатмарлы синтаксик конструкциялар.


32

9б-7.05


Башҡорт телендә барлыҡ һәм юҡлыҡ төшөнсәләре.


33

18.05

14.05


4-се сиреккә контроль диктант яҙыу “Ирәмәл һырттары.”.


34

25.05

21.05


Йомғаҡлау дәресе. Хаталар өҫтөндә эш.



Контроль-тикшереү материалдары.


Көҙгө урман.

Мин көҙгө урманда йөрөргә яратам.Уның иң гүзәл сағы сентябрь бөткәндә,октябрь баштарында булалыр.Үрмәксе ауҙары иренеп кенә йөҙгән зәңгәр күккә,йылы аяҙ көнгә,урмандың төрлө биҙәк хазинаһына һоҡланып туя алмайһың.Тәрән тынлыҡ.Аяҡтарыңды ергә түшәлгән алтын япраҡтар иркәләй.Ә ағастар? Ниндәйҙер оло ҡарағай йәки имән ышығында үҙенең ҡыҙыллы-һарылы сыбар кейемендә йәш саған ҡупшыланып ултыра.Тағы сыбар биҙәкле япраҡтарға һарыҡҡан асыҡ ҡыҙыл емештәре менән ҡыштырлап миләш тора.Уҫаҡтың уҫағына тиклем:”Ҡарағыҙ,мин бына ниндәй!”-тигән һымаҡ,йәйғор буяуҙары менән күҙҙәрҙе ҡамаштыра.

Көҙгө урмандың гүзәллегенә күңелеңде рәхәтләндереп йөрөй бирәһең дә кескәй аҡланға килеп сығаһың, уның тәрән тынлығын тыңларға ултыраһың. Шунда татлы хыялдарға күмелеп киткәнеңде үҙең дә һиҙмәй ҡалаһың.(Д.Исламов.)

Өҫтәмә эш: Текстың икенсе абзацындағы сифаттарҙы табып билдәләргә.


Бал.

Боронғо Грецияның атаҡлы математигы Пифагор балдың кеше ғүмерен оҙайтыуы тураһында яҙып сыҡҡан. Үҙе лә балды йыш ашаған һәм 90 йәшкә тиклем йәшәгән.

Шулай уҡ боронғо грек философы Демокрит та 100 йылдан артыҡ йәшәгән.Ул да балдың сәләмәтлек өсөн файҙалы булыуын әйткән. Атаҡлы табип Әбуғалисина йәшлекте һаҡлау өсөн бал ашарға кәңәш иткән.

Юҡҡа ғына әйтелгән һүҙҙәр түгел былар.Балда 60-ҡа яҡын төрлө матдә бар. Балдың бөтә сорттарында ла глюкоза менән фруктоза күп. Ә улар-йөрәк мускулдарының нормаль эшләүе өсөн бик кәрәк матдәләр.

Бал витаминдарға ла бик бай. Уны һыуҙа иретеп,шуның менән ауыҙ сайҡайҙар. Һөҙөмтәлә күп кенә микробтар юҡҡа сыға.

Бал менән ашҡаҙан ауырыуҙарын да дауалайҙар. Йоҡлай алмағанда ла, балдың файҙалы булыуы билдәле.( 102 һүҙ)

Өҫтәмә эш: Ике һөйләмдә баш һәм эйәрсән киҫәктәрҙең аҫтына һыҙырға.


Ирәмәл һырттары.

Яҙғы көндөң иртәнге йылы ҡояшы дымлы ер өҫтөнә күтәрелгән быуҙарҙан үтә төштө,уларҙы йәшелле-күкле ,юлаҡ-юлаҡ төрлө төҫтәге матур нурҙарға әйләндерҙе.

