Башҡорт теле – туған телем
БАШКИРСКИЙ ЯЗЫК
Мне жаль, что не знаю башкирский язык.
Я сердцем в него бы наверно проник.
Легенды, предания, истории песен,
Курая звук мне бы стал интересен.
Узнал бы тогда я больше свой край,
Где песни поют, и играет курай.
Где в сумраке утра поёт соловей
И скачет в степи табун лошадей.
Я понял бы лучше башкирский народ.
Он с древних времён на Урале живёт.
Его защищая он жизнь не жалел,
Баик знаменитый об этом нам пел.
Я бы смог прочитать кубаир и баит.
И узнать, что башкир настоящий джигит.
Что батыра Бииш будут помнить всегда,
Не забудет народ его никогда.
Услыша курай, я бы тайну раскрыл.
Зачем так печальны песни башкир.
Судьба их народа была не легка,
Тревожен и нежен звук тростника.
Они не оставили замков, дворцов.
Зато сохранили песни отцов.
И может, спустя много времени, дней,
Я тоже оставлю свой след для людей.
Лейла: писал о башкирском языке Николай Старостин.
21 февраль – Халыҡ-ара туған-тел көнө.
Һәр халыҡтың тыуып үҫкән ере, иле булған кеүек, ғәзиз хазинаһы - әсә теле бар. Был хаҡта халыҡта “Иле юҡтың көнө юҡ, теле юҡтың йүне юҡ” тип әйтелә.
Туған тел… Кеше тәү мәртәбә ошо телдә “әсәй”, ”атай” һүҙҙәрен әйтә. Ошо тел ярҙамында үҙенең тирә-яғындағы төрлө төшөнсәләр, атамалар менән таныша, кешеләр менән аңлаша. Әхләҡ төшөнсәләрен әсә телендә аңына һеңдерә, күңеленә беркетә.
“Халыҡтың теле – уның тормошоноң иң матур, мәңге шиңмәй, мәңге һулымай торған сәскәһе ул. Телдә бөтә халыҡ сағыла. Тыуған илдең күге, һауаһы, уның баҫыуҙары һәм яландары, урмандары һәм тауҙары, йылғалары һәм күлдәре, ҡышҡы бурандары һәм йәйге ямғырҙары уның йырҙарында, моңло көйҙәрендә, сәсәндәр ижадында яңғырай.
Хәҙерге башҡорт теле – һәр яҡлап үҫкән телдәрҙең береһе. Туған телдә халыҡтың тормошо һәм уның Тыуған илгә булған ҡайнар мөхәббәте сағыла.
Марат Сәлимовтың Рәшит Шәкүр һүҙҙәренә яҙылған “Ерем, илем, телем” йырын Йәнбәкова Элина һәм Андреева Аделина башҡара.
Ерем, илем, телем
1. Башҡорт телендә һөйләшәм,
Башҡорт телендә.
Минең йәшәү тамырҙарым
Башҡорт ерендә.
2. Туған телем, һин халҡымдың,
Былбыл тауышы.
Быуаттарҙан быуаттарға
Ҡанат ҡағышы.
3. Киң Уралым, йырлап аға
Һинең һыуҙарың.
Алыҫ-алыҫ яңғырайҙар
Һинең моңдарың.
Лейла: Телдең халыҡ тарихы, уның мәҙәниәте, рухы һәм донъға ҡарашы, телдең халыҡты халыҡ итеүҙә, кешене шәхес итеп формалаштырыуҙа, уның белем һәм тәрбиә ҡоралы булыуы хаҡында арҙаҡлы әҙиптәребеҙ М.Аҡмулла, М.Кәрим, З.Биишева, Б.Бикбай, Р.Ғарипов, Х.Ғиләжев, Р.Бикбаев һәм башҡа ҡәләм оҫталары илһамланып ижад иткәндәр.
Эй туған тел! Ниндәй ҡөҙрәтлеһең һин! Гүзәлһең, күркәмһең, йыйнаҡһың; һин байһың, ҡеүәтлеһең, мәргәнһең! Шуға ла халыҡ ил ағаһы булған сәсәндәрҙең ялҡынлы тапҡыр һүҙен яу ҡыйыр булат ҡылыс үткерлеге менән сағыштырған да инде.
Динә талхина
Үҙ телемдә һөйләшәм,
Минән ҡоштар көнләшә.
Үҙ телемдә һөйләшәм,
Мин ҡояшҡа тиңләшәм.
Үҙ телемдә һөйләшәм,
Бар булмышым нур ғына
Үҙ телемдә һөйләшәм,
Күңелкәйем йыр ғына…
Кәтибә Кинйәбулатова
“Әсәй!” тигәндә лә һин кәрәк,
“Атай!” тигәндә лә һин кәрәк.
Берҙән-берем, айым, ҡояшым,
Тип әйтһәм дә, телем, һин кәрәк.
Эй, туған тел, нәфис телем һин,
Наҙлы моңоң мине һуғарған.
Күңелдәрем һүнмәҫ – һүрелмәҫ
Әсә телкәйенән нур алған.
Әкрәм Бейеш
Һин башҡорт, тип, һин татар, тип,
Әрләшмәйек, туғандар,
Был халыҡтар ғүмер баҡый
Бергә тормош ҡорғандар.
Ғәлим Нәбиуллин
Данлы ерҙең, ғәзиз ерҙең
Улы булып тыуған көнөм,
Рәхмәт һиңә!
Йыр булырлыҡ һүҙҙәр биргән
Матур телем, туған телем
Рәхмәт һиңә!