СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Тыуған яғымдың шишмәләре (Фәнни - тикшеренеү эше)

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

На территории Субханкуловского сельсовета есть много родников и рек. Я хочу вам рассказать о некоторых из них. Они находятся возле деревни Зигитяк.

Просмотр содержимого документа
«Тыуған яғымдың шишмәләре (Фәнни - тикшеренеү эше)»

Башҡортостан  Республикаһы Туймазы районы муниципаль районының

Муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы

Собханғол ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе






Тыуған яғымдың шишмәләре

(Фәнни - тикшеренеү эше)






Башҡарҙы:

Туймазы районы Собханғол урта мәктәбенең

5а класы уҡыусыһы Бикмөхәмәтова Дилә

Ғилми етәксе:

Туймазы районы Собханғол урта мәктәбенең

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Вәлиева Айгөл Мулланурҡыҙы

















2017 й.

Йөкмәткеһе



I. Инеш. Шишмәләр – тәбиғәт байлығы .

II. Төп өлөш.

1. “Шишмә” һүҙе тыуҙырған ассоциациялар

2. “Шишмә” концепты

3. Ауылымдың шишмәләре

III. Йомғаҡлау. Шишмә – йәшәү сығанағы

 















































Тема: Тыуған яғымдың шишмәләре.

Актуаллеге:
        Туймазы районы тәбиғәте менән танышырға тип килгән кешеләргә беҙ  тәбиғәт  ҡомартҡыларын күрһәтеп, уларҙың   тарихи исемдәрен әйтеп  бирә белмәһәк, легендаһын һөйләмәһәк, тарихыбыҙҙы һәм үҙ –үҙебеҙҙе һанға һуҡмау була. Шуға ла Туймазы районының бер мөйөшө булған Зигитәк ауылы шишмәләрен өйрәнеү актуаль проблеманың өлөшө, тип иҫәпләнем. 
Өйрәнеү  объекты:    
тарихи хәтерҙе һаҡлап алып  ҡалған шишмәләр.  
Өйрәнеү       предметы: 
халыҡ тарихы тураһында серҙәр һаҡлаған Зигитәк шишмәләре.

Эштең  маҡсаты: : 
Зигитәк ауылы шишмәләренең килеп сығыуыһәм ауылдың тарихи  үткәнен өйрәнеү һәм киләсәк быуынға ҡалдырыу . 
Эштең  бурыстары:

  • Тәбиғәт йәме, йәшәүебеҙ сығанағы булған шишмәләргә барыу, уларҙың хәл-торошон өйрәнеү;

  • Шишмәләрҙең бөгөнгө хәленә кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итеү;

  • Шишмәләрҙе өйрәнеү, башҡаларға еткереү;

  • Эҙләнеү эшен башҡарыуҙы планлаштырыу, план буйынса эшләү;

  • Мәғлүмәттәр эҙләү, уларҙы туплау;

Тикшеренеү барышында ҡулланылған  методтар:

- экскурсияларға барыу, өлкән быуын вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәреү, фотоматериалдар әҙерләү.
Эштең структураһы :
Тикшеренеү эше 3 бүлектән тора.

Көтөлгән һөҙөмтә:

  • шишмәләрҙең әһәмиәтен аңлау, уларҙы тергеҙеү эшенә өлкәндәрҙе этәреү, уларға һаҡсыл ҡараш булдырыу;

  • коммуникатив белемдәр булдырыу, мәғлүмәттәр менән эшләй белеү.

Проект эшенең этаптары:

  • Әҙерлек: Эҙләнеү эшенең маҡсат һәм бурыстарын асыҡланыҡ. Планлаштырыу: Китапханала материалдар эҙләнек. Интернет ресурстарын, һүҙлектәрҙе һәм башҡа әҙәбиәтте эҙләнек. Эш планын төҙөнөк. Артабан эш алып барҙым, яҙыу эштәре.

Эшләү этабы:

  • Зигитәк ауылында шишмәләр барлығын ишеткәс, ауылдың муллаһы Тимербаев Рәмил хәҙрәт, ауылдың иң өлкән кешеләренең береһе булған, һикһән һигеҙ йәшлек Әкрәм бабай һәм Нәсимә әбей менән һөйләшеп, яҙып алдыҡ.

  • ассоциациялар буйынса һорау алдым, Зигитәк ауылындағы шишмәләрҙең тарихын өйрәндем.

