Тема: «Икмәк» Сифат ҡабатлау.
Маҡсат:
1. «Сифат» темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу, фекерләү һәләтен үҫтереү.
2. Шиғырҙы тасуири уҡырға өйрәтеү; халыҡ мәҡәлдәре менән таныштырыу.
3. Дөрөҫ, хатаһыҙ итеп күсереп яҙырға өйрәнеү; Икмәкте ҡәҙерләргә; уны үҫтергән, бешергән кешеләрҙең хеҙмәтенә хөрмәт уятыу..
Дәрес барышы;
Икмәк менән ҡаршы алыу.
1.Психологик атмосфера тыуҙырыу.
Һаумыһығыҙ Хәйерле көн Дәрескә рәхим итегеҙ
Мин Хәбибуллина Ләйсән Рәхимйән ҡыҙы һеҙҙә бөгөн башҡорт теле дәресен үткәрәм
Икмәк- тоҙҙа – йөҙҙөң аҡлығы,
Икмәк- тоҙҙа – илдең байлығы,
Икмәк,тоҙ- ул ҙурлыҡ билдәһе лә,
Имен үткән көндәр көсө лә.
Дәрестә матур итеп һөйләшеү өсөн тел төҙәткестәр ҡабатлап китәйек
Слайд
Ға – ға –ға - әйҙә киттек баҫыуға,
Ҫә - ҫә – ҫә – баҫыуҙа иген үҫә.
Ған –ған- ған - атай тирмәнгә барған,
Рә- рә- рә – әсәй икмәк бешерә.
Слайд
Икмәк- йәшәү сығанағы.
Икмәкте хурлама, ҙурла.
Икмәк -бөтәһенә лә баш.
-Бөгөн беҙ нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?
(Икмәк)
Икмәк тураһында нимәләр әйтә алаһығыҙ?
Слайд Икмәк( слайд) ниндәй(аҡ,йомшаҡ,тәмле,ҡара,ҡәҙерле)
Әйҙәгеҙ тикшереп ҡарайыҡ.
Был һүҙҙәр ниндәй һорауға яуап бирә?
-Был һүҙҙәр ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?К какой части речи относятся?
(Имя прилагательное –сифат) слайд.
Тимәк, бөгөнгө тема:Икмәк.Сифат.(яҙыу таҡтала)
Әйҙәгеҙ дәфтәрҙәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ.
Слайд буйынса һүҙбәйләнеш төҙөйбөҙ.(аҡ икмәк,йомшаҡ икмәк тәмле икмәк,ҡара икмәк.)
Ә хәҙер таҡтаға ҡарағыҙ.
Слайд
Бер көн шулай урам буйлап
Атлай күршебеҙ Ирмәк.
Юл ситендә саң эсендә
Ята бер һыныҡ икмәк.
Ирмәк хәҙер үҫкән малай,
Ул бит инде уҡыусы.
Шулай булһа ла икмәкте
Ул булманы алыусы.
-Балалар, һеҙ Ирмәк тураһында нимә уйлайһығыҙ?
-Ул дөрөҫ эшләнеме?(Юҡ)
-Һеҙ ни эшләр инегеҙ( Уй –фекерҙәрен тыңлау)
Слайд(бабай менән малай)
Шул саҡ юлға килеп сыҡты
Ап-аҡ һаҡаллы бабай:
Асыулы ҡарашты күреп
Аптырап ҡалды малай.
Әрнеү менән әйтте бабай:
-Һин әҙәпһеҙ бит,улым,
Ниңә икмәкте алманың?
Өҙөлмәҫ ине ҡулың.
Шулай тине лә, эйелеп,
Алды ул уны ҡулға.
Ирмәкте алып китте ул
Икмәк үткән ҙур юлға.
Слайд
Әйҙәгеҙ балалар Ирмәккә бергәләп икмәк үткән юлды табышайыҡ
Төркөмдәргә эш:
- Хәҙер ике төркөмгә бүленеп кем тиҙерәк икмәк үткән юлды тәртипкә килтерер
1-Һөрөү-пахать
3-Сәсеү-сеять
2-Ерҙе йомшартыу-разрыхлить землю
4 Уралар -убирают
5- Он тарттырыу-молоть
6-Ҡамыр баҫыу- тесто месить
7-Бешереү- печь
Икмәк - беҙҙең байлыҡ, ғорурлыҡ. Икмәк өҫтәлгә бер ваҡытта ла еңел генә килмәй. Икмәккә әллә күпме кешенең көсө түгелгән, хеҙмәте һалынған: Белеүегеҙсә быйыл Ленинград блокадаһынан ҡотолоуға 70 йыл тулды. Ленинградтарҙың көндәлек икмәк паегы 125-250 грамм булған. Аслыҡтан күп кеше үлгән. Беҙ хәҙер икмәкле ,аслыҡтың ни икәнен дә белмәйсә йәшәйбеҙ. Икмәктең ҡәҙерен беләйек.
Ял минуты
Әйҙәгеҙ балалар,икмәктең үткән юлын тағы бер ҡабатлап китәйек.
Күрһәт әле үҫкәнем, нисек иген үҫкәнен?
Бына шулай бына шулай бына шулай үҫкәнен.
Күрһәт әле үҫкәнем, нисек башаҡ бешкәнен?
Бына шулай бына шулай бына шулай бешкәнен.
Күрһәт әле үҫкәнем, нисек ондо тартҡанын?
Бына шулай бына шулай бына шулай тартҡанын.
Күрһәт әле үҫкәнем нисек икмәк бешкәнен ?
Бына шулай бына шулай бына шулай бешкәнен.
Әйҙәгеҙ Ирмәктең икмәк тураһында шиғырын тыңлайыҡ
Слайд.(малай икмәк менән)шиғыр тыңлау
Шиғыр өҫтөндә эш.
Был шиғырҙың авторы Ғәлиева Гүзәл Ғәбдуллайән ҡыҙы.
Ул Башҡортостандың Учалы районында тыуған.Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Был шиғыр 362-се күнегеүҙә бирелгән.(151. стр)
-Үҙ аллы уҡыу
-Балалар уҡый .Тәржемә итеү
-Тасуири уҡыу
Һорауҙар буйынса эш
-Ирмәктең икмәккә ҡарашы үҙгәрҙеме?
Китаптағы 363- сө күнегеүҙе үҙ аллы эшләйбеҙ.
Слайд
Мин ( ниндәй?) | свежий белый вкусный черный мягкий хрустящий | икмәк яратам. |
Өлгө буйынса дәфтәрҙәрегеҙҙе парҙарҙа алышып тикшерегеҙ.
Мин ( ниндәй?) | яңы аҡ тәмле ҡара йомшаҡ ҡытырлап торған | икмәк яратам. |
Тикшереү???
Әйҙәгеҙ кемдәрҙең бишле?
Һөйләмдәрҙе уҡып ишеттерегеҙ.
Резерв эш Аманат журналынан сифат табыу.
Өйгә эш: 361 – се күнегеү (Бирелгән һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөп яҙығыҙ.
Рефлексия
-Бөгөн беҙ һеҙҙең менән нимәләр тураһында һөйләштек?
-Ниндәй һөҙөмтәгә килдек?
-Ошо мәҡәлдәрҙең ҡайһыһы беҙҙең дәрескә тап килде?
Слайд
Икмәк- йәшәү сығанағы.
Икмәкте хурлама, ҙурла.
Икмәк -бөтәһенә лә баш.
Йыр Икмәкте маҡтап йыр тыңлайыҡ