Шоңҡар ауылының тирә-яҡ тигеҙлегенән һөҙәкләнә барып,бейегәйеп киткән ҡырлас тауҙар унар саҡрымдарға һуҙылып алыҫаялар ҙа,Ирәмәлдең нәҙек һыҙыҡтар шикелле күренгән ҡаяларына барып тоташалар.Унан да уҙғас,Ирәмәл түбәһенең ҡайһы бер урындарында әллә ҡармы,әллә бейек тауҙың биттәрен һыйпап үткән болоттармы икәне лә айырылмай торған ҡайһылары аҡ,ҡайһылары ҡара нөктәләр генә күренәләр.

Аҡҡондоҙ йылғаһының аръяғында сусаҡ тауҙың итәген ҡаплап үҫкән шыршы,ҡарағайҙар,йәшел ботаҡтарын ҡар һыуына мансып алған һымаҡ,тағы ла матур,тағы ла йәшелерәк булып асылғандар.Улар менән аралаш йәш ҡайын сауҡалары ла ваҡ ҡына булып шытып килгән бөрөләренең морондарын яҙғы йылы елгә елберләтеп ултыралар.(106 һүҙ)(Һ.Дәүләтшина).

Өҫтәмә эш: һуңғы абзацта һөйләм төрҙәрен билдәләргә.


Яҙма эш.

    1. Изложение яҙыу.”Ағиҙел менән Яйыҡ”.


Мөмкинселектәре сикләнгән уҡыусыларға

контроль күсереп яҙыу өсөн текстар.

Октябрь.

Октябрь – көҙҙөң беренсе һыуыҡ айы. Әсе елдәр иҫә. Иртәнге һыуыҡтар көсәйә төшә. Күләүектәр таңғаса боҙ менән ҡапланған була. Йыш яуған һалҡынса ямғырҙар арҡаһында октябрҙе халыҡта “батҡаҡ айы” тип тә атайҙар. Тәүге ҡар яуа, ләкин ул шунда уҡ ирей. Ҡайһы бер йылдарҙа ҡар ятып та ҡуя.

Күлдәр, быуалар туңа башлай. Иң аҙаҡҡы күсмә ҡоштар китеп бөтә. Иң һуңғы булып сәүкәләр, өйрәктәр китә. Уларға алмашҡа ҡыҙылтүштәр, беҙҙең яҡтарҙа ҡышлаусы бүтән ҡоштар килә. Ныҡлап һыуыҡ төшөү менән, айыу, бурһыҡ, алйырҙан йоҡоға тала. Телмәрйендәр ҙә йоҡоға китә.

Баҡсаларҙа ағас ултыртыу дауам итә. Япраҡтар тулыһынса ҡойолоп бөтә.


Талҡаҫ күле.

Юлдаш менән Ҡыҙырас аяҡтарын күлдең йомшаҡ ҡомона батырып,оҙаҡ ултырҙылар.Талҡаҫ буйы һоҡланып бөткөһөҙ матур ине.Иртәнге һауала тауыш көслө яңғырай.Унда,Һаҡмар буйында,трактор геүләй.Һулда комбайн шаулай.Алыҫта йәштәрҙең йырлаған,көлгән тауыштары ишетелә.Оло юлдан иген,мәғдән тейәгән машиналар өҙлөкһөҙ үтә.Бейектә самолет күренә.Ул Өфөнән Баймаҡҡа почта килтерә.

Ә бында Талҡаҫ күле.Ул тып-тын ята.Күлдең уртаһында,күкһел томан эсендә,Уртаташ күренә.(З.Биишеванан).

Ҡоштарҙы ашатығыҙ.

Урмандарҙа,баҡсаларҙа зарарлы бөжәктәрҙе таҙартыусы ҡоштар араһында ҡарабаш турғайҙан да егәрлеһе юҡтыр. Орнитологтарҙың иҫәпләүҙәренә ҡарағанда,бала үҫтергән саҡта ҡарабаш турғайҙарҙың бер ояһы ғына ла көн һайын меңләгән ҡаршылауыҡты юҡ итә.