  • Һөҙөмтәләрҙе әҙерләү: Йыйылған бөтә материалдарҙы бергә йыйҙым.Уҡытыусымдан тикшерттем, ҡайһы бер урындарын төҙәттем.

  • Эште күрһәтеү: Ғилми-практик конференцияла ҡатнашыу.

Эштең  ҡыҫҡасайөкмәткеһе:
  Бөгөн беҙ шишмәләрҙе һаҡларға тейешбеҙ. Тәбиғәтте һаҡлау, ҡарау, яратыу кәрәк. Шишмәләр күрһәм, тәбиғәттең бер мөғжизәһе бит улар, тип уйлайым. Тауҙы йә ерҙе тишеп сығып, үҙҙәренә юл табып, аға ла аға улар. Ә бит шишмәләрҙең һыуы шул тиклем таҙа була, һәр ҡайһыһы дауалау көсөнә эйә. Борон-борондан шишмә буйҙарын таҙа тотҡандар, улар тирәһендә үҫкән ағастар ултыртҡандар. Ауылдарҙа ҡойолар, колонкалар булмағанда, ауылдың бер осонан икенсе осона тиклем көйәнтәләп һыу ташығандар.

Был эшемде башлағанда ассоциациялар буйынса һорау алдым.Һығымта эшләнем.

“Шишмә” һүҙен төрлө яҡлап тикшерҙем:

һүҙлектәрҙә, һүҙбәйләнештәрҙә,мәҡәлдәрҙә, һынамыштарҙа, Туймазы районы шағирәләренең шиғырҙарында.

Күп кенә тикшеренеүҙәр, күҙәтеүҙәр, әңгәмәләр  алып барғандан һуң, Зигитәк ауылы шишмәләренең исемдәре һәм тарихы асыҡланды. Уларҙың исемдәре:Шифалы шишмәһе; Сабирйән шишмәһе, Суфиян шишмәһе; Әғләм шишмәһе, Рәшит шишмәһе.

Тирә-яҡты һаҡлау, һаҡсыл ҡарашта булыу тураһында һөйләйбеҙ. Быйылғы йыл экологияға арналған. Шуға төрлө саралар, акциялар үткәрелә. Һыу сифаты проблемаһы күтәрелә. Мин дә шишмәләрҙең сифаттарын тикшерттем.Уларҙың составтары яҡшы булып сыҡты һәм шуның өсөн тирә-яҡтағы ауылдарҙан, Туймазы ҡалаһынан тәмле һыуҙы килеп алалар.

Эшемде йомғаҡлап, “Шишмәләр бөтһә, ерҙә тормош та бөтәме?” тигән һорауҙарға яуаптар алдым. Бөтәһе 33 кеше ҡатнашты.

Ни өсөн мин тап ошо һорауҙы бирҙем һуң? Халҡыбыҙҙа “Шишмә – йәшәү сығанағы” тигән бик матур әйтем бар. Шишмә йәшәүҙең сығанағы булғас, улар ҡороп бөтһә ни булыры билдәле инде. Һәр кем үҙенә һығымта эшләй.






Йөкмәткеһе

Хәйерле көн, хөрмәтле конференция эшендә ҡатнашыусылар! Мин, Бикмөхәмәтова Дилә, һеҙгә “Тыуған яғымдың шишмәләре” темаһы буйынса әҙерләнгән проект-эҙләнеү эшемде тәҡдим итәм.

Был эшкә тотоноуымдың маҡсаты: Зигитәк ауылы шишмәләренең килеп сығыуы һәм ауылдың тарихи  үткәнен өйрәнеү һәм киләсәк быуынға ҡалдырыу . 
Эштең  бурыстары:

  • Тәбиғәт йәме, йәшәүебеҙ сығанағы булған шишмәләргә барыу, уларҙың хәл-торошон өйрәнеү, ярҙам итеү;

  • Шишмәләрҙең бөгөнгө хәленә кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итеү;

  • Шишмәләрҙе өйрәнеү, башҡаларға еткереү;

  • Эҙләнеү эшен башҡарыуҙы планлаштырыу, план буйынса эшләү;

  • Мәғлүмәттәр эҙләү, уларҙы туплау;


Был эшемде эшләгәндә шундай проблемалы һорауҙар ҡуйҙым:

- Тел төбөндә ниҙәр бар?

- Шишмәләр бөтһә, ерҙә тормош та бөтәсәкме?

Проект эшенең бөтә этаптары ла һаҡланды.

- Әҙерлек,эште планлаштырыу, эшләү этабы, һөҙөмтәләрҙе әҙерләү, эште күрһәтеү.Мин был эшемде беренсегә яҡлайым.


Эшемдең йөкмәткеһе.

I. Инеш. Шишмәләр – тәбиғәт байлығы .

II. Төп өлөш.

1. “Шишмә” һүҙе тыуҙырған ассоциациялар

2. “Шишмә” концепты

3. Ауылымдың шишмәләре

III. Йомғаҡлау. Шишмә – йәшәү сығанағы


Инеш.

Шишмәләр – тәбиғәт байлығы .

Бөгөн беҙ шишмәләрҙе һаҡларға тейешбеҙ. Тәбиғәтте һаҡлау, ҡарау, яратыу кәрәк. Шишмәләр күрһәм, тәбиғәттең бер мөғжизәһе бит улар, тип уйлайым. Тауҙы йә ерҙе тишеп сығып, үҙҙәренә юл табып, аға ла аға улар. Ә бит шишмәләрҙең һыуы шул тиклем таҙа була, һәр ҡайһыһы дауалау көсөнә эйә. Борон-борондан шишмә буйҙарын таҙа тотҡандар, улар тирәһендә үҫкән ағастар ултыртҡандар. Ауылдарҙа ҡойолар, колонкалар булмағанда, ауылдың бер осонан икенсе осона тиклем көйәнтәләп һыу ташығандар.

Төп өлөш.

1. “Шишмә” һүҙе тыуҙырған ассоциациялар

Артабанғы һүҙем “Шишмә” һүҙе тыуҙырған ассоциациялар тураһында.

Был эшемде башлағанда 33 кешенән ассоциациялар буйынса һорау алдым.Һығымта эшләнем. Улар төрлө ерҙә эшләй,төрлө йәштә, улар араһында уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа бар.

Яуаптар:

- 11 кеше – матурлыҡ;

- 9 кеше – ауылым шишмәһе;

- 3 кеше – йыр;

- 6 кеше – һыуыҡ һыу;

- 4 кеше – ял итеү урыны;


Һорауыма бына шундай яуаптар алдым.


2. “Шишмә” концепты .

- “Шишмә” һүҙенә һүҙлектәрҙә ниндәй аңлатма бирелә?

Шишмә – (фарсы) Ер аҫтынан урғылып сығып ятҡан һыу.

(“Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге” )1

Шишмә. Родник; объект почитания и совершения многих обрядов, глаза земли, связывает подземный и земной миры.

(Ф.Г.Хисамитдинова. Мифологический словарь башкирского языка.)2

-“Шишмә” һүҙе һүҙбәйләнештәрҙә

1. Кешенең кәүҙә, тән өлөштәренә бәйле: шишмә башы, шишмә тамағы,

2. Йәнләндереүҙәрҙә: шишмә тауышы, шишмә йыры, шишмә һағышы, шишмә ғүмере, шишмә эйәһе.

3. Эйәлек килештәге исемдәр менән бәйләнештә (һөйкәлеү юлы менән яһалған һүҙбәйләнештәр): йәшлегем шишмәләре, ауылым шишмәләре, тау шишмәһе, шишмә юлы, илһам шишмәһе, моң шишмәһе, әүлиә шишмәһе.

- “Шишмә” һүҙе менән мәҡәлдәр3

1.Һыуҙы эскәндә шишмәһен онотма.

2. Һыуҙың ҡәҙере шишмә ҡороғас беленер.

3. Уҡыу – белем шишмәһе.

4. Күҙ – күңелдең шишмәһе

- “Шишмә” гә бәйле һынамыштар, ырым-юрауҙар4

1.Шишмә һыуына таңда барырға ярамай, һыу зәхмәте тейә, тиҙәр.

2. Төндә һыу ташыу сир килтерә.

3. Ҡояш байығас һыу пәрҙәһен яба икән, шуға шишмәнән кисен һыу алырға ярамай.

4. Ҡояш байығас шишмәнән һыу алырға ярамай. Алырға тура килһә: “Ҡунаҡ төштө, ҡунаҡ төштө, һыу бир,” – тип алырға кәрәк. Һәр шишмәнең, һәр инештең эйәһе була.

5. Ҡиблаға ҡарап аҡҡан шишмәләр шифалы, уларға тәңкә һалалар.