Ҡыш етеп, көндәр һыуына башлағас, ҡарабаш турғай урмандан кеше йәшәгән тирәгә күсә.Бында аҙыҡ табыуы еңелерәк.

Ҡошсоҡ һалҡынға сыҙамлы. Уны аслыҡ ҡына һәләк итә. Ас булһа, өшөй ҙә,аҙыҡ эҙләргә хәле ҡалмай. Ҡайһы бер райондарҙа яҙ етеүгә уларҙың яртыһы ғына ҡалған була. Ә ҡыш бик һыуыҡ булһа,ундан бере генә ҡышлап сыға.

Балалар,ҡоштарға ярҙам итегеҙ! Улар-беҙҙең ярҙамсыларыбыҙ,

дуҫтарыбыҙ. Уларҙы эйәләштерегеҙ, ашатығыҙ!(И.Заянчковский).




Контроль эштәрҙе баһалау системаһы.

  • Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:

  • 1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;

  • 2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;

  • 3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;

  • 4) механик рәүештә бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша). йә,йө, йү,йе ҡушымталарларының һәм дифтонгтарҙың яҙылышындағы хаталар.

  • Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙы төркөмләү ҡаралған.

  • Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:

  • 1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

  • 2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

  • 3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

  • 4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

  • Диктант бер генә билдә менән баһалана.

  • «5» билдәһе — тупаҫ булмаған 2 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,

  • «4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

  • «3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

  • «2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион, йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

  • Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

  • Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

  • «5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

  • «4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

  • «3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

  • «2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.

  • Иншаларҙы һәм изложениеларҙы баһалау

  • Инша һәм изложениелар яҙҙырыу аша уҡыусыларҙың:

  • -теманы аса белеүе, тел сараларын инша йәки изложениеның темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлы айлай белеүе,

  • -яҙғанда,грамматик нормаларға һәм дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә таянып эш итеүе тикшерелә. Шуның өсөн иншаға ла,изложениеға ла һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла.Беренсе билдә менән уларҙың йөкмәткеһе һәм телмәр төҙөлөшө, икенсе билдә менән грамоталылыҡ кимәле баһалана.

Баһаларҙың төп критерийҙары

Йөкмәтке һәм телмәр төҙөлөшө

Грамоталылыҡ

Баһалау

1. Яҙма эштең йөкмәткеһе тулыһынса темаға тура килһә,

2. Фактик хата булмаһа,

3. Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле бирелһә (план буйынса йәки планһыҙ),

4. Эш лексик яҡтан бай булыуы менән айырылып торһа,

5. Эш темаға һәм төп фекерҙе аңлатыу маҡсатына ярашлы стилдә яҙылһа, телмәре тасуири булһа,

Иҫкәрмә. Бер генә телмәр хатаһы һәм бер генә йөкмәтке хатаһы булған яҙма эшкә «5» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 1 орфографик, йәки 1 пунктуацион, йәки 1 грамматик хата (тимәк,бөтәһе 1 генә хата) булһа,

«5» билдәһе ҡуйыла

1.Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, темаға тура килһә (теманан ситкә китеү бик аҙ булһа),

2.Йөкмәтке, нигеҙҙә, дөрөҫ бирелһә,әммә эштә бик аҙ булһа ла, фактик хаталар осра3а,

3.Төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклегендә тупаҫ булмаған етешһеҙлектәр генә булһа,

-Яҙма эш, нигеҙҙә,синоним һүҙҙәргә һәм синонимик грамматик формаларға бай булһа,

-Эш бер төрлө стилдә я6ылыуы һәм тасуири булыу менән айырылып торһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштең телмәр хаталары өҫтөндә, йөкмәткеһендәге хаталар икенән дә артмаһа,уға «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 2 орфографик һәм 2 пунктуацион хата, йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион хата булһа, йәки бер орфографик хатаһы ла булмайынса, пунктуацион хаталары 4-тән һәм грамматик хаталары 2-нән артмаһа,