6. Ғашиҡтар шишмә янында осрашып, һүҙ беркетешеп, үҙ тормошон башлаған.

- “Шишмә” һүҙе текстарҙа

“Шишмә” һүҙен Туймазы районы шағирәләренең шиғырҙарында тикшерҙем:

  1. Болононда атҡан бер гөл инем

Шишмәң һыуын эскән ҡыҙ балаң.

Яңы таңым һинең тылсым менән

Татлы тәбиғәттән тын алам.

(Х.Хөснөтдинова. “Сулпан ауылы – тыуған тупрағым “. 5)


  1. Бер итәктә ята Әүлиәкәй

Бер үҙәнде буйлай шишмәһе.

Иртә яҙҙа шаулай йыуалары

Тулҡынлана йәйен ҡылғандар.

(Г.Бикбулатова. “Сыуалташ” . )6


  1. Сағылдарҙа шаулай аҡ ҡайындар

Сер бүлешә наҙлы йүкәләр.

Сылтырап аҡҡан шишмә эргәһенә

Йәш килендәр һыуға төшәләр.

(Г.Бикбулатова. “Уйҙа ҡайтам”. )7


3. Ауылымдың шишмәләре

Күп кенә тикшеренеүҙәр, күҙәтеүҙәр, әңгәмәләр  алып барғандан һуң, Зигитәк ауылы шишмәләренең исемдәре һәм тарихы асыҡланды. Кешеләр шишмәләргә матур исемдәр биргән. Һәркем  үҙе  йәшәгән  урындың  тарихы менән ҡыҙыҡһыналыр. Береһенән- береһе, ҡыҙыҡлы исемдәр ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң, кемдәр ҡушҡан уларҙы?

Уларҙың исемдәре: Сабирйән шишмәһе, Суфиян шишмәһе; Әғләм шишмәһе, Рәшит шишмәһе.

Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, мин дә үзебеҙҙең шишмәләрҙе өйрәнергә булдым. Иң  беренсе эш итеп мин ауылыбыҙҙың өлкән йәштәге аҡһаҡалдарынан шишмәләрҙең ҡайҙарҙа урынлашҡанлығын, исемдәренең килеп сығыштарын һораштым. Әкрәм бабайға 88 йәш. Ул Нәсимә әбей менән бик күп йылдар йәшәй. Шулай уҡ ауылдың муллаһы Тимербаев Рәмил хәҙрәт менән осраштым. Бына ул ар миңә нимәләр һөйләне:


Рәшит шишмәһе.

Ауыл элек саҡ ҡына өҫтәрәк урынлашҡан булған. Тирә-яҡта һаҙлыҡ, ҡайындар. Екатерина икенсе был һаҙлыҡты киптерер өсөн, ҡайындарҙы ҡырҡтырған. Шунан был урында кешеләр йәшәй башлаған. Яҡында ғына ағып ятҡан шишмәнән һыу алғандар.Унда торба, улаҡ ҡуйғандар. Ул ваҡытта улаҡтар ағастан булған. Шунда малдарын эсергәндәр. Был шишмә ауылға кергән ерҙә Яр буйы урамында урынлашҡан. Уның исеме - Рәшит шишмәһе.


Әғләм шишмәһе

Ошо урамдан барғанда, Әғләм шишмәһен күрәбеҙ. Шишмәнең тирә-яғы уратылған. Унда ла торба һәм улаҡ ҡуйылған. Ҡарттарҙың һөйләүҙәре буйынса, ул Әғләм исемле кешенең баҡсаһынан ағып сыға. Ул 2000 йылда барлыҡҡа килгән.

Суфиян шишмәһе

Урамдан саҡ өҫкәрәк барһаң, Суфиян шишмәһен күрәбеҙ.Ул матур итеп уратылған. Ҡолмәт тауына яҡын. Бетондан һуҡмаҡ эшләнгән. Урамда колонкалар ҙа күрергә була. Был шишмәләр бөтәһе лә ошо тауҙан ағын сыға.


Сабирйән шишмәһе

Был шишмә тау битләүендә үк урынлашҡан. Уның тарихы 1934 йылдан килә. Был ер элек мулланың ағаһы Сабирйәндеке булған. Урындағы властәр юл һалырға кәрәк булғас, ерҙең ошо өлөшөн тартып алғандар һәм шишмә ситтә ҡалған. Шунан уны уратып, торба ҡуялар. Шишмәгә хужаның исемен бирәләр.






































III.Йомғаҡлау. Шишмә – йәшәү сығанағы

Шишмәләр сылтырап аҡҡан йәмле Зигитәк ауылында йәшәү ниндәй ҙур бәхет, ниндәй шатлыҡ! Шуның өҫтөнә, сәләмәтлеккә лә ниндәй файҙалы.

Һәм уларҙың әһәмиәте бик ҙур. Ауыл кешеләре шишмәләрҙе бик ҙурлай. Был тиккә генә түгел. Беҙ көн һайын сәй ҡайната, аш бешерә, йыуына һәм ҡойона торған ошо һыуҙың тылсымлы сифаттары бар. Унда алтмыштан артыҡ химик элемент бар тиҙәр. Һыуһыҙ йәшәү мөмкин түгел. Кеше ашамайса аҙналар буйы тора ала. Әммә һыуһыҙ бер нисә көнгә лә түҙә алмай.

Йомғаҡлап, “Шишмәләр бөтһә, ерҙә тормош та бөтәсәкме?” тигән һорауға алынған яуаптар алдым


10 кеше: “Юҡ. Ни өсөн шишмә менән бергә тормош та бөтһөн ул”

16 кеше: “Эйе”

1 кеше: “Белмәйем”

3 кеше: “Бәлки.Уйлап ҡарарға кәрәк”


Ни өсөн мин тап ошо һорауҙы биреүҙе кәрәкле тип таптым һуң? Халҡыбыҙҙа “Шишмә – йәшәү сығанағы” тигән бик матур һәм мәғәнәле бер әйтем бар. Шишмә йәшәүҙең сығанағы булғас, улар ҡороп бөтһә ни булыры билдәле инде. Һығымтаны һәр кем үҙе эшләһен.


Эш барышында түбәндәге 3060мт2л2рг2 килдем:

  1. Шишмәләрҙең санитар торошо бик үк насар түгел, составтары саҡ ҡына ҡатыраҡ, сөнки грунт ҡыҙыл, тимер күп. Шулай ҙа кешеләргә һыу оҡшай. Ҡаланан һәм тирә-яҡ ауылдарҙан һыу алырға киләләр.

  2. Тыуып үҫкән еребеҙҙең тәбиғәтен тағы ла матурлайыҡ.Тыуған тәбиғәтебеҙҙе, шишмәләребеҙҙе һаҡлау - барыбыҙҙың да изге бурысы. Киләсәктә беҙ уларҙы ҡарап, таҙартып торорға һүҙ бирәбеҙ. Барлыҡ дуҫтарымды, атай-әсәйҙәрҙе шишмәләрҙе һаҡлау эшенә саҡырғым килә. Шишмә тирәһен һәр ваҡыт таҙартып, тәртипкә килтереп торайыҡ!









?улланыл4ан ә6әби2т.


  1. «Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге”Н.Ф.Суфьянова,

З.Ә.Сиразетдинова, З.Ғ.Ураҡсин, 304-се бит

  1. Башҡортса-русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге/ И.М, Ғарипов.-Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1994.

  2. «Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре һүҙлеге». Әхтәмов М.Х. Өфө: Китап, 2008.

  3. «Күңелдәр балҡышы» Ф.Сайфран. Туймазы,2008

  4. « Мифологический словарь башкирского языка” .Г.Хисамитдинова.

  5. «Мифологический словарь башкирского языка». Гилмитдинова Ф.Г. Москва, “Наука”, 2010

  6. «Мәрйендәр» .Г.Бикбулатова. Туймазы,2008

  7. «Һынамыштар”А.М.Әхмәтов, М.Х.Әхмәтов, .-Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2002.


























1«Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге”Н.Ф.Суфьянова, З.Ә.Сиразетдинова, З.Ғ.Ураҡсин,304-се бит

2 « Мифологический словарь башкирского языка” .Г.Хисамитдинова.

3 Башҡортса-русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге/ И.М, Ғарипов.-Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1994.

4«һынамыштар”А.М.Әхмәтов, М.Х.Әхмәтов, .-Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2002.

5 «Күңелдәр балҡышы» Ф.Сайфран. 243-сө бит

6«Мәрйендәр» Г.Бикбулатова. 10-сы бит

7«Мәрйендәр» Г.Бикбулатова. 12-се бит

14