«4» билдәһе ҡуйыла

1.Яҙма эштә теманы ситкә китеүгә ҡараған етди хаталар булһа,

2.Төп фекер дөрөҫ аңлатылһа, әммә эштә фактик хаталар ебәрелгән булһа,

-айырым өлөштәрендә төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,

-яҙма эш бер төрлөрәк типтағы синтаксик конструкцияларҙан торһа, һүҙлеге ярлы, һүҙҙәрҙе ҡулланыуға хаталар булһа,

-эш тема һәм уны аңлатыу (асыу)талап иткән бер төрлө стилдә яҙылмаһа,

Иҫкәрмә.Яҙма эштәге телмәр хаталары 5-тән, йөкмәткелеге хаталар 4-тән артмаған хәлдә лә, эшкә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 4 орфографик һәм 4 пунктуацион хата,йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион хата, йәки 7 пунктуацион хата һәм орфографик хатаһыҙ булһа, шулар өҫтөнә 4 грамматик хата ебәрелһә,

«3» билдәһе ҡуйыла

1.Яҙма эш темаға тура килмәһә,

-фактик хаталар күп булһа,

-эштең бөтә өлөштәрендә фекер аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,текст өлөштәре араһында бәйләнеш булмаһа,планға ярашһыҙ булһа,

1.Һүҙлегелеге ғәҙәттән тыш ярлы булһа,эш үҙ-ара бәйләнеше булмаған бер төрлө конструкциялы ҡыҫҡа һөйләмдәрҙән торһа һүҙҙәр ҡулланышында ла хаталар осраһа,

-эштә стилдең бер төрлөлөгөнә ирешелмәгән булһа,

Иҫкәрмә.Яҙма эштәге телмәр хаталары 7-нән, йөкмәткеһендәге хаталар һаны 6-нан артмаған хәлдә лә, уға «2» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Орфографик хаталары 7-нән,пунктуацион хаталары 7-нән ,грамматик хаталар ҙа 7-нән артһа,

«2» билдәһе ҡуйыла




Саҡмағош 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының китапхана фонды:

Уҡытыусының уҡытыу методик комплекты:

  1. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте : уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 9 –сы класы өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн уҡыу ҡулланмаһы / [авт.-төҙ.: В. И. Хажин, Ә. Х. Вилданов, М. И. Ҡарабаев, З. Р. Әминева, Ф. Ә. Аҡҡужина]. -Өфө: Китап, 2017.- 268 бит.

  2. М.Г. Усманова. “Грамматика башкирского языка”. Электронное учебное издание. Министерство образования РБ, 2016.3.

  3. М.Ғ. Усманова. Интерактив электрон дәреслек. “Башҡорт теле: фонетика һәм грамматика”. Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы, 2011.

4. М.Ғ. Усманова, З.М. Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Өфө – Китап – 2009. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. Өфө: «Эдвис» уҡытыу-методика үҙәге, 2010.

6. Рахимова Э.Ф., Вахитова Р.К., Искужина Ф.С. Самоучитель башкирского языка. Министерство образования РБ, 2013.

7. Рахимова Э.Ф., Вахитова Р.К., Искужина Ф.С. Электронное учебное издание. Самоучитель башкирского языка.(базовый уровень), Министерство образования РБ, 2013.

8. Саяхова Л.Г., Усманова М.Г. Электронное учебное издание. Башкирско-русский, русско-башкирский словарь. Министерство образования РБ, 2014.

9. “Башҡорт әҙәбиәте” буйынса электрон ҡулланма. Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы, 2013.

10. М.Ғ Усманова, З.М Ғәбитова. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-11 синыф уҡыусылары өсөн ҡулланма. Өфө, “Китап”, 2002.

Интернет ресурстар

  1. www.bashskazki.ru;

2. www.akmulla.ru;

3. www.bashklip.ru ;

4. www.bashkort.com;

5. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы сайты, «Ағиҙел» журналы сайты.